Все новости
Общие статьи
16 Сентября 2021, 14:15

БӨРЙӘНДЕҢ БОРОНҒО АУЫЛДАРЫ ХАҠЫНДА

Тыуып үҫкән ауылымдың һәм күрше ауылдың тарихын яҙыу күптән күңелемдә яралһа ла, күренекле яҙыусы, тарихсы Әкрәм Бейештең әйткәндәрен иҫтә тотоп, тарих яҙырға баҙнат итмәнем. Дөрөҫ яҙһаң, кеше күңелен дауалайһың, яңылышһаң – яралайһың, тип бик тә дөрөҫ әйткән ул.

БӨРЙӘНДЕҢ БОРОНҒО АУЫЛДАРЫ ХАҠЫНДА
БӨРЙӘНДЕҢ БОРОНҒО АУЫЛДАРЫ ХАҠЫНДА

Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдары

Миңә ауылдар тарихын яҙыр алдынан күренекле ғалимдар: Әнүәр Әсфәндиәровтың «Ауылығыҙға тыуыу тураһында таныҡлыҡ» һәм ғалим Салауат Галиндың «Бөрйән тарихы тураһындағы» мәҡәләһе менән ныҡлап танышырға тура килде. Бөрйән районының был ауылдарына ҡасаныраҡ нигеҙ һалыныуына ике авторҙа ике төрлө ҡараш. Салауат Галин, Ғәлиәкбәр ауылы Бөрйән ауылдары араһында иң боронғо ауыл, уға яҡынса XIV быуат баштарында нигеҙ һалынғандыр, тип, минеңсә, дөрөҫ фаразлай. Тик ни өсөндөр ике ғалим да хәҙерге көндә ҡороп барған (ун өс өйҙән торған) Үрге Нөгөш ауылына иғтибар итмәй. Миңә олатайҙар быуыны бәйләнешен (шәжәрәһен) яҙып алыу барышында күпселек ауылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, тарихсыларҙың ауылдарҙың барлыҡҡа килеүен үҙгәртеп яҙыуҙарына зарланыуына шаһит булырға тура килде.
Улар ауыл зыяратындағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы борон­ғоса уҡый белгәндәрҙән уҡытып та ауылдарына нисә йәш булыуын төҫмөрләй ине. Күгәрсен ра­йоны Бикбулат ауылында, Бөр­йән районы Байназарҙа ауыл тарихындағы мәғлүмәттәр менән килешмәүҙәрен асыҡтан-асыҡ дә­лилләнеләр. Ауылыбыҙға кәмендә 500–600 йәш, тине улар. Бындай фекер менән мин тулыһынса килешәм. Улар үҙҙәренең нәҫел быуыны бәйләнешен ентекләп өйрәнгән, солоҡ ҡарағайҙарының, сабынлыҡтарҙың исем-атамаларына иғтибар иткән.
Тарихи мәғлүмәттәр күрһәте­үенсә, Бөрйән районында иң боронғо ауылдар рәтендә Мәҡсүт (Уашаш), Үрге һәм Түбәнге Ямаш (Нөгөш) бар. Улар хәҙерге Баймаҡ районындағы 1-се һәм 2-се Ямаш Этҡоло ауылдарынан күсеп килеп ултырған. Мөхәмәтҡужа олатайым яҙҙырып ҡалдырған ҡулъяҙманан юғарыла һөйләгәндәргә инаны­уы ҡыйын түгел. Мәҫәлән, сөрсәләр
зат-араһының нәҫел быуындары
бәйләнеше түбәндәгесә: Дәү­ләткилде–Яубаһар–Яубасар–Ҡөнәфиә–Ишмөхәмәт–Ҡу­наҡбай–Толомғужа–Мөхәмәт­ҡужа–Хәйрулла–Ғәле–Сабир–Зәбир–Замир–Алсын. Ошо ола­тайҙарҙың яҡынса күпмешәр йыл йәшәгәнлектәрен иҫәпләп, иң оло олатайҙың XVI быуат баштарында уҡ Нөгөш йылғаһына ҡойған бәләкәй йылға буйҙарына күсеп килеп ултырыуҙарын белеп була.
Тарихи сығанаҡтар күрһәте­үенсә, беҙҙең ата-бабалар бер ваҡытта ла яңғыҙҙары ауыл бар­лыҡҡа килтермәгән. Кәңәшлә­шеп, бер нисә нәҫел-нәсәп ойо­шоп ултырған. Минең фаразлауымса, бөгөнгө көндә йәшәгән сирмештәр, кәмәкәйҙәр, сөрсәләр был яҡтарға бер ваҡытта килеп нигеҙләнгәндер. Юламановтарҙың, Иҫәнамановтарҙың олатай-ба­баларының береһенең йөклө ҡа­тыны оҙон тау-ташлы юлдарҙа һелкенеп килеп, ваҡытынан алда игеҙ малайҙар тыуҙырғас, уларҙың имен-аман яҡты донъяға морон төртөүҙәренә ҡыуанып, береһенә – Иҫәнаман, икенсеһенә Юламан тип исем ҡуштыра, Үрге һәм Түбән­ге Нөгөш ауылын нигеҙләгәндәр башта Уашаш һәм Ағиҙел йылға­лары буйына урынлашып, Мәҡсүт ауылында бер аҙ йәшәгәндәр. Тимәк, Үрге Нөгөш бик боронғо ауыл.
Был ауылдарҙың Октябрь ре­волюцияһына тиклемге ер билә­мәһенә ҡарап фекер йөрөткәндә лә, ямаштарҙың ғәлиәкбәрҙәрҙән алда килеп төпләнеүҙәренә ышаныуы ҡыйын түгел. Мәҫәлән, хә­ҙерге көндә Ғәлиәкбәр ауылы халҡының яртыһынан күбеһе, тип әйтерлек, ошо ауылдарҙың элекке сабынлыҡтарын файҙа­лана. Ер, сабынлыҡ, солоҡ ҡара­ғайҙарының исемдәренән дә ба­баларыбыҙҙың малсылыҡ, ҡорт­солоҡ, һунарсылыҡ, һалсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен һәм ҡайһы ваҡыттараҡ йәшәгәндәрен билдәләп була.
Арғы Арҡа яланынан Күжә йылғаһы тамағына табан төшә башлағанда ҡарағай араһында өс йөҙ центнер бесән сыҡмалы аланғырт Яубаһар сабынлығы тип атала. Яубаһар – минең ун өсөнсө быуын олатай. 1929 йылда баҡыйлыҡҡа күскән Мөхәмәтҡужа олатай туҡһан ике йыл йәшәгән, тимәк, 1837 йылғы. Уның олатаһы, данлыҡлы һунарсы Ҡунаҡбай 100 йылдан күберәк йәшәй. Мөхәмәтҡужа менән атаһы Толомғужаның йәш араһы утыҙ-ҡырҡ йыл тиһәң, тимәк, Ҡунаҡбай олатай 1700 йылғы. Ҡалған биш олатайҙың быуындар бәйләнешен уртаса утыҙ йылдан иҫәпләгәндә, күсенеп килгән иң оло олатай Дәүләткилде 1550 йылғы булып сыға. Утыҙ йәшендә ауылға нигеҙ һалыусылар менән бергәләп Нөгөш йылғаһы буйҙарына юл­ланһа, 1580 йылда йәмле, саф, тәмле һыулы Бәккән йылғаһы бу­йында төпләнгән тигән һүҙ.
Белеүебеҙсә, башҡорт хал­ҡының төп шөғөлө – малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм һунарсылыҡ. Шул шөғөлдәр менән булыр өсөн 160–180 саҡырымдан күсенеп килгәндәр, тип һығымта яһап була. Дәүләткилде олатайҙың ейәне Көнәфиә солоҡсолоҡ менән ихлас шөғөлләнгәндер, Бәккән йылғаһы башында уның исемендәге солоҡ ҡарағай ҡыуарһа ла, ыжғыр елдәргә бирешмәй, иҫтәлеге булып, ултыра бирә. Ҡунаҡбай олатай быуаттар дауамында урындағы халыҡтың теленән төшмәҫ тарихи шәхескә әйләнгән. Һуғым аштарына йыйылғанда, әңгәмәләшеү барышында уның шул ҡәҙәре ҡомар һунарсы булыуы тураһында хәтергә алып, йөҙгә етеп барғанда ла бил бирмәҫ көрәшсе булғанын һөйләһәләр, күңелебеҙ түрендә олатайыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уяна ине.


Мөхәмәтҡужа олатайым

Атайыбыҙҙың олатаһы Мөхә­мәтҡужа тураһында ентекләберәк яҙыу кәрәктер. Үҫмер саҡта Алтын­бикә өләсәйем промартелдең йылҡы өйөрө араһында йөрөгән ерән бейәләргә күрһәтеп, «Шулар инде олатайығыҙ биргән кир бейәнән таралып киткәндәр», тиһә, мәғәнәһенә төшөнмәй аптырай ҙа ҡуя инек. Атайымдың берҙән-бер ҡыҙы Зөлфирәнең иҫтәлектәре буйынса, әҙәм рәтле донъя көтөп йәшәй башлағансы, нужа һурпаһын аҙ һемерергә тура килмәй Мөхәмәтҡужа олатайға. Һигеҙ йәштән етем ҡалып, аслы-туҡлы йөрөгәнендә, Монаш ауылында (ул заманда Ғәлиәкбәр ауылы шул исемдә йөрөтөлә) хәйер һорап, Рауил байҙың өйөнә инә. Бай йортонда мәжлес барған була. Өшөп ҡалтыранып торған етемәктең тамағын туйҙырғандан һуң, бер көрөшкә бал балы эсерәләр. Ул эсемлектән ҡыҙмасаланып, моңланып-һағышланып йырлап ебәрә:

Ҡарғалыла мулла күп,
Ырымбурҙа бурлар күп.
Мин дә мулла булыр инем,
Уҡыр өсөн форсат юҡ...
Һай! Уҡыр өсөн форсат
юҡ шул,

– тип йырын тамамлағас, мәж­лестәгеләр етемәктең һәләтен ба­һалап, кәңәшләшеп, юллығына ҡорот-май хәстәрләп, шунда эшләп тә, уҡып та йөрөп әҙәм булырһың тип, Һайран ауылындағы Минһаж байға оҙаталар. Минһаж байҙа батрак булып 11 йыл буйы көнөн-төнөн эшләһә лә, ғаиләләнеп,
донъя көтөп алып китерлек тә аҡса эшләй алмай. Әгәр әмәлен табып китмәһә, бай уны мәңге батрак хәлендә эшләтәсәген аңлай егет. Ярҙам һорап, Ҡунаҡбай олатаһына мөрәжәғәт иткәс, Сәлим бай менән һөйләшеп, Уаҙраш утарына эшкә китә. Бында биш йыл эшләгәндән һуң, өс һум аҡса алып ҡайтып ола­таһы ҡулына тоттора. Шул аҡсаға Вәлиулла исемле ҡарттың ҡыҙына өйләндерәләр. Өс йыл ҡайны йортонда бергә йәшәп, алһыҙ-ялһыҙ тир түккәндән һуң, ҡайны менән ҡәйнәһе быҙаулы һыйыр, ҡолонло бейә биреп башҡаландыралар.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип бушҡа ғына әйтмә­гәндәрҙер. Ул үҙенең әрһеҙлеге, ныҡышмаллығы, зирәклеге арҡа­һында тарихи шәхескә әйләнә. Баймаҡ, Темәс тарафтарынан килеп, ауыл эргәһендәге дөм ҡара­ғай урманды ҡырҡып, Нөгөш йыл­ғаһынан ҡыуғын ҡыуҙыртып, һал ағыҙыу эштәрен башлап ебәргәстәр, уларҙың аттарын ҡарай, Сәйетә өләсәй эшселәренә аш-һыу әҙерләй, йәшәгән урындарын йыйыштыра. Ағас ҡырҡтырыу эше егерме
йыл дауамында башҡарыла. Ҡырҡтырылған делянкалар ауыл халҡы тарафынан таҙарттырылғас, йылдар үтә килә Йылҡыалыпҡасҡан, Маңҡайорт, Бәккән, арғы һәм бирге Үшә буйы яландары барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә малдарҙы күпләп аҫырау мөмкинлеге тыуа. Мөхәмәтҡужа олатай ҙа тыуған форсатты маҡсатлы файҙалана. Эшләтеүселәр аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғас, һуғымға һарыҡ-кәзә малдарын ғына файҙаланып, йылҡы-һыйыр малын үрсетеү яғын хәстәрләй. Өҫтәүенә, урман эштәре тамамланғас, йылдар дауамындағы тоғро хеҙмәтен баһалап, олатай менән өләсәйҙең эш хаҡы иҫәбенә ике бейә малы ҡалдырып китәләр. Хәстәрлекле, йүнсел хужалар тәрбиәләгәс, йылҡы малдары ишәйгәндән-ишәйә бара. Уларҙы һатып, мая туплағас, хажға барып ҡайтыу теләге уяна олатайҙа. Балыҡсылап та, һунарсылап та Кәшәлә менән Бикташ ауылдары араһында йөрөп ятҡан Әхмәтзәки 73 йәшлек ҡарттың хаж ғәмәле үтәргә йыйыныуын атаһына ҡайтып әйткәс, кисекмәҫтән улы, Әрмет ауылы хәҙрәте Зәйнеғәле менән бергәләп Үрге Нөгөшкә киләләр. Сөнки 48 йәшендә, 1908 йылдың ҡышында хаж ғәмәлен үтәгән Әхмәтша хәҙрәт белә хаж үтәү барышында кисерәсәк юл ғазаптарын... Оло йәштәге диндарҙы ҡурсалап: «Һин Үрге Нөгөш ауылына мәсет һалдырһаң, хаж ғәмәле ҡылғандай сауап алырһың», – тиҙәр өсәүләп.
Мөхәмәтҡужа үҙе кеүек үк тормош тәжрибәһе туплаған алдынғы ҡарашлыларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала. 1910 йылда ауылдың күркәм, ҡалҡыу урынында, Ғәзиз тауы итәгендә мәсет төҙөтә башлай һәм 1912 йылда тамамлай. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә, манараһы ауҙарылған мәктәптә башланғыс белем алыу бәхете тейҙе. Ауыл йөҙөн күркәмләндереп тороусы мөһабәт бина ине ул. Ғәлиәкбәрҙә уҡып йөрөгәндә, йәйәүләп ҡайтып килгәндә саҡырым ярымдан Ҡотан тауының башынан уҡ күренер ине. Кешеләр күңелен хисләндереп, һоҡландырып торған шул бинаны 1965 йылда залимдар Мәләүез районының «Победа» колхозына һатып ебәрҙе.

Халыҡ хәтерендә һаҡлана

Юғарыла яҙылғандарҙан сығып, Баймаҡ яғындағы Бөрйән ырыуы башҡорттары, ҡаҙаҡтар менән барымта-ҡарымта һуғыштарынан ялтанып та, урыҫ хөкүмәтенә төрлөсә яһаҡ түләүҙән ҡотолоу маҡсатында ла, тау-ташлы, ҡуйы урманлы, юлһыҙ, төпкөл урындарҙа төпләнергә тырышҡан, тип һығымта яһарға була. Ғәлиәкбәр ҙә, Үрге Нөгөш тә башта хәҙерге йәшәгән урындарында урынлашмаған, Ғә­лиәкбәр – Аҫҡорһаҡ йылғаһы, Үрге Нөгөш Бәккән йылғаһы бу­йындағы ҡалын ҡарағай урманына йәшеренеп нигеҙләнгән. Сөнки ҙур йылға буйында эҙәрлекләүселәр уларҙы тиҙ арала табып, яһаҡ түләргә мәжбүр итәсәктәренән ҡурҡҡандар. Ундай хәстәрлек менән генә эҙәрлекләүҙән арынып булмаған, әлбиттә. Ҡырғынсы әтрәттәр, ҙур һәм бәләкәй йылға
буйҙарын байҡап йөрөп, буй­һонмаҫҡа тырышыусыларҙы тиҙ
тапҡан. Мөхәмәтҡужа олатайым­дың иҫтәлектәренә ҡарағанда, урыҫтар был ауылдарҙы хәҙерге йәшәгән урындарына күсеп ул­тырырға бойорған һәм ауыл тирә-яғындағы урмандың ҡырҡыласағын әйткән. Телдән-телгә һөйләнелеп килеүенсә, попечитель Филатов, бындағы ҡарағай урмандар ҡырҡылып бөтөрөләсәк, тигәс, урындағы халыҡ, был ҡәҙәре урманды ҡырҡып бөтөп буламы ни, тип ғәжәпләнгән. Була икән шул.
Тарихты асылда урындағы халыҡ йәшәйеш рәүеше, шөғөл-кәсебе менән үҙе тыуҙыра. Йәғни, инглиз философы һәм тарихсыһы Томас Карлейль әйтмешләй, кешелек, ил, ауыл тарихы бик күп эшлек­ле, йүнсел, башҡаларҙы үҙе артынан әйҙәп йөрөүсе күренекле шәхестәрҙең биографияһынан тора. Алдынғы ҡарашлы, эшлеклеләрҙең тырышлығы, берҙәмлеге, бер-береһен аңлап эш итеүҙәре йәшә­йеште трагик киҫкенлектәрҙән, фажиғәле хәлдәрҙән ҡурсалап, тарихи эпизодтар барлыҡҡа килтереп, маҡсатлы йәшәүгә әйҙәй. Тырыш хеҙмәте менән матди
байлыҡ барлыҡҡа килтереп, баш­ҡалар фәһем алырлыҡ тормош көткәндәр борон да булған һәм бөгөнгө көндә лә бар. Һәр ауылда йәштәргә кәңәш, өгөт-нәсихәт бирерлек 4–5 аҡһаҡал-ағинәйҙәр булыуы һөйөнөслө. Үрге Нөгөштән: Кәмәкәйҙәр затынан Уйылдан мулланы, Ғиниәтулла мәзинде, Вәхитте, Фитратты, Сирмештәр нәҫеленән Зөлҡәрнәй ҡурайсыны, Шәйхисламды, Ишҡужа суфыйҙы, Ғәлинурҙы, Әлхәмде, Әлмәтте, Лайлалар араһынан Нәбиулла мулланы, уландары Әптелхай, Әптразаҡты, бөгөнгөләренән Ишмырҙа эшҡыуарҙы атап үтергә була.
Вафатынан һуң да хөрмәтләп телгә алына икән, тимәк, ул тарихи шәхес. Яубаҫаров Ғәйнетдин Сөләймән улы шундайҙар рәтенән. Ул 1898 йылда Үрге Нөгөш ауылында тыуып, йәшләй генә етем ҡала. Төрлө кешеләрҙә ялсылыҡта йөрөй, аслыҡ йылдарында Әзер­байжан тарафтарына сығып китә, эшләп тә, уҡып та йөрөп Баку ҡалаһында университет тамамлай. Мөмкинселек барлыҡҡа килеү менән Башҡортостанға ҡайтып, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтында һәм Ишембай ҡала­һының нефть техникумында уҡыта. Ул ҡайҙа ғына йәшәмәһен, бер ваҡытта ла үҙенең тыуып үҫкән ерен, илен онотмай. 1942 йылда
Иҫке Собханғол мәктәбенә тарих фәне буйынса уҡытыусы эшенә ҡайтып, абруй ҡаҙанып, завуч, директор вазифаларын башҡара. Районда тәүгеләрҙән булып «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ РСФСР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Вафатынан һуң да алдынғы ҡарашлыларҙың күңел түрендә йәшәй ул. Республиҡаның атҡаҙанған уҡытыусылары Сә­лихйән Дәүләтбирҙин, Шәүрә Әхмәҙиева, ауыл хәбәрсеһе Исмә­ғил Яманаев ул уҡытҡан Иҫке Собханғол мәктәбенә исемен биреүҙе хәстәрләп матбуғат бит­тәрендә сығыш яһай.
Мөхәмәтҡужа олатай һәм ул тәрбиәләп үҫтергән Ғәле Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт милли армияһын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торған, атһыҙҙарҙы атҡа атландырған. Ермолаевкала
кавалерия өсөн 1300 баш йылҡы малы тупланған икән, 50-һе Мө­хәмәтҡужа олатайҙыҡы була. Өлә­сәйҙең, атайҙың һөйләүенсә, 1919 йылдың аҙағында 100 баштан 14 баш ҡына тороп ҡалған. Тимәк, 30 баш йылҡы, 4–5 һыйыр малы, тиҫтәләгән һарыҡ-кәзә һалдаттарҙы ашатып ятҡырыуға тотонолған.
Зат-ара шәжәрәһенән күре­неүенсә, ҡайһы бер олатай-өлә­сәйҙәрҙең балалары төрлө ауы­рыуҙарҙан ҡырылғандармы, беҙҙең Толомғужа олатайҙың нә­ҫел-нәсәбе юҡҡа сығыу хәленә еткән саҡтары ла булған. Улы Мөхәмәтҡужа, уныҡы Хәйрулла, ҡыҙы Сәхипъямал, Хәйрулланыҡы – Ғәле, Хәбир, Хәҙисә. Өс бала атаһы Хәйрулла олатай 48 йәшендә генә үлеп киткәс, һигеҙ, өс, алты айлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарап-тәрбиәләп үҫтереү 81 йәшлек Мөхәмәтҡужа олатай ҡарамағында ҡала. Ул нәҫел тамырын ҡоротмау хәстәрлеген күреп, буласаҡ нигеҙ ҡаҙығы Ғәлене эшкә өйрәтеү менән мауыға. Уҡырға һәләте булыуын белһә лә, мәҙрәсә тотҡан дин әһелдәре менән ҡатнашып йәшәһә лә, артабан уҡытырға мөмкинлеге булһа ла, ейәнен эргәһендә ҡалдыра. Хәбир ағай ғинуар айының сатлама һыуығында еңел кейемдә һунарсылыҡ итеп, үпкәһенә һыуыҡ алдырып, ун һигеҙ йәшендә генә үлә. Мулла булыуға ҡарағанда, әсе тир түгеп мөлкәт барлыҡҡа килтерһәләр, халҡына, йәмғиәткә оло файҙа килтерәсәктәрен замана ағышына ҡарап дөрөҫ билдәләй күпте күргән, күпте кисергән аҡһаҡал.
Был ауылдарҙың ҙурая бары­уына, Баймаҡ тарафтарында йә­шәгән ырыуҙаштарыбыҙҙың 1735–1740 һәм 1755 йылғы ихтилалдарҙа ҡатнашҡандан һуң, эҙәрләүҙән ҡасып килеп, тотолғанға тиклем ошо ауылдарҙа төпләнеүҙәренә икеләнмәҫкә була. Сөнки Үрге Нөгөш ауылынан алыҫ түгел Ыҫмайыл сабынлығы һәм шул исемдәге солоҡ ҡарағайы бар. Был исемдәр Исмәғил Айытҡоловҡа бәйлелер, тип уйлайым. Ул ихтилал баҫтырылғандан һуң, тотолғанға тиклем, урманлы яҡтарға ҡаса һәм исемен Ыҫмайыл тип үҙгәртә...
Ауылым халҡының төп кәсебе – малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ. Урыҫ байҙары ағас ҡырҡтыра баш­лағас, Нөгөш йылғаһынан һал ағыҙыу менән дә шөғөлләнәләр. Йылға уртаһындағы Ғәле, Хәбир, Мөлөк, Һөзөкә исемендәге күбә ҙурлыҡ таштар бырыһы ла тарих һөйләй. Тимәк шул исемдәгеләр һалдарын шул таштарға алып барып ултыртып яфаланғандар.
Мал һанын арттырыу маҡса­тында урындағы бөтә резервтар­ҙы файҙаланалар. Яҙ башынан йәйләүгә күскәс, ауыл (ыҙма) ти­рәһендәге яландарҙа үлән мул үҫә. Март урталарынан урындағы халыҡ йылҡы малдарын тибенгә сығарған. Киләсәкте уйлап, баяр­ҙар ҡырҡтырған диләнкеләрҙе лә әкренләп яланға әйләндерә барғандар. Шул арҡала хәҙерге көндәге йөҙәрләгән гектар майҙанды тәшкил иткән Бәккән һәм Аҫҡырһаҡ яландары барлыҡҡа килә. Олатай-бабайҙар солоҡ һәм өй эргәһендә түмәр умарталар тота. Уларҙың солоҡтары беҙгә мираҫ булып әле лә урмандарыбыҙҙы йәмләп тора. Малсылыҡҡа, йылҡысылыҡҡа һәм һарыҡ-кәзә аҫырауға бигерәк тә иғтибар көслө була. Мәҫәлән, Ямашта (Үрге Нөгөштә) Мөлөк бай – өс йөҙ баш, Монашта (Ғә­лиәкбәрҙә) Хәмит, Рауил бай йөҙәр баштан артығыраҡ йылҡы малы аҫрай, ә һыйыр малын егерме баштан арттыра алмайҙар.

(Дауамы бар.)


Әҙәбиәт

1. Асфандияров А. История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы. Кн.1. – Уфа: Китап, 1997.
2. Мортазин М. Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында. Әҫәрҙәр. – Өфө: Китап, 1994.
3. Вәлиди Ә.-З. Хәтирәләр. – Өфө: Китап, 1996.
4. Ярмуллин А. Башҡорт армияһы тарихынан. – Өфө: Китап, 2012.
5. Ямалетдин М. Ҡотолоу юл­ҡайҙарын тапманым. – Өфө: Китап, 2017.
6. Камал Р. Башҡорт ғәскәре. // Ағиҙел – 2018 – №2, 3, 4.
7. Солтанов Й. Сөләймән Мыр­ҙабулатов: заманы һәм көрәше. – Өфө: Китап, 2006.

Автор:Зөфәр Толомғужин
Читайте нас: