Общие статьи
25 Февраля 2022, 09:00

Шомло төн (булған хәл)

Был хәл 90-сы йылдар башында булды. Университетты тамамлағас, яңы өйләнешкән ирем менән икебеҙҙе республика райондарының береһенә ебәрҙеләр. Бәләкәй генә ауыл, район үҙәгенә 40 саҡрым самаһы. Мәктәптә эш башланыҡ. Тәүҙә ике йыл самаһы интернатта йәшәнек, һуңынан бер буш торған өйҙө бирҙеләр.

Шомло төн (булған хәл)Шомло төн (булған хәл)
Шомло төн (булған хәл)

Ябай ауыл өйө, тыштан һары төҫкә буялған, бүрәнәнән һалынған. Беҙ ни, тәүгә айырымланып сыҡҡас, шатландыҡ.

Үҙебеҙсә донъя көткән булабыҙ. Тәүҙә ул-был һиҙелмәне. Әммә ниндәйҙер шом бар ине. Ғәҙәттә бит ауыл йортонда рәхәт, тыныс. Бында иһә шул тыныслыҡ йөрәккә шом һала. Шулай ҙа йәш саҡта ундай нәмәгә иғтибар итмәйһең бит инде. Өй эсендә сәйер күренештәр булманы ул, әммә төн етһә, кемдер тыш яҡлап тәҙрә эргәһендә йөрөгән кеүек. Ҡайһы берҙә тәҙрә сирткән тауыш та ишетелә. Елдә ағас ботағы тәҙрәгә тейеп ҡала, тиер инең, алмағастар өйгә терәлеп үҫмәй.

Бер мәл кис кухняла киске аш яраштырып йөрөйөм. Ҡыш ине. Ҡорғанды тартырға онотҡанмын. Картуф әрсеп ултырған ерҙән тәндәрем сымырлап китте - һиҙәм, кемдер күҙәтә. Күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡам. Шул мәл тәҙрәгә сирттеләр. Шыбыр тиргә баттым. Ҡорғанды ябырға кәрәк бит инде, нишләйһең, йүгереп барып ябып ҡуйҙым. Тышҡа ҡарамаҫҡа тырышһам да, оҙон шәүләне төҫмөрләнем. Берәй ауыл мужигылыр, иремә әйтергә кәрәк, тип уйланым һәм ирем ҡайтыу менән һөйләп бирҙем. Ул сығып өй тирәһен ҡараштырып керҙе. Бер ниндәй ҙә аяҡ эҙҙәре күренмәй, ти. Шунан бер аҙ уйланып ултырҙы ла: "Китергә кәрәктер бынан, роно етәксеһе менән һөйләшеп ҡайтырмын", - тине.

Бер нисә көндән район үҙәгенә китте. Көнөндә әйләнергә тейеш ине. Буран сығып китеп, ҡараңғы төшкәс тә ҡайтып керә алманы. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ, хәбәр итеп булмай. Ярай, иртәгә юл асылғас ҡайтыр әле, тип йоҡларға яттым.

Йоҡлап китеп тә өлгөрмәнем, беҙ ятҡан карауат янындағы тәҙрәгә туҡылдаттылар. Сиртеп тә торманы, ныҡлап туҡылдата ғына. Шунан шығырлап барып тупһаға менде лә ишекте тартты. Бәлки, берәйһе килгәндер тип соланға сыҡтым.

-Кем бар? - тип һорайым, яуап биреүсе юҡ. Ишекте тартыуын белә. Үҙем дә һиҙмәҫтән "бисмилла, бисмилла" тип ҡабатлайым. Шып туҡтаны был. Шунан ишекте тырнаған кеүек булды. Эт йәки бесәйме икән, тип тә уйлайым. Бер заман ағас стена буйлап ҡыйыҡҡа үрмәләгән тауыш ишетелде. Менеп етте лә лап-лоп йөрөй башланы, һикереп тә ала. Эт-бесәй тәҙрәгә туҡылдатамы ни, тип уйлайым үҙем.

Кире өйгә индем дә юрғанды бөркәнеп карауатҡа ултырҙым. Күҙем иремдең күлдәгенә төштө лә шуны алып кейҙем, шулай нисектер тынысыраҡ тойолдо. Ойоп киткәнмен. Ишеккә һуҡҡан тауышҡа терт итеп ҡалдым. Тороп солан ишегенә барҙым, соланға уҡ сығырға ҡурҡыта, әлбиттә. Шул мәл асыҡ итеп "Ас!" тине бер ир тауышы. Баштан әллә нисә уй үтте - кешеме, енме? Кеше булһа, ҡыйыҡ башында йөрөр инеме ни? Ен заты булһа, кеше тауышы менән, етмәһә башҡортсалап ишек асырға ҡушыр инеме? Шул мәл күҙем ишек башына эленгән Аятел-Көрсигә төштө - бына хикмәт нимәлә! Ошо доға аша үтә алмай бит теге нәмә! Тиҙ генә ҡулыма алдым да транскрипцияһын уҡый башланым. Ишек дөбөр-шатыр килгән еренән тынып ҡалды, "Туҡта! " тип бер генә һүҙ әйтте теге. Тағы ҡыйыҡ башында һикереү ишетелде, нимәлер сар-сой килде. Бүтән тауыш булманы.

Иртәнгә ҡәҙәр шул доғаны тотоп ултырҙым. Ярай, 1-се дәресем юҡ ине, ҡараңғыла нисек эшкә сығып китер инем. Өсөнсө дәрескә барып, уҡытып ҡайтыуыма (эштә бер кемгә лә әйтмәнем, ышанмаҫтар ине барыбер) ирем дә ҡайтып еткәйне. Төнгө хәлдәрҙе һөйләп бирҙем. "Ҡурҡма, тиҙҙән Өфөгә китәбеҙ", - тине ул. Һәм беҙ ике-өс айҙан ул ауылдан күсеп киттек. Һуңынан әйтеүенсә, ирем дә бер нисә тапҡыр сәйер хәлгә тап булған икән, тик мине ҡурҡытмаҫ өсөн өндәшмәгән. Мәҫәлән, кис бәҙрәфкә сыҡҡанда кемдер бәҙрәф ишеген элеп киткән, йә булмаһа тышта саҡта ныҡ итеп төрткән. Шуныһы - был хәлдәр өйҙә булманы, гел тышта ғына.

Аллаға шөкөр, үҙ ғүмеремдә ундай ваҡиғаға бүтән осраманым. Теге шомло төн иһә ҡабат-ҡабат иҫкә төшөп ала.

Тәнзилә Б., Өфө ҡалаһы.

Материалды бүтән сығанаҡтарға күсереп баҫыу тыйыла! 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас