Все новости
Общие статьи
20 Октября 2021, 10:31

"Беҙҙең өсөн әсе силос еҫе хушбуй булды..."

Миңзәлә Сирғәлина.

"Беҙҙең өсөн әсе силос еҫе хушбуй булды..."
"Беҙҙең өсөн әсе силос еҫе хушбуй булды..."

Бала саҡтан, үҙемде иҫ белә белгәндән һыйыр яраттым. Элек бит һәр өйҙөң ишек төбөндәге бер мөйөшө быҙау ояһы була торғайны. Хәҙер уйлаһаң ҡыҙыҡ, әүәл әллә ҡыш шулай ныҡ һыуыҡ булдымы икән, әллә һарайҙар насар төҙөлдөмө, бөтә кеше лә тиерлек быҙауҙарын өйҙәренә, йә йылытылған аласыҡтарына ҡуйып ҡышлата ине. Урындыҡ ситенә терәп эшләнелгән оя башында быҙауҙың мырт-мырт сәйнәп бесән ашауын ҡарау мауыҡтырғыс булһа, ҡойроҡ күтәреп сөптөрҙәтеп ебәреүе, йә ҡоймаҡ ҡоя башлауы сикәнесерәк ине, әлбиттә. ( Ағайым һөйләүе буйынса, ул ояға мин әллә нисә тапҡыр саңҡартан ҡолап та төшкәнмен икән әлеүее))) Әллә һыйырын йәлләгән, әллә нимәгәлер инде, хәҙер һораһам, әсәй үҙе лә аптырай, һыйырҙы соланға уҡ индереп, быҙауын ҡушып имеҙеп сығара торғайны. Хәҙер бит бер кем дә улай итмәй. Ниндәй генә сатлама һыуыҡтарҙа ла быҙауҙар һарайҙа, инәләре тыныуында йылынып торалар.
Өйҙәге һыйыр ғына нимә, әсәйҙән әрләнеүгә лә ҡарамай фермаға эйәреп бара торғайным. Ҡайһы һыйыр ҡайҙа торғанын, хатта һәр ҡайһыныһының яҡынса холоҡ-фиғелен дә төҫмөрләй инем. Маҡтанғандан әйтмәйем, әсәй ҡасан һыйыр һауып бөткәнен көтөп, ылаш (кормушка) алдында тегеләй-былай йөрөйөм. Дойка тауышына күпме теләйһең шунса ҡысҡырып йырларға ла була, күпсеп ятҡан һалам өҫтөндә аунарға ла рөхсәт. Ана шул саҡта һәр һыйырҙың алдына килеп йөҙөнә ҡарайым)))) Һәр ҡайһыныһының үҙ йөҙө, үҙ матурлығы. Хас та кешеләр кеүек. Кемеһелер  мыштым ғына сәйнәнеүен белһә, икенсе берәүҙәре мөгөҙ менән һелтәнеп уҫаллығын күрһәтә торғайны. Мине күргәндән һикерәңләп торған өркәктәре лә булды. Мин юрамал, ҡурҡҡанды ҡурҡытып ҡалырға булып, морон терәп һыу эсә торған "нәмә"не пышылдата торғайным))) Һыйыр китә оторо һикереп! Кәнишне, әсәй әрләй торғайны аҙаҡ.
Үҫә төшкәс, һыйыр имсәген тартырлыҡ ҡул көсөм булғас, ятҡан һыйырҙарҙы ғына һауып маташтым. Минең һауғым килә, ә һыйырҙар тиҙ генә ятырға ашыҡмайҙар. Торған килеш һауыр инем - ҡурҡыта, анаусама бот менән елсәһәәәә, бөттө баш!
Әсәйҙең Билдәш исемле һыйыры булды. Төркөмдә иң уртала тора, әммә һәр саҡ иң тәүҙә һауыуҙы "требовать" итеп баҡыра, тыпырсына ла тора торғайны. "Ярай, әйҙә һинеңсә булһын, Билдәш, һауайым да үҙеңде", - тип әсәй дойканы һөйрәп килеп шлангыларын ҡуя башлаһа, сынйырынан тартылып, Билдәш әсәйҙең халатын ялай торғайны. Быҙау имеҙеү күрмәгән бисара мал, мине быҙауы күрәлер инде тип, әсәй һыйырының һыртын дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйыр ине...
Мин бәләкәсерәк инем әле, йәйләүҙә саҡта гурттан бер һыйырҙы айыу һуҡҡан, тигән хәбәр таралды. Әсәй менән гел бергә йөрөгәс, ишетмәй ҡаламмы инде, һауындан һуң һауынсы апай-еңгәйҙәр менән теге һыйырҙы барып ҡарарға киттек. Йәйләүҙән әллә ни алыҫ та түгел, буралай һыйыр елене аҡтарылған көйө аунап ята... Нишләп мине алып барғандыр әсәй, әрләп булһа ла ҡалдыра алмағанмы әллә, оҙаҡ ҡына елененән субырлап ҡан ҡатыш һөт ағып ятҡан һыйырҙы онота алманым. Аҙаҡ, әсәйгә ял биреп һыйыр һауған саҡта ла, шул урындан үткәндә теге йән өшөткөс күренеш күҙ алдыма баҫа торғайны...
Туйға әсәйем һыйыр әйтте. Иптәшем һыйырҙы барып алырға теләмәй, ә әсәй үҙе бер нисек тә алып килә алмай. Хәҙерге ише телефон юҡ, хат аша, һыйырыңды ал, минең бесән наҡыҫ, тип яҙа әсәй. Ә ирем, эй, ҡуйсәле, яңғыҙ ҡатындың яңғыҙ ғына һыйырын ҡалайтып алайым, бында һыйыр бар бит, һау шуны, ти ҙә ҡуя.
Үҙ һыйырыңды һауып, ағын үҙең теләгәнсе тыныс күңел менән эшкәртеп ашау ине минең теләк. Юҡ, ҡәйнәм һөт эшенә ҡыҫылманы, ҡалай теләһәм, шулай һауҙым, шулай ҙа "килендең һыйыры, килен малы" тип өлөшләп телгә алыуҙарын теләнем. 

Ҡыҫҡаһы, инәлдем, ялбарҙым да... Тәки тыңлата алмағас,  октябрҙең бер иртәһендә үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр (һәм һуңғы булһын инде)  ауылыма ҡайттым да киттем. Әсәй әрләй, кеше һыйыр алмаған өсөн талашамы, алйот һин, ти. Арттан килеүсе юҡ, ятам әсәйҙә иркәләп))) әрләнә-һүгелә)))
Бер нисә көндән "Беларус"ы арбаһына һыйырҙы һәм еңмешлегенән мең дәвүлен йылмайған мине тейәп, иптәшем кире Һәмән яғына һыпыртты.
Үҙ малың үҙеңдеке инде. Йөҙө лә, үҙе лә, хатта эйәреп килгән быҙауы ла туғаның кеүек яҡын. Ҡыҙ бала яҙмышы ни ҙә, тана һыйыр яҙмышы ни... Ҡайҙа барыр, алда ниҙәр күререңде кем белһен...
Әсәйем ҡырҡ йылға яҡын һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, тип күп тапҡырҙар яҙғаным булды. Беҙҙең өсөн әсе силос еҫе хушбуй булды. Күндек. Колхоз баллары тигән һүҙҙәрҙе лә күтәрҙек. Урлап һөт эсәләр, тигәндәрендә лә шым ҡалдыҡ, сөнки хаҡ һүҙ. Эргәһендә йөрөгәс, әсәйҙең нисек тана-торпо өйрәткәндәренә лә шаһит була торғайным. Таяҡ тотоп мал туҡмай, әсе һүгенеп әрләй белмәне ул. Фермаға өйрәнсеккә йәштәр алып киләләр ҙә, иң оло һауынсы тип әсәйгә тәғәйенләйҙәр икән. "Кеше өйрәткәнсе, ун тана өйрәтәм мин лутсы", - ти торғайны.

Олоғайған һыйырҙарҙы, йә ауырыу сыҡҡандарҙың янбашына ҙур итеп "О" хәрефе ҡуялар ҙа, ферма ҡапҡаһы янындағы бейек баҫҡысҡа артын терәгән машинаға тейәп ҡайҙалыр ебәрәләр ине. Бала саҡта белмәнем. Иҫ ултырғас ҡына ул малҡайҙар иткә киткәнен аңланым.

"Һаҡмар исемле һыйырым булды. Шул тиклем аҡыллы, үҙе һөтлө. Оҙаҡ йылдар һауғас, ул - миңә, мин уға ныҡ эйәләшкәйнек. Ҡасан быҙауларын, ҡасан һыуалтырымды белдем. Иткә тип тамғалағандар. Йәл, әммә башҡа сара юҡ, мал олоғайҙы. Машинаға тейәгәс, Һаҡмар, риза бул, тинем. Күмәк малдар араһынан боролоп ҡына ҡарап ҡуйҙы Һаҡмарым..." Үрҙәге әсәй һөйләгәнде әллә күпме тапҡыр күҙ алдына килтереп тетрәнгән мин ул...

Үҙем дә өсәр башлап һыйыр тейәткәнем булды. Өйрәнгән малыңды ҡыйын, әлбиттә, ебәреүе. Барса юғын үҙең ашап та бөтөү мөмкин түгел, аҡсаһы ла кәрәк. Малды йәлләргә ярамай тиҙәр, юҡ, булдыра алмайым.

Аты-юлы юҡ был Миңзәлең, нишләп бөгөн тота гилеп һыйыр хаҡында яҙып алды ла китте, тимәгеҙ берүк. Аңлатам хәҙер. Иртән тороп яңылыҡтар тыңлай башлаһаң, бер яҡшы хәбәр юҡ. Ҡайҙа үлтереш, ҡайҙа ҡыйралыш та сәнсеш тигәндәй. Бөгөнгө иртә Әбйәлилдәге һыйырҙарҙы атып, ботарлап китеүҙерҙәре менән шаңҡытты. Кемдеңдер күҙ терәп торған малы, туйҙырыусыһы еңел табыш эҙләгәндәргә ем булып ҡуйыуы аяныс. Алланан да, бәндәнән ҡурҡмаған, харам менән хәләлде бутаған әҙәм аҡтыҡтарының ҡыланышы башҡа һыймаҫлыҡ!

Малдарын ҡарап алмауҙа хужаларҙы ғәйепләү ярамай, быйыл мал, услам ғына бесән йолҡоп ашауға зар булып, ер аяғы-ер башына китә. Бер төн эсендә аҡһыҙ ҡалған ғаиләнең ҡарылай сәйгә шәкәр болғап, әле кисә генә мөңрәп быҙауына тауыш биргән һәүкәштәренең һынын күҙ алдынан юя алмай тын ултырыуҙарын күҙ алдыма килтерәм дә, йөрәгем һыҙлап ҡуя...
Эй, Хоҙайым, һөттән аҡ, һыуҙан саф булмаһам да, йәне сығып етер-етмәҫ малҡайҙарҙы йыртҡыстарса ҡыланып ботарлаған әҙәм аҡтыҡтарына Хаҡ тәғәлә лайыҡ яза яҙһана, тип теләйем...
Ауыл кешеһе өсөн һыйыр - оло байлыҡ. Һыйырһыҙ бер нисек тә үҙемде күҙ алдына килтермәйем. Түрбаш, һауыт-һаба мәхрүм аҡ булмаһа. Һыйыр һауып, күбекле һөттө соланға алып инеп ултыртһаҡ, өләсәй гел генә, көн дә килер хазина бит ул, ҡәҙерен белегеҙ, исраф итмәгеҙ аҡты, ти торғайны. Аҡҡа ҡара ҡоймайҙар тип, кәсәгә тәүҙә һөт ҡойоп, аҙаҡ өҫтөнә сәй бороуҙы хилаф күрҙе. Сәй яһауға кәсә теҙгән һайын ошо ҡағиҙәне иҫтә тотам. Һөткә һыу ҡушма, үҙең дә аңғармаҫтан һөт тип һыу эсерһең тигән һүҙе лә иҫтә...

Хаталы-маталы яҙған булһам, зинһар, кисерегеҙ, оҙаҡ яҙмай торғас, ҡул да хәрефтәрҙе тапмай. Ҡыҫҡаһы, унан-бынан "йолҡолған" һыйыр хаҡында хәтирәләр йыйылмаһы тамам. Һыйырға ҡасандыр бер генә тапҡыр булһа ла һыйынып ҡараған ҡатын-ҡыҙ минең кисерештәрҙе, моғайын, аңлар тип уйлайым...

Автор:
Читайте нас: