Все новости
Общие статьи
4 Апреля , 10:29

"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе

"Ҡырмыҫҡа иләүе" пирожныйын әҙерләүҙең һис бер ҡыйынлығы юҡ! Был рецепт менән Чак-чак Уфа - Затон  төркөмө уртаҡлаша.

"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе
"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе

Ҡамыр өсөн:
-2 йомортҡа,
-200 г саҡ май йәки спред,
-2 аш ҡалағы шәкәр онтағы,
-1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),
- 400 г тирәһе он.

Крем өсөн:
-1 банка ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка),
-100 г аҡ май.

Әҙерләү:

Майҙы алдан уҡ һыуытҡыстан сығарып ҡуйырға, ул йомшаҡ булырға тейеш. Майға шәкәр онтағы, йомортҡа һалырға һәм миксер менән яҡшылып туғырға, артабан ҡамыр ҡабартҡыс ҡушылған он өҫтәргә. Ҡамырҙы тиҙ-тиҙ генә баҫырға кәрәк.

Әҙер ҡамырҙы аҙыҡ-түлек өсөн махсус пленкаға урап,  һыуытҡысҡа ҡуйырға. 1 сәғәт уҙғас, бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, ит тартҡыс аша сығарырға. Оҙонса ҡамыр "бау"ҙарын табаға һалып, 180 градуслыҡ духовкала 10-20 минут бешереп алырға. Мейестән алғас, ҡулайлы һауытҡа һалып, ваҡларға. 

Ҡуйыртылған һөткә бүлмә температураһындағы аҡ май менән һалып, ваҡланған ҡамыр киҫәктәре өҫтөнә ҡойорға ла яҡшылап болғарға. "Ҡырмыҫҡа иләүе"н контейнерға тығыҙлап һалырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Киҫәктәргә бүлгеләп, иретелгән шоколад менән биҙәргә.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе
"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе
"Ҡырмыҫҡа иләүе" тәмлекәсе
Автор:
Читайте нас в