Все новости
Общие статьи
10 Октября 2021, 00:46

Минән - һиңә, һинән - миңә...

"Бәйләнештә" төркөмөндә халыҡ медицинаһы белгесе Зәүхиә Низамиева әремдең коронавирусҡа ҡаршы көсө хаҡында бәйән итә.

Минән - һиңә, һинән - миңә...
Минән - һиңә, һинән - миңә...

Минән - һиңә, һинән - миңә... 

 Был нимәне аңлата һуң? Был бөгөнгө көндә коронавирус арҡаһында килеп тыуған хәлдәрҙә бер-беребеҙгә ҡарата хөрмәт менән генә ҡарарға өндәү түгел, ә яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, күршеләребеҙҙе, хатта таныш булмаған кешеләрҙе лә һаҡлап алып ҡалыуға саҡырыу, уларҙың ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамауға өндәү. “Нисек һәм ниндәй рәүеш менән мин кемгәлер ҡурҡыныс янай алам? ”- тип һәр беребеҙ уйланырға тейеш. 

 Ғаләм күләмендә коронавирус арҡаһында килеп тыуған киҫкен хәлдәрҙә был вирустан үҙебеҙ ҙә ауырымау һәм вирусты бүтәндәргә лә йоҡтормаҫҡа тырышыу – бөгөн һәр кешенең төп бурысы, йәғни һинән - миңә, минән һиңә йоҡмаһын. Ә был мөмкинме? Һәр беребеҙ тирә-яҡтағыларға ҡурҡыныс янауын–янамауын белә йәки һиҙемләй аламы? 

 Ныҡлап сирләй башлағас ҡына анализ бирәбеҙ. Кемдәрҙер эштән китә алмай, сирләгән хәлендә эшләп йөрөй. Анализ тапшырғас, бәлки, был сир түгелдер, тип битараф хәлдә анализ һөҙөмтәһен көтөп торорға кәрәк түгел, тип уйлайым. Был ҙур хата. Беҙ ошо ваҡыт эсендә носитель булып та әллә күпме кешене зарарлап өлгөрә алабыҙ.Үҙебеҙҙә тамаҡ ауыртыу, тымау төшөү, температура күтәрелеү, тын ҡыҫылыу һәм башҡа тайпылыштар булыу менән үк беҙ медицина үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә, анализ тапшырырға, тикшеренергә тейешбеҙ.

Тик, ниндәй генә сир булһа ла, өйҙә профилактика ҡамасауламай. Һәм медицина үҙәктәренә мөрәжәғәт менән генә сикләнмәҫкә, ә тәнебеҙҙә вирустың иң беренсе башлап үрсей башлаған тән өлөштәрендә уны таратмау, ныҡ үрсетмәү сараларын күреүҙән башларға кәрәк. “Миндә, бәлки, коронавирустыр?” тигән гипотезаға таянып эш итергә кәрәк. Паникаға бирелеү, ҡурҡып ҡалыу, ҡул ҡаушарып ултырыу һис кенә лә булмаҫҡа тейеш.

Танау тишектәрен тоҙло һыу, кер һабыны менән йыуыу, бер стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ сода һалып парын еҫкәү, лимон, имбирь киҫәктәрен, балан, миләш емештәрен, әремдең бер–ике бөртөк сәскәһен ҡабып сәйнәп йөрөү, әрем төнәтмәһен эсеү, С витамины күп булған йәшелсә -емеш ашау, кишер, сөгөндөр һуттары һығып эсеү, ҡымыҙ эсеү, ҡорот ашау йәки уны ҡайнар һыуға һалып һурпа яһап, борослап эсеү зарур. Шулай уҡ лимонлы сәйгә "топленый" һары май һалып эсеү ҙә файҙа бирә. Ул тын юлдарына,  вирусҡа үпкәгә инергә бирмәй торған кәртә булып тора икән. 

 Шулай итеп, был сир йоҡҡанда үҙебеҙҙең һәм контактта булғандарҙың да ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу өсөн бар сараларҙы ла ҡулланыу бик мөһим. 

 Ошо араларҙа кем менән генә осрашһам да, “Бигерәк ҡурҡыныс хәл, коронавирус менән сирләүселәр һаны тағын ныҡ артҡан,”- тиҙәр. Мәскәү, Санкт–Петербург кеүек ҙур мегаполистарҙа хәлдәр мөшкөлләнә барыуын хәбәр итәләр. Ошондай уҡ хәлдәр Башҡортостан райондарында ла күҙәтелеүе, был сирҙән ауырыусылар һанының кинәт артып китеүен, хатта яҡты донья менән хушлашыусылар барлығын хәбәр итәләр яңылыҡтар порталдары.

Мин йәшәп ятҡан ерҙә лә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел.Тимәк, был вирус ил күләмендә үткәрелгән ҡәтғи сараларға ҡарамаҫтан, әле һаман бирешергә уйламай, киреһенсә, әйтерһең ул бер аҙым да артҡа сигенмәне, ә алға бара. 

 Сәбәп нимәлә, кем ғәйепле, ҡасан был вирусты еңербеҙ икән? Был һорауҙар күптәрҙең башында тыуа, борсой, ҡурҡыуға һала... Ә тажлы зәхмәт хафаға һалып ҡына ҡалмай, арабыҙҙан яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы сүпләй... 

 Өҫтәге һорауҙар мине лә борсой, уларға мин дә яуап эҙләйем. Кемдәрҙер ярҙам, кемдәрҙер кәңәш һорай. Ошо урында бер нисә кешенең был сиргә бәйләнешле тарихын яҙып, ул тарихтарға ҡарата үҙемдең  һығымталарҙы яҙып киткем килә. Бәлки, был һығымталар кемдеңдер коронавирус арҡаһында килеп сыҡҡан хәлдәргә ҡарата үҙенең ҡарашын үҙгәртер, үҙен һәм  контактта булған кешеләрҙе был сиргә йолоҡтормай алып ҡалыр, йәки еңелсә, ауыр хәлдәргә ҡалдырмайынса еңеп сығырға ярҙам итер. Ҡыҫҡаса ғына тарихтарҙы яҙып, уларға комментарийҙар яҙып киткем килә. 

 30 йылдан артыҡ дуҫлашып, бер – беребеҙгә кәңәштәр биреп, ярҙамлашып йәшәгән иптәш ҡатын шылтыратты. “Зәүхиә, ҡыҙым коронавирустан ауырып киткән. Еҫ һиҙмәй, тәм белмәй, температура менән урынынан да тора алмай ята. Ике көн элек үк участка табибын саҡырғандар. Һаман килеп етә алмай, сираты етмәй. Сирләүселәр күп, өлгөрә алмай икән. “Башымды ла күтәрә алмайым, әней,”- ти. Миңә килергә ҡушмайҙар. Юҡ, былай бер нимә лә эшләмәйенсә тора алмайым. Аллам һаҡлаһын, үлеп ҡалмаһын.Зәүхиә, тиҙ генә кәңәштәр бир! ” 

 Минең комментарий:

 - Әсәһенә килергә ҡушмайынса дөрөҫ эшләйҙәр. Оло кеше бит. Тимәк, уның өсөн яуаплы икәндәрен яҡшы беләләр. 

- Әсәһе дөрөҫ борсола, тормоштоң әсеһен – сөсөһөн татыған кеше. Вирус тәнгә ингәнен һиҙгәс тә үк уға артырға һәм бөтөн ағзаларға таралырға бирмәҫкә кәрәк. Көн һайын арта, тимәк, табип килгәнен көтөп кенә ятмаҫҡа. Улар ҙа аврал хәлендә эшләйҙәр. Икегә ярыла алмайҙар. ( Табип дүртенсе көнгә генә килде.) Ә бит вирус тарала, һаман төпкә үтә, үрсей. Уны үрсеүҙән туҡтатырға һәм күҙәнәктәргә индермәҫкә - был тере ҡалыуға һәм тәнде ҡыйратырға бирмәүгә иң мөһим шарт!!!!! Йәғни, бөтөн тәнде баҫып алмаҫҡа һәм ғүмергә ҡурҡыныс янарлыҡ хәлгә еткермәҫкә!!!!! Бындай ваҡытта ашау бик мөһим түгел. Иң беренсе - нимә лә булһа эсеү. 

- Нимәләр эсергә? Ике сара тәңгәл ( параллель) барырға тейеш - организмдың иммунитетын күтәреү һәм вирусты ныҡлы баҫтырыу, үрсергә бирмәү. Вирусты баҫтырыу буйынса бөгөнгө көндә ғаләм буйынса тип әйтерлек иң беренсе сара итеп танылған әремде ( көслө тәбиғи антибиотик) ҡуллана башлау, 15-20 бөртөк сәскәһен йәки шуның хәтлем кимәлдә үләнен ярты стакан ҡайнар һыуҙа ябып 10 минут тотҡас һөҙөп эсеү, уны көнгә ике - өс сәғәт һайын ҡабатлау, араһында лимон, апельсин, гранат, кишер, сөгөлдөр, алма һуттары һығып эсеү, шулай уҡ йылы һыу, үлән сәйҙәре эсеү, ашай алһа, йәшелсә салаттары яһап ашау, уларға һарымһаҡ, һуған турау, үҫемлек майы менән бутау зарур. Үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ бал, ҡымыҙ, ҡорот тураһында яҙып та тормайым. Уларҙы иң беренсе ҡуллана башларға кәрәк. Сәләмәтләнә башлағас,  организм үҙе нимәләр ашарға икәнен һиҙҙертә башлай. Ә сир килгәс,   һанап киткән эсемлектәрҙе эсеү мөһим. Был эсемлектәр  кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янамайҙар, кеше бер нимә менән дә "не рискует". Берҙән-бер сәбәп – ниндәйҙер ризыҡҡа аллергия булыуы. Ә күпме эсергә икәнлеген һәр кем үҙе самалай. Һыу ҡушамы, ҡушмаймы һуттарға – уныһы ла шәхси ҡарары һәр кемдең. 

Табип килгәс, тикшергәс, уның кәңәштәрен тотоп, дауаланыуҙы дауам итәбеҙ. 

 

 “ Зәүхиә, бик ҡаты короновирустан сирләп ятам. Ужас хәлем. Бөтөн сирем ҡалҡып сыҡты.Ауыртмаған бер ерем юҡ. Бер пенсиям дарыуҙарға һәм уколдарға инеп китте. Киттем ябығып. Ашау юҡ дәрәжәһендә.Үлеп ҡалырмын кеүек. Ир прививка яһатып ҡайтты ла, ике - өс көндән ауырып китте. Температура булып, тәне һыҙланып йөрөнө. Ул минең электән грипҡа ла бирешмәй ине, тиҙ аяҡҡа баҫты был сирҙән дә. Ә миңә ныҡлап йәбеште. Һин генә йоҡторҙоң, прививка яһатып, тип һүгәм. Зәүхиә, тәнемдә бер көсөм ҡалманы, нимәләр генә эсеп, ашап хәл йыяйым икән. Врачҡа шылтыратһам, һаман өйөп дарыу яҙа. Ашҡаҙаным, бауыры, эсәгем ауырта инде уларҙы эсә - эсә,” - тип шылтыратты бер танышым. 

 Бында кем ғәйепле? Һинән - миңә, минән һиңә йоғоу осрағы ни өсөн булған? 

 Минең комментарий:

 - “Прививка яһатып ҡайтҡан кешенең өҫтөндә яуаплылыҡ бармы, ул вирус таратыу сығанағымы, юҡмы?” - тип һорау ҡуяйыҡ. Бөгөнгө көндә был һорауға асыҡ ҡына итеп, ғалимдар өйрәнеп яуап биреү осрағы юҡ. Әгәр ҙә мәртәбәле,  ил күләмендәге ғалимдар тиҙ арала өйрәнеп, привика яһатҡан кешеләр менән яһатылмағандарҙы бергә тотоп, йоғоу – йоҡмау осрағын ныҡлы өйрәнеп, асыҡ яуап бирһәләр, хәүефләнмәҫ инек. Ҡайһы берҙәре, прививкалы кеше - "носитель" , ҡайһы бере - юҡ, ти. Шулай булғас, яһатҡан осраҡта барыбер Һәр КЕМГӘ ЛӘ һаҡ булыу hәйбәт булыр. Ни өсөн? 

 - Прививка яһатҡан мәлдә кеше инде вирус йоҡторған, тик ул әле ныҡлап үрсей башламаған булыуы мөмкин. Тимәк, уға яһалған прививка сирҙе тиҙләтеп, уның инкубацион ваҡытын ҡыҫҡартып, кеше сирләп китергә мөмкин. Тимәк, прививка яһатҡан кеше шул мәлдән башлап, шулай уҡ вирусты баҫтырыу, тын юлдарын дезинфекциялау, эсендә лә үрсергә бирмәү тураһында ҡайғыртырға тейеш. Күп кенә йәштәр яһата. Әтей - әнейҙәре, әбей – бабайҙары янына ҡайта, транспортта йөрөй. Ҡыҫҡаһы, контактҡа инә. Өйгә, ҡатыны, ире, балалары янына ҡайта. Һәм үҙе лә һиҙмәйенсә вирус таратыу сығанағына әйләнә. Физик яҡтан көслөрәк һәм иммунитеты көслө кеше ауырығанын һиҙмәйенсә лә үткәрергә йәки еңелсә генә ауырырға мөмкин. Тик ул да барыбер вирус таратыусы булып тора. Ә кеше сөскөргәнгә лә ауырырға торған оло кешеләр янына барһа, ул осраҡта өҫтәге хәл булырға мөмкин. 

 - Привиака яһатҡандар ҙа, яһатмағандар ҙа, ауырый башлағандар, башламағандар ҙа - барыбыҙ ҙа профилактика  сараларын үтәйек. 

 “ Зәүхиә, әнейем үлеп китте. Шартлатып донья көтөп йөрөгән еренән үлде лә китте. Һеңлем ауырып тора ине. Коронавирус булып ҡуйыр, әней янына ҡайтмай төр, тинем. Юҡ, үҙ һүҙле, ҡайтып килде. Әнейем оҙаҡламай ауырып та китте. Шул сирҙе таптылар.Үлеп тә китте. Эй, һеңлемде һүктем инде. Кем инде, ошондай хәүефле заманда, үҙең ауырыбыраҡ торған көйө оло кеше янына ҡайта инде. Йәтим ҡалдым, һаман ышанмайым,”- тип илап һөйләне ҡасандыр бергә эшләгән хеҙмәттәшем. 

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр тураһында бик күп ишетергә тура килә.Ситтән әней – әтейҙәре, әбей – бабайҙары янына ҡунаҡҡа ҡайтып, күрше – тирәгә, дуҫтарына вирус йоҡтортоп,  үҙҙәре лә ҡайтҡан ерҙәрендә ауырып китеүселәр бар. 

Комментарий:

 -Ҡайҙа ғына барһаҡ та, кемдәр янына ҡайтһаҡ та, тупһа аша атлап ингәнсе, мин был вирусты эйәртеп ҡайтманым микән, минем арҡала кемдер сирләп кенә түгел, ә яҡты доньяларҙан китмәҫме, тип уйлау мөһим.Эйе, йәшәү алға бара, тормош көтөргә, аралашырға кәрәк. Тик тормоштоң был сиргә хәтле һәм унан һуң йәшәү рәүешенә бүленгәнен аңлайыҡ. Беҙ элекке һымаҡ вайымһыҙ йәшәй алмайбыҙ, беҙҙең вайымһыҙлыҡ әтей - әнейһеҙ, яҡындарһыҙ ҡалдырырға, кемдәргәлер күп ауырлыҡтар алып килергә мөмкин. 

 Нисек "минән - һиңә, һинән миңә күсмәһен" ҡағиҙәһен үтәргә һуң? Был сораҡта мин үҙемдең йәй көнө нисек ауылға ҡайтып килгәнемде яҙып киткем килә. 

 Ауылыма ҡайтып еткәнсе 800 км юл үтергә, юл буйына автобуста, вокзалдарҙа, юлда, туғандарға төшкәндә күп кенә кешеләр менән контактта булырымды аңлап юлға сыҡтым. Шуның өсөн бәләкәй сумкама алыштырыр өсөн запас маскалар,ҡулдарға дезинфекция яһай торған спрей, юлда барғанда тын юлдарына вирус инә ҡалһа шунда уҡ юҡ итер өсөн, ваҡыт – ваҡыт ауыҙҙа сәйнәп йотоп барырға кипкән әрем сәскәләре, ҡырҡып һалынған лимон, имбирь телемдәре, хатта һарымһаҡ та һалып алдым. Ә юлда вокзал туалеттарына инеп лимонлы һыу ҡойолған спрей менән танауҙы ла йыуҙыртып алдым. Юлда төшкән туғандарыма, таныштарға ингән һайын әрем төнәтеп үҙем дә, уларға ла эсертергә тырыштым. Бер ерҙә лә һаҡ булыу сараларын онотманым.  Аллаға шөкөр, үҙем дә иҫән-һау йөрөп ҡайттым, минең артымдан ауырыусылар ҙа булманы. Бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Бигерәк тә ололар янына ҡайтыу менән ярты стакан ҡайнар һыуға 15-20 бөртөк әрем сәскәһе йәки шуның хәтлем үләнен һалып төнәтеп эсеп алһаҡ, уларға ла эсерһәк, көн үҙәгендә бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаҡ, беҙ уларҙы һуңғы тапҡыр күреп китмәбеҙ. Йәки сир нужаларына һалмабыҙ. Нисә көн булһаҡ, һәр көндә лә һаҡ булыу зарур. 

 “Зәүхиә, туғанбыҙҙың туйына барған инек. Бармаһаң, аралар боҙола, туғанлыҡ ептәре өҙөлә, барған инек, теге сирҙе эләктереп ҡайттыҡ. Ҡыҙым да ауырып китте беҙҙән йоғоп, көскә аяҡҡа баҫып киләбеҙ. Туйҙа булған аруҡ ҡына кешеләр сирләнеләр. Кемдер ауырып барған инде. Йә вируслы булыуын белмәгән. Минең һиңә һорау бар ине.Үпкәм ауыртып ҡалды. Тын алыуы ҡыйын. Берәр күнегеү өйрәтмәйһеңме?” 

 Комментарий

 -Туйға, юбилейҙарға, аят аштарына барып, унан ҡайтып тиҙ арала ауырып китеп үлеүселәр, ауырып хастаханаларҙа ятыусылар бар. Беренсенән, яңы ғына мөстәҡил тормошҡа аяҡ баҫып, гөрләтеп йәшәй башлайбыҙ, тигән йәштәрҙең дә, вафат булғандар рухына аят уҡытҡандарҙың да, юбилярҙарҙың да күңелендә ауыр иҫтәлектәр ҡала, икенсенән, ҡунаҡтар яфалана. Бигерәк тә ололар. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, барыр алдынан да, ҡайтҡас та уҡ өҫтәге профилактик сараларҙы онотмағыҙ. Сумкағыҙға кәрәкле профилактик әйберҙәрһалып алып барырға онотмағыҙ! Помада, духи мөһим түгел. Саранан сыҡҡас та бәҙрәфкә инеп танау тишектәрен йыуығыҙ, юлда уҡ әрем, лимон сәйнәп ҡайтығыҙ. Ҡайтҡас, ҡайнарыраҡ сәй эсеп, тамаҡтарығыҙҙы сайҡап ятығыҙ. Туйға, юбилейҙарға, хатта аштарға ла алдан саҡыралар. Шуның өсөн бер нисә көн алдан татлы ризыҡтар, ҡамыр ризыҡтары ашауҙан тыйылып, күберәк өҫтәге һуттар эсеп, салаттар ашап, хатта вирустарға, паразиттарға, грибоктарға ҡаршы профилактик саралар яһап әҙерләнегеҙ. Был һеҙҙең эсегеҙҙә вирус үрсергә уңайлы шарттарҙы кәметә йә юҡ итә. Вирус ингән хәлдә лә үрсеп китә алмай, йә насар үрсей. Еңелсә генә ауырып үткәреү форсаты була.Иммунитетығыҙҙы юғары дәрәжәгә күтәрегеҙ!!!!! Сара алдынан берәр аҙна, һуңдан да берәр аҙна әрем төнәтмәһе эсеп алығыҙ. Ул да һеҙҙе ҡотҡарып алып ҡала ала.Шулай уҡ керән, һарымһаҡ, әсе һуған, ҡымыҙ, ҡорот шундай уҡ көскә эйәләр. 

 Ҡулдан килгән кәңәштәрҙе бирергә тырышам. Тарихтар күп.Тик улар беребеҙгә лә яңылыҡ түгел. Сөнки ундай хәлдәр бар ерҙә лә булып тора, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йәшәйеш менән үлем араһы бының хәтлем ҡыҫҡа булғаны юҡ ине. Юғары тиҙлектәр заманында үлем дә юғары тиҙлекле була башланы, ахыры. Вирустың бөтөр йылын тағын да сигерҙеләр. Маскалар кейеү, ҡамалышта ултырыуҙың да ҙа әллә ниндәй фәтеүәһе булманы кеүек. Хәҙер, миңә ҡалһа, барыбыҙҙың да гражданлыҡ яуаплылығынан, бер – беребеҙгә һаҡсыл ҡарауҙан, юғары дәрәжәлә яуаплы булыуыбыҙҙан, бер – беребеҙҙе һәм үҙебеҙҙе хөрмәт итеүҙән был сирҙең сигенеү мәле башланыр, тип уйлайым.

Автор:
Читайте нас: