Все новости

Картуфтан пицца

Был ризыҡ берәүгә лә оҡшамай ҡалмаҫ. Ябай ҙа, тәмле лә, матур ҙа. Ял кистәрегеҙ матур, табындарығыҙ түңәрәк булһын, дуҫтар!

Картуфтан пицца
Картуфтан пицца

Картуфтан пицца әҙерләү өсөн ҡамыр кәрәкмәй. Уны табала бешерәбеҙ. Беҙ 5-7 картуф, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, көнбағыш майы, әнис, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Ә эслек өсөн 2-3 аш ҡалағы томат пастаһы, бешерелгән ит йәки 150-500 грамм колбаса, 100-200 грамм сыр, 1-2 помидор алабыҙ.

Башта картуфты таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, йомортҡа, тоҙ, борос, тәмләткестәр, ҡаймаҡ ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ.

Артабан табаны көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Картуфтың бер өлөшөн һалабыҙ ҙа уртаса утта 15 минут ҡурабыҙ. Шунан алып, айырым һауытҡа бушатабыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ. Коржикты табаға, ҡурылған яғын өҫ яҡҡа ҡалдырып, кире һалабыҙ. Өҫтөнә томат пастаһы һөртәбеҙ. Ҡырылған сыр һибәбеҙ, ваҡлап туралған ит йәки колбаса ҡушабыҙ. Ҡалған сырҙы һибеп, помидор менән биҙәйбеҙ, борослайбыҙ. Ҡапҡасын ябып, уртаса утта 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ҡамырһыҙ пицца әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!

Рецепт "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенән алынды. 

Автор:
Читайте нас: