Все новости
Общие статьи
25 Октября 2021, 14:16

Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле

Халыҡ медицинаһы белгесе Зәүхиә Низамиева кәңәштәре. Яҙма автор стиле менән, әллә ни үҙгәртмәйенсә бирелә.

Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле
Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле
Ҡала баҙарына көҙҙән ултыртып ҡуйырға һарымһаҡ орлоғо алырға сыҡтым. Баҙарҙа иң яратҡан урыным - шәхси хужалыҡтарҙа һәм баҡсаларында үҙҙәре үҫтергән ризыҡтарҙы һатыусылар торған урын. Бигерәк тә көҙгө баҙар күҙҙәрҙе нурландыра. Нимә генә юҡ!!! Ниндәй генә төҫтәр юҡ!!! Иң саф ризыҡ ошонда инде! Оло йәштәге ағай һәм апайҙар янына туҡтап, улар менән һөйләшергә яратам. Бер йылы һүҙ әйтһәң дә, күңелдәре була. Нимәне нисек үҫтергәндәрен матур итеп һөйләп тә ишеттерәләр. Ғүмер буйы эштән арынмаған ҡулдары менән алып биргән ризыҡтары шундай шифалы булып күренә миңә. Был ризыҡтарға күпме күңел нуры һеңгән, күпме хеҙмәт тире түгелгән. Алып ҡайтып ашағанда ла нисектер тыныс күңел менән ашайым. Иң сифатлы, иң тәмле ризыҡтар – шул күҙҙәре нур сәсеп торған, биттәре ҡояшта янып, ҡулдарына ер көсө һеңгән кешеләр янында һымаҡ миңә.
 Пакетымды күтәреп, троллейбус туҡталышына килеп баҫтым. Әйберҙәремде эскәмйәгә ҡуйып баҫып торам. Шул ваҡыт 60 йәштәр тирәһендәге бер ҡатын–ҡыҙ ҙа алған тоҡсайын күтәреп килеп баҫты. Бер ҡулдан икенсе ҡулға әйберҙәрен күсереп ҡуйҙы ла: “Эй, ҡуй–ҡуй, ошо ике-өс кило әйбер ҙә күтәрә алмай башланы был ҡулдар,” - тип һөйләнде миңә ҡарап. Ике пакетка һалынған әйберҙәрен нисектер тиҙерәк ҡулдарын азат итергә теләгәндәй хатта ырғытып, шапылдатып ҡуйҙы. Троллейбус тиҙ килде. Урын күп булһа ла, минең яныма килеп ултырҙы. “Ней ҡулдарҙың, ней аяҡтарҙың рәте ҡалманы. 90 йәшлек ҡарсыҡ кеүек үҙемде хис итәм. Ошо ғына нәмәне көскә күтәреп сыҡтым. Ҡара әле был ҡулдарға. Шешме, һыумы. Быуын һайын нимә тупайып сыҡҡан инде. Артроз тиҙәр табиптар. Төнө буйы һыҙлап сығалар. Аяҡ тубыҡтарым да шулай. Тәғәйенләгән дарыуҙарҙы, уколдарҙы вис алдым. Но что-то алға китеш юҡ. 60 йәшемдә инвалид булып барам. Ҡартайған көнөмдә лә кеше көнлө булырға яҙмаһын тип теләйем дә ул. ( Аллаһы Тәғәлә был ғөзөрөңдө ишеткән булһын, апай!) Муйында остеохондроз, тинеләр. Иртәнсәккә ҡатып ҡала. Көскә тороп китәм. Арҡам таҡта кеүек булып ҡала оҙағыраҡ ултырһам. Короче, ҡатып барам буғай. Массаж тигәстәре, бер курс үттем. Бер айға ла етмәне, тағын ҡаттым. Бер пенсияға һаман массажға йөрөп булмай. Аяҡтарым, ҡулдарым үҙемдеке кеүек түгел,”- тип яй ғына һөйләп барҙы.
Һөйләп бөткәс, пакетын алдына ҡуйып, ҡулдарын күрһәтте. Кәкерәйеп береһе өҫтөнә икенсеһе менә башлаған бармаҡтар... Күпме эш эшләгән 60 йыл осоронда улар. Бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә хаҡлылар ҙа...
Был апай миңә үҙенең хәлен һөйләне лә туҡтап ҡалды. Ә минең башымда уйҙар ҡайнаны, улар әсеттереп күңелде айҡаны. Ҡайҙа беҙҙең хаталарыбыҙ? Ғүмер буйы тырышып эшләп, нишләп ҡартлыҡта интегеп йәшәргә тейешбеҙ? Эшләй беләбеҙ, күңелдәребеҙ изге ниәттә, ә үҙебеҙҙең тәнебеҙҙе тәрбиәләргә белем йыймағанбыҙ, тип нәтижә яһаным мин сираттағы тапҡыр. Беҙ тәнебеҙҙе аяуһыҙ эксплуатациялайбыҙ!!! Ватабыҙ!!! Емерәбеҙ!!! Бысратабыҙ!!! Ә бит теләһә ҡайһы аппаратты, машинаны өф итеп кенә тотонабыҙ, йыуып, ремонтлап торабыҙ. Хәҙер бигерәк тә береһенән–береһе текәрәк машиналарҙа йөрөйбеҙ. Ул таҙа, ялтырап торһа, ғорурланып ҡарайбыҙ. Ә нишләп үҙебеҙҙең төп аппартатты ғорурланып йөрөрлөк итеп тәрбиәләмәйбеҙ һуң? 40-50-60 йәшкә инде хәҙер “восстановлению не подлежит”ҡа тигәндәй килеп етәбеҙ. Мәктәп партаһынан уҡ балаларҙы үҙҙәрен тәрбиәләргә (биткә косметика һөртөргә, тырнаҡтар буярға тимәйем – уныһын да дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәтеү кәрәктер; ваҡытында бәҙрәфкә йөрөү, һыу эсеү, эс ҡатырмау һәм башҡалар тураһында) өйрәтә башларға кәрәктер, беҙҙең хаталарҙы ҡабатламаһындар өсөн, тип уйлап ҡуйҙым.
Мин был һорауҙарҙы әлеге апайға бирмәнем. Ауыртҡан сөйәлгә баҫҡандан ни файҙа? Үткән эшкә салауат! Ваҡыт тар, туҡталышы етеп төшөп ҡалғансы барыһын да аңлатып өлгөрөргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыға килеп баҫтырған икән, тимәк, хаҡ фекерҙе тиҙ арала әйтергә тырышырға тейешмен. Бөтөн үтенестәр ҙә өн менән әйтелмәй. Ҡайһы берҙә өнһөҙ кинәйәләр ҙә була. Аңлай белергә генә кәрәк. “Һораусыны кире ҡаҡма,”- тигән Аллаһы Тәғәлә.
Мин һорау бирә барҙым,әйтелгән яуапҡа комментарий яһап барҙым. Һорауҙар биреп, нимәләр асыҡланым һуң?
 
1. Һыуҙы бик әҙ эсә. Ә был хәл ниндәй бәләләр менән янай һуң кешегә? “Һыу – тормош сығанағы” тигән халыҡ. Һыуҙы һаҡларға, бысратмаҫҡа өндәү юҡҡа ғына түгел, бысраҡ һыу тормош сығанағы була алмай. Тормош – ул беҙҙең ғүмер!!! Беҙ 60-70 процент һыуҙан торабыҙ. Тимәк, һыуҙы әҙ эскән һайын, беҙҙең тәндә "застой" башлана. Сөнки һыуҙы һыу менән генә этеп сығарып була. Бысраҡ иҙәнде бысраҡ һыу менән йыуып буламы? Беҙҙең тәндә бер туҡтауһыҙ алмашыныу бара. Эшкәртелгән һыу бысрап тора, уны таҙа һыу лимфаларҙан, капиллярҙарҙан, быуындарҙан этеп сығарып тора. Таҙа һыу инеп бөтөн организмды йыуып тора. Тәндә ашаған ризыҡ төрлө микро–, макро элементтарға тарҡалып, бөтөн тәнгә каналдар аша тарала. Ул каналдарҙы йылға, диңгеҙҙәр буйлап ризыҡ барыу юлдары тип күҙҙалларға кәрәк.Ә һыу эсмәгәс, ул каналдар кибә, улар буйлап шулай уҡ ризыҡ бармай башлай. Был процесс туҡталһа йәки әкрен булһа, тәнебеҙҙең теләһә ҡайһы өлөшөндә лә туҡланыу көтөп торған өлөштәре "асыға" башлай. Ә лимфаларҙағы һыу ҙа бысрай, ә бысраҡ һыу үҙенә урын таба. Ул тәндең теләһә ҡайһы өлөшөндә йыйыла, ул ер ҡабара, бүртә башлай. Загрязнение лимфов тиҙәр, застой в сосудах, тиҙәр. Застой в лимфах нимә менән бөтә, тип уйланһаҡ, бары тик рак крови, рак лимфов, йәки бүтән ғәләмәт - ғүмерҙе ҡыясаҡ хәл менән бөтә. Хатта бөйөрҙәр насар эшләй, һыуҙы таҙартмай, ә бауыр инде кибә, ҡата, уның 500 функцияһы булһа, ул функциялар “сворачиваются”. Тәнгә кәрәкле витаминдар, майҙар, минералдар сыҡмай башлай. Бына шунда инде ҡартайыу, ҡатыу, умыртҡа һөйәктәренең бер–береһенә берегеүе, тайпылыуы, тарҡалыуы, кибеүе башлана. Һәм бөгөнгө көндә иң ныҡ таралған - быуын сиренә юл асыла. Быуындар ҙа кибә, шытырҙай, ҡата башлай. Һыу бармағас, улар туҡландырылмай. Бына һиңә артроз, артрит, косартроз. Тире кибә, баш мейеһе ҡыҫыла, инсульт, инфаркт, диабет.... Сосудтар тарая, эластичный булмай һәм проталкиваемость тигән функциялары насарая. Тимәк, сосудтар буйлап тейешле ризыҡтар етешле бармай башлай. Сәс ҡойола, тырнаҡтар һына, күҙҙәр кибә һәм насар күрә башлай. Һанап бөтөргөһөҙ сирҙәргә юл асыла. Бигерәк тә эс ҡата башлай. (“Ике-өс көнгә бер сығам“, - тине был апай.)
2. Эс ҡатыу. Был турала күп яҙҙым. Эс ҡатыу бөтөн сирҙәргә юл аса. Ул саҡта эсәктәр паразиттар, бактериялар, бәшмәктәр, инфекциялар өсөн рассадникка әйләнә. Бигерәк тә эсәк ҡабара, һуҙыла, теләһә ниндәй инфекциялар ағзаларға сыға. Рак, миома, киста, полип, псориаз, пиелонефрит, гепатит, цирроз, холецистит ... Һанап бөткөһөҙ!
Ул ғәләмәттәр быуындарға инеп урынлаша, унда тайпылыштар башлана. Беҙ ашағанды ашап, уны тиҙәккә әйләндереп, эсте серетеп ятыуҙары үҙе бер ҡурҡыныс хәл. Беҙҙең тәнгә көс, энергия бирә торған ризыҡ беҙгә зыян һалып, сереп ята. Тән тиҙ ҡартая, тарҡала, һына, ватыла, күбенә башлай. Етешле туҡланыу һәм һыу етмәгәс, тире аҫтары ла кибә башлай. Арҡа ауырта, арый, умыртҡалыҡ һөйәге һығылмалығын һәм эйелеү – бөгөлөү мөмкинселеген юғалта башлай.
3. “Ашау пенсияға ҡарап,”- тине апай. Аңлайым, беҙҙең алған пенсиялар киң аяҡҡа йәшәргә мөмкинлек бирмәйҙәр. Ҡытайҙағы кеүек 100000-дән артыҡ алып йәшәһәк, бәлки етер ине. Ә шулай ҙа алған пенсиябыҙҙы дөрөҫ туҡланыуға йүнәлтһәк һәйбәт булыр ине. Ситуацияны үҙгәртеп булмаһа, уға ҡарашыңды үҙгәрт, тиҙәр психологтар. Эйе, пенсияны арттыра алмайбыҙ, финанс яғын үҫтерә алмайбыҙ икән, тимәк, булғанын бәрәкәтле һәм дөрөҫ итеп ҡулланырға ҡала. Хаҡы әллә ни ҡиммәт булмаған һәм беҙгә сәләмәтлек бирә торған ризыҡтар ҙа бар. Апайҙың рационында синтетик сөпрәнән бешкән икмәк, шәкәр һәм печенье менән сәй эсеү, әҙ генә булһа ла ит һалып аш бешереү, макарон, картуф кеүек ризыҡтар ине. Ҡартайған һайын күберәк еңел үҙләштерелә торған үҙебеҙҙең йәшелсәләрҙән, мәҫәлән, кишер, сөгөндөр, ашҡабаҡ, кабачки, һуған, һарымһаҡ, шалҡан, редиска кеүектәрҙән салаттар, уларҙы парҙа ғына бешереп май һалып ашауҙар, үлән сәйҙәре, еләк–емештәрҙе бутҡаға һалып ашау. Һәм шулай уҡ бөтөн витаминдарға бай ярмаларҙы һәм игендәрҙе (бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз һ.б.) бүрттереп, шыттырып ашау ныҡ арзан һәм ғәләмәт файҙалы. Улар бар йәштәге кешеләргә лә тулыһынса тәнгә талап ителгән микро, макро элементтарҙы бирәләр. Меңәрләгән һум аҡсаларҙы түгеп витаминдар алырға кәрәк түгел. Бойҙай 25 һум тора килоһы. Ошо бер килола ғына күпме көс, энергия бар беҙҙең өсөн. Барыһы ла тәбиғи һәм саф. Киләһе яҙмала был турала яҙырмын. Барыһын да уҡып, үҙләштереп, яһарға ғына кәрәк. Улар эсәктәргә лә ныҡ файҙалы, ашаған ризыҡ тиҙ эшкәртелә. Ҡатып ятмай, тән бар тик файҙалы элементтар ғына һура. Бауырға ла еңел, ул ризыҡта ауыр майҙар, зыянлы ферменттар юҡ. Бигерәк тә бойҙай бауыр күҙәнәктәрен ныҡ сәләмәтләндерә. Шыттырылған бойҙайҙы иттартҡыстан үткәреп, уға үткәргән саҡта төрлө емештәрҙе лә ҡушырға була. Тәмле. Файҙалы. Һыуҙа болғатып эсеү ҙә әллә күпме файҙалы витаминдар, минералдар бирә. Шәкәр диабеты бөтөнләй булмай. Сөнки бауыр сәләмәт булһа, ашҡаҙан аҫты биҙенә ныҡ ярҙам. Бауыр һәйбәт эшләгәс, үт ҡыуығына шыйыҡ үт сыға, унда таш үҫмәй. Үт һәйбәт сыҡһа, ашаған шәп эшкәртелә. Үт бит инде беҙҙең ашағанды тарҡатып, беҙгә әҙерләп бирә. Шул тарҡатҡан ризыҡты беҙҙең тәнгә эсәктәр аша төрлө каналдар менән тән һура. Ииии, беҙҙең тән ғәләмәт шәп аппарат! Уны Аллаһы Тәғәлә шундай төҙөк итеп хасил иткән. Бары тик беҙгә уны дөрөҫ ҡулланыу инструкцияһын башыбыҙҙағы мейе эсенә индерергә кәрәк.
4. “Апай, көн үҙәгендә физик күнегеүҙәр яһайһығыҙмы?”- тип һорағас, тертләп китте. “Мин школьница что ли?”- тип яуап бирҙе. Уҡыусыларға күнегеүҙәр етерлек, улар былай ҙа хәрәкәтләнә, һикерә, йүгерә. Ә беҙҙең тән ҡатмаһын өсөн көн үҙәгендә ябай ғына күнегеүҙәр яһау ҡамасауламай ғына түгел, ә мотлаҡ кәрәк. 
Мәҫәлән:
а) Тура баҫып үксәләргә төшөп алыу. 50 тапҡыр яһаһаң да лимфодренаж һәйбәтләнә. Йәки эшкәртелгән ризыҡ, һыу актив сыға башлай. Йәки организм ҡалдыҡтарҙан арына. Иҙәнгә тура ултырып, аяҡтарҙы әкрен генә һелкетеп ултырыу. Веналар ҡалҡмай. Тромб булмай. Шешенеү булмай. Әкрен генә алға табан эйелеү. Ҡулдар тубыҡтарға, әкрен генә бәкәлдәргә етергә тейеш. Билдәге ҡыҫылған, спазмда торған мускулдар азат ителә. Йоҡлар алдынан яһаһаң, һәйбәт йоҡлайһың. Һәм шундай бәләкәй генә күнегеүҙәр тәнде сирһеҙ һәм формала тоторға ярҙам итә, ағзалар һуҙылмай, төшмәй. Был хәрәкәттәрҙең иң файҙалыһы – НАМАҘ уҡығандағы хәрәкәттәр.
б) Массаж да шулай уҡ күнегеүҙәр рәтенә инә. Эйе, йылға исмаһам ике тапҡыр яһатырға һәм ойошҡан ҡандарҙы тарҡатырға кәрәк, тиҙәр белгестәр. Йә аҡса етмәй, йә ваҡыт юҡ. Булмаһын, ә һин үҙең яһа. Нисек??? Өйҙә булған бар нимә беҙгә хеҙмәт итергә тейеш! Мәҫәлән, ишек яңағы! Ишек яңағына арҡаң менән килеп терәл дә әкрен генә умыртҡалыҡ һөйәгенә теймәйенсә ышҡып сыҡ. Ҡайһы ере тупаҫ, ҡатҡан, ауырта, шул ереңде оҙағыраҡ, яҙылғансы массажла. Арҡа, умыртҡалыҡ һөйәге ҡатһа, йөрәк тә насар эшләй башлай. Сөнки йөрәктең функциялары уға шуларҙан килгән нерв епсәләренә лә бәйле. Нервтарҙы электр сымдары аша өйҙәргә килгән электр уты тип уйлағыҙ. Сымдарҙы алып ташлағыҙ, өҙөгөҙ, ут килмәһә өйҙә тормош һүнә. Массаж яһағанда бил тирәһен дә эләктер. Ашың бешкәнсе лә яһап алаһың!
Ишек яңағы аҡса һорамай!!! Табандарҙа - меңәрләгән актив нөктәләр. Уларҙы активлаштырып торһаң, хәтер шәп була, күҙҙәр яҡшы күрә, ҡолаҡтар һәйбәт ишетә. Бының өсөн массаж салонына барып өҫтәлдә һуҙылып ятырға ваҡыты юҡ 99 процент кешенең. Ә нимәгә уҡлауҙар? Улар арзан.  Көн дә иртәнсәк шуларға баҫып, аяҡ табандарын  массажлағыҙ. 5 минут ваҡыт кәрәк. Күҙҙәр асылып, ҡолаҡтар ишетеп, баш шәп эшләй башлай. Уҡлау аҡса һорамай!
Устарҙа ла шулай уҡ бик күп нөктәләр. Ябай ҡәләмде ике ус араһына ҡыҫтыраһың да устарҙы, ҡәләмде йөрөтөп, ыуаһың. Ҡайһы ере ауырта, шул ерен нығыраҡ ышҡырға кәрәк әле!!! Ҡәләм аҡса һорамай!
Аяҡ табанындағы ла, устарҙағы ла нөктәләр бөтөн ағзалар менән бәйле. Тимәк, уларҙы көнгә бер нисә тапҡыр массажлап алһаҡ, беҙ ағзаларға һүнергә бирмәйбеҙ,  активлаштырып торабыҙ. Улар һәйбәтерәк эшләй, торғонлоҡ булмай. Улар ризыҡты тарта, эшкәртә. Умыртҡалыҡ һәйбәт эшләһен өсөн күпме туҡлыҡлы ризыҡ кәрәк! Ҡамыр түгел, ә минералдар, майҙар. Уларҙы еңел үҙләштерә торған ризыҡтарҙан эҙләргә кәрәк. Ҡымыҙ, ҡорот, еләк – емеш, йәшелсә, ашарға яраҡлы үләндәр, ярмаларҙан.
в) Муйыным ҡатып бара, тип йәшәргә кәрәк түгел. Уны көн дауамында тиҫтәләр тапҡыр үҙ устарың менән гел ышҡып, ҡан әйләнешен һәйбәтләп торорға кәрәк. Ултырып, ашыҡмайынса, күп тапҡырҙар башты һелкеп, "Эйе, эйе"тигән һымаҡ, шунан "Юҡ, юҡ "тигән һымаҡ күенегеүҙәр яһарға кәрәк. Әллә ниндәй бороуҙар  түгел, ә һалмаҡ ҡына яһап, спазмдағы мускулдарҙы расслаблять итәбеҙ. Шығырҙау ҙа бөтә башлай. Баш ауыртыуы кәмей. Ҡан баҫымы һәйбәтләнә. Шулай уҡ бальзамдар, маздар менән аппликациялар, компрестар менән дә йомшартып, ҡан әйләнешен һәйбәтләтеп тороу кәрәк. Билгә лә ҡатырға бирмәҫкә кәрәк. Профессор Иван Неумывакин ниндәй булһа ла әйбергә ике ҡуллап тотоноп, көн дауамында билде яҙып алыу файҙалы, ти (видеоһын ҡарарға була). Иҫ киткес күп ҡырлы хеҙмәт эйәһе, иң мөһиме - халыҡ медицинаһы докторы. Уға ышанырға була.
г) Тәндә торғонлоҡ башланһа, паразиттар, бактериялар, бәшмәктәр, инфекциялар гөрләп үҫә башлай. Бигерәк тә шәкәрле, сөпрәле, гел бешкән генә ризыҡ ашаһаҡ, улар шат. Уларға үрсергә бер көн дә форсат бирергә ярамай! Күпселек бер-ике аҙна арлы–бирле паразиттарға ҡаршы саралар үткәрә лә әллә нисә йылға щул етә тип уйлай. Юҡ, улар төн сыҡҡансы миллионға етәләр. Бигерәк тә уңайлы шарттар булһа. Шунан шештәр, тәнгә һыу йыйылыуҙар, төрлө таштар, ҡомдар, полиптар, папилломалар, ауыҙҙан һаҫы еҫтәр, тәнгә ҡара таптар һә тигәнсе килеп сыға башлай. Шулар уҡ бармаҡты ла кәкерәйтә, быуынһыҙ ҙа ҡалдыра. Уларҙы шуның өсөн паразиттар тип атайҙар! Уларға бер көн дә үрсергә бирергә ярамай. Бының өсөн һәр кем самалап әрем, һарымһаҡ, имбирь, еҙтөймә, һуған, керән, ҡәнәфер, ҡымыҙ, ҡорот һәм башҡа ризыҡтар ҡуллана ала. Йәғни ашаған ризыҡ паразиттарға яраҡһыҙ, ә беҙгә файҙалы булырға тейеш.
Щулай уҡ быуындар бындай хәлгә килгәндә таҙа (!) кәрәсинде көн дә һөртөү, әремдән май яһап һылау ныҡ файҙа бирә. Кәрәсинде быуындарға һөртөп кенә торһаң да кәкерәйгән бармаҡтар турая башлай. Хатта бармаҡтарҙы кәрәсингә 5-10 минутҡа тығып тороу ҙа эффектлы. Аяҡ быуындарын да тиҙ дауалай. Көнгә бер нисә тапҡыр һөртөп тороу ҙа ярай. Тик бәйләмәҫкә, урамаҫҡа, ыштандарҙы кипкәс кенә кейергә кәрәк.
Яҡынса, өлгөргән хәтле янымда ултырып килгән апайға һөйләнем. Ул барыһын да иҫтә ҡалдырырға тырышып тыңланы. Өйөндә 3-4 йыл элек яҡын туғанының улы алып килгән кәрәсин барлығы билгеле булды. “Ыста, кем белгән уны. Хотя бәләкәйҙән уның файҙаһын әбейем һөйләгән ине. И, доньяһы, онотолған,”- тине.
Иҫкәрмә! Ишеттем дә башланым түгел, барыһын да самалап, әҙҙән башлап, тәнде күнектереп башларға кәрәк. Кем интернеттан инеп уҡый ала, үҙенә килешкәнен һайлай, табиптар менән кәңәшләшә. Тик сәләмәт булыу юлдары барыбыҙ өсөн дә бар.
Ул минән алда төштө. Урынынан да йәһәт кенә торҙо, арҡаһы ла турайып китте. Ишектән сыҡҡанда тотона торған әйбергә тотонғас, артына боролоп миңә йылмайып төшөп китте. Кешенең уйы үҙгәрҙе, эстәге йәшәү потенциалы ҡалҡып сыға башланы. Ул үҙгәреш күҙҙәр аша нур булып балҡый. Сәләмәтлек юлын табыу был нурҙарға оҙаҡ йылдар балҡырға ярҙам итә.
 
Автор:
Читайте нас: