Все новости
Общие статьи
6 Ноября 2021, 12:52

САҠМАҒОШ ДЖЕНТЛЬМЕНЫ

Доцент, Косой, Хмырь, Василий Алибабаевич.... Иҫегеҙгә төштөмө? Бөтәбеҙ ҙә яратып ҡараған һәм күпме генә ҡараһаң да ялҡытмай һәм иҫкермәй торған данлыҡлы фильм? Ә Василий Алибабаевич ролен иҫ китерлек тормошсан итеп башҡарыусы актер Раднэр Моратовтың тамырҙары - Башҡортостанда. Уның атаһы Зиннәт Ибәт улы Моратов Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылында тыуып үҫкән. Ленинградта политехник институтта уҡыған саҡта өйләнә һәм 1928 йылдың 21 октябрендә йәш студенттар ғаиләһендә малай тыуа. Сәйәси ҡарашлы Зиннәт улына РАДНЭР ("радуйся новой эре" тигәнде аңлата) тип исем ҡуша. Тик улы үҙен йә Радмир, йә Радик тип таныштырыр булған.

САҠМАҒОШ ДЖЕНТЛЬМЕНЫ

Осоусылар мәктәбен тамамлаһа ла, күҙҙәре насарыраҡ күреү сәбәпле, Раднэр был һөнәр буйынса эшләй алмай. Мәскәүгә барып, ВГИК-ка (Всероссийский государственный институт кинематографии) уҡырға инә. 

Хәл былай була. 

Институт алдында тәмәке тартып ултырған Раднэр эргәһенә бер ир кеше килеп ултыра һәм тартырға һорай. Тәмәке тартҡан арала Раднэрҙың ҡайҙан, ни өсөн актер булырға теләүе тураһында һәм ниҙәр эшләй белеүен һораша. Раднэр бик оҫта итеп Маяковскийҙың шиғырын һөйләй. Теге кеше иртәгә институтҡа килергә һәм шул-шул кабинетҡа инергә ҡуша. Р.Моратовты үҙенең уҡыусыһы итеп ҡабул итеүсе кеше данлыҡлы режиссер Александр Ромм булып сыға.

"Джентльмены удачи" фильмы геройы Василий Алибабаевич өсөн азиат һыҙатлы кеше кәрәк була, тик кәрәкле типаж табыу оҙаҡҡа һуҙыла. Фрунзик Мкртчянға туҡталалар, тик ул тиҙ генә бушамаясаҡ икән. Һәм тағы бәхетле осраҡ: 

институт коридорында осраҡлы рәүештә генә Раднэр Моратовты буласаҡ фильмдың режиссеры Александр Серый осрата. "Бына бит Василий Алибабаевич килә!" Ҡап-ҡара сәсле, сөм ҡара күҙле, ҡуңғырт йөҙлө Раднэр тап режиссер эҙләгән кеше булып сыға. "Эй, гражданка! Ты туда на ходи, ты сюда ходи. А то снег башка попадет, совсем мертвый будешь", - тигән һүҙҙәргә кино төшөрөүселәр үҙҙәре лә тәгәрәп ятып көлә. Бында акцент та, Василий Алибабаевичтың ғәмһеҙ, талғын тауышы ла урынлы. "Уңыш джентльмендары" (1971 йыл, Мосфильм) ҙур уңыш яулай. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986й.) Раднэр Зиннәт улы Моратов кинола 80-дән ашыу роль башҡара, театрҙа ла уйнай. 2004 йылдың 10 декабрендә 76 йәшендә донъянан китә. Ә беҙ Р.З.Моратовты, беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. 

А.Баймөхәмәтов.

Автор: