Общие статьи
12 Февраля 2022, 13:13

Шағир көндәлегендәге һуңғы яҙыуҙарҙың береһе

"12.02.1977.  Тыуған көнөм. Ҡырҡ бишем тулды, ҡырҡ бишем. 

Шағир көндәлегендәге һуңғы яҙыуҙарҙың береһеШағир көндәлегендәге һуңғы яҙыуҙарҙың береһе
Шағир көндәлегендәге һуңғы яҙыуҙарҙың береһе

Төн. Азамат та, Гөлнара ла йоҡларға ятты. 

Тойғоларын артыҡ күрһәтмәйенсә яттылар. Үҙҙәренсә кисерҙеләр, әлбиттә. Мин 7 һум 50 тинлек быяла тапшырып, уларға бәләкәй генә байрам яһарға тырыштым... Һөт, ҡатыҡ, кефир, сливки, шәкәр менән лимон, тауыҡ бешереп, һурпаһы менән туҡмас, итенә-тауыҡ эсендэ бешкән бәрәнге (тоҙло, боросло, һуған, лавр япраҡлы, әлбиттә) ҡушып, духовҡала ҡыҙҙырып үҙемсә бер аш яһарға тырыштым. Тәмле булды, буғай. Аҙаҡ мәтрүшкәле, төрлө үлән ҡушылған ҡуйы һөтлө сәй эстек. Үҙем сәй менән бергә бер "экстра"ның яртыһынын күберәген эстем, мөңрәнем, бөтә үткән ғүмерҙе йөрәгемдән үткәрҙем. 

Көндөҙгө, Салауаттар биргән концерт тәьҫире менән ғорурланып, маҡтанып, бер үҙем үлем сигендәге күңелде йыуаттым. Ерем-һыуым, Ҡаратауым, Йүрүҙәнем, ил тарихы мине һәр саҡ ҡотҡарып ҡала. Салауатым, һине уйланым. Ярты ғүмерең буйынса илһеҙ-телһеҙ түҙә алырлыҡ ғәйрәт барын белә тороп, ниңә әле ҡул-аяҡлы көйө миңә түҙмәҫкә? 

Әсмә апай скрипкала "Уйыл"ды уйнағанда, әлбиттә, түҙмәнем - алҡымыма бөтә үткәндәрҙең күҙ йәше килеп тығылды, Гөлнарым уҡырға киткәндә ап-айныҡ көйө балауыҙ һығып ултырҙым. Етмәһә, бынау күңелгә ҡот осҡос болоҡһотҡан төш тә килеп ҡушылды. 

Тыуған көндө, шулай итеп, тәүге ҡабат бер үҙем, япа-яңғыҙ, балалар менән генә үткәрҙем. Сафуандан ғына - дуҫ-иштәрҙән - телеграмма килде. Ҡалғандары - барыһы ла үҙемдең туғандарҙан - Урал менән Мәршиҙәнән, кейәүҙән, Фәниәнән, иң ҡиммәтлеһе улымдан - Салауат менән килендән ине. 

Ул баланы мин ныҡ рәнйеттем, мамаһына ҡарап. Ә уның үҙ башы бар ине бит. Имен-иман, иҫән-һау йәшәһендәр инде. Ҡалғанын, аҡылы булһа, саҡ ҡына ҡаным йөрөһә, үҙе белер әле... Шул тиклем хисле малай, башы менән булмаһа ла, йөрәге менән аҡылға ултырыр әле. Боҙолоп өлгөрмәне - тормошҡа сумды. Тормош - барыбер бөйөк уҡытыусы, күңелем уныһы өсөн тыныс, бисәһенең хәйләһе уны минең бер ҡатлылыҡтан барыбер ҡотҡарасаҡ. 

Ә Азаматы... хәс үҙем!.. Иң күңелде әрнеткәне. Ах, был сафлыҡ - донъяның шул тиклем дә әшәкелеген күргәс, ни хәл итеп кенә ҡабул итә алыр икән уны?.. 

Гөлнарым күтәрер уны - ул үҙен тыуҙырған затҡа оҡшаш: әрһеҙ, үткер, тиндең ни икәнен белә. Шулай ҙа хисе үтә минекенсә, тәбиғи. Был донъяла минең һымаҡ эске донъяһын һаҡлап ҡала алырмы - минең 

һымаҡ рух түҙемлеге етерме? Бигерәк ғәрсел, тиҙ ҡабыныусан, ләкин үҙ һүҙен ахырғаса еткереүсән түгел. Тиҙ онота. Әсәһенең табиғәте нығыраҡ һенгән. Үҙе менән күберәк һоҡлана. 

Ә минең иң теләгәнем - ахырғаса балаларҙа ихтыяр көсө һаҡлау. Ниндәй генә нескә күңелле булма, иң мөһиме - ихтыяр көсө! Мине йәшәткән нәмә, - бөтәһен дә бер усҡа йомарлағаны, - шул көстә! Бәләкәс ғазаптарға тыбырсынһам да, ололарына түҙерлек оло көс бар, буғай, миндә. Мине һындырыу әлегә мөмкин түгел!.."

Автор:
Читайте нас