Все новости
Общие статьи
30 Марта , 12:05

"Аҡман-тоҡман – алты көн, алты айҙан да ҡаты көн"

Аҡман-тоҡман көнсығыш календары буйынса иҫке йыл тамамланғанда, яңыһы башланыр мәлдә уҙа. Ҡыш тәңреһе менән Йәй тәңреһенең алышын, яман, ҡара көстәрҙең ҡотороноуын символлаштыра. Боронғолар уны кешеләргә һәм малға аҙыҡ етмәгән, үлемесле, ҡурҡыныс ваҡыт булараҡ тасуирлай һәм ул ғәҙәттә март айына тура килә.

"Аҡман-тоҡман – алты көн, алты айҙан да ҡаты көн"
"Аҡман-тоҡман – алты көн, алты айҙан да ҡаты көн"
Фирҙәүес Хисаметдинованың «Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге»ндә аҡман-тоҡман - буран, мифлаштырылған күренеш, тиелә. Көнсығыш календары буйынса иҫке йыл тамамланғанда, яңыһы башланыр мәлдә уҙа. Ҡыш тәңреһе менән Йәй тәңреһенең алышын, яман, ҡара көстәрҙең ҡотороноуын символлаштыра. Боронғолар уны кешеләргә һәм малға аҙыҡ етмәгән, үлемесле, ҡурҡыныс ваҡыт булараҡ тасуирлай. Ғәҙәттә, ҡапылдан хасил булған көслө буран алты көн дауам иткән. Шуға күрә, халыҡ уны «Аҡман-тоҡман алты көн, алтыһы ла ҡаты көн» тип атаған.

Халыҡ һүҙенән бурандың атамаһына бәйле бер-нисә риүәйәт йәшәй. Уларҙың күпселеген яу күренеше һәм төп геройҙар, бер туған Аҡман һәм Тоҡман исемле ир-уҙамандар берләштерә. Һәр район был ваҡиғаларҙы үҙ ерлегенә яраҡлаштырырға, үҙ топонимик атамаларын ҡулланып тасуирларға тырыша. Китаптарҙа урын алған бер вариантҡа туҡталып үтәйек.

Борон башҡорттар көтөү-көтөү мал менән ярым-күсмә тормошта көн иткән. Шулай имен-аман ғүмер кисергәндә көнсығыштан, Алтай тауҙары яғынан ҙур ҡара яу килгән. Яуҙың бер осо ғына башҡорттарға тейгән, төп өлөшө көньяҡлап үткән. Хан башҡорттар араһына түрәләрен ебәрә. Улар халыҡты ханға баш эйҙергән. Ер-һыуҙарҙы ырыу, йәйләүҙәргә бүлеп биргән, һәр бер ырыу халҡына тамға, оран, ағас, ҡош тәғәйенләгән. Тамғаланып, ер-һыу алғас, башҡорттар шул ханға яһаҡ түләргә тейеш булған. Башта был әллә ни ауыр тойолмаған. Урман-тау тулы солоҡ, йәнлек-яһаҡтан үҙҙәре өсөн дә артып ҡалған. Тик бер заман хандан яңы фарман килгән: йәш ир-егеттәр аты-ҡоралы менән хан ғәскәренә саҡырылған. Аҙаҡ ханға өйөр-өйөр йылҡы, көтөү-көтөү мал оҙатыла башлаған.
Башҡорттар түҙмәгән, ханға ҡаршы яуға күтәрелгән. Араларында Сураман исемле батыр егет була. Ул күп кенә кеше йыя ла яһаҡ түләтергә, мал-тыуар алырға тип килгән хан ғәскәрҙәрен ҡыйратып ташлай. Хан да яуапһыҙ ҡалмай.

Шулай бер баҫылып, бер ҡыҙып, ханға ҡаршы яу оҙаҡ йылдар бара. Батырҙың ике улы була - Аҡман һәм Тоҡман. Ҡаты яуҙарҙың береһендә Сураман үлеп ҡала. Хәҙер яуҙы Аҡман менән Тоҡман алып китә. Бер саҡ улар, иң ышаныслы яуҙаштарын эйәртеп, ҡыш үткәреү өсөн Урал төпкөлөнә китәләр. Тик араларында береһе хыянатсы булып сыға. Ул бер төндө ҡасып китә лә быларҙың ҡайҙа ҡышларға төпләнгән урынын хан түрәләренә барып әйтә. 
Хан тағы ғәскәр ебәрә. Батырҙарҙы тауға ҡыҫырыҡлайҙар. Ҡар берсә ирей, берсә ҡата торған мәл була. Ҡапыл ҡаты бурандар башлана. Быларҙың ашарына бөтә, йылыныр, ышыҡланыр урын да ҡалмай. Тирә-яҡ - ҡола ялан, күҙ асҡыһыҙ ҡаты буран. Аҡман менән Тоҡман унлап юлдашы менән ошо буранда асығып, туңып үләләр. Бер нисә яуҙашы яҡындағы бер ауылға барып юлыға. Унда хан ғәскәре ята икән. Һуңғы сиккәсә һуғышып, үлә былар. Ошонан һуң оҙаҡ йылдарға һуҙылған яу туҡтай.

Аҡман менән Тоҡман туңып үлгән был яҙғы буранды халыҡ аҡман-тоҡман бураны, тип атай башлай.

Батырҙарҙың илер өсөн түгел, ә үҙ ғүмерҙәре, мөхәббәттәре өсөн көрәше-үенә бәйле вариант та осрай. Көндәр йылынғас, ата-бабаларыбыҙ йәйләүгә сыға. Бында ун ике-ун өс йәшлек ике үҫмер ҙә була. Аҡ ҡышта тыуғаны Аҡман, томанлы иртәлә тыуғаны Тоҡман тип исемләнә. Бик теремек була малайҙар, көсөк саҡта бүләк ителгән инә бүре менән уйнарға яраталар.

Ат йүгәнләп, һыбай йөрөрлөк үҫмерҙәр кәләш алырлыҡ, ә бер тамсыһын сайпылтмай көйөнтәләп һыу килтерә алған ҡыҙҙарҙы кейәүгә бирерлек, тип иҫәпләйҙәр ул ваҡытта. Үҫмер егеттәр ҙә күрше ауылдың Айзада менән Яҙгөл исемле сибәр ҡыҙҙарына ғашик булалар. Уларҙы күреү өсөн, юлдың алыҫлығына ҡарамай, ҡунаҡҡа китәләр. Ә гел ҡыш булған алыҫ ерҙә йәшәүсе яуыз Ҡатил батша ғашиҡтарҙан көнләшә, уларҙы айырмаҡсы була. Кире үҙ йәйләүҙәренә ҡайтыусы Аҡман менән Тоҡманды һөйгәндәре юлға оҙата сыға. Шул мәл бүре олой, күк йөҙө ҡараңғылана, көслө буран башлана. Йәштәр ҡурҡыштарынан ҡарағай урманына инә. Ҡатил батша һөйгәндәрен ҡалдырһалар йәштәргә ғүмер вәғәҙә итә, әммә улар баш тартып, бер-береһенә һыйыналар. Ҡатил асыуынан тағы ҡоторона. Шул мәл инә бүре күренә, ул үҙенең таныштарын һәм уларҙың һөйгәндәрен үҙ ояһына алып бара. Шунда улар төндө үткәрәләр. Таң атып, ҡояш сыҡҡас, ҡар-буран сигенә. Мөхәббәт бар нәмәнән көслө булып сыға. Ә был мәлдән яҙғы буранды аҡман-тоҡман, тип атайҙар.
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас в