Все новости
Общие статьи
18 Марта , 11:30

Матбуғат ҡаһарманы

Әллә ҡасандан бирле уның тураһында яҙғым килә ине. Тик нимәлер тотоп килде. Юғиһә, Матбуғат йортонда бер осорҙа эшләй башланыҡ, һәр яҙған мәҡәләһен уҡып барҙым, бынан 40 йыл элек республикабыҙҙың ижади йәштәре менән бергә Вьетнамда ярты ай сәфәрҙә лә булып ҡайттыҡ. Юлда кеше нығыраҡ һынала, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Яҡшы ла беләм кеүек, әммә күренекле журналист (мәшһүр тип әйтһәң дә һис тә арттырыу түгел) Фәрит Фәтҡуллин тураһында нисек кенә яҙһам да, геройымды асып бөтөрә алмам һымаҡ. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Мин, ғәҙәттә, яҙа торған кеше менән күҙгә-күҙ ҡара­шып һөйләшмәйенсә, ҡыҙыҡһын­дыр­ған һорауҙарымды биреп, яуап алмайынса, эшкә тотона алма­йым, ә был юлы Фәрит Миңнулла улы: «Һин мине беләһең бит инде», – тине лә ҡуйҙы.

Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы

Бөйөктәр бейеклегендә

Фәриттең был һүҙҙәре миңә бынан күп йылдар элек мәшһүр бейеүсе Мәхмүт Эсамбаевтың беҙҙең республикаға килгәнендә булған осрашыуҙа һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙө. Бер ҡалалағы гастроль ваҡытында артист янына урындағы гәзиттән журналист ҡыҙ интервью алырға килә. Бейеүсе уға былай ти: «Үҙем һөйләгәндәр­ҙе гәзиттә уҡыу миңә ҡыҙыҡ тү­гел. Һеҙ концертыма килегеҙ, ҡа­рағыҙ, күрегеҙ, шунан гәзиттә яҙып сығығыҙ». Журналист ҡыҙ тамашаға килә, артистың сығышы­на һоҡланыуының сиге булмай,
концерттан алған тәьҫораттарын матбуғатта баҫтыра. «Ул ҡыҙҙың бейеүҙәремде аңлауы минең өсөн бихисап мәҡәләләргә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк баһа ине», – тине артист әңгәмәбеҙ барышында. Был, әлбиттә, минең өсөн дә фәһем булды. Аҙаҡ үҙемдең дә иҫем китте. Шундай мәшһүр бейеүсе нисек йәш бер ҡыҙ менән әңгәмәләшергә риза булды икән? Балалар баҫмаһынан булыуым, республикабыҙҙы ихлас яратыуынан, үҙенең дә ейәненең бейеү сәнғәтенә ынтылыуынан килгәндер уның был ихласлығы...
...Шулай итеп, Фәрит Фәтҡуллин тураһында яҙырға булғас, мин дә теге журналист ҡыҙ хәлендә ҡалдым. Ысынлап та, ниңә аптырап торам әле, уның бөтә тормош юлы, ижады – беҙҙең күҙ алдында, Матбуғат йортоноң алтынсы ҡатында урынлашҡан «Кызыл таң» гәзитенең редакцияһында үтте бит, уның хаҡында әйтер һүҙем дә бихисап.
...Ике йыл армия хеҙмәтен үтәп ҡайтып килгән Ҡорманай ауылы егете Фәритте, мәктәп йылдарынан уҡ яҙышып торғанлыҡтан, Ауырғазы районының «Ватан юлы» гәзитенә эшкә алалар. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Республика гәзите «Кызыл таң»ға ла яҙышып тора. Актив хәбәрсене Өфөлә лә күреп ҡалалар һәм үҙҙәренә эшкә саҡырып алалар. Шулай итеп, 1975 йылдан бирле хеҙмәт биографияһы ошо матбуғат баҫмаһы менән бәйле.
Армияға саҡлым да колхозда ике йыл ярым төрлө эштәрҙә сыныҡҡан, хеҙмәттә сағында партия сафына ингән Фәрит Фәтҡуллинды респуб­лика гәзитенең партия бүлегенә ултыртып ҡуялар. Ошонда эшләй алһа, ҡалған бүлектәрҙә лә бирешмәҫ, тигәндәрҙер инде. Ә Фәрит һы­натмау ғына түгел, тиҙҙән яуаплы секретарь урынбаҫары йөгөн дә тарта башлай.
Секретариат – редакцияның штабы. Әлеге шикелле компью­терҙар заманы түгел. Гәзит битенә материалдарҙы урынлаштырыу
өсөн мәҡәләнең күләменә ҡарап, макетҡа линейка менән үлсәп һыҙып сығалар. Һыймаһа, ҡыҫҡарталар йә алмаштыралар. Ул арала юғары­нан ашығыс мәҡәләләр – Хөкүмәт ҡарарҙары, мөһим яңылыҡтар, закондар килеп төшһә, бөтә ма­кетың юҡҡа сыға, өр-яңынан эш башлайһың, тәржемә иткәндәрен көтөп, типографияла йыйҙыртып алғансы, төндәр етә, эш таңға тик­лем һуҙылған саҡтар ҙа була.
Фәрит Фәтҡуллин артабан әҙә­биәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. Баш мөхәррир урынбаҫары ла була. Ул баҫманың бөтә тарихын белә. «Кызыл таң»дың 90, 95, 100 йыллыҡ юбилейҙарына редакция сығарған энциклопедия, фотоальбом, йыйынтыҡтарҙы сығарыуҙа ҙур өлөш индерә.
Ғөмүмән, Фәрит Миңнулла улы – республика журналистикаһында уникаль күренеш. Ул «Кызыл таң» шәхесләре» тигән бер генә китабы менән дә гәзит тарихын Башҡортостан журналистикаһына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйған, күпме шәхестәргә рухи һәйкәл ҡойған. Баҫма сыға башлағаны бирле унда эшләгән тәүге мөхәр­рирҙәр, күренекле шәхестәр тура­һында 47 (!) очерк туплау, уларҙың һәр береһе хаҡында яҙыр өсөн Фәрит Фәтҡуллинға күпме тарихи
сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә тура килгән! Гәзиттең күптән архивҡа оҙатылған приказдар кенәгәһен аҡтарған, яҙған һәр юлын, һәр фекерен документаль факттар менән раҫлап барған.
Ә беҙгә күпме мәғлүмәт бирә ул яҙмалар! Мәҫәлән, Мәжит Ға­фуриҙың журналислыҡ хеҙмәтен яҡтыртыр өсөн генә лә ул авторҙың 1905–1917 йылдарҙа яҙылған – 18, 1917–1934 йылдарҙағы 51
мәҡәләһен, очерыгын, рецензи­яһын, фельетон һәм ҡәләмдәштә­ренә яҙған 36 хатын уҡып сыҡҡан. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ярҙамсыл, кешелекле булыуына бик күп миҫалдар килтергән. 1923 йылда сыҡҡан «Аслыҡ тырнағында» китабы өсөн бирелгән гонорарҙы, мәҫәлән, шағир астар фондына тапшырған. Шул йылда үҙенә бүләк ителгән һыйырҙы ҡарап, ашатып, һөтөн драма театрының ярлы артистарына илтеп биргән. Ижади эшмәкәрлегенең 20 йыллығы уңайынан Өфө сауҙагәрҙәре бүләк иткән алтын сәғәтте йәтим һәм ауы­рыу бала файҙаһына саҙаҡа иткән. Бер туған ағаһының улы Ғәббәсте ҡарап үҫтергән, үҙе йәшәгән йорт тирәһендә урам һепереүсе үгәй әсә ҡулында яфа сиккән Нәғимә исемле ҡыҙҙы ғаиләһенә алған. Бындай миҫалдар халыҡ шағиры яҙмышында бихисап.
Фәрит Фәтҡуллин һәр геройы хаҡында тулы мәғлүмәт йыйған, ҡәләмдәштәре, туғандарының иҫ­тәлектәрен килтергән, быға тик­лем бер ҡайҙа ла яҡтыртылмаған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы тапҡан. Йәнә бер нисә миҫал. Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш 1964 йылда үҙенә 70 йәш тулғанда Шишмә районының Аҡманай ауы­лында 14 йыл буйына йәйҙәрен йәшәгән өйөн һәм баҡсаһын кескәй яҡташтарына бүләк итә. Үҙҙәрендә мәктәп булмау арҡаһында балалар быға тиклем 5 саҡырымдағы Келәшкә йөрөп уҡый. Ә шағирҙың баҡсаһы ниндәй бит әле: 40 төп алмағас, 170 төп ҡурай еләге, 70 төп ҡарағат, 30 төп сейә, тағы әллә күпме крыжовник, балан, энәлек, терн ҡыуаҡтары, ҡойма буйлап үҫкән сирендәр...
Күренекле әҙип Әнүәр Бик­чәнтәев Александр Матросовтың батырлығы хаҡында «Бөркөт һауала үлә» повесын яҙыу өсөн комсомол өлкә комитетының делегацияһы составында герой ҡаһарманлыҡ күрһәткән ауылға сәйәхәт ҡыла. Амбразура урынына тиклем шы­уышып бара (!). Был турала ҡайҙа яҙылған, уны нисек тапҡан, журналист Фәрит Фәтҡуллин геройҙары хаҡында һөйләгәндә ана шундай
хәтерҙә ҡалырлыҡ деталдәр ме­нән байыта. Икенсенән, Әнүәр Бикчәнтәевтың был өлгөһө күп ҡәләм эйәләренә, бигерәк тә башлап яҙышыусыларға, ҙур фәһем булырлыҡ. Һәр нәмәне үҙең күреп, кисереп яҙғанда ғына уҡыусы күңелен тулҡынландырырға, тетрә­тергә мөмкин. Фәрит Фәтҡуллиндың очерктары ана шундай көскә эйә.
«Кызыл таң» шәхесләре»ндә автор гәзиттең мөхәррирҙәре менән бергә унда оҙаҡ йылдар эшләгән журналистарҙың һәр ҡайһыһы хаҡында һоҡланғыс яҙмалар туплаған. Ә бының өсөн күпме тарихи мәғлүмәткә эйә булырға кәрәк?! Баҫманың юбилей һандарындағы төпләмәләрен аҡтарырға, яҙыусыларҙың био­графияларындағы юлдарҙы бе­рәмтекләп йыйырға ла тура килгәндер. Һөҙөмтәлә, бөгөнгө уҡыусылар гәзит тарихына үҙ хеҙмәт өлөшөн индергән әҙиптәр: Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Имай Насыри, Әнүәр Бикчәнтәев, Ғариф Ғүмәр, журналистар Муса Йосопов, Ғайса Ғәббәсов, Сафа Борһан, Рәхмәт Сурағолов, Ризван Алушев, Мөхәммәт Бикбулатов, Рәбиға Сафина, Хәлил Маннанов, Әсмә Мөслимова, Тимер Алюк, Лотфи Ғәзилов, Рәжәп Хәйруллин, Миңнехан Хәсәнов, Ғәли Ризванов, Ғата Алмаев, Ғиндулла һәм Ғәрифулла Ғөзәйеровтар, Фәйзи Шаяпов, Наилә Мәүлетова, Ғәли Кәримов, Исмәғил Латышин, Иҙиәт Әсәҙуллиндарҙың тормош юлы һәм ижады менән таныша ала. Бөгөнгөнөң ҡәҙерен белер өсөн үткәндәребеҙҙе белергә, онотмаҫҡа тейешбеҙ тип иҫкәртә кеүек автор.

«Кызыл таң»дың йылъяҙмасыһы

Артабан Фәрит Фәтҡуллиндың үҙенең «Кызыл таң» осоро башлана. Бында үҙе күреп белгән шәхестәр хаҡында яҙылған очерк­тары урын алған. Үзбәк Ғимаҙиев, Нәжип Асанбаев, Суфиян Поварисов, Әғләм Зараев, Әнғәм Атнабаев, Радик Сибәғәтов, Рәсих Ханнанов, Таһир Ахунйәнов, Ремель Дашкин, Муса Мөлөков, Вәли Йыһаншин, Рәис Ҡасимов, Зөфәр Хәмиҙуллин, Зөфәр Сабирйәнов, Фаил Фәтхетдиновтар тураһында беҙ, уларҙың замандаштары, ҡы­ҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Был бит «Кызыл таң»дың энциклопедияһы, республика журналистарының бер баҫмаға ҡағылған антологияһы!
Төрлө баҫмаларҙа эшләһәк тә,
башҡа редакцияларҙағы хәл-ва­ҡиғаларға хәбәрҙар инек. Фәрит Фәтҡуллиндың геройҙары тураһын­да уҡығанда ҡайһы берҙәре иҫкә төшә. Мәҫәлән, Ремель Дашкин хаҡындағы «Матбуғат ҡаһарманы» тигән очеркта Фәрит Фәтҡуллин уның ғәжәйеп мөхәррир булыуын фәһемле миҫалдар менән һүрәтләй. Ысынында беҙгә, Матбуғат йортона эшкә килгән йәш журналистар өсөн, «Совет Башҡортостаны» гәзитенән Абдулла Исмәғилев менән «Кызыл таң»дан Ремель Дашкин легендар мөхәррирҙәр ине. Ғәҙел, принципиаль, үҙҙәре лә эшләгән, башҡаларҙы ла эшләтә белгән һәм эшләгәнде күрә белгән, үҙ редакцияларындағы һәр кем өсөн ҙур яуаплылыҡ тойған – бына шундай сифаттарын күрһә­тә Фәрит Фәтҡуллин. Шул заман кешеһе булараҡ, мин дә бер-ике миҫал килтереп киткем килә. Бер ваҡыт Дашкинға бер ханым килә лә редакцияла эшләүсе бер ҡатындың ире менән мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләй башлай. Ә Дашкин уға: «Һеҙ кем? Мин үҙ хеҙмәткәрҙәремде яҡшы беләм. Ишекте теге яҡтан ябығыҙ», – тип кенә сығарып ебәрә. Аҙаҡ теге ханымды саҡырып алып: «Итәк-еңегеҙҙе йыйып йөрөгөҙ... Һеҙҙең һәр берегеҙҙең шәхси тормошона ҡыҫыла башлаһам, гәзитте кем сығара?!» – тигән. Ғауға ла
ҡуптармаған, эште олоға ла ебәр­мәгән. Беҙ, йәштәр, шунда уға ныҡ һоҡланғайныҡ.
Фотограф Әғләм Зараев менән булған хәл. Бер журналист менән былар районға командировкаға китәләр. Уңыш йыйыу барышын гәзиттә яҡтыртырға тейештәр. Ба­ҫыуға барһалар, комбайндар тора, бер төркөм игенселәр күңелләнеп алған. Хәбәрсе аптырап ҡала. Но­мерға мәҡәлә яҙып булмай бит инде былай булғас, тип шөрләп тә ҡуя. Ә фотограф Әғләм Зараев бер ни булмағандай, тегеләрҙең береһен комбайнға һөйәп, икенсеһен ултыртып, өсөнсөһөн ятҡырып тигәндәй, шалт та шолт фотоға төшөрә генә икән. «Баҫыу геройҙары бит улар, районда беренселәрҙән булып уңыш йыйыуҙы тамамлағандар, эш бөткәс, күңел асырға ла ярай», – тип һөйләнә ти үҙе. Иртәгәһенә фото гәзиттә сығып та китә. Бер ҙә күңелләнеп алғандар тип әйтерлек булмай.
Фәрит Фәтҡуллин – «Кызыл
таң»дың бәхете. Һәр баҫма үҙенең ошондай тоғро, эшлекле, әхлаҡ­лы һәм башҡа бик күп күркәм сифаттарға эйә булған ярты быуатҡа яҡын эшләгән журналистары менән маҡтана ала микән?.. Ай-һай, юҡ­тыр. Ул «Кызыл таң» шәхесләре» тигән әлеге китапҡа материалдарҙы 20 (!) йыл дауамында йыя. Һәм ул баҫманың 100 йыллығына баҫылып сыға. Фиҙакәр хеҙмәт! Унан алда гәзиттең 90 йыллығына «Кызыл таң»дың ҡыҫҡаса энциклопедияһы донъя күргәйне. Төҙөүселәре – Фәрит Фәтҡуллин, Илдар Фазлет­динов, фәнни мөхәррире Фаил Фәтхетдинов. Туғыҙ тиҫтә йыл эсендә редакцияла кемдәр эшләп киткән, әлеге көндә кемдәр эшләй – шулар хаҡында мәғлүмәттәр журналистарҙың үҙҙәре өсөн генә түгел, баҫманың тоғро дуҫтары – уҡыусылар, матбуғат һөйөүселәр, студенттар өсөн дә ҡиммәтле сыға­наҡ ул.
«Кызыл таң»дың 95 йыллығын да өр-яңы китап менән ҡаршылағай­ны коллектив. Фәрит Фәтҡуллин бөгөнгө мөхәррир Фаил Фәтхетдинов менән берлектә баҫманың фотоальбомын сығарғайны.
Өс юбилейға – өс китап! Бер быуатлыҡ дәүер тарих булып ҡалған. Бына ҡайҙа ул үҙ баҫмаңа һөйөү, тоғролоҡ һәм тарихҡа, үткәндәргә оло ихтирам! «Кызыл таң» шә­хесләре» китабын уҡыйым да һоҡ­ланам һәм көнләшәм. Баҫманың тарихын яҙып ҡалдырыу киләсәк өсөн кәрәк бит! Был китаптың жур­налистика дәреслеге булырға ла хаҡы бар.
Ни өсөн көнләшәм тинем. Сөнки үҙем 40 йылдан ашыу эшләгән республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») хаҡында китап сығарыу кәрәклеге тураһында етәкселәргә әйтеп ҡарағайным. Яҙырлыҡ кешеһе лә бар ине. Ул күренекле журналист, беҙҙә мөхәр­рир булған, бер нисә публицистика китабы авторы Миңлеғәле Яҡупов ағай ине. Ул саҡта «Башҡортостан пионеры»ның 1959 йылда, һуғыш­тан һуң сыға башлаған тәүге һанын сығарыуҙа ҡатнашҡан өлкән жур­налистарыбыҙ ҙа иҫән ине әле. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер Әлфинур Вахитова ла, Рәшит Низамов та, Сәриә Мәһәҙиева ла, Миңлеғәле Яҡупов ағай үҙе лә, унан һуңғы мөхәррирҙәр Сафуан Әлибаев ме­нән Рәмил Йәнбәк тә юҡтар инде. Бер Мөкәрәмә Садиҡова апай ғына ҡалды. Уға ла хәҙер 90 йәш! Үкенес. Йәл. Ана шулай тарих онотола. Шәхестәр менән бергә тарих та китә. Ә бына «Кызыл таң»дарға һәм Фәрит Фәтҡуллинға «Афарин!» тип әйтергә ҡала. Улар киләсәк быуындан бик күп рәхмәттәр ишетәсәк әле!
Күренекле журналистың редакция мөхәрририәте тарафынан 7 тапҡыр баҫманың йыллыҡ лауреаты итеп билдәләнеүе лә юҡҡа түгел. Быға ул фиҙакәр хеҙмәте менән лайыҡ!
Фәрит Фәтҡуллиндың «Кызыл таң» мөхәррирҙәре хаҡында яҙған мәҡәләләре айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡыла. Уларҙың һәр береһе редакция тарихында күптәргә фәһем булырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ эш­тәр башҡарған. Мәҫәлән, Таһир Ахунйәновтың гәзит тиражын 80 меңгә еткереүе генә ни тора! Нисек? Уның эш алымдарын белер өсөн мотлаҡ Фәриттең мәҡәләһен уҡырға кәрәк. Гәзиттә 19 йыл буйы­на мөхәррир булған Ремель Дашкин, Муса Мөлөков, Рәсих Ханнанов һымаҡ оло шәхестәрҙең, инде 21 йыл ошо вазифаны үҙ иңендә тартҡан Фаил Фәтхетдиновтарҙың һәр ҡайһыһының эш тәжрибәһенән йәш журналистар күп нәмә ала алыр ине.
Миңә, мәҫәлән, 5 мөхәррир ме­нән эшләргә тура килде. Фәрит тә 5 мөхәррирҙең ҡул аҫтында нығынған. Уларҙың һәр береһе беҙгә күпме аҡыл, тәжрибә, фәһем бирҙе һәм сыныҡтырҙы. Ни тиклем генә ауыр булмаһын (элекке замандарҙағы эшләү шарттарын күҙ уңында тотоп әйтәм, хәйер, һәр ваҡыттың үҙенең ҡыйынлыҡтары бар инде), барыбер кешеләр менән эшләүсе журналист – иң ҡыҙыҡлы, иң мауыҡтырғыс, иң кәрәкле, иң мөһим, иң яуап­лы һөнәрҙәрҙең береһе. Бигерәк тә йылдар буйына йыйылған эш тәжрибәләреңдең һөҙөмтәһе булып тарихҡа китаптарың ҡалһа, ул сағында ғүмер бушҡа үтмәгән, тип уйларға нигеҙ бар. Фәрит Фәтҡуллин ана шундай бәхетле журналистарҙың береһе.

Баш осонда ҡош һайратып...

Күренекле яҡташым, яҙыусы, публицист, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың бер һүҙе иҫкә төшә. Ул йәштәргә: «Яҙғандарығыҙ китапҡа инерлек булһын», – тип әйтә ине. Фәриткә редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләгән осоронда республикалағы бөтә мәҙәни, әҙәби сараларҙы ла гәзиттә яҡтыртып барырға тура килә. Көн­дәлек ваҡиғаларҙы теҙеп һөйләү менән сикләнмәй ул, ә, Рәшит ағай әйтмешләй, китапҡа инерлек очерк­тар, интервьюлар, һүрәтләмәләр яҙа. Аҙаҡ улар, ысынлап та, китап булып туплана. 1999 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Баш осомда ҡош һайраны» йы­йынтығы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ була.
Фәриттең был китабына күре­некле сәнғәт әһелдәре Фәриҙә Ҡудашева, Заһир Исмәғилев, Фәй­зи Ғәскәров, Әхмәт Лотфуллин, Миләүшә Мортазина, Зилфәт Басиров, Әхтәм Әбүшахманов, Зәки Мәхмүтов, Тәлғәт Шәрипов, Сөләймән Абдуллин, Роберт Заһ­ретдинов, Азат Айытҡолов һәм башҡалар тураһында ижади портреттар, һүрәтләмәләр ингән. Бө­тәһе 33 шәхес яҙмышы һәм ижады менән таныша уҡыусы.
Артистар, йырсылар, компо­зиторҙар, рәссамдар хаҡында яҙған ижад емештәре 2008 йылда тағы ла бер китап булып донъя күрә. «Тын һуҡмаҡта тал тирбәлә» тип атала ул. Үҙе лә йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ кеше, китаптарының исемдәре лә йырлап тора. Был китапта ла республикабыҙҙың 33 талантлы шәхесенең тормош юлы һәм ижады мәңгеләштерелгән. Мәшһүр Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Рәғиҙә Янбулатова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Мөхәмәт Арыҫланов, Зәйтүнә Насретдинова һәм Хәләф Сафиуллин, Хәбир Ғәлимов, Әмин Зөбәйеров, Бәхти Ғайсин, Флүрә Ноғоманова, Флүрә Килдейәрова, Рәшит Зәйнетдинов, Фәнүзә Нәҙершина, Хашим Мостаев, Ғәли Хәмзин, Юнир Салауатов, Салауат Дәүләтбаев... һәм башҡалар тураһында китаптан айырыла алмай йотлоғоп уҡырлыҡ яҙмалар тупланған.
«Сәнғәт балҡышы» серияһында сыҡҡан был йыйынтыҡтарҙың өсөнсөһө лә әҙерләнгән инде, туғыҙ йылға яҡын «Китап» нәшриәтендә ята. Унда ла 33 шәхес яҙмышы тураһында һөйләнә.
– Был һан осраҡлы тап килеүме әллә берәй тылсымы бармы? – тип һорамай түҙмәнем үҙенән.
– Бәләкәй тәсбихтә лә 33 төймә бит, ҙурында – 99, – тип яуапланы ул.
Фәрит Фәтҡуллиндың ижады менән танышҡанда уның үҙенә генә хас бер эш алымына иғтибар иттем. Геройҙарын һүрәтләгән саҡта журналист йыш ҡына шул заман кешеләренең фекерҙәренә таянып, яҙғандарын байытып ебәрә. Үҙе яҡындан белмәгән, элеккерәк дәүер шәхестәре тураһында һөйләгәндә «ул шулай булған, ул былай булған» тип теҙәһе урынға һүҙҙе шул осор кешеләренә бирә. Уларҙың йәнле хәтирәләре аша беҙ геройҙарҙы бөгөнгөләй ап-асыҡ итеп күҙ алдына килтерәбеҙ, үҙебеҙҙе лә шул ваҡытта уларҙың эргәһендә йөрөгәндәй тоябыҙ.
Яҙғандарың китапҡа инерлек булһын, тигән принципҡа тоғро Фәрит Фәтҡуллин тыуған яғы Ауырғазы районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында ла йыйынтыҡ туплаған. Журналис­та яҡташлыҡ тойғоһо бик көслө. Тыуған яғын данлаған 9 Социалистик Хеҙмәт Геройы, хәрби начальниктар, сәйәсмәндәр, фән эшмәкәрҙәре, шағирҙар, сәнғәт кешеләре хаҡында яҙғандарын йыйынтыҡ итеп баҫтырып, тыуып үҫкән еренә, яҡташтарына рәхмәтен белдереү – уның маҡсаты. Әҙәбиәтебеҙ классигы Ғәлимйән Ибраһимов, шағир Рәшит Назаров, ғалимә Фәнүзә Нәҙершина, композитор Бәхти Ғайсин, артист Әмин Зөбәйеров, йырсы Иҙрис Ғәзиев, шағир Салауат Рәхмәтулла кеүек көслө, данлыҡлы шәхестәр өлгө булғанда, йәштәр, уҡыусылар ҙа уларға эйәрергә ынтыласаҡ. Бөгөнгө быуынға ғына түгел, ки­ләсәккә лә хеҙмәт итәсәк был баҫ­маның баһаһын әле генә аңлап та бөтмәҫтәр.
Ауырғазылар ҙа Фәрит Фәт­ҡуллинды бик ихтирам итә. Жур­налистың 70 йәшлек юбилейын тыуған яҡтарына саҡырып, ҙурлап ҡотлайҙар, райондың почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирәләр.

Юғарыға ынтылып йәшәр өсөн...

Бөгөнгөнө аңлар өсөн үткәндәргә күҙ һалырға кәрәклеген журналист яҡшы төшөнә. Шуға ла Фәрит Фәтҡуллин йыш ҡына яҙыусылар ижадына мөрәжәғәт итә. Бигерәк тә Рәшит Солтангәрәевтың пуб­лицистикаһын юғары баһалай, уның китаптарын ҡат-ҡат уҡып, яҙғандарының бөгөн дә көнүҙәк булыуына таң ҡала. Әҙиптең 32 йыл элек яҙған «Һаҡ булығыҙ, кешеләр!» тигән аналитик мәҡәләһен яңынан «Кызыл таң» гәзитендә баҫтырып сығара. Әйтерһең, уны яҙыусы кисә генә ижад иткән. Ысын таланттар ғына шулай алдан күрә белеп, халҡын хәүеф-хәтәрҙән иҫкәртә. Ер мәсьәләһе бөгөн дә актуаль. Ер – ул халҡыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге. Шуға ла әҙип ергә ҡағылышлы мәсьәләләргә, һәр төрлө реформаларға, үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарата һаҡ булырға саҡыра. Ул мәҡәлә бөгөнгө етәк­селәрҙе лә, ауыл кешеләрен дә уй­ландырмай ҡалмағандыр.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Фәрит Фәтҡуллин геройҙары менән бәйләнешен ғүмер буйына өҙмәй. «Яҙҙым – бөттө» тип кенә ҡуймай, артабанғы юбилейҙарында ла, хәтирәләр, иҫтәлектәрҙән торған мәҡәләләрен баҫтыра. Бигерәк тә әҙәбиәт өлкәһендә шәхестәргә иғтибарлы. Бер генә әҙиптең дә юбилей датаһы Фәриттең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әле һуңғы бер нисә ай эсендә генә лә күренекле шағир, яҡташы Салауат Рәхмәтулланың вафатына 40 көн тулыу уңайынан яҙған «Маҡсаттарым, хыялдарым нишләрҙәр минән башҡа?» тигән мәҡәләһен, күренекле яҙыусы Динис Исламовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға «Яу яланынан – әҙәбиәт майҙанына», билдәле шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың шулай уҡ бер быуатлыҡ юбилейына ҡәләмдәштәренең сәхифәләренән «Әкрен тауыш йыраҡҡа ишетелә» тигән хәтирәләрен, «Кызыл таң»дың элекке баш мөхәррире, күренекле журналист, шағир, прозаик, драматург Рәсих Ханнановтың тыуыуына 90 йыл уңайынан «Йөрәктә көс тойоп, дауылға йөҙ ҡуйып, кәрәк ерҙә йәшәй белергә», татар әҙәбиәте ғалимы, шағир Әхәт Ниғмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға «Данлы бер ғүмерҙең үҙәндәре-үрҙәре», яҙыусы һәм журналист Мансаф Ғиләжевтың вафатына 40 көн тулғанда ҡәләмдәше Рауил Карамов менән берлектә яҙған «Гәзитебеҙҙең ғүмерлек лауреаты ине» тигән иҫтәлектәрен, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәйеф Әмировҡа 80 йәш тулғанда «Аҡыл көсө менән сыбыртҡылап, фән толпарын менгән уҙаман», яҡты донъянан ваҡытһыҙ киткән ҡәләмдәше Рәзил Фазылов тураһында «Татар журналистикаһы генералы» кеүек бик күп мәҡәләләрен баҫтырҙы. Улар үҙҙәре бер бай йөкмәткеле айы­рым китап булып күҙ алдына баҫа. Ғөмүмән, гәзиттең һәр һанында тиерлек Фәрит Фәтҡуллиндың мәҡәләләре баҫылып тора. Ул бик әүҙем эшләй. Яңыраҡ сыҡҡан «Китапһыҙлыҡ» тигән проблема күтәргән аналитик мәҡәләһе, моғайын, хатта битарафтарҙы ла уйландырмай ҡалмағандыр.
Журналистың бөтә яҙғандары киләсәккә төбәлгән. Уның күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, ун ике йыл Башҡортостандың етәксеһе булған Зыя Нуриев, артабан ошо вазифала 18 йыл халыҡ ихтирамын яулаған Миҙхәт Шакиров, сирек быуат Хөкүмәт етәксеһе булған Зекериә Аҡназаров, күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, публицист Шәһит Хоҙайбирҙин, билдәле шәхестәр Таһир Ахунйәнов, Вилләр Дауытов һәм башҡалар тураһындағы очерк, мәҡәләләре үҙе бер етди тарихи китап булып тупланғандыр.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына – 125, Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 105 йыл тулған көндәрҙә башҡа матбуғат баҫмалары ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр биреү менән сикләнһә, Фәрит Фәтҡуллиндың яҙмалары «Кызыл таң»да тотош полоса йәки ҡуш бит булып сығып, уҡыусыларҙың хәтерен яңыртты. Үткәндәрҙе шулай иҫкә төшөрөп тормаһаң, уның онотолоуын көт тә тор. Шуныһы ла бар: ҡайһы бер журналистар тере шәхестәр тураһында ғына яҙырға ярата. Уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү күңеллерәктер, әлбиттә. Ә Фәрит Фәтҡуллин бөгөнгө шәхестәр менән бер рәттән үткәндәрҙәге бөйөктәр­ҙе оноттормайынса киләсәктең рәхмәттәрен ала.
Ҡыҙғанысҡа күрә, нәшриәттә эшләгән ҡайһы бер мөхәррирҙәрҙең публицистиканы бик өнәп ет­мәү­ҙәрен ишеткәнем бар. Әммә тарихта ҡала торған яҙмалар менән «көнлөксөләрҙең ижад ишаратын» бутарға ярамай. Публицистика кәрәк! Уны бик яратып уҡыйҙар, эҙләп, ҡулдан-ҡулға тапшырып, хатта урлап уҡыйҙар. Быға, иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән берлектә сығарған «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» тигән китап менән булған миҫалдарға, үҙем шаһит. Пуб­лицистика – ул йәшәйешебеҙҙе, көнкүрешебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, шәхестәребеҙҙе тарихта ҡалдыра торған жанр.
Публицистика жанрында ярты быуаттан ашыу ижади ғүмерен бағышлаған Фәрит Фәтҡуллин үҙе лә тарихи шәхес, легендар жур­налист дәрәжәһенә күтәрелде. Әйткәндәй, уның маҡтаулы исемдәре лә байтаҡ. Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов, Мәжит Ғафури исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.А.Шолохов исемендәге миҙал, Рәсәй Журналис­тар союзының Почетлы дипломы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаты, Бөтә донъя татар конгресы Башҡарма комитетының «Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн» миҙалы һәм Рәхмәт хаты, «Өфө ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» маҡтаулы билдәһе, Өфө ҡа­ла округы, Матбуғат министрлы­ғы, Журналистар союзының Почет грамоталары, төрлө ижади конкурстарҙа еңеү яулаған приз һәм ҡиммәтле бүләктәр һанының иҫәбе юҡ.
Бөгөн Фәрит Фәтҡуллиндың 4 ҡулъяҙма йыйынтығы бар. Титаник хеҙмәт! Шул сама энергияны ул ҡайҙан ала тиһегеҙме? Киләсәктә тағы ла илһамланып, дәртләнеп ижад итеү ҡеүәһен шул уҡ геройҙар бирә уға. Бөйөк шәхестәр менән аралашыу аяҡ аҫтына ҡарап түгел, ә юғарыға, күккә ынтылып йәшәргә көс өҫтәй. Үҙе яҙған геройҙар ха­ҡында бына нимәләр һөйләне ул:
– Тамырҙары Белореттан булған, ил күләмендә иң юғары исемдәргә лайыҡ шәхес, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтың фатирында булып, унан интервью алдым, ябайлығына хайран ҡалдым. Мәскәүҙә Муса Йәлил менән аралашҡан икән ул, уның тураһында күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне. СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әбйәлилдән Әхмәт Лотфуллин оҫтаханаһында күп тапҡыр булырға тура килде, уның тураһында мат­буғатта байтаҡ яҙҙым. Иҫ киткес күпте белгән, шул уҡ ваҡытта ябай кеше ине. Учалы башҡорттары, йыр-моңло ғаилә – Абрар Ғабдрахманов менән Нажиә Аллаярова мине туғандары кеүек яҡын күрҙе. Өйҙәрендә оҙаҡлап һөйләшеп ул­тырған булды. Элекке мәҙәниәт министры Вилләр Дауытов менән ул министр сағынан алып ғүмере­нең ахырына ҡәҙәр аралаштыҡ, һуңғы осоронда ҙур интервью эшләнек. Шулай уҡ мәҙәниәт министры, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булған Тәлғәт Сәғитов менән нисәмә тиҫтә йылдар инде бер-беребеҙҙе беләбеҙ, телефон аша һөйләшеп торабыҙ һәм бер-беребеҙҙең яҙғандарын уҡып барабыҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин миңә «позитив кеше», ти ине. Һәр юбилейына Ишембайға, Ҡолғонаға саҡырҙы. Шулай уҡ шағир һәм прозаик ағай Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков һәм башҡа күптәр «ҡустым» тип, яҡын күреп өндәшәләр ине. Минең тиҫтерҙәр һәм минән йәштәр араһынан «дуҫым» тип, «Фәрит ағай» тип йөрөүселәр күп. Хәйбулла башҡорто Салауат Дәүләтбаев – ҡурайсы, бейеүсе, фольклор ансамблдәре ойоштороусы ине. Черниковкала баракта өс балаһы менән йәшәне. Аҙаҡ ҡала үҙәгенә яҡшы фатирға күстеләр. Салауат ағай ҙа, ҡатыны Гөлсирә апай ҙа, фатир мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙамлаштың, тип миңә рәхмәт әйттеләр. Йырсы Роза Аҡкучукова, матбуғатта иң беренсе мине һин яҙҙың, тип ғүмер буйы рәхмәтле булды. Уны тәү тапҡыр яҙғанда әле мин район гәзитендә эшләй инем. Ғәли Хәмзинды уҡыған сағынан уҡ күҙәтеп, уңыштарын яҡтыртып барҙым. Йәшлек дуҫтарымдың береһе булған Әхтәм Әбүшахманов менән әле лә даими элемтәләбеҙ, фекерҙәшбеҙ. Ә инде башҡорт гәзит-журналдарында эшләүсе төрлө быуын журналистар араһында дуҫтарым һанап бөтөргөһөҙ...
...Фәрит Миңнулла улының ғаилә хәленә килгәндә, уның тормош иптәше, ҡасандыр үҙе лә журналист булып «Өмет», «Кызыл таң» гәзиттәрендә эшләгән Фаягөл Халиҡ ҡыҙы – ышаныслы терәге. Бөгөнгө көндә ул ҡатын-ҡыҙҙарға, йәштәргә һәм балаларға дин һабаҡтары бирә. Фәриттең һәр эшендә теләктәшлек белдерә. Ижади ғаиләлә үҙҙәре кеүек әҙәпле, тыйнаҡ Шамил менән Камил исемле ике ул үҫә. Улар икеһе лә бик тәрбиәле шәхестәр: ата-әсәһе һөнәрҙәрен дауам итеп, береһе – дин юлында, икенсеһе – журналист.
...Фәрит Фәтҡуллиндың эш бүлмәһенә килеп инеү менән күп ҡатын-ҡыҙҙарҙа булмаған бөхтәлекте, тәртипте күреп шаҡ ҡатаһың. Һәр ҡулъяҙмаһы үҙ урынында, тәртиптә. Кәрәк әйберен шунда уҡ килтереп сығара. «Мин бит план менән йәшәйем. Башҡараһы эштәремде бер йылға алдан төҙөп ҡуйғанмын», – тине ул бер һөйләшкәндә. Ана шулай бөтә ниәттәрен дә ҡағыҙға төшөрөп, ҡабаланмай-сәбәләнмәй генә барыһын да тормошҡа ашырып йәшәгәнгә лә бөтәһенә лә өлгөрә Фәрит Фәтҡуллин. Тере легендаға әйләнгән мәшһүр жур­налистарыбыҙҙың береһе ул. Шәхестәрҙе мәңгеләштереп, үҙе лә шәхес юғарылығына күтәрелде.
Бына нимә тиҙәр уның хаҡында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре.
Фаил Фәтхетдинов, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире:
– Фәрит ағай Фәтҡуллин – Башҡортостан журналистикаһының йәнле энциклопедияһы ул. Шундай журналистың «Кызыл таң»да эшләүе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Коллективта Фәрит ағай төрлө бы­уын журналистарын бәйләп, тоташтырып тороусы ла. Тимәк, «Кызыл таң» журналистары араһында бы­уындар бәйләнеше өҙөлмәй, ижади ғөрөф-ғәҙәттәр йәштәргә тапшырылып килә тигән һүҙ. Шулай булғас, Фәрит ағайҙың Башҡортостанда татар журналистикаһын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә роле ифрат та ҙур.
Илдар Фазлетдинов, яуаплы секретарь:
– Фәрит Фәтҡуллин – бар ғү­мерен беҙҙең гәзиткә бағышлаған, бер ваҡытта ла уңға-һулға һуғыл­маған, ҡиблаһын үҙгәртмәгән ысын «Кызыл таң»сы, һүҙҙең тәмен, бәҫен һәм хаҡын оҫта белеп эш итеүсе, тәрән интеллектуаль белемгә һәм аҡылға эйә журналист, татар матбуғаты өсөн йән атып йәшәгән һәм уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн дә төптән егелеп эшләгән ысын патриот! Унан беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
– 2018 йылда редакцияға эшкә килгәс, бар булмышынан тыныслыҡ, сабырлыҡ, олпатлыҡ бөркөлөп торған өлкән йәштәге ағайға иғтибар иттем. Ул тәжрибәле журналист Фәрит Фәтҡуллин ине. Миңә, эшкә килгән яңы кешегә, тәүге көндәрҙән үк коллективҡа инеп китергә ярҙам итеүсе ул булды. Үҙем дә уға тартылдым. Ниндәй генә һорау тыуһа ла, эш буйынса булһынмы, тормошомда килеп тыуған хәлдәр буйынсамы – һәр ваҡыт уға мөрәжәғәт итә инем. Фәрит ағай бер ҡасан да үтенесемде иғтибарһыҙ ҡалдырманы, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Аҙаҡ белдем: мине генә түгел, бүлегендә эшләгән күпме йәштәрҙе һөнәри яҡтан үҫергә ярҙам иткән икән ул.
Әле лә Фәрит ағай миңә ҡарата атайҙарса хәстәрлек күрһәтә. Тормошомда ошондай бөйөк шәхес менән аралаша алыуым менән бәхетле булһам, уның менән бер коллективта эшләү – ҙур мәртәбә, – ти редакция хеҙмәткәре Зөһрә Исламова.
Фәтҡуллин үҙенең тәүге мөхәр­рире Ремель Дашкин тураһында яҙған мәҡәләһен «Матбуғат ҡа­һарманы» тип атаһа, бөгөн шул һүҙҙәрҙе уның үҙенә ҡарата ла әйтергә мөмкин.
...Фәрит Фәтҡуллин тураһында яҙырға тотона алмауымдың сәбәбе уның күп ҡырлы ижадын бер генә мәҡәләлә асып бирә алмауымды аңлауҙан булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Ул – легендар журналист. Бер редакцияла 47 йыл эшләү өсөн түҙемлек кенә етмәй, ә үҙ эшеңде яратыу һәм тоғролоҡ та кәрәк. Иманым камил, киләсәктә уның үҙе тураһында ла айырым китап сығыр, ижадын өйрәнеп диплом эштәре яҙылыр, бәлки, диссертациялар ҙа яҡланыр. Сөнки ул Башҡортостан журналистикаһының иң талантлы, иң сағыу шәхестәренең береһе. Матбуғат ҡаһарманы.

Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Матбуғат ҡаһарманы
Автор:Зөһрә МӘҺӘҘИЕВА
Читайте нас в