Все новости

КЕТЕРҘӘП ТОРҒАН КӘБЕҪТӘ

3 литрлы банкаға: кәбеҫтә, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 6-7 түңәрәк ҡара борос, 2-3 ҡәнәфер, 2 уртаса ҙурлыҡта кишер,1-2 лавр япрағы.

КЕТЕРҘӘП ТОРҒАН КӘБЕҪТӘ
КЕТЕРҘӘП ТОРҒАН КӘБЕҪТӘ

 

 

Банка төбөнә һарымһаҡ, тәмләткестәрҙе һалырға. Кәбеҫтәне ҙур киҫәктәргә киҫкеләп тултырырға, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. 10 минуттан һыуҙы түгергә һәм тоҙлоҡто һалырға.

Тоҙлоҡ яhау: 1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушып, ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе һалып болғатып, банкаға ҡойорға.

Бер-ике көндә кәбеҫтә әҙер була.

 

Лариса Шәүәлиева рецебы. 

Автор:
Читайте нас: