Все новости
Общие статьи
25 Сентября , 13:40

Арахис Башҡортостанда ла үҫә

Кемдер картуф йыя, кемдер... арахистан бик шәп уңыш ала! Эйе, Башҡортостанда ла үҫтереп була икән был сәтләүекте.

Арахис Башҡортостанда ла үҫә

Сәлиә Ғатауллина "Бәйләнештә" төркөмөндәге  сәхифәһендә арахис үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашҡан:

✅"Дөрөҫөн әйткәндә, бер ҡыйынлығы ла юҡ шикелле. Бары март башында рассадаға сәсеп, майҙың урталарында ергә ултыртыр кәрәк. Орлоғон бер генә көн ебеттем дә, сәстем. Ике-өс көндән шытып сыға ла башлайҙар. Күҙ алдында, тигәндәй!🌱 Орлоғон аҙыҡ-түлек магазинында алырға була. (Мин, мәҫәлән, "Монетка"нан алдым). "Ҡабығын әрсергәме?" - тип тә һорайҙар. Әлбиттә, сөнки берәүһенең эсендә ике-өс орлоҡ була бит! Ултыртҡандан һуң үҫә төшкәс, бәрәңге кеүек күмәһең. (Мин ике тапҡыр күмдем, һыу һибеп торҙом. Помидор-ҡыярҙарға ашлама ҡойғанда, арахисҡа ла өлөш сығарҙым!) Август урталарында сәскә атты. Сәскәләре ҡыҙғылт һары төҫтә, ваҡ ҡына. Сентябрь уртаһында ҡаҙып та алдым. Ысынлап та, ҡыйынлығы юҡ, эйеме? Рассадаһыҙ үҫтерһәң, өлгөрмәҫтер, тим. Башҡортостанда ныҡ йылы райондар бар бит, барыһында ла үҫеп, уңышын алып өлгөрөрһөгөҙ, алла бирһә!"

Арахис Башҡортостанда ла үҫә
Автор:Раиля Галеева