Все новости
Общие статьи
15 Сентября 2021, 09:50

«ДАН КИЛЕР ҘӘ КИТЕР, ЯҠШЫ ИСЕМ АТАНАН БАЛАҒА ЕТЕР...»

Күренекле журналист һәм публицист Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов сығышы менән Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң республика гәзиттәрендә төр­лө вазифаларҙа эшләгән. Баш­ҡорт һәм рус телдәрендә ижад итә. Респуб­ликабыҙҙың абруйлы наградаһы – Шәһит Хоҙай­бир­ҙин исемендәге премия беренсе булып М.Ә.Ҡотлоғәлләмовҡа тапшырылған. Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 25 китап авторы. Сентябрь айында Марсель Әҡсән улына 80 йәш тула. Өлкән ҡәләм­дәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар те­ләйбеҙ. «Ватан­даш»ты уҡыусылар иғтибарына юбилярҙың публицистик яҙма­ларынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

«ДАН КИЛЕР ҘӘ КИТЕР, ЯҠШЫ ИСЕМ АТАНАН БАЛАҒА ЕТЕР...»
«ДАН КИЛЕР ҘӘ КИТЕР, ЯҠШЫ ИСЕМ АТАНАН БАЛАҒА ЕТЕР...»

Журналист вазифа түгел – яҙмыш

Мин гәзит һәм журналдар, радио һәм телевидение мөхитенән бүтән тормошто күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Журналистикаға үҙемде бала саҡтан уҡ әҙерләгәнмендер. Был һөнәр минең эшем, вазифам ғына түгел, ул – яҙмышым. Боронғо заманда бит ҡолдарҙы караптарға ҡулдарына ишкәк тоттороп, бығаулап ҡуя торған булғандар. «Галерник» тип атағандар уларҙы. Үлгәнсе туҡтауһыҙ ишкәк ишкәндәр. Ысын журналист ана шул галерник кеүек. Матбуғатта эшләү өсөн белем, тырышлыҡ ҡына түгел, фанатизм да кәрәк. Ғүмеремдең таңына ҡыҫҡаса ғына күҙ ташлаһам, уҡыусылар мине яҡшыраҡ аңлар, тип уйлайым. Атайым Әҡсән Ҡәйүм улы Көньяҡ Урал һырты буйындағы Әбделғәзе тигән бәләкәй генә ауыл­да тыуған. Темәс педучилищеһын тамамлаған. Ул замандағы барлыҡ ауыл уҡытыусылары кеүек, атайҙы ла мәктәптән-мәктәпкә күсереп йөрөткәндәр. Тәбиғи ки, бындай шарттарҙа йәш ғаиләнең үҙ йорто ла, мал-мөлкәте лә була алмаған. Тәүге апам – Хәмит ауылында, икенсеһе Булатта тыуған. Атай-әсәй Ҡалмаҡ ауылында эшләгәндә мин донъяға килгәнмен. Атай 1942 йыл башында фронтҡа китеп, элемтәсе булып хеҙмәт итеп, шул уҡ йылдың йәйендә Харьков тирәһендәге ҡан ҡойошта башын һалғандан һуң, әсәй – Мөнирә Ғариф ҡыҙы, өс балаһын күтәреп, тыуған ауылы Ҡаҙмашҡа ҡайтҡан. Беҙ шунда үҫтек, шунда уҡыныҡ. Мәктәпкә ингәнсе үк өйгә килгән гәзиттәрҙән хәреф танырға өйрәндем. Уның ҡарауы, теүәл фәндәр – арифметика, алгебра, геометрия, физика, хатта һыҙым миңә бик ауыр бирелде. Һигеҙенсе синыфҡа Асҡар мәктәбенә төшкәйнем, бер аҙ уҡып йөрөнөм дә ташлап ҡайттым. Унда дөйөм ятаҡта йәшәү ҙә оҡшаманы. Бер дуҫыма эйәреп, Магнитогорскиҙағы һөнәрселек училищеһына токарлыҡҡа уҡырға ла китә яҙҙым. Ярай әле үҙебеҙҙән дүрт саҡрымдағы Амангилде ауылында урта мәктәп асылып, уның директоры Әшрәф Хәмзин мине үҙе эҙләп килеп тапты. Бик матур, күркәм мөхит ине был мәктәптә. Һәйбәт кенә уҡып киттем.

* * *Әйткәнемсә, матбуғатҡа тартылыу бәләкәйҙән үк килде. 6-сы класта үҙебеҙҙең ауыл клубының насар эшләүе тураһында район гәзитендә тәнҡит мәсьәләһе сығарҙым. Исемең ташҡа баҫылыуҙан тыуған халәтте һөйләп-яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел, уны үҙең кисерергә кәрәк. Башың күккә тейерҙәй, әллә кем булып йөрөйһөң. Иптәштәрең алдында абруйың күтәрелә. Ә баҫма һүҙ, мәҡәләлә әйтелгән фекер өсөн яуаплылыҡ тойғоһо йәшәй-йәшәй, эшләй-эшләй генә килә. Тора-бара район гәзитендә шиғырҙарым күренә башланы. Тәнәфестә иптәштәрем коридорға йүгерешеп сығып китә, ә мин, бер кем ҡушмаһа ла, «Ҙур тәнәфес» тигән стена гәзите сығарып ултырам. Был йүнәлештәге тырышлығымды күреп, мине дөйөм мәктәп стена гәзитенең һәм «Терпе» тип аталған сатирик баҫманың мөхәррире итеп тәғәйенләнеләр.Белем эстәргә тип яңғыҙым ғына Өфөгә сығып киттем һәм мажаралар менән барып төштөм. Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға индем. Миңә унда данлыҡлы башҡорт төркиәтсеһе, күп телдәр белгән Жәлил Кейекбаевты тыңлау бәхете тейҙе. Дипломды иһә райондашым, талантлы әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов тапшырҙы.Университетта уҡығанда мә­ҡәләләр һәм шиғырҙар яҙыу, ғил­ми тикшеренеүҙәр һәм һуңыраҡ тәржемәләр менән мауыҡтым. Әҙәби түңәрәк эшендә ҡатнаштым. Редакциялар университетҡа яҡын – Пушкин урамындағы киң билдәле 63-сө йортта урынлашҡайны. Йыш ҡына шунда уралабыҙ, унда эшләгән күренекле журналистар, әҙиптәр менән аралашабыҙ. Өйрәнсек шиғырҙарыбыҙҙы Рәми Ғариповтың иренмәйенсә тикшереп, төҙәтеп ултырыуы, шиғриәт серҙәренә өйрәтеүе оноторлоҡмо ни? Гәзит­тәрҙә ара-тирә шиғырҙарым кү­ренгеләп торҙо. Бер ваҡыт хатта Хәким Ғиләжев менән бергә телевидениенан сығыш яһау насип булды. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Шиғри тәржемә тураһында уй­ланыуҙар» тигән исем аҫтында шаҡтай етди мәҡәлә баҫтырҙым.Диплом эшемдең етәксеһе Кирәй Мәргән үҙе етәкселек иткән кафед­рала ассистент булып ҡалырға ла димләгәйне. Ә мин ирекле дип­лом алыуға ирештем дә (һирәк була торған хәл), Әбйәлилемә елдерҙем. Районыбыҙ ҡабат ойош­торолған мәл, бөтөн урында кадрҙар кәрәк. Мине йәш хәбәрсе булараҡ яҡшы белгән «Осҡон» – «Искра» гәзите мөхәррире Вәғиз Сәлихов ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп эшкә алды, тиҙҙән үҙенең урынбаҫары итеп ҡуйҙы. Редакция район мәҙәниәт йорто сарлағындағы яғып йылытылмай торған бүлмәлә урынлашҡайны. Шундай шарттарҙа ла ялҡынланып, илһамланып эшләнек.* * *Өфөгә килгәс инде Рәми Ғарипов, Миәссәр Басировтар менән аралашыу ҡәләмемде шымартырға ярҙам итте. Мостай ағай Кәримдең баҫма һүҙгә яҙғандарына талапсанлығы, яуаплылығы, һәр һүҙен уйлап, үлсәп кенә әйтеүе, яҙыуы таң ҡалдыра. Беҙ һуңлабыраҡ аралаша башланыҡ. Аҙаҡҡы йылдарҙа уның менән бер йортта йәшәү, дуҫлашып китеү, йыш күрешеп, аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау бәхете тейҙе. Халыҡ шағирының: «Марсель, мин һине Илгиз улым кеүек күрәм. Һинең ҡәләмең бар, яҙ!» – тигән һүҙҙәре ҡанатландыра, мөмкинлектәрем булғанса яҙырға тырышам.Матбуғат буйынса туранан-тура остаздарым араһында Таһир Ахунйәнов айырылып тора. Өлкә комитетта эшләгәндә ул минең туранан-тура етәксем булды. Ижад эштәренә объектив баһа бирә белеүе, киң мәғлүмәтле һәм яңылыҡҡа һиҙгер булыуы, сетерекле темаларҙы матбуғатта яҡтыртырға ҡыйыу тотоноуы менән ул бөгөн дә минең өсөн эталон. Ул беҙҙе берсә маҡтап, берсә тәнҡитләп өйрәтте.Байтаҡ йылдар Абдулла Исмә­ғилев ҡулы аҫтында эшләргә ту­ра килде. Уның эш стиле менән килешергә лә, килешмәҫкә лә мөм­кин. Әммә мин уны көслө мөхәррир булды тип иҫәпләйем.«Советская Башкирия» гәзи­тендә минең менән бер үк ваҡытта, бер үк вазифа башҡарған Марсель Ғафуровты талантлы публицист һәм яҙыусы булараҡ хөрмәт иттем.Мостай ағай: «Ҡыҙынмайыҡ батҡан ҡояшҡа беҙ, мауыҡмайыҡ үткән эш менән», – тип иҫкәрткән бит. Бәс, халыҡ шағиры тиктәҫкә әйтмәҫ. Шулай ҙа: «Ғүмер бушҡа үтмәне», – тип әйтергә мөмкиндер.

* * *Мин әле булһа ҡәләм, ҡағыҙҙан айырылғаным юҡ. Күңел етди темаларға, аналитикаға, сәйәси публицистикаға тартыла. Факттар, эпизодтар эҙләп яфаланмайым, шәхси архивым бай ғына. Ғүмер баҡый күп темаларға ҡағылышы булырлыҡ мәғлүмәттәр туплап барылған.Оргтехника менән файҙалана белмәйем. Интернетты бик хә­үефле нәмә тип иҫәпләйем. Ул баҫма матбуғатты сигендерә бара, киләсәктә гәзиттәребеҙҙе тормошобоҙҙан бөтөнләй ҡыҫы­рыҡлап сығарыр тигән шөбһә бар. Ул саҡта инде алда ҙур ҡаза көтә – кешенең уйлау, фекерләү һәләте юғаласаҡ, баш мейеһе зәғифләнеп, әҙәм балаһы роботҡа әйләнәсәк.Хәйер, роботтар тәрбиәләүебеҙ әле үк күренә инде. Үҙебеҙҙең өлкә – матбуғатты алайыҡ. Интернеттан сыҡҡан материалдарҙы тәржемә итеп, диктофонда яҙҙырылғанды ҡағыҙға төшөрөп, ул нәмәләрҙең кәрәкме-юҡмы, дөрөҫмө-түгелме икәнен уйлап та тормаҫтан, хатта уларҙың нимә икәнен дә аңламайынса матбуғат биттәрен тултырыусы «оҫталар» быуыны үҫеп етте. Ярай, былары һүҙ уңайында ғына.

 

Тормош юлын сабыулап түгел, атлап үтергә кәрәк

Апрелдә, кәрен юғалта барған ҡыш менән көндән-көн хәлләнеүсе яҙ араһындағы сәкәләшеү тынып өлгөрмәгән алағарайҙа, йәрәшеп, хәләл ефетем, Әбйәлил ҡыҙы – (БР, РФ атҡаҙанған уҡытыусыһы) Сания Ғөзәйер ҡыҙы менән мөхәббәтле ғаилә ҡороп йәшәп алып киттек. Илле ике йыл! Иҫ-аҡыл китерлек үк ара булмаһа ла, бер көнөң айға торошло заманда был тиклем ғүмер ҙә – мәртәбә.Ғүмерҙең юлын һәр кем үҙе генә үтә, тип раҫлауға ҡарамаҫтан, был донъяла йонсоу көндәрҙә баш осона сатыр ҡороп, өшөгәндә, ут янында урын биреп, йотом һыуын һәм һыныҡ икмәген бүлешеп барыусылар күп була икән. Әҙәм балаһы күҙе асылғас уҡ күңел шәмен тоҡандыра алмай, уға тәүге аҙымдарынан уҡ йүгерекләп китеү мөмкин түгел. Эргәһендә яҡын кешеһе булмаһа, тел асҡысын уға кем һалһын? Яныңда күкрәген йыртып асып, ҡулыңа йөрәген тотторорҙай кеше юҡ икән, һинең үҙ йөрәгең дә нисек тибәсәк әле? Яҙ өйләнешеү ярамаҫ, көҙгә ҡалдырайыҡ, тип ҡараһалар ҙа, алға алғанды ҡуя булабыҙмы, апрелдә район советы башҡарма комитеты никахыбыҙҙы теркәп ҡуйҙы, бурысҡа батып, туй үткәрҙек. Ул бурысты: «Ай әттәгенәһе, шыпа мандып булмай ҙабаһа», – тип ыуалана-ыуалана, ике йыл буйы ҡайтарҙыҡ. Иң мөһиме – район хужалары ике бүлмәле фатирға туйҙа уҡ ордер тотторҙо. Туйҙа ике яҡтан да туғандар танышып, яҡынайышып ҡайтты.Беҙ, юғарыла әйткәнемсә, етемлектә үҫкән балалар. Атай­ҙарыбыҙҙың береһе 1942 йылдың авгусында ғәйеп булған, икенсеһе шул уҡ йылдың сентябрендә башын һалған. Яҙмыш шуғалыр, бәлки, беҙгә мәрхәмәтен күберәк биргәндер. Ләкин беҙ һис ҡасан да бала саҡ ауырлығынан бахырланып йөрөмәнек. Илебеҙ, дәүләтебеҙ хәстәрлегенән яҙҙырманы. Унан һуң, эргәбеҙҙә ғүмер баҡый игелекле, ысын ир холоҡло кешеләр күп булды.Һүҙ оҙонғараҡ китһә лә, балалар тураһында ла әйтмәү ярамаҫ. «Бала баҡмаҡ – йән сыҡмаҡ», тигән әйтем бала тәрбиәләүҙәге яфаға түгел, ә уның яуаплылығына ишара яһайҙыр. Аяғына баҫҡансы, әҙәм балаһы ғүмеренең өстән бер өлөшө үтеп китә. Шулай ҙа ҡыҙҙарыбыҙ һис ҡасан да беҙҙе ауыр хәлдәргә ҡуйманы. Икеһе лә ыбыр-сыбыр менән мауыҡмай, талымһыҙ, тырыш, инсафлы булып үҫте. Табибә һәм иҡтисадсы-ғалимә. Хәҙер үҙ донъяларын үҙҙәре алып бара.Журналист һөнәренең тәҡәтһеҙ икәнлеге мәғлүм. Шуға күрә Дилбәр менән Гөлнараны тәрбиәләү, уҡытыу, бүтән төрлө йомоштар еңгәгеҙ иңенә ятты. «Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр», – тигәндәй, олоғая килә һүҙ шулар тирәһендә урала инде. Бына әле ейәндәребеҙ бер-бер артлы осоп сыға тора. Иң өлкәнебеҙ – Азамат, нефтсе-инженер һәм аспирант, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, «Лукойл» нефть компанияһында эшләй. Йәмилә, Рәсәй Президенты һәм республика Башлығы стипендияларын алып уҡып, Башҡортостан дәүләт медицина университетын һәм клиник ординатураны тамамланы. Ғәлиә Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетында уҡыуын теүәлләй. Кесе ейәнебеҙ Самат унынсы класты бөттө.Маҡтаныуға алмаһағыҙ, шуны ғына өҫтәр инем: балалар һәр урында «бишле» билдәһенән бүтәнде белмәне. Алтын миҙал, ҡыҙыл дипломдар, шөкөр, тәбиғи рәүештә килә. Һәммәһе лә инглиз телендә уҡый һәм һөйләшә. Азамат менән Ғәлиә, йәнә, ғәрәп һәм корей телдәрен үҙләштереү өҫтөндәләр.Иң мөһиме – итәғәтле, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы, йүнсел һәм илһөйәр кеше булып үҫтеләр.

 

Беҙҙе журналист яһаны юғалтыуҙар, табыштар

Ғүмер ағышын кире бороп, уҙғанды яңынан ҡайтарып булһа икән... Көндө – төн, таңды көн алмаштыра. Ерҙе йә яҙғы елдәр иркәләй, йә донъя йөҙөн быҫҡаҡ ямғырҙар йыуа. Ямғырҙар – әллә ғаләмдән ергә килә торған сәләм, әллә беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып киткәндәрҙең һағынышлы күҙ йәштәре... Халыҡ араһында: «Күпкә ынтылһаң, аҙынан да ҡолаҡ ҡағырһың», «Аҙ хәбәрҙар булһаң, йоҡоң тынысыраҡ булыр», – тигәнерәк әйтемдәр йөрөй. Яҙмышыңды мәғлүмәт даирәһе менән бәйләгәс, донъялағы хәл-ваҡиғаларҙың ағышын һәм айышын белергә ынтылыу, уларҙы зиһен һәм йөрәк хәтеренә туплай барыу – тәбиғи хәлдер инде. Шул уҡ ваҡытта тормош ғәмен күңелгә яҡын ҡабул итеп йәшәү, башҡаларҙың сир-һыҙланыуҙарын, афәт-ҡазаларын йөрәгең аша үткәреү журналист ғүмерен оҙайтмай. Гәзиттәрҙә, журналдарҙа, радио һәм телевидениела, мәғлүмәт агентлыҡтарында эшләүсе журна­листарҙың хеҙмәте бер һөнәр ке­үек күренһә лә, формаһы, кеше аңына йоғонтоһо, мәғлүмәт күләме йәһәтенән шаҡтай айырыла. Мәҫәлән, миңә, ғүмер баҡый тиерлек яҙма журналистикала, уның иң өлгөр тармағы булған гәзиттәрҙә эшләгән кешегә, гәзит журналистикаһы универсаль мәғлүмәтлелекте талап итә һымаҡ. Унан да мөһимерәге – яҙма журналистика һүҙҙе тойомлай белеү ҡеүәтен бирә, стилистика нескәлектәренә өйрәтә. Журналистика – тәғәйен генә бер һөнәр түгел һәм ундағы эште ниндәйҙер квалификация стандарттарына йә тариф ставкаларына яраҡлаштырырға маташыу – урынһыҙ. Журналист – ижадсы, йәмғиәттең ашығыс ярҙам күрһәтеүсе табибы, ҡотҡарыусыһы, мөғәллиме һәм һәр кемдең сер уртаҡлашыр кәңәшсеһе. Ысын журналисты был мөхит бер ваҡытта ла ысҡындырмай һәм баҡый юлына ла журналист гәзиттән, журналдан, теле- һәм радио студияһынан китә.Нисек кенә сәйер тойолмаһын, халыҡ шағирының һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, беҙҙе журналистар яһаны юғалтыуҙар, табыштар. * * *Күҙ алдымда былай ҙа моңһоу күңелемде уйнатып, хистәремде нескәртеп бер фоторәсем ята. Ниндәй ваҡиға уңайынан йыйылғанбыҙҙыр, ул мәлде кем фототаҫмаға теркәп ҡалдырғандыр, хәтерләй алманым. Уның ҡарауы, рәсем һүрелә башлаған тәьҫораттар ҡуҙын яңынан гөлтләтеп ебәрҙе. Һулдан иң беренсе, кемгәлер ниҙер әйтергә теләп, объективтан боролған йәш кеше – ул саҡтағы «Ленинсы» – «Ленинец» республика йәштәр гәзитенең мөхәррире Вәзир Мостафин. Ул Учалы районының Ҡорама ауылы егете, беҙ уның менән университеттың дөйөм ятағында бер бүлмәлә талиптың шәкәрһеҙ сәйен күп һемерҙек. Тәртипле, зыялы был дуҫым һәм ҡорҙашым байтаҡ ғүмер кинорежиссер булырға хыялланып йөрөнө, махсус әҙәбиәт уҡып, шуға әҙерләнде лә. Әммә яҙмыш, ҡойроғон үҙенсә бороп, Вәзирҙе тәүҙә комсомолға эшкә ебәрҙе, артабан мөхәррирлек ҡамытын кейҙерҙе. Белемле, әҙерлекле кешегә был йөк тә ауыр тойолманы, шикелле. Һәр хәлдә Мостафиндың зарланып йөрөгәнен күрмәнем. Дәртләнеп, хатта шатланып эшләне Вәзир. Гәзиттең тематик йөҙө ныҡ үҙгәрҙе, сетерекле мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрҙе. Минең ҡарашҡа ул Марсель Ғафуров, Ремель Дашкин кеүек новатор мөхәррирҙәрҙең юлын ижади дауам иттерҙе. Уның янында фотола Йәүҙәт Хөсәйенов баҫып тора. Был журналист «Вечерняя Уфа» ҡала гәзитен сығара башлауы һәм уға утыҙ бер йыл мөхәррирлек итеүе менән генә билдәле түгел, беҙ уны «идеялар ҡоҙоғо» тип йөрөттөк. Ҡасан ғына булмаһын, Йәүҙәт Бәхтиәр улының башында бихисап темалар, ҡайһы саҡта фантастика менән сиктәш булған уй-ниәттәр йөрөй. Ысын журналист, айырыуса мөхәррир кеше, шулай булырға тейештер ҙә. Хөсәйеновтан уңда бөҙрәрәк сәсле, зифа буйлы, матур галстук таҡҡан егетте күрәһегеҙ. «Пионер» журналы редакцияһын етәкләгәндә (хәҙер «Аманат») буласаҡ күренекле прозаик Динис Бүләков шундай ине. Беҙ Динис менән «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында бергә эшләп алдыҡ. Артабан ул «Ағиҙел» журналында эшләне, туғыҙ йыл ғүмерен «Пионер»ға бирҙе, 1986 йылда Динис менән мин фәҡирегеҙҙе яҙмыш Телевидение һәм радиотап­шырыуҙар буйынса дәүләт комитетында осраштырҙы. Был ғәжәп талантлы кеше яҙыусылыҡҡа ла, журналислыҡҡа ла, йәмәғәт эшмәкәрлегенә лә өлгөрә ине. Әйткәндәй, Бүләков журналистиканы әҙәби ижадтан айырып ҡараманы, әҫәрҙәренең геройҙарын ул гәзит, журнал йомоштары менән йөрөгәндә таба ине, шикелле. Асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, ихлас күңелле ошондай ижадсылары булған саҡта әҙәбиәт тә, журналистика ла халыҡсанлығын, әхлаҡи инсафлығын һаҡлап ҡала алыр ул.Динис янындағы егетте Башҡортостанда яҡшы беләләр. Ул – Вилләр Йомағол улы Дауытов. Фотоға төшкән саҡта ул Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе ине, шикелле. Бынан алда ла матбуғатҡа ихлас хеҙмәт иткәйне: «Пионер» журналы мөхәррире, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булды, Журналистар союзын да етәкләне. Миңә уның менән Мәскәүҙә, КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбендә, журналистика бүлегендә бер ваҡытта уҡыу насип булды. Ул – тәбиғәте менән кешелек­ле журналист ине. Вилләр Йомағол улы боҙоҡлоҡ, ялғанлыҡ кеүек йәмһеҙ күренештәрҙе ҡабул итмәү генә түгел, шундай ихтималлыҡты күҙ алдына ла килтермәне. Хәҙер матбуғат менән идара итеүгә бик күп ҡатын-ҡыҙҙар килде. Был күренештең ыңғай йәки кире яҡтарын баһалау – бөгөнгө бурыс түгел. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ ҡулы ҡағылған һәм күңеле һалынған эштең кешелеклелек принциптарында ойошторолоуы бәхәсһеҙ. Ә беҙ йәш ваҡытта Нина Ивановна Черепанова мөхәррирҙәр араһында яңғыҙы ине. Ул Дыуан районының «Ленинское знамя» (хәҙер – «Дуванский вестник») гәзитен егерме өс йыл етәкләне.

* * *Мин «Совет Башҡортостаны» республика гәзите мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев ҡулы аҫтында байтаҡ йылдар эшләнем. Үҙе лә егәрле, талапсан булғас, Абдулла ағай башҡаларҙан да шуны көттө. Оҫта журналист һәм шундай уҡ ойоштороусы булараҡ, Исмәғилев әлеге гәзиткә егерме йылға яҡын мөхәррирлек итте, Журналистар союзы рәйесе лә, БАССР Юғары Советы депутаты ла булды. Журналистикала юлымды таба һәм һүҙемде әйтә алыуыма мин күп йәһәттән Абдулла ағайға бурыслымын. Рәхмәт уға! Был юҫыҡта һүҙемде тамамлар алдынан фоторәсемдәге ҡайһы берәүҙәрҙең яҙмышы хаҡында бер кәлимә генә һүҙ. Вәзир дуҫым менән уға ҡырҡ йәш тә тулмаҫтан бәхилләштек. Ҙур яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре булып өлгөргән Динис та арабыҙҙан үкендереп иртә китте. Вилләр Йомағол улы менән Абдулла Ғиниәт улы ла сәләмәтлектәрен журналистика һәм дәүләт хеҙмәтенең һикәлтәле юлдарында ҡаҡшатты.Мөхәррирҙәр... Хакимдарҙың уҫал тынынан беҙҙе яҡлаған, уҡыусылар күңеленә һуҡмаҡтарҙы күрһәткән мөхәррирҙәр! Һеҙ етәксе генә түгел, иң тәүҙә журналист та инегеҙ. Ә журналистар – йор халыҡ. Мөхәррирҙәр исеменә шаяртыу һүҙе ысҡындырһаҡ та, ғәйепкә алмаҫтар. «Мөхәррир – үҙенә нимә кәрәклеген белеүсе, әммә уның нимә икәнлеген белмәүсе кеше». «Мөхәррир – гәзиттең орлоҡто кәбәктән айырыусы һәм орлоҡто баҫырға биреүсе хеҙмәткәре».

Һүҙҙең тураһы ҡәҙерле

Ижади ғүмеремдең иң оҙайлы йылдары гәзиттәр менән бәйле булғас, йәнә һәм йәнә шуларға әйләнеп ҡайтыуым ғәжәп тойолмаҫ. Әйткәндәй, гәзитме, журналмы – уларҙы һәр кем үҙенсә уҡый. Ҡыштырлатып асҡас, берәүҙәр тәүҙә мәҡәләләрҙең башына, рубрикаһына, авторының исем-шәрифенә күҙ йүгертеп сыға. Күптәр, йәшерен-батырын түгел, гәзит йә журналдың аҙаҡҡы биттәренән үҙен ҡыҙыҡһындырғандай хәбәрҙәр ҡарауҙан башлай. Рәсми, вазифалы, етди ағай-апайҙар, әлбиттә, һәр һандан йә мөһим темалар эҙләй, баҫылған әйберҙәрҙе ваҡ иләктән үткәрә. Ҡыҫҡаһы, кем генә булмаһын, ул гәзит йә журнал менән үҙенсә әңгәмә ҡора. «Әңгәмә» һүҙенә баҫым яһауымдың әтнәкәһе шунда: тере һүҙ һәм уяу фекер төйнәлеше булараҡ, олоно ла, кесене лә, иҫән-һауҙы ла, сирләшкәне лә ғафил ҡалдырмай. Компьютерға текәлеп, интернет сүплегендә соҡсонғандарҙың, китап урынына планшет менән хушһынғандарҙың зауығын ғәйепләүҙән әйтмәйем. Әҙәм балаларының һәммәһе лә бер үк көйҙө көйләп, уртаҡ доғаны ҡабатлап ҡына йәшәй алмай. Тормош дауам итһен өсөн хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә, көрәш зарурлығы, көндәшлек, эргәңдә дуҫың менән бергә дошманыңдың булыуын тойоу ҙа кәрәк. Ошолар тураһында, мәҫәлән, гәзит менән һөйләшмәй, инде кем менән һүҙ уртаҡлашаһың?

* * *Бына минең дә ғүмеремдең «Башҡортостан» менән бәйле йылдарын хәтер тиҫбеһендә барлап ултырыуым. Уны хыялдан ғәмәлгәсә еткереп, кемдәрҙең дәрте һәм тырышлығы менән донъя күреп, ниндәй юлдар, ҡайһы боролмалар аша үтеүен бөтмөр тарихсылар әллә ҡасан уҡ тәфсилләгәйне инде. «Башкурдистан», «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Ҡыҙыл ҡурай», «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Совет Башҡортостаны», «Башҡорт­остан»... Бер быуат эсендә баҫманың атамаһы күп тапҡыр үҙгәргән һәм быға ғәжәпләнәһе лә, уның өсөн ғәйеп итәһе лә түгел. Халҡыбыҙҙа «Мең араһынан толпар сығыр, йөҙ араһынан шоңҡар сығыр» тигән әйтем бар. Уҙған ошо быуат дауамында ил өҫтөнән боҙло дауылы ла, яндырғыс ҡыуаны ла үткән. Халыҡ тормошоноң көҙгөһө булырға тейеш тигән теләк менән бар ителгән гәзит тә шул ғәрәсәттәрҙән дә, һирәк кенә рәхәттәрҙән дә, әлбиттә, ситтә ҡала алмаған.Яҙмышыма рәхмәтлемен: яҙыу-һыҙыу менән бәйле тормош­омдоң байтаҡ йылдары хәҙер «Башҡорт­остан» тип ҡыҫҡа ғына исем менән сыға килгән гәзиткә бәйле булды. Редакцияның мәшә­ҡәтле, йүгерекле тормо-шонда эр­гәң­дә шундай күп кешеләрҙең эш­ләүе, күмәк хеҙмәттең асылы тура­һында уйланырға ла форсат булмай.Хәҙер почта йәшнигенә гәзит, журнал һалған ҡыҙҙар аҙая бара, баҫмалар үҙҙәре лә күп ғаиләләрҙә көтөп-көтөп тә күрә алмаҫтай ҡунаҡ ҡына булып ҡалды.Моңло бер йырҙа: «Ни ғәжәп был – төштәремдә күрәм», – тигәндәй, мин дә журналистикала уларға тиңләшергә хыял иткән ағай-апайҙарҙы әле булһа, тош-тош, күҙ алдыма килтерәм. Юҡ, киткәндәр, төштән өнгә ҡайтып, миңә вәғәз уҡымай, һабаҡ бирергә маташмай, сөнки улар үҙҙәренең икенсе заманда йәшәгәнен, хәҙер бүтән тормош икәнен аңлай бит инде. «Башҡортостан» редакцияһында һәр даим күңел күҙе асыҡ, зирәк зиһенле ҡәләмгирҙәр эшләне. Бына шулар тураһында уйҙарҙы алыҫҡа ебәреп китап яҙырға ине лә бит, әммә ваҡыт ҡайҙалыр аҙашып йөрөй. Донъя ҡытыршылыҡтары ғы­на «Башҡортостан»дың әүәлге редакцияларында һүрелмәҫ эҙ ҡалдырған ауылдашым, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ирғәли улы Ишбулатовты, гәзитте байтаҡ йылдар етәкләгән Вәли Вәли улы Нафиҡовты, «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите мөхәррире урынбаҫары Ғарифулла Вәли улы Ғөзәйеровты оноттора аламы һуң? Әле телгә алған ағайҙар – матбуғатта етәксе урындарҙа эшләгән кешеләр. Шул уҡ ваҡытта мин журналистикала остаздарым булған Хисмәт Ҡадиров, Абдулла Баязитов, Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Аҡмал Саптаров, Ғәтиәт Үзбәков менән ҡабаттан кинәнеп эшләп алыр инем. Миңә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Файыҡ Мө­хәмәтйәнов, Зиннәт Ишмаев, Рәғәнә Енгалычеваларҙың журналист хеҙмәтенә мөнәсәбәтен күреп йөрөү насип булды. Әйткәндәй, Рәғәнә Ғәли ҡыҙы, прожекторсы сифатында, Сталинградты ҡурсалауҙа ҡатнашҡан. Зиннәт Нәби улы Белоруссия партизандары сафында фашистарҙы ҡыйратып йөрөгән. Файыҡ Тимерйән улы һуғышҡа ҡәҙәр Алыҫ Көнсығышта шахтала эшләгән.Әйткәндәй, редакция журналистары араһына килеп ингәс, миңә гәзиттең үҙ хәбәрселәре төркөмөндә эшләргә яҙҙы. Алтын ҡәләмле авторҙар ине ағайҙарым! Фәтих Абдуллин, Мөхтәр Тимербулатов, Ғәли Ильясов, Фәтҡулла Комиссаров, Ильяс Иҫәнбаев, Хәмит Шәрипов, Ирек Кинйәбулатов... Һәр береһе шанлы тормош юлы үткән. Миҫалға ғәжәйеп итәғәтле Фәтҡулла Абдулла улы Комиссаровты ғына килтерәйем. Уның тормошо – үҙе бер роман. Һуғыштың тәүге көндәренән аҙағына тиклем – фронт, артиллерия батареяһы менән командалыҡ итеү, офицер дәрәжәһе, ә үҙе – сабыйҙарса саф күңелле кеше һәм, хәҙергесә әйткәнсә, элиталы журналист. Кинйәбулатов флот хеҙмәтен үткән, шағир, һис бошмаҫ иптәш. Ғәли Ильясов – шағир, ҡурайсы, йыраусы. Ана ниндәй кешеләр менән «Башҡортостан» исемен һаҡланыҡ беҙ.Шөкөр, тормош дауам итә. Башҡортостан баҫмалары үҙ тарихы менән алға бара һәм ярҙарына һыймай алҡынған, сәсеүлектәрҙе һуғарып, һәр тереклеккә йән биргән йылға шикелле ағыуын дауам итә. Уларға туҡтарға ла, һайығырға ла ярамай, сөнки тупраҡ, дым, ҡояш шикелле, фекергә лә өҙөлөү мөмкин түгел. Күңелдәген һүҙ еткерә барырға тейеш.

Баш мөхәррир.
Матбуғат йортонда Авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы Иван Пстыгоны ҡаршы алыу.
Ике Әҡсәнович: яҡташы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Марат Илһамов менән.
Беренсе Бөтә донъя Ҡоролтайы мөнбәренән сығыш.
Уңда - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, уртала - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Әбүшаһманов.
Күренекле офтальмолог, академик Марат Аҙнабаев менән "Ашҡаҙар" радиоһы студияһында.
Ялдың рәхәт мәлдәре. "Янғантау" шифаханаһында.
Хәләле Сания Ғөзәйер ҡыҙы, ҡыҙҙары Дилбәр һәм Гөлнара менән.
Баш мөхәррир.
Автор:Марсель Ҡотлоғәлләмов
Читайте нас: