

Тышлыҡта – «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе Ләйлә Шәкүрова. Былтыр «Мисс и мистер Российского студенчества» конкурсында «Мисс Грация» номинацияһында Гран-при яулаған Әлшәй һылыуы хаҡында Р.Ғәлиеваның мәҡәләһендә уҡырға мөмкин.
Нефть сәнәғәте ветераны Э.Зәйнетдиновтың яҙмаһы республикала нефть тармағын үҫтереүгә күп көс һалған, әммә фиҙакәр хеҙмәте һаман да тейешенсә баһа алмаған Ғ.Й.Йәһүҙиндың тормош юлына арналған.
Ағас һәм фанераны көйҙөрөп төрлө сувенирҙар яһаусы Нуриман оҫтаһы Рудольф Арыҫланов тураһында Р.Ғәлиева бәйән итә.
«Йәмғиәт» бүлегендә шулай уҡ философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һалйот ырыуы вәкилдәре йәшәгән ауылдарҙы барлаһа, тарих фәндәре кандидаты Евгений Чегодаев Башҡортостандағы махсус поселениелар хаҡында һүҙ йөрөтә.
Фәнгә арналған бүлектә Г.Ҡотоева башҡорт риүәйәт һәм легендаларында ҡасҡындар образына ентекле туҡтала. Махтумкули исемендәге Төркмән дәүләт университеты журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Гөлҫөн Чарыева төркмән ҡатын-ҡыҙҙарының йәмғиәттәге роле менән таныштыра. Филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов Шаһиморат Ҡолошиҙың исемһеҙ шиғырын тәҡдим итә.
«Әҙәбиәт» бүлегендә З.Ҡотлогилдина талантлы әҙибә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән әңгәмә ҡора. Ошонда уҡ Фәүзиә Юлдашбаеваның бер шәлкем шиғырҙары урын алған. Сатира һәм юмор һөйөүселәрҙең күңеленә М.Әминевтың «Ҡара һарыҡ» хикәйәһе, Г.Яҡупованың «Мамка» әҫәре хуш килер.
Рәхәтләнеп уҡығыҙ, дуҫтар!