

"Йәмғиәт" бүлегендә баҫманың 25 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция хаҡында уҡырға мөмкин. Ошонда уҡ Н.Рафиҡованың отставкалағы полковник Массар Ғәлимов тураһындағы мәҡәләһе урын алған. Башҡорт зыялыларының береһе - Ғәлимйән Тағандың эмиграциялағы хеҙмәттәре тураһында Миләүшә Ҡаһарманова бәйән итә. Философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һалйот (салйоғот) һөйләше хаҡында яҙма тәҡдим итә.
"Фән" бүлегендә конференция материалдары – билдәле фән әһелдәре Ғ.Ҡунафин, З.Рәхмәтуллина, Н.Ҡалмантаев, Г.Абдуллина, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре Ф.Фәтхтдинов, Ю.Михайлов, БР Яҙыусылар союзы рәйесе З.Әлибаев, "Ватандаш"тың баш мөхәррире Р.Мәһәҙиеваларҙың сығыштары урын алған.
"Әҙәбиәт"тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ.Аралбай менән яҙыусы Ғ.Хисамов Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған мәҡәләләр тәҡдим итә. Р.Кинйәбаевтың "Мәңге бөтмәҫ төш...", яҡут яҙыусыһы Николай Лугиновтың "Восхождение" повесы ла уҡыусылар күңеленә хуш килер.