Все новости
Общие статьи
19 Ноября 2021, 10:25

Парлы таба

Айырымланып өйөбөҙгә сыҡҡан мәл. Ул-был итеп ҡасан бешергәнеңсә тип, ҡәйнәм йылы ғына оло икмәк бешереп һалды. Үҙебеҙҙең өй, үҙебеҙсә ҡыйналабыҙ хәҙер, тип ҡыуанып йөрөйбөҙ. Тик күсенгәс кенә нимәбеҙ бар, ә нимәбеҙ юҡ икәнен тойҙоҡ. Түрбашта бигерәк тә етешһеҙлектәр. Икмәк бешерә торған форма (дүрткел буханка) табам бар, ә бына ҡоймаҡ ҡойорға, картуф фәлән ҡыҙҙырыр-быҡтырыр табам юҡ икән. Әсәйҙән дә, ҡәйнәмдән дә таба бүлеп биреүҙәрен һорарға ҡыймай, бергилке баҙар ҡыҙырҙым.

Парлы таба
Парлы таба

 Үзбәктәрҙең сепрәк-сапраҡ һатҡан сағы ине. Табалманым тәки.
Үҙеңдә ни булмаһа, шуға мохтажлығың һиҙелә. Ҡытырҙатып тороп, төбөнә йәбештереп картуф ҡыҙҙырғы килә. Таба юҡ. Усҡа һалып бешереп булмай шул. Эмаль тәрилкәне лә таба урынына һынап ҡараным))) Юҡ, бармай.
Ҡайным ҡаҙ тауыҡтарына ем һоҫоп һалған һауыттың элекке таба икәнен шәйләгәйнем. Йәй ине, шуларҙы ипләп кенә алып ҡайтып, ауыҙын йырғансы ҡом һәм көл менән ышҡып йыуып таба эшләп алдым. Ҡап-ҡара таба, тәрбиә күргәс ней, ап-аҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Үҙе еңел, алюмин икән дә баһа. Ҡайнымдың ҡул көсө төшкәнме, табам бер аҙ оҙонсараҡ форма алған. Тыумыштан шулай булмағанлығы күренеп тора)) Булһын, улай ғына хан ҡыҙында ла була инде ул, тинем дә, "дефект"ҡа күҙ йомдом.
Көҙ етте. Ҡаҙ майында картуф быҡтырып сәй эсергә йөрөһәк, ҡайным килеп инде. Ул саҡта ҡолағы һаҡ, донъя хәлдәрен һөйләшә-гәпләшә сәй эсә башланыҡ. Картуфымды маҡтай-маҡтай ашай, ә мин ҡурҡып ултырам))) Табаһын танып ҡуймаһа ярар ине, тим. Йәтеш таба нимә инде ул! Төбөн тығырлатып тороп тырнайҙар.
Әллә ҡалаҡ тотоп таба төбөн тырнарға ынтылған улыма табаны яҡынлатам тип аңғарып ҡалдымы, бер мәл табамды яй ғына өйрөлтә бирҙе лә ҡайным, теге "дефект"лы ерҙәрен таныпмы: "Аһ, исмаһам, бынау ерен төҙәрә һуғып бирһәң ней булған", - тип иптәшемә өндәшеп ҡуйҙы.
Минең таба тип әйтерме тип сыҙамай урынымдан тороп, икенсе эшкә әүрәгән булып киттем. Һин дә мин һүҙҙе икенсегә бороп ултыра биргәс, ҡайным рәхмәттәрен әйтеп ҡайтып китте.
Бер нисә көн үткәс, ҡайным тағы ла бер һыңар "донъя ҡараһына" сумған алюмин таба тотоп килеп инде)))
 - Килен, ҡәйнәң яңы нәмә алһа, иҫкеһен сығарып бырғай торған холҡо бар бит. Бына һеҙҙәге табаның пары. Быныһы лүтшерәк. Мә, йыуып йышып ал, - тине. - Иҫке аласыҡ иҙәнендә арыуыҡ пасуҙа ултыра саңға батып, барыбер ярылып әрәм булып бөтә, эшкингәндәйе булһа, ҡарап ал, ҡәйнәңә ҡарама, - тигән булды тағы.
Шулай парлы табалы булып киттем.
Күпте күргән һырлы төплө табала картуф мотлаҡ төбөнә йәбешеп, ҡыҙарып, кетерләп бешә торғайны. Ә ул төптө ашар өсөн беҙҙә һәр саҡ ҡалаҡтар алышы була торғайны...
Бөгөн юҡтан ғына ошо тәүге әлүмин табаларым иҫкә төштө. Үҙемдең сослоғом менән лар төбөндә ятҡан табаларға икенсе ғүмер биреүемде әллә ни күрҙем.
Таба ғына түгел, был тормошта оло мәғәнәгә эйә бик күп әйберҙәр бар. Ғәҙәттә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, һанламайбыҙ, мөһимлеген аңламайбыҙ...
Донъя малы, әйбер хаҡында ғына түгел һүҙем...

Миңзәлә Сирғәлина.

Автор:
Читайте нас: