Все новости
Конкурсы
15 Февраля 2022, 09:53
ОБЩЕСТВО

Уйылдан ағай

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Атайҙар көнө билдәләнеү уңа­йынан октябрҙә интернетта «Бәйләнештә» төркөмөндә «Минең ҡәҙерле атайым» тип исемләнгән конкурс ойош­торғайныҡ. Ул бик әүҙем бар­ҙы. Конкурстың шарты бу­йынса еңеүселәр тураһында журналыбыҙҙа айырым мәҡәлә сығарырға вәғәҙә иткәйнек, еңеүселәребеҙ икәү булып сыҡты: Баймаҡ районынан Уйылдан Кәримов менән Ғафури районынан Мәүлимбирҙе Нәзиров. Вәғәҙә – иман, бөгөн һүҙ уларҙың тәүгеһе тураһында.

Уйылдан ағай
Уйылдан ағай

Парторг

Советтар осоронда ең һыҙғанып ер һөргән, иген үҫтергән, ялан тултырып мал көткән, өйҙәр төҙөгән, мәктәптәр асҡан, күперҙәр һалған хеҙмәт батырҙары бөгөн инде оло йәштә. Райондарҙа уларҙы бөтәһе лә белә, олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Сөнки бөтә тормошон эшкә арнаған оло быуын кешеләре ҡартлығында ла үҙ-үҙен тотошо, матур холоҡ-фиғеле менән тирә-яҡҡа йәм биреп, күркәм тормош менән йәшәй.
Ауылдашым Айгөл Уйылдан ҡыҙы беҙҙең конкурсҡа атаһы тура­һында яҙып ебәргәс тә мин уның өсөн тауыш биреүселәрҙең күп бу­лырына шикләнмәнем. Сөнки Уйыл­дан Муллахәлит улы Кәримовты Баймаҡ районында ғына түгел, хәҙер инде Сибайҙа ла бик күптәр белеүен, барыһы ла оло ихтирам менән телгә алыуын ишетә-күрә йөрөйөм.
Мин иҫ белгәндә Уйылдан ағай беҙҙең ауылда, «Баймаҡ» совхозы Комсомол бүлексәһендә, партия ойошмаһы секретары ине. Уның төп эше бухгалтер булғанын аҙаҡтан ғына белдем, бала кешенең бухгалтерға ҡыҫылышы юҡ бит инде. Ә бына парторгты белмәү мөмкин түгел. Клубта байрам концерттары алдынан доклад менән сығыш яһай, йыйылыштар үткәрә, механизаторҙарҙың, малсыларҙың эшен сағылдырған «Молния»лар сығара. Контора ишегендә ҡыҙыл буяу менән яҙылған листовкалар көн аша алмашынып торҙо. «Һуңғы өс көнлөктә ер һөрөүҙә Шәфиулла Сәйғәфәров 1-се урында бара». «Иген урыуҙа 1-се урында Мөбәрғәле Күбәков, 2-се урында...» һ.б. Ана шулай, бер ниндәй мәғлүмәт технологиялары булмаһа ла, ауылдаштар кем нисек эшләгәнен көнөндә үк белеп тора торғайны!
Ысынлап та, гөрләп торған сов­хоздың дөрләп торған бүлексәһендә хужалыҡ эштәрен идарасы алып барһа, халыҡты ойоштороу, тәр­биәүи эш өсөн партия ойошмаһы менән уның етәксеһе яуаплы булды. Совхоз эшсәндәре араһында социалистик ярыштар үткәреү, агитаторҙар, профсоюздар, комсомолдар менән эшләү уларға йөкмәтелгән ижтимағи бурыс ине.
Ошоларҙан тыш халыҡтың рухи-әхлаҡи сәләмәтлеге лә күҙ уңынан ысҡынманы. Ир менән ҡатын араһында ыҙғыш килеп сыҡһынмы, берәй йәш кеше тәртип боҙһонмо – шунда уҡ коммунистарҙың етәксеһенә мәғлүм булып, уның ҡатнашлығында хәл ителер ине.
– Бер ваҡыт усаҡлыҡта сәй эсеп ултырабыҙ, – тип һөйләй Айгөл Уйылдан ҡыҙы. – Ишек алдына әрләшә-талаша ирле-ҡатынлы икәү килеп инде. Туп-тура усаҡлыҡҡа үттеләр. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләй башланылар. Нимәгәлер боҙолошҡандар ҙа ҡатын, атайыма ошаҡламаҡсы булып, беҙгә йүгергән, ире, уны туҡтатмаҡсы булып, артынан эйәргән. Атайым улар менән сығып китте, тышта оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Тегеләрҙең тауыштары баҫылып, тынысланып ҡайтып киткәс кенә атай кире инеп ултырҙы. Шундай хәлдәр була торғайны беҙ бала саҡта.
Һәр кем үҙе өсөн генә йәшәргә тырышып ятҡан бөгөнгө заманда был күренеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Әммә элекке быуын кешеләренең үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарауы, ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләүе битарафлыҡҡа урын ҡалдырмай торғайны. Ғаиләләрҙең имен булыуы, йәштәрҙең тәртибе, бала-сағаның уҡыуы – улар өсөн ваҡ мәсьәлә булманы. Кеше балаһында эшем юҡ тип ҡараманылар, кәрәк ерҙә киҫәтеп, урынында тыйып торҙолар. Шул рәүешле балаларҙы, йәштәрҙе бөтә ауыл менән тәр­биәләнеләр, шуға ла урындарҙа мөхит сәләмәтерәк булды, кешеләр боҙоҡлоҡҡа барыуҙан, яман эш ҡылыуҙан тыйылды, бер-береһенән тартынды.
Мәҫәлән, Уйылдан Муллахәлит улының йыл һайын 1 сентябрҙә мәк­тәпкә тантаналы линейкаға килеп, йәй көнө комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән егеттәргә, токта иген таҙартыуҙа ярҙамлашҡан ҡыҙҙарға рәхмәт белдереп, Маҡтау ҡағыҙы тапшырып китеүенә беҙ күнегеп бөткәйнек. Был да шул уҡыусылар менән тәрбиә эше алып барыуҙың бер сағылышы бит.
Парторгты һәм уның ғаиләһен бала саҡтан яҡшы белеүемдең тағы ла бер сәбәбе бар. Уйыл­дан ағай бит минең беренсе уҡы­тыусым Лена Ҡаһарман ҡыҙы Барлыбаеваның тормош иптәше! Өлкән ҡыҙҙары Зөлфирә менән улдары Таһир атайым етәкләгән башланғыс рус мәктәбендә уҡыны. Әсәйем Даяндарының беренсе уҡытыусыһы булды. Мин 3-сө класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ иң бәләкәстәре Айгөлгә иптәшкә Яҙгөл исемле ҡыҙ табып алды.
– Атайым шул тиклем балаларҙы яратты, – тип иҫкә ала Айгөл. – Яҙгөл иң бәләкәйебеҙ бит инде. Көнө буйы үҙе кеүек ҡыҙҙар менән туғайға төшөп уйнай. Кис етһә, атайым уны уйынсыҡтары менән ҡуша ҙур шәлгә төрөп алып ҡайта торғайны. «Минең балаларым төндә «әсәй» тип түгел, «атай» тип уянды», – ти торғайны әсәйем.
– Беҙ бәләкәй саҡта ҡыштарын алғы өйҙә ятып йоҡлай торғайныҡ, –быныһы Зөлфирә апайҙың хәтирәләренән. – Мейес артында ҙур урындыҡ булды. Атай менән әсәй – урындыҡта, урталарында Таһир менән Даян ята, ә мин – йыйылмалы карауатта. Көн һайын йоҡлар алдынан күмәкләп «Щорс тураһында», «Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап», «Варшавянка» кеүек йырҙарҙы йырлап сығабыҙ. Атайым армияла өйрәнеп ҡайтҡан булғанмы икән, беҙгә патриотик йырҙарҙы өйрәтте. Беҙ уҡырға бармаҫ борон уларҙы белә инек.
– Бер ваҡыт мәктәптән ҡайтырға сыҡһаҡ, Мәкәтин йылғаһы ташып киткән, – тип дауам итә Айгөл. – 2-се класта уҡып йөрөгән саҡ. Аръяҡҡа нисек сығырға? Күпер өҫтөнән һыу ағып ята. Шул ваҡыт атайымдың мине йөкмәп, яҙғы ташҡында 80 метр араны үтеп сыҡҡанын әле булһа ҡурҡып та, ғорурланып та иҫкә алам. Бөтә ауыл ҡарап торҙо.
Бындай иҫтәлектәрҙе тыңлаған һайын тыңлағы килә. Ә улар бөтөрлөк түгел.
– Йыл һайын умырзая сәскә атҡанда атай беҙҙе ҡырға алып сыға торғайны.
– Һәр байрам һайын сәскә йыйып алып ҡайтыуы, хатта ҡыш көнө лә бесән араһынан кипкән сәскә индереп бирә торғайны әсәйемә.
Ғаиләлә бына шулай наҙлы мөнәсәбәттәрҙе күреп үҫкән балалар үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда ата-әсәһендә терәк-таяныс тоя. «Атайым менән әсәйем 33 йыл ғүмерен беҙгә юғары белем биреүгә бағышланы. Малайҙар тәүҙә техникум, унан институт бөттө, беҙ, ҡыҙҙар, 5-әр йыл институтта белем алдыҡ», – ти был хаҡта Зөлфирә апай.

«Эшләмәгән эш ҡалманы»

Уйылдан Муллахәлит улы сы­ғышы менән Хәйбулла районы Турат ауылынан. Баймаҡ районында 46-сы ат заводы төҙөлгәс, атаһы Муллахәлит Әйүп улы 1934 йылда ғаиләһе менән Әптекәй ауылына күсеп килә. 1937 йылда унда эшләгән бер төркөм кеше, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, ҡулға алына, шулар араһында Муллахәлит тә була. Ҡатыны Ғәйзә өс бала – Уйылдан, Хәмит, Гөлсирә менән халыҡ дош­маны ҡатыны исемен күтәреп, яңғыҙ ҡала. Улар 1942 йылдың ноябрендә Сәйғәфәр ауылына, аталарының өлкән ағаһы Ибраһим олатаһына килеп һыйына.
Әсәһе көн буйы эштә, Уйылданға өйҙә туғандарын ҡарарға кәрәк. Бригадир малайҙы эшкә саҡырып ҡарай, тик әсәһе ебәрмәй. Шулай ҙа бер көн ул йәшенеп кенә барып, бригадирҙан ат алып, күбә тарттырыуға төшә. Туғыҙ йәшлек Уйылдандың хеҙмәт юлы шулай башлана.
Көҙгөһөн малай уҡырға бара. Дүрт кластан һуң күрше Аҡморонға йөрөп уҡый, унда урыҫ мәктәбе генә булғанлыҡтан, дүртенсене тағы ҡабатларға тура килә. Аслы-туҡлы, ҡыш – быйма, яҙлы-көҙлө сабата кейеп, Аҡморонға тиклем ун ике саҡрым йәйәү йөрөү ҙә ҡурҡытмай Уйылданды, тик ризыҡтың наҡыҫ булыуы, фатирға түләр аҡса булмауы арҡаһында ғына дүрт класс белем менән тороп ҡала.
– 1946 йылда совхозға эшкә төштөм, быҙау көтә башланым, шунан һыйыр көттөм, ат ҡараусы ла булдым. 1949 йылда хисапсы итеп ҡуйҙылар. Йәй хисапсы булып йөрөйөм, ҡыштарын, ат йә үгеҙ егеп, бесән ташыным, – тип иҫкә ала ул үҙе был осорҙо.
1950 йылда егет комсомол сафына инә. Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1955 йылда яңы төҙөлгән «Баймаҡ» совхозында хисапсы булып эшен дауам итә. 1956 йылда уны бухгалтер итеп ҡуялар.
Бер йылдан күрше Йомаш ауылы ҡыҙы Лена менән ғаилә ҡоралар. Темәс педагогия училищеһын тамамлап, уҡытып йөрөгән ҡыҙҙы Күлйортауҙан барып алып ҡайта йәш кейәү. Кәләше тәүҙә Иҫке Комсомол ауылында уҡыта, бер йылдан яңы Комсомол мәктәбенә күсә.
– Ул йылдарҙа ауылыбыҙ ныҡ үҫеште, – тип хәтерләй хеҙмәт ветераны. – 1956 йылда беҙҙә башланғыс ҡына мәктәп ине, һигеҙ йыллыҡ мәктәп астырыуға өлгәштек, клуб төҙөлдө. Һыйыр, һарыҡ аҙбарҙары һалынды.
1958 йылда Уйылдан Мулла­хәлит улы партияға инә, 1961 йылда бүлексәнең партия ойошмаһы секретары итеп һайлана һәм 1988 йылға тиклем уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була.
– Беҙҙең ойошма алдынғылар­ҙан һаналды, – тип һөйләй Уйылдан ағай. – Мин эшләй башлағанда ауылда 10 коммунист ине, аҙаҡтан улар 30-ға етте. Алдынғы механизатор Рамаҙан Юнысбаев, комбайнсы Зиннур Килдеғошов, һауынсы Хазина Аҡбулатованы партияға алдыҡ. Хазина апай ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе коммунист булды ауылда, һуңыраҡ ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Алдынғы чабан Миңлеғәле Райманов Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланды. Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы Йәноҙаҡ Рәхимов та партияла булды. Иң өлкән коммунист Әхмәтсафа Юнысбаев ине, ул беҙ эшләгән осорҙа Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, был мәлдә совхоздың алдынғы эшсәндәре рәтендә Уйыл­дан ағайҙың кесе туғандары ла була. Һеңлеһе Гөлсирә апай – ал­дынғы һауынсы, 3-сө дәрәжәләге Дан ордены кавалеры. Хәмит ағай Комсомол, Ҡаратал бүлексәләрендә идарасы вазифаһын башҡара, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ була, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
– Коммунистар менән бергәләп беҙ бик күп эштәр башҡарҙыҡ, – тип дауам итә Уйылдан Муллахәлит улы. – Агит-масса эше һәйбәт алып барылды. Ҡырсылыҡҡа арналған Ҡыҙыл мөйөшөбөҙ менән районда 1-се урынды алып, телевизор менән бүләкләндек, киләһе йылына малсыларға арналған Ҡыҙыл мөйөшөбөҙ 1-се урынға сыҡты. Уның мөдире санаторийға путевка менән бүләкләнде. Партияның эшләмәгән эше юҡ. Матбуғатҡа яҙылыуҙы яҡшы ойошторған өсөн Әсмә Күсәрбаева радиоалғыс менән бүләк ителде.
Уйылдан ағай агит-масса эше, ҡырҙағы Ҡыҙыл мөйөш тураһында һөйләгәс, мәктәптә уҡыған саҡта тиҫтерҙәрем менән баҫыуҙа иген­селәргә концерт ҡуйып йөрөгән саҡтар иҫкә төшөп китте.
Яланда, сәхнә итеп әтмәләш­терелгән бер урында, тракторсылар, комбайнсылар алдында иң тәүҙә партия ойошмаһы секретары йәки берәй уҡытыусы урып-йыйыу барышы тураһында телмәр тота, унан «артистарға» һүҙ бирелә. Сығышыбыҙҙы беҙ «Ялан батыры» тигән йыр менән башлап ебәрәбеҙ:

«Намыҫ менән эшләп үҫкән егет
Дандар алды иген ҡырында».

Саң-туҙан ултырыуҙан йөҙҙәре ҡап-ҡара булған тамашасыларыбыҙ беҙҙе ихлас алҡышлай, ап-аҡ тештәрен йылтыратып, матур йылмая. Аҙаҡтан улар менән бергә ултырып, ашнаҡсылар килтергән йылы ашты ашайбыҙ, тәмле компот эсәбеҙ.
Хәҙер шундай эш берәй ерҙә була торған булһа, проект тиерҙәр ине, грант аҡсаһы бүленер ине, моғайын. Элек ундай саралар дөйөм эш араһында барҙы, ғәҙәти күренеш тип кенә ҡабул ителде. Ә уйлап ҡараһаң, арып-талып көнө-төнө баҫыуҙа йөрөгән ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн дә, мәктәп уҡыусылары өсөн дә әһәмиәте бик ҙур булған бындай сығыштарҙың.
Аҡморон ауыл советы булды­рылғас, Уйылдан Муллахәлит улы уның депутаты итеп һайлана, совхоздың партком ағзаһы була. 80-се йылдарҙа урындарҙа хеҙмәт коллективы советтары булдырыла башлағас, совхоздың хеҙмәт коллективы советының беренсе һәм һуңғы рәйесе була.

Дин юлында

1988 йылға тиклем Уйылдан ағайҙың партия ойошмаһын етәкләүен әйткәйнем инде баш­тараҡ. Тап шул ваҡытта илдә үҙгәр­теп ҡороуҙар башланып китте, Коммунистар партияһы бөтөрөлдө. Бик ауыр кисерә быны өлкән коммунист, сөнки инанып башҡарған эшен, ул ғына ла түгел, бөтә ғүмерен хата тип таныу кеүек килеп сыға бит.
Әммә тормош дауам итә. Илдә билдәлелек ҡолас йәйә, ха­лыҡҡа эшләү һәм йәшәү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла: шәхси предприятиелар барлыҡҡа килә, кәсепселеккә рөхсәт бирелә.
Муллалар нәҫеленән булараҡ, Уйылдан Муллахәлит улы айырыуса дингә иғтибар көсәйеүенә һөйөнә, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу кеүек дини ғәмәлдәрҙе үтәй башлай. Ә инде Лена Ҡаһарман ҡыҙы автобуста аварияға осрап, дауаханаға эләккәс, дөрөҫ йүнәлеш алғанына инанып, Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сыға. Шунан алып ул ауылда никах уҡыу, сабыйға исем ҡушыу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу кеүек тормош-көнкүреш ғәмәлдәрен атҡарыуҙа ауылдаштарҙың төп кәңәшсеһенә һәм ярҙамсыһына әүерелә. Уның аҡыл өйрәтмәй генә, дини йолалар­ҙы үтәүҙәге етешһеҙлектәрен әйтеп, кешеләрҙең йөҙөн йыртмай ғына күркәм сабырлыҡ менән барыһын да урын-еренә еткереп башҡарғанын яҡын күрә барыһы ла.
Шулай хаҡлы ялға сыҡҡас та кешеләргә файҙалы булып ҡала алыуына ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, балаларҙы уҡытып, урынлаштырып бөтөп, Хоҙайға шөкөр итеп кенә йәшәп ятҡанда оло ҡайғы килә – 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән хәләле Лена Ҡаһарман ҡыҙы ҡаты ауырыуҙан был донъ­янан китеп бара. Етемһерәп ҡал­ған өйөнә ингеһе килмәй Уйылдан ағай көндәрен ишек алдында уҙғара... Ҡыҙҙары менән кейәүҙәре әллә нисә тапҡыр үҙҙәренә алып ҡайтмаҡсы булып өндәшеп ҡарай, әммә кеше өҫтөнә һалыҡ булып барып ултырыуҙы өнәмәй, һөйөклө ҡатыны менән ғүмер иткән, ғәзиз балалары тәпәй баҫҡан ояны ла ташлап киткеһе килмәй.
Әммә нисектер йәшәргә кәрәк, дин дә ҡара ҡайғыға батыуҙы хуп­ламай. Бәхетенә күрә, тойғо-кисерештәрен аңлай һәм бүлешә белгән кеше тап килә – Сибай ҡалаһында йәшәгән Әминә Сафа ҡыҙы менән яҙмыштарын бәйләргә була улар. Ике яңғыҙлыҡ бер бөтөн хасил итә. Тәүҙә ауылда ғүмер итәләр, олоғая килә, йәйҙе – ауыл­да, ҡыштарҙы Сибайҙа үткәрә башлайҙар. Ике яҡтан да балалар килеп тора, ҡәҙер-хөрмәттән мәхрүм итмәйҙәр.
Икәүләшеп Волгоград өлкәһендә йәшәгән Даяндарға ҡунаҡҡа барып йөрөп ҡайта улар. Даян Магнитогорск металлургия институтын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелгәндән һуң, Волжский ҡалаһында төпләнеп ҡалғайны, шунда ғаилә ҡорҙо, ҙур предприятиела етәксе булып эшләне.
Таһир ағай һөнәре буйынса – агроном, Өфөлә ауыл хужалығы институтын тамамлағаны бирле район хужалыҡтарында хеҙмәт итә.
Ҡыҙҙар өсөһө лә әсәләренең юлын һайланы. Зөлфирә апай Бай­маҡтағы 2-се мәктәптә рус теленән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты. Айгөл 4-се лицейҙа география менән биология уҡыта, директор урынбаҫары. Ә Яҙгөл Беренсе Этҡол мәктәбендә тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла, психолог та булып эшләне.
Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәр буй еткереп, кемеһе уҡырға инә, кемеһе диплом ала, кемеһе ғаилә ҡора... Ошондай ғәмле донъя мәшәҡәттәренә әүрәп, Әминә Сафа ҡыҙы менән тормош ҡорғандарына 10 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китә. Артабан да ғүмер шулай һәүетемсә генә барыр төҫлө тойола. Әммә яҙмышты яҙып ҡарап булмай, Уйылдан ағайҙың күрәһеләре алда булған икән – ул ике йыл эсендә өс балаһын юғалта. Иң тәүҙә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Таһиры йөрәктән мәрхүм була. Ағаһының вафатына йыл да тулып өлгөрмәй, яман ауырыу Даянды алып китә. Пандемия башланып тороуға ҡарамаҫтан, күмәкләп барып, бөтә мосолман йолалары буйынса ер ҡуйынына тапшырып ҡайталар уны.
Улдарының ҡайғыһынан айнып та өлгөрмәй, ергә гөрләп яҙ килгәндә Яҙгөлөнөң дә күҙҙәре мәңгелеккә йомола. Иң үҙәкте өҙгәне шул: 3 йәше лә тулмаған бәләкәй сабыйы һаман әсәкәйен таптыра.
Был тиклем ҡайғыларҙы нисек кисерәлер атай күңеле – күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әммә ул сабырлығын һаҡлап, Хоҙайға һыйынып, бирешмәҫкә, атай, ҡартатай тигән ҙур исемдең бәҫен ебәрмәҫкә тырыша. Үҙе өсөн өҙөлөп торған ике ҡыҙына һәм кейәүҙәренә, һағынып килеп йөрөгән 9 ейән-ейәнсәре һәм 1 бүләсәренә, олоғайған көнөндә хәләле булырға ризалашҡан Әминә Сафа ҡыҙының балаларына изге теләктәрен уҡып, фатихаһын биреп ултыра.
Ғинуарҙа Уйылдан ағайға 90 йәш тула. Ҙур ғүмерҙең һәр йылын, һәр көнөн матур итеп, кешеләргә файҙалы итеп йәшәргә тырышҡан ул. Уның миҫалында уҙған замандың алдынғы ҡарашлы кешеләренең ниәт-ынтылыштарын асыҡ күрергә була. Хәйер, нишләп уҙған заман әле?! Намыҫлы хеҙмәт, йәмғиәт­кә файҙалы булыу, балаларыңды кеше итергә тырышыу тарихтың ҡайһы осоронда ла иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Беҙгә йәшәү өлгөһө күрһәткән замандашыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, артабан да бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.

У.Кәримов уҡытыусылар Әбделхәй Мырҙабулатов һәм Әхмәтсафа Назаров менән
Йәш саҡта – һалдат саҡта
Ғаиләнең бәхетле саҡтарынан иҫтәлек
Ике улы (уртала) һәм ике ейәне менән. 2017 й.
Туғандар ғаилә байрамдарын ҙурлап, гел бергә үткәрә
Ейән-ейәнсәрҙәре ҡартаталарын шул тиклем ярата!
У.М. Кәримовтың инициативаһы буйынса  районда беренсе булып беҙҙең ауылда  сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл эшләнде
У.Кәримов уҡытыусылар Әбделхәй Мырҙабулатов һәм Әхмәтсафа Назаров менән
Автор:Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА
Читайте нас: