Все новости
Общие статьи
23 Сентября , 21:58

Йома сәйенә тәмлекәс

Йома көндө таба еҫе сығарып, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ, уңған хужабикәләр! 

Йома сәйенә тәмлекәс

 

🍩🍪300 гр йылы һөткә 3 йомортҡа, 10 гр сүпрә, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ hалып ҡамыр баҫабыҙ. Бер аҙҙан 3 аш ҡалағы көнбағыш майы өҫтәп, ҡамырҙы баҫып бөтәбеҙ. Ҡабарғас, теләгән формала ҡырҡып, ҡыҙған майҙа бешерәбеҙ. Ҡуйыртылған һөттә бутап алырға йәки шәкәр онтағы һибергә мөмкин. 

 

Р. Хажиева рецебы.

Автор: