Все новости
Общие статьи
8 Ноября 2021, 12:03

"Инәйебеҙ бер эштән дә ҡурҡманы"

"Минең ҡәҙерле әсәйем" конкурсына килгән яҙманы һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ, дуҫтар!

"Инәйебеҙ бер эштән дә ҡурҡманы"
"Инәйебеҙ бер эштән дә ҡурҡманы"

Мин үҙемдең инәйем - Йәшелбаева Әҡилә Ғимаҙ ҡыҙы тураһында яҙырға, рәхмәтемде белдерергә теләйем (беҙҙә "әсәй" тимәйҙәр, инәй тип әйтәләр).

Ул  Учалы районы Кәрим ауылында тыуған һәм әлеге көндә лә елдертә һуғып донъя көтөп йәшәй, Аллаға шөкөр. Көслө рухлы инәйебеҙ 1939 йылдың 25 мартында тыуған. Йырларға ярата, мандолинала уйнай торғайны (хәҙер ҡулдары ауырта инде, уйнай алмай). Матур итеп бейей, мөнәжәттәр йырлай. Атайыбыҙ Ғилман Лоҡман улы,  ауырыу сәбәпле, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсте. 40 йәшендә алты бала менән бер үҙе ҡалған инәйебеҙ беҙҙе кеше итте, уҡытты, барыбыҙҙы ла, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙатты.

Ул йәйҙәрен  "Поляковский" совхозында ашнаҡсы булып эшләне. Мин, бәләкәй булғас, тик инәйемә эйәреп йөрөнөм. Бер эштән дә ҡурҡманы, һауынсы ла, фуражсы ла, мәктәптә иҙән йыуыусы ла булып эшләне. Көҙ көнө заготконторанан 100 литрлы ағас бактар килтереп китәләр ине, инәйем кис көтөүҙән һуң ауыл халҡына гөрөздөй (грузди) алыр ине, шул ваҡытта беҙ ҙә тик йөрөмәнек - уҡыуға кейенер өсөн кешеләрҙән ҡалышмай гөрөздөй йыйып тапшыра инек. Бесәнде ҡул менән сабырға ла инәйем өйрәтте.

Уға бөгөнгө көндә 82 йәш. Йәйен ҡош-ҡорт ҡарай, быйыл 15 бройлер, 22 өйрәк, 24 ҡаҙ һуйҙы. Тормоштан йәм табып, үкенмәй йәшәп ята үҙ өйөндә. Ике малайы, дүрт ҡыҙы, 16 ейән-ейәнсәре бар.

Белем алырға ярҙам иткәне, эшкә өйрәткәне өсөн инәйемә рәхмәтемде белдерәм. Иҫәнлек, бәхетле ҡартлыҡ, мул тормош, балалар ҡыуанысына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем. 

Гөлсара Камалова.

Автор:
Читайте нас: