Все новости
Общие статьи
14 Сентября , 10:01

ТЫНҒЫ БИРМӘЙ ҺУҒЫШ ЯРАЛАРЫ

Бөйөк Еңеүҙе яулаған ба­тыр­ҙарыбыҙ бермә-бер ер ҡу­йынына инеп ятты, әммә уларҙы һуғышҡа оҙатҡан һәм тере ҡалғандарҙы ҡаршы алған һуғыш балалары иҫән әле.

Разия Баймөхәмәтова менән Рауза Йосопова. 2006 йыл

1939 йылдың яҙында яҡты донъяға килгән, һуғыш осороноң бар михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән Разия Хәйбулла ҡыҙы Баймөхәмәтова бөгөнгө көндә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәй.

Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һу­ғышы йылдарындағы хәл-ваҡиғалар 5-6 йәшлек бала күҙлегенән тәҡдим ителә.

1943 йыл

«Бала ғына көйө һуғыш осо­роноң ауыр һулышын тойҙоҡ, шул саҡтағы ауыр тойғоларҙы кескәй йөрәктәребеҙ аша кисерҙек.

1943 йылдың йәйендә Йәнйегет ауылының ир-аты һуғышҡа китте.

Әле булһа күҙ алдымда: минең бер туған еҙнәм, ул ваҡытта колхоз председателе Абдулла Рафиҡов һәм тағы бер нисә ир-егетте ауыл халҡы һуғышҡа оҙатты. Улар менән ҡуша колхоздың айғыры Турат, тағы бер-ике ат китте.
Еҙнәм иң тәүҙә улы Хисбулланы ҡыҫып ҡосаҡлап, таш ҡоймаға күтәреп ултыртты, унан һуң минең менән кескәй Рәйзәне лә күтәреп ултыртып, икебеҙҙең дә сәсебеҙҙән һыйпаны. Еҙнәм менән теге ағайҙар арбаға ултырҙы, береһе гармун уйнап ебәрҙе, һәм ат ҡуҙғалып китте. Арба артынан апайымдың өлкән улы Фәтхулла, Төхвәтулла, өлкән ҡыҙы Фәйрүзә эйәреп барҙы. Беҙ ҙә, таш ҡойманан һикереп төшөп, улар артынан йүгерҙек. Еҙнәм артына әйләнеп ҡараны ла фуражкаһын болғаны. Бала ғына булһаҡ та, аңланыҡ айырылышыуҙың ни тиклем ауыр булғанын. Ауыл осондағы зыяратты үткәс, беҙгә ҡайтырға ҡуштылар. Һуғышҡа киткәндәр артынан күҙебеҙ талғансы ҡарап ҡалдыҡ, һуңынан ергә ултырып ҡысҡырып иларға тотондоҡ. Ауыл кешеләре беҙҙе саҡ тымыҙып, өйгә алып ҡайтты.
Атайым менән әсәйем дини кешеләр ине, һәр ваҡыт намаҙҙа булдылар. Ҡөрьән уҡынылар, теләк теләнеләр. Әсәйем 1905 йылда Муллаҡай ауылында мәҙрәсәлә уҡыған, бик белемле булды. Күк йөҙөндәге есемдәрҙе уҡый белде. Һуғыш ваҡытында һауалағы болоттарҙың ҡауырһын һымаҡ төрҙәренең барлыҡҡа килеүен аңлата ине. Ысынында һуғыш ваҡытында болоттар өйкөм төҫлө түгел, ә ҡауырһын һымаҡ була торғайны. Минең ике ағайымды ла, Хәй­рулла менән Фазулланы ла,
һуғышҡа алып киттеләр. Улар киткәс, өй эсе өңрәйеп, бушап ҡал­ғандай булды.
Ун йәшлек баланан алып ауылда булған бар кеше колхоз эшенә сыҡты. Бөтә ҡара эш ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә ятты. Йәйгеһен бесән әҙерләнеләр, көҙөн ашлыҡ йыйҙылар, ҡышын колхоздың һыйыр малын, һуғышҡа китмәй ҡалған аттарҙы, колхоздың һарыҡ-кәзәләрен ҡаранылар. Иҫемдә: ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға ойоҡ­баш, бейәләй бәйләй, инәйҙәр киндерҙән тула һуға, һалдаттарға силғау әҙерләйҙәр. Йәй көнө тәмәке һалырға янсыҡ эшләрҙәр ине. Киптереп тирмәндән тартылған ҡорот, эремсек, талҡан, ҡурмас ҡурып һалдылар. Ошо күстәнәстәрҙе
ауылдан киткән һалдаттарға посылка итеп ебәрҙеләр.
Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы, яуҙа һәләк булғандарҙан ҡара ҡағыҙ килә торҙо. Ауылда ҡайғы-хәсрәт артҡандан-артты, аслыҡ, яланғаслыҡ, ауырыуҙар башланды. Йәшәүе, көн итеүе ныҡ ауырлашты.
Зиһенебеҙгә һуғыш тигән тө­шөнсә бына ошолай килеп инде. Бала ғына булһаҡ та, һуғыштың ҡот осҡос афәт икәнлеге йөрәктәргә мәңгелек яра булып һеңеп ҡалды.


1944 йыл

1944 йылдың ҡышы. Ғинуар-февраль айы бик ҡаты килде, һыуыҡтар 30–40 градустан күтәрелмәне. Өйҙәр һыуыҡ, яғыуға утын әҙ, кешеләр кәртә-ҡураһын, соланын утын итеп яғып бөттө. Тумалаҡ ҡына өйҙәр ултырып ҡалды. Бигерәк тә ололар, етем балалар ныҡ ыҙаланы. Ашарға юҡ, кеше һыу алырға бер саҡырым алыҫлыҡтағы Улаҡҡа йөрөнө, көйәнтәләп алып ҡайтҡансы, биҙрәләге һыу туңа ине.
Тиф, туберкулез ауырыуҙары башланды, күп кеше шуларҙан ҡырылды. Ил өҫтөнә килгән ҡаза, һуғышта йөрөгән атай, ағай, еҙнәйҙәрҙең һәләк булыуы ауыл халҡын берләштерҙе. Ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй намаҙға баҫты. Халыҡ Аллаһы Тәғәләнән һуғыштың тамамланыуын, тыныслыҡ килеүен һорап ялбарҙы, ҡыштың сатлама һыуығына ҡарамаҫтан, тауға менеп теләк теләрҙәр ине. Бабайҙар аҙан ҡысҡырғандан һуң намаҙ уҡыйҙар, сәждәгә китеп, күҙ йәше менән Алланың ҡөҙрәтенән уландарының имен-аман ҡайтыуын илап-илап теләне. Беҙҙе лә, ас-яланғас балаларҙы, теләккә алып сыға торғайнылар, туҙған кейемдә генә булһаҡ та, ҡаты һыуыҡтан туңһаҡ та, ололарҙан ҡалмай теләккә йө­рөнөк. Илашып илебеҙҙең баҫып ингән илбаҫарҙарҙан азат ителеүен һораныҡ. Теләккә сыҡҡан ауыл халҡы зыулашып илай торғайны. Өшөп-туңып ҡайтабыҙ. Ҡаҙанда ҡайнатылған мәтрүшҡә сәйен эсеп саҡ-саҡ йылынабыҙ, күптәр һыуыҡ тейгеҙеп ауырышты.
Һәләк булған һалдаттарҙың ҡара ҡағыҙы килә торҙо. Ҡайғылы хәбәр килгән өйгә ауыл халҡы йыйыла, хатты бергәләп уҡыйҙар, илашыу һәм немец илбаҫарҙарына ҡарғыш яуҙырыу башланыр ине...
Ете ауыл – Татлыбай, Йәнйегет, Фәйзулла, Ғәли, Кәрешкә, Әбдрәхмән һәм Хәсән ауылдары Татлыбай силсәүитенә ҡараны. Сәлиха исемле ҡатын силсәүит булып йөрөнө. Ул ҡарт алашаһы менән көнөн-төнөн биш ауылды йөрөп сыға, тирә-йүндәге хәлдәрҙе белеп-күреп торҙо. Похоронка иң әүәл силсәүиткә килә, ҡайғылы хатты ул үҙе өйҙәренә алып барып тапшыра торғайны. Үҙе менән бергә аҙ булһа ла ризыҡ һәм кейем алып барып, ҡайғыларын уртаҡлашып сығыр ине. Арыу-талыуҙан арба өҫтөндә йоҡлап китер ине, ҡарт аты уны китеп барған урынына еткереп туҡтай торғайны.


Фәтхулла

Апайым Хәжирәнең өлкән улы Фәтхулла ағайым 1932 йылғы ине. Зирәк, уҡырға-яҙырға һәләтле малай булды. Туғыҙ йәшенән алып ауылдан һуғыштағы һалдаттарға ата-әсәләренән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан сәләм хаты яҙып йөрөнө. Бәләкәй генә булһа ла, 50-се йылдарға ҡәҙәр ауыл халҡының хат яҙыусыһы булды. Ул хатты шундай оҫта итеп яҙа, иң тәүҙә ауыл халҡынан һәм хат яҙыусы ғаиләнән күп сәләмдәр ебәрә. Шунан һәр бер өйҙөң хәл-
әхүәлен теҙә: кем һуғышҡа кит­кән, кемдән ҡара ҡағыҙ килгән, колхоздың мал-тыуарын, баҫыуҙағы эштәрен урын-еренә еткереп яҙа ине.
Хат яҙыу өсөн ҡараны былай эшләнеләр: силсәүит Сәлиха ауыл кешеләренә ҡаҙан аҫтындағы ҡоромдо йыйып килтерергә, ниндәй булһа ла май әҙерләргә ҡуша. Шунан уларҙы кәрәккән урынға алып барып тапшырып, ниндәйҙер мәшәҡәттәр менән ҡара яһап алып ҡайтыр ине. Шунан ул Фәтхулла ағайға ҡара һәм ағас ҡәләмгә кейҙерелгән перо тапшыра. Үҙе ҡайҙандыр тапҡан дәфтәр биттәрен иҫәпләп бирә.
Ағайым кистәрен бүкәнгә ултырып ҡаҙан аҫтындағы ут яҡтыһында эштән ҡайтҡан һалдат ҡатын-ҡыҙҙарынан фронттағыларға хат яҙа. Уның ҡәләм тотмаған көнө булмай, сөнки башҡа ауылдарҙан да килеп яҙҙыралар. Өс мөйөшлө хаттарҙы почтальон ауылдарҙан йыйып ала, һәм силсәүит Сәлиха Баймаҡҡа алып китә. Хаттар һуғыш менән тыл араһындағы берҙән-бер бәйләнеш булды.
Фәтхулла ағай шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, пьесалар ҙа яҙҙы. Ауыл балаларын кәртә башына йыйып, оҙон-оҙон әкиәттәр ҙә һөйләр ине. Беҙ уны киләсәктә ҙур яҙыусы итеп күҙ алдына килтергәйнек, әммә яҙмыш икенсерәк хәл итте. Көнө-төнө ҡараңғыла яҙышыу уның күҙ нурҙарына хилафлыҡ килтерҙеме икән, ҙурайғас, күҙе насар күрә башланы, глаукома тигән ауырыуҙан ыҙалап, аҡ ҡағыҙға яҙыу мөмкинселеге туҡталды. Шулай ҙа шиғырҙар һөйләп, таҡмаҡтар әйтеп, клубтағы йәштәргә пьесалар әҙерләп ҡуйҙырта ине.


Нәзифә апай

Нәзифә Ғиниәт ҡыҙы Әминева 1906 йылғы. Тыумыштан ул торғаны бер рәссам-скульптор булды. Колхоз эштәре араһында Йәнйегет ауылының Сағыл тауынан аҡташ алып ҡайтып, мунса усағында яндырып, ҙур-ҙур аҡбур яһай ине. Ошо аҡбурҙан ул шул хәтлем килештереп илдең юлбашсылары Ленин менән Сталиндың бюстарын эшләй торғайны. Күберәк немецтарға атакаға барған яугирҙарҙың һынын һүрәтләй ине. Һәләк булған һалдаттарҙың һындарына ҡарап ауыл кешеләре, был минең улым, атайым, ағайым, еҙнәм, тип илайҙар ине. Еңеү көнө үткәс тә Нәзифә апай үҙенең һиҙемләүе буйынса Рейхстаг өҫтөндәге флагты яһаны.
Скульптор була алманы ул, һуғыштан ҡайтҡан бер яугирға тормошҡа сығып, ун бала үҫтереп, «Герой-әсә» исемен яулауға өл­гәште.

Хөббөниса апай

1935 йылғы. Биш йәшлек кенә сағынан башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йырланы. Уның тауышы шундай моңло һәм көслө, моңо күкрәк төбөнән сығыр ине. Кешеләр уның йырҙарын хис-тойғоларға бирелеп китеп тыңлар ине.
Уға ун йәш сағында беҙ, балалар һәм ололар, уны Бишташ тауына менеп йырлауын һораныҡ. Ә үҙебеҙ ауыл ситендәге Арыҡ шишмәһе бу­йына теҙелешеп ултырып, йырсыны тыңларға әҙерләнәбеҙ. Хөббөниса апай тау башына тороп йыр башлау менән тирә-яҡҡа моң тарала, ҡайғыға батҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре йәшкә мансылып, даръя булып ағып китерҙәй була. Моңло та­уыш Роман ҡыуаҡлығына шаңдау булып бәрелә һәм беҙгә кире әйләнеп ҡайта. Ҡайғыға батҡан ҡатын-ҡыҙ шулай ҡайғыһын бер аҙ таратыр ине...
1944 йылғы йәй бигерәк ямғыр­лы килде. Ашлыҡ уңды, бесән шәп үҫте, еләк-емеш түшәлеп ятты. Хөббөниса апайға – туғыҙ, миңә биш йәш ине, икәүләп Сағыл тауының итәгенә барып берәр биҙрә еләк йыябыҙ ҙа, көйәнтәләп Сибайға һатырға алып барабыҙ. Стаканын бер йәки ярты тингә һата торғайныҡ. Әгәр һатып бөтә алһаҡ, уңышлы көн була, йыйған аҡсаға икмәк һатып алып, тинебеҙҙе биҙрә эсенә һалып ҡайтып киләбеҙ. Ныҡ асыҡҡан булһаҡ та, икмәкте тешләмәйбеҙ, өйгә алып ҡайтабыҙ.
Еләк һатырға киткәндә әсәйҙәр беҙгә: «Күкбейә кисеүе тәңгәлендә һаҡ булығыҙ, Аҡма буйындағы ҡы­уаҡлыҡтар араһында ҡасҡындар йөрөй, абайлап йөрөгөҙ!» – тип ҡалырҙар ине.
Ысынлап та, бер көндө беҙ икмәк алып ҡыуанышып ҡайтып килә инек, ҡаршыбыҙға ике ир кеше килеп сыҡты. Ҡур­ҡышыбыҙҙан ҡатып ҡалдыҡ, һүҙ әйтеү түгел, күҙ йәштәре генә аға ине. Ҡасҡындар беҙгә бик оҙаҡ ҡарап торҙолар ҙа, йәлләгәндәрҙер инде, кире боролоп киттеләр. Ҡотолғаныбыҙға хатта үҙебеҙ ышанманыҡ. Күкбейә кисеүенән түңгәктәр аша нисек һикереп сыҡҡанбыҙҙыр, ауылға етә яҙғансы йүгерҙек. Аяҡтарыбыҙ ҡалтырауҙан ергә сүгәләнек. Башыбыҙҙы күтәреп ҡараһаҡ, ауыл яғынан ҡыҙыл күлдәк кейгән бер ҡатын килә. Уны күреп беҙ шундай ҡыуандыҡ. Бына апайыбыҙ эргәбеҙгә килеп етте. Етте лә, ҡапыл икебеҙҙе лә ҡолата һуғып, икмәктәребеҙҙе йолҡоп алып, Сибай яғына ҡасты. Беҙ илаша-илаша өйөбөҙгә ҡайтып индек.
Хөббөниса апайға ла йырсы булырға яҙманы, ул ун ете йәшендә генә фажиғәле үлеп ҡалды.


Ғәлиә апай

Яу яланынан һәләк булған һалдаттарҙың ҡара хаттары килә торҙо, ауылда тиф, туберкулез, сәсәк ауырыуҙарынан, етмәһә, аслыҡтан, өшөп-туңыуҙан үлем көсәйҙе. Ауыл кешеһе үлем менән йәшәү араһында тартҡылашты. Бигерәк тә тиф ауырыуы ныҡ таралды.
Беҙҙең күрше ун ете йәшлек Ғәлиә апайҙың атаһы яуҙа һәләк булды, әсәһе ике балаһы менән ҡаты ауырыуҙан үлеп китте. Ғәлиә апай үҙе, Бөрйәндә һал ағыҙып йөрөгәндә бик ныҡ сирләп, ауылға ҡайтты. Көндән-көн шиңде, уны тиф менән ауырый тинеләр. Ныҡ ябыҡты, хәлһеҙлектән күтәрелә алманы.
Бөтә халыҡ баҫыуҙа ашлыҡ йыя, өйҙә бәләкәй балалар ғына ҡала. Беҙгә Ғәлиә апайҙы тәрбиәләргә ҡушып китәләр. Туғыҙ йәшлек Мәғәфүр ағай, һигеҙ йәшлек Ғәйнетдин, биш йәшлек мин һәм дүрт йәшлек Зәлифә ауырыу апайҙы ҡарарға индек. Ҡулын, битен йыуабыҙ, ауыҙына һыу тамыҙабыҙ һәм оло ярауынан эс кейемен таҙартабыҙ. Апай һөйләшә алмай, беҙгә мөлдөрәп ҡарап ята, әйтерһең дә, күҙҙәре менән ымлап аяуһыҙ яҙмышы тураһында шиғыр юлдарын әйтә:

Эй, донъя, туйҙым һинән,
Һин дә туйҙыңмы минән?
Һинең менән бергә йәшәп,
Ней рәхәт күрҙем һинән?

Беҙ апайға ҡарап илашабыҙ, шулай ятып ул яҡты донъя менән хушлашты. Беҙ илай-илай тышҡа сығып киттек.


Яңғыҙ ҡәберлек

Ауыл ситендә генә яңғыҙ ҡәбер­лек бар. Йәнйегет ауылына етеп, ауыл зыяратын үткәс тә күренеп тора. Был ҡәберлектә дүрт кеше ята.
1944 йылдың апрель айы башында бер апай юлда өйөлөп ятҡан дүрт мәйетте күреп туҡтай. Унан ауылға килеп халыҡҡа әйтеп, баҫыуға сығырға әҙерләнгән инәй­ҙәр, апай-еңгәйҙәрҙе алып килә. Ошо урында ҡәбер ҡаҙып, дүртеһен бергә ерләйҙәр. Иң төпкә әсәләрен һалалар, унан һуң туғыҙ һәм ун ике йәшлек ике улын, уларҙың өҫтөнә ун биш-ун алты йәшлек ҡыҙ баланы һалып күмәләр. Өҫтәренә көстәре еткәнсе тупраҡ һирпеп, тирә-яҡта булған таштарҙы йыйып һалалар. Ололар һөйләүенсә, бисара йәндәр ҡайҙандыр килгән булалар, ауылға етә алмай аслыҡтан йән бирәләр. Мәрхүм булған әсәйҙәрен балалары һөйрәп килгән. Ауылға ике йөҙ метр ғына етә алмағандар. Ҡаты һыуыҡтан, көслө ҡарлы ямғырҙан туңып үл­гәндәр. Уларҙы ҡуйғандан һуң бер төн үткәс, иртәнсәк һыйыр ҡыу­ған еңгәй ҡәберлектең асыҡ икәнен күргән. Бүреме, эттәрме өҫтә ятҡан апайҙы һөйрәп сығарғандар һәм уның йөҙөн талағандар. Ололар эшкә китте, ә беҙ ауылдың әбейҙәре менән был бахырҙарҙы яңынан күмергә килдек. Тупраҡ ташыныҡ, көсөбөҙ еткән ҡәҙәр ҡәберлек өҫтөнә таштар өйҙөк.
Эй, кешеләр, ауыл янынан үткән һайын ошо мәрхүмдәргә доға ҡылып китегеҙ, тип өндәшке килә кешеләргә.


Дранка

Йәнйегеттең берҙән-бер байы Сәғит олатай Әминев булған. Колхоз барлыҡҡа килгәс, 1928 йылда уның йылҡы өйөрө колхозға тапшырылған. Өйөрҙөң дәһшәтле айғыры булған һәм 1935 йылда уның тоҡомо Турысай тыуған.
Турысай дәү кәүҙәле, аҡыллы, үҙенең өйөрөн үрсетеүсән һәм ҡолондарын ҡәҙерләп үҫтергән бик матур ат була. Ҡайһы ваҡытта икенсе ауыл­дарға сапҡын яһап, сит өйөрҙән үҙенә оҡшаған дүнә­жендәрҙе, йәш бейәләрҙе ҡыуып
алып ҡайтҡан. Бейәләрҙе ҡай­тарырға тип көтөүселәре кил­гән, ләкин уларҙы Турысай бирмә­гән. Өйөрөн өйөргән: уртаға ҡолон­дарҙы, улар артынан тайҙарҙы, уларҙан һуң түңәрәкләп йәш бейәләрҙе теҙеп ҡуйған һәм түңә­рәктең ситенә ҡарт бейәләрҙе баштары менән тыш­ҡа, тояҡтары һәм ҡойроҡтары менән эскә теҙеп ҡуйған. Өйөр туп­ланған. Үҙе ситтә йөрөй, ерҙе ҡаты тырнай, ут янып торған күҙҙәре менән бейәләрен алырға килгән кешеләргә һөжүм итергә әҙерләнә, ти. Көтөүселәр сит көтөүселәргә ҡысҡыралар, ти: «Тиҙерәк ҡасығыҙ! Турысай бейәләрҙе һеҙгә бирмәй, үҙегеҙҙе һәләк итеп ҡуйыуы бар!» Килгәндәр яйлап ҡына боролоп ҡайтырға мәжбүр булған. Колхоз шул бейәләрҙең хаҡын һуңынан нимә менән булһа ла түләп ҡуйған.
1942 йылда ошо айғыр һуғыш­ҡа алына. Яуҙа тере ҡала һәм һу­ғыштан һуң Башҡортостанға Дим биҫтәһенә ҡайтарыла.
1944 йылдың октябрь айында ошондағы аттарҙы тәрбиәләгән Баймаҡ районы Күктүбә ауылынан килгән Ниғәмәт ағай Турысайҙы танып ҡала. Ауырыу һалдатҡа ауы­лына ҡайтырға приказ була һәм уға үҙе менән биш яралы атты алып ҡайтырға ҡушалар.
Улар районға өс ай үткәс кенә
ҡайтып етә. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған Турысай ауыл ситенә килеп еткәс ҡолай. Ауыл кешеләре санаға һалып колхоз һарайына алып киләләр. Уның ауырыуы йоғошло була, кешегә лә йоға. Кешеләге был сир
«силсә» тип аталды. Йылҡы малы­ның, кеше­ләрҙең муйын биҙҙәре сереп, ағып йөрөй. Ауылдаштар
ауырыуҙан ҡурҡып тормай, Туры­сайҙы (уға таҡта һымаҡ ябыҡ булғаны өсөн «Дранка» ҡушаматын тағалар) тәрбиәләйҙәр: ерек аға­сының ҡай­ы­рыһын ҡайнаталар ҙа шуның менән яраһын йыуалар. Сөрөк онтағын яра эсенә һалып, сепрәк менән бәйләп ҡуялар. Ай­ғырҙы ҡыш бу­йына дауалайҙар.
Яҙын, ҡар ирегәс, колхоздың ун биш һыйырын һыңар мөгөҙлө үгеҙ ашауға ҡайын үҙәгенә алып сыға. Уларҙың артынан Турысай-Дранка мал көтөүен ҡыуып алып китә, атлағанда аяҡтары ҡалтырай, быуындары шығыр-шығыр килә. Ҡайын үҙәккә тәнтерәй-тәнтерәй менеп етә, ергә ауа, мороно менән шишмәгә терәлә, тирә-яҡтағы йәшел үләнде һәрмәй. Көтөүсе малайҙар уға үлән йолҡоп алып килеп ашаталар. Дранка үҙен көтөүҙең хужаһы итеп тоя. Ятҡан еренән күҙҙәре менән һыйырҙарҙы байҡап ята. Кискә ҡарай ул яйлап тора һәм ауылға табан әкренләп атлай, артынан һыйырҙар төшә һәм үгеҙ йәш таналарҙы ҡыуалай-ҡыуалай арттан килә. Көтөүселәр көтөүҙе имен-аман алып ҡайта.


Сабира инәй

Ауылда өс кендек әбейе бар ине: Сабира, Ғәләмшә инәйҙәр һәм әсәйем Ғәйниямал. Улар ауыл табиптары.
Сабира инәй Йәнйегет ауылы­ныҡы ине, өс улы ла һуғышҡа китеп, ҡайтманы. Ике ай эсендә өс похоронка алды. Улдарының үле хәбәре килгәс, ире ҡайғыһына түҙмәйенсә: «Улдарым һуғышта үлгәс, мин бында нишләп ятайым, мин дә һуғышҡа китәм!» – тип сығып китеп, Өфө аръяғында ҡайҙалыр үлеп ҡалды. Сабира инәй ҡыҙы Менәүрә апай менән тороп ҡалды. Уны йоҡоһоҙлоҡ баҫты. Көнөн-төнөн өйҙән-өйгә йөрөп сығыр ине. Ауылда кем ауырый, шуларҙы дауаланы, кем үлә, шуның янында булды, зыяратҡа барып үҙе башлап ҡәбер ҡаҙып йөрөр ине.
Ул бәләкәй балаларҙы яҙғыһын тауға йыуа, ҡуян кәбеҫтәһе ашарға алып сыға торғайны. Кәзә, йүкә, ҡалмаҡ йыуалары, талғыр, ҡарға теле иремәгән ҡар ҡатламын тишеп үҫеп сығалар. Бигерәк тә әрһеҙ, әсенән дә әсе кәзә йыуаһы селек, тубылғы буйлап ялбырап үҫкән була. Күп итеп ашап булмай. Ауыҙ эсен, телде яндыра. Сабира инәй яҫы таштар алып, кәзә йыуаһын һалып ышҡырға ҡуша, шуның өҫтөнә ҡуян кәбеҫтәһен һалабыҙ ҙа ташты ялайбыҙ. Тамаҡ туйып ҡалғандай була. Тау үҙәгенә төшкәс әтлек, һарына тамырҙарын эҙләп ҡаҙып алабыҙ. Әсәйҙәр унан бутҡа бешереп ашата. Туҡландыҡ булып сыға инде.
Сабира инәй ауыл кешеләрен, йорт хайуандарын дауаланы. Бигерәк тә һуғыштан ҡайтҡан Турысайҙы – Дранканы үҙенең яуҙа һәләк булған балаларылай күреп тәрбиәләне һәм яҙға табан аяҡҡа баҫтырҙы. Турысайҙың муйынындағы ыйыҡ (силсә ауырыуы) башҡа кешеләргә таралмаһын, тип уны үҙе генә баҡты.
Рәхмәт, һеҙгә, инәйҙәрем һәм әсәйем! Шифалы ҡулдарығыҙ ярҙамы менән күпме кешене, Турысайҙы һауыҡтырҙығыҙ, күпмеһен үлем тырнағынан алып ҡалдығыҙ.


Ханнан ағай

Ауылыбыҙҙа һуғышҡа алын­маған Ханнан ағай Рафиҡов бар ине. Мөһабәт кәүҙәле, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егет колхозда бригадир булып эшләне. Ауыл халҡы һап-һау ирҙең һуғышҡа китмәүенә ныҡ аптыраны.
Ағайыбыҙ ҡайһы ваҡыт ауылдан сығып китеп аҙна буйына ғәйеп була. Ниндәйҙер бер көндө таң менән иҫерек килеш ҡысҡырып йырлап, бысраҡ кейемдә ауылға ҡайтып инде. Ауылыбыҙҙың тол ҡатындары, етем балалары, һуғышта улдары һәләк булған әсәйҙәр Ханнандың был ҡылығына ярһыуҙары ҡабарҙы. Уға ҡарғыш яуҙырып, ауыр һүҙҙәр менән әрләйҙәр, мыҫҡыллайҙар, йәберһетеп таш ырғыталар. Беҙ, бәләкәй балалар ҙа, тик тормайбыҙ, ҡулыбыҙға нимә етте шуның менән уға һуғабыҙ, өҫтөнә һыуыҡ һыу һибәбеҙ, үзебеҙсә уны язалайбыҙ. Атаһы һуғышта ятып ҡалған бер етем малай хатта уның өҫтөнә янып торған торомбашты ташланы. Икенсе малай уның өй тупһаһын яндырҙы. Әммә Ханнан иҫе лә китмәгәндәй. Берәүҙе лә әрләмәй ҙә, һуҡмай ҙа, башкөллө колхоз эшенә сумды. Бер аҙ йөрөй ҙә тағы ауылдан сығып китә. Тағы иҫерек килеш ҡысҡырып йырлап ҡайтып инә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ханнан иртәнсәк ҡайта, ә силсәүит Сәлиха төштән һуң тоҡҡа тултырылған ҡуян, сел, һуйыр, бурһыҡ, бүре тиреһе алып килә. Бабайҙар ҡуянды, ҡоштарҙы һуйып, һурпалыҡ ҡына булһа ла ауылдың ас кешеләренә таратып сыға. Бурһыҡтың ите менән ма­йын, сәй ҡалағындай итеп өлөшләп, ауырыған кешеләргә бирерҙәр ине.
Бер көндө шулай беҙҙең өйгә ауыл бабайҙары йыйылды. Мәхмүт, Ниғмәтулла, Зиннәт олатайҙар берәм-берәм килеп урындыҡ түренә менеп ултырҙылар. Кеше күҙенә салынмаҫ өсөн ҡабаланып ҡына силсәүит Сәлиха килеп инде. Беҙ, һигеҙ-туғыҙ бала, йәһәт кенә өйгә индек, малайҙар һәндерә башына менеп китте, ә ҡыҙҙар һәндерә аҫтына инеп боҫтоҡ. Бабайҙарҙың һөйләшеүҙәрен тыңларға ниәтебеҙ. Әммә килеп сыҡманы, ишек башында сөйҙә эленеп торған өс ҡырлы ҡамсы (атайымдыҡы) хәрәкәткә килде. Жыйлап малайҙарҙың башын ялмап ала. Уҡтай тышҡа атылып сыҡҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Өй, солан ишеге лә ябылып
ҡалды. Һаман нимә һөйләшкән­дәрен белергә тырышабыҙ. Ете йәшлек йылғыр күрше Ғәйнетдин ерҙән шыуышып барып тәҙрә бу­йына ятып тыңларға итә. Оҙаҡ тыңлай алмай, һиҙгер бабайҙар тәҙрә туҡылдаталар. Ғәйнетдин һүҙ Ханнан тураһында барғанын ғына аңлап өлгөрә.
Иртәгәһенә кәнсә мөйөшөндә торған ауыр суйын тимерҙе туҡмаҡ менән саң ҡағалар. Был ауылдың телефоны. Халыҡ йүгерешә-йү­герешә сходҡа йыйылды. Беҙ иҙәнгә тубыҡланып ултырғанбыҙ ҙа ниндәйерәк мәсь­әләне хәл итеүҙәрен көтәбеҙ. Ауыл ҡарттары тороп Ханнанды йәберләмәҫкә өндәйҙәр, таяҡ менән ҡаты итеп иҙәнгә туҡылдатып ҡыҙыу бәхәс­ләшәләр. Беҙ беләбеҙ – был Зиннәт олатай. Ауылдың аҡһаҡалы, кәңәшмәне ослап ҡуйыу­сы ул. Зиннәт олатай ҡалын ҡара ҡаш аҫтынан беҙгә һирпелеп ҡарай. Бына атайҙарыбыҙҙың исемен сығарып, шуның балаһы тәртипһеҙ ҡыланған тип әйтер кеүек була. Беҙ ҡурҡышып бөршәйәбеҙ, бер-беребеҙҙең артына йәшенәбеҙ һәм иҙәнгә һеңәбеҙ. Өйҙә булмаһаҡ та аҡыл сыбығы беҙҙе һыҙырыр һымаҡ. Беренсе кәңәшмә ошоноң менән тамамланды.
Икенcе кәңәшмәлә башта сил­сәүит Сәлиха һүҙ алды, немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәште, фронттағы хәлдәрҙе, ауырлыҡта ҡалған ете ауыл кешеһенең йәшә­йешен һөйләне. Һуғыш яланында ятып ҡалған яугирҙарҙың исемдәрен әйтеп, ололарҙан доға ҡылдырҙы.
Өсөнсө кәңәшмәлә колхоз председателе Ғиниәт Ғатаулла улы Әми­нев колхоз малының имен-аман ҡара ергә баҫыуын, яҙғы сәсеү барышын һәм фронтҡа посылка итеп ебәрергә нимә кәрәклеген һанап сыҡты. Шуның менән сход тамамланды.
Беҙ Ханнандың кем икәнен бер нисә йыл үткәс кенә белдек. Ул һуғышҡа ҡәҙәр дүрт йыл Совет армияһы сафында снайпер булып хеҙмәт иткән. Ирәндек ҡуйынында йәш һалдаттарҙы, партизандарҙы һуғышҡа әҙерләгәндәр. Ошо ваҡытта дельтаплан (яраплан) тө­ҙөгән булалар. Ханнан ағайыбыҙ уларҙы снайперлыҡҡа өйрәткән икән. Ә буш ваҡытында ҡуяндар, ашарға яраҡлы ҡоштар атып, бүре, төлкө тотоп, бурһыҡ һуғып ауылға алып ҡайтыр булған. Төнөн ул табышын Хәсән ауылында йәшәгән силсәүит Сәлихаға тапшыра барған. Апайыбыҙ төштән һуң халыҡҡа шуларҙы таратҡан. Бронь менән ҡалған Ханнан ағай Рафиҡов бер үк ваҡытта ауылыбыҙға ла, илебеҙгә лә хеҙмәт иткән. Еңеүҙе яҡынайтыусы күҙгә күренмәҫ герой булып сыҡты ул Ханнан ағайыбыҙ.

 

«Мом»

1945 йылдың яҙы бик иртә килде. Ҡар марттың ун биштәренә иреп бөттө. Яуым-төшөм әҙ булды, ер тиҙ кипте. Колхоздың бөтәһе егерме тоҡ сәсеү орлоғо бар ине.
Ашлыҡты сәсеүгә Ер-әсәнең йөҙө йылынған микән, ҡара тупраҡ орлоҡто үҙ ҡуйынына алып шыттырып үҫтерер микән тигән һорауға яуап алыр өсөн ауыл бабайҙары таң менән баҫыуға сығырҙар ине. Ерҙә сүлмәк ҙурлығында соҡор ҡаҙалар ҙа, эс кейемдәрен сисеп, шуның эсенә ултыралар. Ярты сәғәт тирәһе ултырғандан һуң ғына «Ер йылынған, сәсеү ваҡыты еткән, баҫыуға сығырға кәрәк» тигән һығымтаға киләләр.
Иртәгеһенә ауыл халҡы ҡара таңдан тороп мәгәзәйгә орлоҡ алырға килә. Бойҙай бөртөктәрен көл һәм онталған тауыҡ тиҙәктәре менән болғайҙар. Баҫыуға сығалар. Һәр өй башына күпмелер итеп орлоҡто бүлеп бирәләр. Райондан килгән сулаҡ (уполномоченный) һалдат бөтә ашлыҡты күҙәтеү аҫтына ала.
Беҙҙең өйҙәгеләр ҙә сәсеүгә сыға. Атайым, ике ағайым, ун өс йәшлек селтәр башлы ҡыҙыл һыйырҙы һуҡаға егеп алып сығалар. Артынан быҙау эйәрә. Әсәйем менән мин тоҡлап бесән күтәрәбеҙ, биҙрә менән һыу алабыҙ. Сәсеү башлана. Ун биш йәшлек Әхмәҙи ағайым һыйыр башына кейҙерелгән йүгән менән малды алға тарта бара. Арттан һуҡаны (ағас һабанды) этә баралар, бураҙна һалалар. Әсәйем биҙрәнән орлоҡ алып бураҙнаға ырғыта. Әрһеҙ ас ҡарғалар шундуҡ сәселгән орлоҡҡа ябырыла. Орлоҡто һаҡлау өсөн мин, биш йәшлек ҡыҙ бала, һепертке менән уны күмә барам. Атайҙар икенсе тапҡыр әйләнеп килгәндә, бураҙнаны яҡшылап күмеп ҡуялар. Арыуыҡ сәскәс, ер һөрөүҙән һыйырыбыҙ Селтәр арый. Ҡара тиргә бата, тиреһендәге йөндәр ойоша башлай, ҡалтырана. Өс йыл буйына ер һөрөп быуындары, бигерәк тә тоҡланып шешкән тубыҡтары хәлһеҙләнә. Малҡай теҙ сүгеп, ергә абына. Ауырыуҙан, арыуҙан күҙҙәренә йәш эркелә, ауыҙынан аҡ күперек килеп сыға. Атайым бахыр һыйырҙы ҡамыт менән тәртәнән бушата. Беҙ сүмес менән ауыҙына һыу килтерәбеҙ. Ул иң тәүҙә һыуҙы саҡ-саҡ ялай, һуңынан әҙләп-әҙләп эсә. Һыуһыны ҡанғас, ауыҙына бесән тығабыҙ. Көйшәй башлай. Ошо ваҡыт һыйы­рыбыҙ беҙҙең күҙгә ҡарап «Мом» тигән ялбарыулы ауаз сығара.
Һуғыш ваҡытында кешеләрҙең генә түгел, хайуандарҙың да ыҙа сиккәнен күҙ алдына килтерәһегеҙ­ҙер... Ат урынына ҡалып, ер һөрөп ыҙалағанын, яфа сиккәнен әйтеп бөткөһөҙ... Әллә тирә-яғында әйләнеп имәм тип төрткөләп йөрө­гән быҙауын йәлләне микән? Ә бәлки, «Мом» немец илбаҫар­ҙарына ҡарғышын шулай бел­гертәлер? Әллә быҙауҡайын туй­ҙыра алмағанына рәнйеү ауазы сығаралыр?
Көс йыйғас, аяҡтарын аса биреп, еленен күтәрә төшөп, имсәктәрен быҙауы имерлек хәлгә килтерә. Хәлһеҙләнеп ятҡан әсәһен балаһы ятып имә. Һыйыр ҡалтыранған аяғы менән күтәрелә, уға тағы ҡамыт менән һуҡа тәртәһе кейҙерелә.
Ошолай бер нисә көндән ауыр­лыҡ менән сәсеү тамамлана. Тамам арыған һыйырҙы өйгә алып ҡайтып булмай. Селтәрҙе баҫыуға яҡын ғына урыҫ үҙәгендәге шишмәгә алып киләбеҙ һәм туғандарым, сәсеү бөткәнсә, ашатып көтәләр. Селтәребеҙ егерме өс йәшкә етеп, ҡартайып, үҙенең үлеме менән үлде.


Хәжирә апайым

Беҙҙең ғаиләлә атайым менән әсәйемдең ете малай, өс ҡыҙ балаһы тыуған. Иң өлкәне Хәжирә апайым 1914 йылғы ине. Еҙнәм һуғышҡа киткәндә егерме һигеҙ йәшендә биш бала менән ултырып ҡалды. Апайым һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан һуң да Хәсән ауылы тауындағы карьерҙа забойщик булып эшләне. Кварцты ҡышын санаға, йәйен арбаға тейәп ауылға ташыйҙар. Шунан арба-санаға үгеҙ егәләр ҙә Сибайға алып китәләр. Кварцты яндырып, ялҡынында ба­ҡыр иретәләр, ә баҡырҙан пуля эш­ләйҙәр. Апа­йым, забойщиктарҙың бригадиры булараҡ, һуғыш йылдарында йәйен-ҡышын карьерҙан ҡайтмай эшләне. Уның биш балаһын ата­йым үҙебеҙгә күсереп алып ҡайтты. Еҙнәм һуғыштан ҡайтманы.

 

Хәйрулла ағайым

Өлкән ағайым Хәйрулла 1938 йылда Ырымбурҙа педтехникум тамамлаған. Уны Хәйбулла районы­ның Йәнтеш ауылына уҡытырға ебәрәләр. Ун туғыҙ йәшлек уҡы­тыусыны мәктәп директоры итеп ҡуялар. Ағайым ете йыллыҡ мәктәп төҙөй башлай. Бер йыл эшләгән­дән һуң, 1939 йылдың декабрь башында, фин һуғышына китә. Шул ваҡыттан алып егерме ике йыл армияла хеҙмәт итә. 1941 йылда һуғыш башланыр алдынан Ҡаҙағстанда артиллерисҡа уҡый, унан һуғышҡа инеп китә.
Икенсе Украина фронтында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша, өлкән лейтенант званиеһын ала. 1945 йылдың ғинуарынан ағайымды Дағстандағы Махачкала ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Украина азат ителгәс, ағайым ил сигендә зас­тава начальнигы булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың ноябрендә отпускыға ҡайтып килде.
Ағайым ҡайтҡас, өйҙә ҙур байрам булды. Туғандарҙың һәр береһенә күстәнәс алып ҡайтҡан, ләкин миңә бер бүләк тә булманы. Бик ҡыйын булды, мин мейес артына утын аша төшөп ултырып, сүкәйеп ултырған килеш йоҡлап киткәнмен. Уянып торайым тиһәм, утынды этеп төшөрөп ебәрҙем. Ағайым «Кто там?» – тип ырғып килеп торҙо. Әсәйем оялсан тауыш менән: «Һинең ҡарындашың», – тигән булды. Ағайым: «Ә мин уны нишләп белмәйем?» – тип һораны. Әсәйем: «Һин фин һуғышына киткәс тыуҙы», – тине.
Мин тыуғанда атайым 55 йәштә, әсәйем 47 йәштә булған. Әсәйем оялып, һуғышта йөрөгән улына минең тыуғанымды әйтмәгән булған икән...
Мин ағайым янына барҙым да: «Нишләп миңә бер нәмә лә алып ҡайтманың?» – тип ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ул миңә нимә алып, нимә бирергә белмәй аптырап ҡалды. Бына ошолай итеп ата-әсәйем мине лә, ағайымды ла уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙы. Шунан ағайым шинелен урындыҡҡа йәйеп һалды ла, эсен һәм еңдәрен түңәрәтеп ҡырҡып: «Бына һиңә күлдәклек тауар», – тип миңә һуҙҙы.
Мин шинель эслегенән тегелгән күлдәкте алты йыл кейҙем. Ағайым хеҙмәтен 1961 йылда ғына тамамланы. Һуғышта элемтәсе булған украинка еңгәм Мария Гавриловна Мельник менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.


Фазулла ағайым

Икенсе ағайым Фазулла 1941 йылда ун һигеҙ йәшендә һуғышҡа алына. Ул да Икенсе Украина фронтында һуғыша. 1944 йылдың йәйендә Фазулла ағайымдың взводы привалда тора.
Ә ҡаршы яҡтан Хәйрулла аға­йым ротаһы менән ҡыҙыу атлап килгән була. Биш йыл күрешмәгән ағаһын танып, ул «Ағай» тип ҡыс­ҡырып ебәрә. Уның ыңғайына рота һалдаттары шундуҡ перекличка ебәрә: «Хәйрулла ағай, абзый, акы», – тип бер-бер артлы ҡысҡыралар. Үҙенең исемен ишетеп, Хәйрулла ағайым шып туҡтай, йүгереп килгән ҡустыһын танып, ҡаршыһына ашыға. Һуғыш яланында ағалы-ҡустылы осрашып, ҡосаҡлашалар. Улар егерме минут бергә булалар.
9 май Еңеү көнө тиһәк тә, һуғыш бөтмәгән булған... Берлиндағы Рейхстаг башына байраҡ ҡаҙағандар, әммә һуғыш дауам иткән әле. 1945 йылдың 27 майында Совет һалдаттары Белоруссия ерҙәре буйлап һуғыша-һуғыша барған саҡта, Фазулла ағайымдың дивизияһы Ук­раи­на һаҙлығында ҡамалып ҡалған немецтарға һөжүм итә. Шул саҡта снаряд ярсығы ағайымдың уң яҡ ултырышының һөйәген тотошлайы менән умырып алып киткән. Ул ҡаты яраланып, һаҙлыҡҡа ҡолаған. Ярай әле иҫен юғалтмаған, ике ҡайын ботағына йәбешеп тороп ҡалған. Һалҡын һыуға батып өс көн торған. Осаһындағы яраға һөлөктәр йәбешеп, яраһынан аҡҡан ҡанды һурғандар. Шул арҡала ҡан ағыуынан туҡтаған. Дүртенсе көнгә уны малайҙар күреп ҡалып, тиҙ генә ауылға ҡайтып хәбәр ит­кәндәр. Ололар килеп, ағайымды һаҙлыҡтан һөйрәп сығарған. Ҡайын ағасына йәбешкән ике ҡулын саҡ айырып алғандар. Носилка менән алып китеп, Калинин ҡалаһындағы госпиталгә оҙатҡандар.
Ағайым биш йыл ҡуҙғалмайынса Белоруссия госпиталендә ятты. 1950 йылдың 11 авгусында телеграмма килде: «Улығыҙҙы Магнитогорск ҡалаһындағы больницаға ебәрәбеҙ, барып алығыҙ».
Ул саҡта беҙҙең Байыш ауылынан оҙон арба тағылған ат Магнит ҡалаһына мазут ташый торғайны. Ибраһим ағай ағастан сәңгелдәк һымаҡ урын эшләне, арбаға арҡан һалып алып, юлға сыҡты. Шулай итеп ул мазут ташый торған арба менән ағайымды Магнит ҡалаһынан барып алды. Өс көн һалҡын һаҙлыҡта тороп ағайымдың быуындарына ныҡ һыуыҡ үткән, быуындары, яурынбаштары һулып, сеүәтә кеүек һәлпәйеп төшөп торҙо. Халыҡ табибы Сабира инәй уны ер быуына һалырға кәңәш итте.
Был эште август-сентябрь айында атҡарырға булдылар. Ауылдың ир-аттары носилка эшләп бирҙе, ағайымды арбаға һалып һыу буйына алып барҙылар. Инәй ирҙәрҙән ер ҡаҙытты, дүрт биҙрә һыу әҙерләтте, ҡатын-ҡыҙ урмандан төрлө-төрлө үләндәр йыйып алып килде. Ҡырҡ ете төр үлән сәскәһе йыйҙыртты ул. Соҡор әҙер булғас, ут яҡтылар, эре торомбаштарын ярға сығарып һалып, янып ятҡан күмерҙе ваҡ ҡына итеп иҙеп, өҫтөнә үлән һалдылар. Инәй ҡушыуы буйынса тәүҙә ҡайын япрағы, шунан уҫаҡ, шунан дегәнәк япрағы, унан һуң башҡа төр үләндәрҙе теҙеп һалдылар. Хәҙерге һымаҡ элек шыптыр ябыуҙар булманы бит, кемдә кейеҙ, кемдә тоҡ бар, шуларҙы алып килделәр. Үләндәрҙе һалып бөткәс, өҫтөнә ҡайнар һыуҙы әҙләп ҡоя-ҡоя, өҫтөн яптылар. Дауа үлән соҡорҙа бығып ятты. Инәй ҡулын тығып еҫкәй-еҫкәй, уларҙың бешкәнен ҡарап торҙо. Әҙер булғас, ағайымды дүрт ир дүрт яғынан тотоп, соҡорға төшөрөп һалды. Иң­кеш балын табып алып килделәр, инәй үҙе лә алып килгән булған. Ул ныҡ көслө була икән, саҡ ҡына ауыҙға алдыңмы, ауыҙ яңғырай ҙа ҡуя, бик көслө бал икәнен шунда белдем. Ағайыма сәй эсергәндә инәй әҙләп кенә иңкеш балын ҡаптырҙы. Шулай итеп уны өс тапҡыр соҡорға күмделәр. Тәне һауыҡһа ла, баш түбәһендә ҡаты шеш барлыҡҡа килде. Башы ныҡ ауырыны, күҙҙәрен шеш баҫты. Мөжәүир хәҙрәт килеп ҡарағас, Яугүл күленең ҡап уртаһындағы күк боҙҙо алып килергә ҡушты. Өшкөрөлгән боҙ менән башындағы ауырыуҙы йүнәлтте.
Ағайым әкренләп аяҡҡа баҫты. Ике йылдан һуң өйләнде, еңгәм менән ун балаға ғүмер бирҙеләр: өс ҡыҙы, ете улы тыуҙы.
Һуғыш ваҡытында беҙҙең бәлә­кәй генә өйҙә ун өс кеше йәшәне: апайымдың биш балаһы, атайымдың ҡарындашының өс балаһы, беҙ үҙебеҙ өс бала.


Ауыл ҡото Айһылыу

Һуғыш ваҡытында ауылда ты­уым булманы, тик үлем генә булды. Халыҡ балаға һыуһаған, һыуһаған ғына түгел, сарсаған ине. Өйҙәрҙә сабый тауышы онотолдо. Ниһайәт, 1945 йылдың көҙөндә Дәүләтбәй ағайҙың өйөндә Хәбирә еңгәй балаға ауырыған, тигән һүҙ ишетелде. Был төндә ауылдың бер кешеһе лә йоҡламаны, шәме булған кеше шәм яҡты, булмағандары ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырҙы. Бала тыуыуын көтә­беҙ. Намаҙҙа доғалар уҡылды.
Ай тулған төн ине. Ай һыу шикелле яҡты, күктә йондоҙҙар балҡый, ер йөҙөндә шундай тыныслыҡ хөкөм һөрҙө. Өйҙән-өйгә «Хәбирә еңгәй бушанған, ҡыҙ бала тыуған» тигән хәбәр таралды. Сабыйға ауыл халҡы берҙәй булып, «Айһылыу» тип исем ҡушты.
Айһылыу, ысынлап та, ауылдың ҡото булды. Бәләкәс кенә ҡотобоҙҙо ағалары урамға алып сығыр ине. Беҙ йүгерешеп янына барабыҙ, уны һөйөр өсөн сиратҡа баҫабыҙ һәм һәр беребеҙ «Ҡана, саҡ ҡына күтәреп ҡарайым» тип бәпесте күтәрергә сиратта торабыҙ. Бәләкәсебеҙ ҡулға тиҙ өйрәнде, ҡулдан-ҡулға йөрөттөк, кем булһа ла уны күтәреп алып йөрөр ине. Икенсе йәйҙә ауылда «Айһылыу атланы!» тигән шатлыҡлы хәбәр таралды. Беҙҙең һәммәбеҙҙе ҡыуандырып, ун айы тулмаған Айһылыуыбыҙ йыбыр-йыбыр итеп атлап китте. Көндөҙ муйыл күҙебеҙ йоҡлай, ә беҙ уның уянғанын тышта көтөп ултырабыҙ. Уянғас та ағаһы күтәреп алып сыға, ергә баҫтыра һәм ауылыбыҙҙың ҡото урам буйлап йүгереп китә. Беҙ уның артынан эйәрәбеҙ, ул ҡолаһа, беҙ ҙә ҡолаған булабыҙ. Урамда келәм кеүек йәшел хәтфә үлән түшәлгән, йомшаҡ ҡына булып бәпкә үләне күпереп сыҡҡан, уның араһында көмөш өлпө күренә. Беҙ бәләкәсебеҙҙе өлпөгә ултыр­табыҙ ҙа бармаҡтарын һыйпайбыҙ, бәпәйҙең йомшаҡ ҡына табаны менән битебеҙҙе иркәләйбеҙ. Һәм­мәбеҙгә лә был шундай ҙур ки­нәнес була торғайны. Шул саҡта ошо ҡыуаныстан Ер-әсә үҙе лә бик ҡыуана кеүек тойолор ине. Күк йөҙө шундай тыныс, күгелйем төҫтә, һабан турғайы бер туҡтауһыҙ һайрай, йым-йым итеп офоҡта монар уйнай.
Ер-әсә бомба гөрһөлдәүенән, өҫтөнә миллионлаған яугирҙарҙың үле кәүҙәләре ҡолауынан, ә тылда аслыҡтан ғүмере өҙөлгән йәндәрҙең ҡәберлектәренән арығандыр, моғайын. Ә бөгөнгө тыныслыҡта Ер-әсә буйлап сабыйҙың йүгереп йөрөүе үҙе бик ҙур бәхет ине. Бик оҙайлы ҡайғырыуҙарҙан һуң бындай бәхетте беҙ ныҡ тойҙоҡ.
Әгәр эргәбеҙҙән арбала берәй ят кеше үтеп барһа, ул шундуҡ атты туҡтатып, бала янына килер ине. Шул ваҡыт олпат кәүҙәле Мәғәфүр менән Рәфҡәт ағайҙар Айһылыуыбыҙҙы сит кешенән ышыҡлай һала – үҙебеҙсә күҙ тейеүҙән һаҡлайбыҙ. Мин йән-фарман өйгә йүгерәм, ҡаҙан аҫтындағы ҡоромдо услап алам да, урамға кире йүгереп сығам. Айһылыуҙың маңлайына ҡором һөртөп кенә ҡалмайым, хатта һылап ҡуям. Ауыл ҡото Айһылыу ауылыбыҙға йәм, бәхет-шатлыҡтар килтергәне өсөн мең-мең рәхмәттәр уҡый торғайныҡ.
1946 йылда иһә ауылда балалар күпләп тыуымға тартылды. Кендек инәйҙәре Сабира, Ғәләмшә һәм әсәйем мине лә үҙҙәре менән алып йөрөнө, ҡулында им бар тип, бала тапҡан әсәнең эсен һыйпарға ҡушырҙар ине. Донъяға килгән күп кенә балаларҙың тыуғас та һалған тәүге ауаздарын бик күп тапҡырҙар ишетергә тура килде.
Әле лә хәтеремдә: яҡты донъяға һәлмәк кенә кәүҙәле бер малай тыуҙы. Уға Хәмит тип исем ҡушты­лар. Ул тыуғанда ҡояш ҡалҡып килә ине. Ауылыбыҙҙың тәүге улы тыуҙы, был үҙе бер ҙур ҡыуаныс булды. Унан һуң Фәрит, ике Сәлимә, Нәиләләр һәм Фәүзиәләр тыуҙы. Шулай итеп, ауылыбыҙ яңы тыуған кешеләр менән тулылана барҙы.

 

Немец әсирҙәре

1945 йылдың август айында силсәүит Сәлиха – Ырымбурҙан Һарыҡташ, беҙҙең Баймаҡ райо­нының Хәсән ауылы аша әсиргә төшкән немецтар уҙасаҡ, тип бел­дерҙе. Кешелекле була­йыҡ, әсирҙәрҙе йәберләмәйек, ауырыу­ҙарға ярҙам итәйек, мөмкин ҡәҙәр ашатырға тырышайыҡ, тине. Беҙ, һуғыш балалары, немецтарҙы күрергә тип, Хәсән ауылына алдан барып ултырҙыҡ. Әсәйҙәр үҙҙәре әҙерләгән ризыҡты, дауалау әйберҙәрен йөкмәп килеп етте.
Әсирҙәрҙе Хәсән ауылының осондағы йылға тапҡырында туҡ­таттылар. Һәр егерме биш әсиргә дүрт һаҡсы һалдат ҡуйылған. Барлығы ике йөҙ кеше тирәһе булғандыр. Һаҡсылар алып килеп еткерҙеләр ҙә йоҡларға яттылар. Яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан һалдаттар уларҙың мылтыҡтарын алып һаҡҡа баҫты.
Беҙ иң тәүҙә ҡурҡтыҡ, шунан уларға өйрәнә башланыҡ. Немецтар беҙгә оҡшаманы, сөнки беҙ, башҡорттар, ҡара күҙле, ҡара сәсле, түңәрәк асыҡ йөҙлө, ә уларҙың сәстәре лә, ҡаштары ла, керпектәре лә ҡылған төҫлө.
Ҡатын-ҡыҙҙар ауырыған, яра­ланған әсирҙәргә ярҙам итә башланы. Тумалаҡ Хөмәйрә еңгәй шешенеп, иҙелеп яраланған немецҡа ярҙам күрһәтә. Сейләнгән яраны дегәнәк япрағының ҡайнатылған төнәтмәһе менән йыуа, еректең орлоҡтарынан һәм ҡабығынан эшләнгән ҡаты ҡыҙыл төнәтмә менән яраны киптерә, уның өҫтөнә ҡарағай шөрөгөн һибә, дегәнәк япрағы менән урай һәм киндер һабағынан эшләнгән епшә менән бәйләп ҡуя. Немец «гуд, гуд» ти. Ә еңгәйебеҙ, «был ваҡытта ниндәй һут булһын, һут эсер булғас, март-апрелдә еңелеп, пленгә төшөп, шунда килер кәрәк ине, был ваҡытта ҡайын һуты булмай», тип әрләп ҡуя. Еңгәйебеҙ тағы ла уны «Ҡороғор» тип әрләй. «Минең балаларымдың атаһын һин үлтергәнһеңдер инде» тип кеҫәһенән похоронка алып күрһәтә. «Хәлемдән килһә, һине бына эргәләге төпһөҙ ҡойоға алып ырғытыр инем», – ти. Ярһыған ҡатынды бер һалдат: «Сталин әсирҙәргә тейергә ҡушмай, әрләргә ярамай!» – тип тыя. Сталин һүҙен ишеткәс немец шаҡ ҡата, ә ярһыған ҡатын ҡысҡырыуҙан баҫыла төшә.
Әсирҙәр шунда һыу инде, өҫ-баштарын йыуҙы, үҙҙәрен рәткә килтерҙе. Ял иттергәндән һуң уларға бутҡа (әтлек, һарына, бәпембә, тау йыуаһынан һәм уға ярма ҡушылған) ашаттылар. Күп итеп йыйылған еләк, сейә менән туҡландырҙылар. Иркәүек, мәтрүшкәнән әҙерләнгән сәй эсерҙеләр. Шунан сафҡа теҙеп Сибай аша Магнит ҡалаһына алып киттеләр.
Минең улым Ринат 1985–1987 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итте. Ул үҙенең часына машина менән бер немецтың ҡоҙоғонан һыу та­шыған. Немец русса бик яҡшы белгән. Ул Магнит ҡалаһында домна мейесендә эшләгән икән. 1958 йылдарҙа ғына үҙ иленә, Германияға, әйләнеп ҡайтҡан. Ҡоҙоҡтоң хужаһы «Башкиры – очень добрый народ» тип әйткән.
Шулай итеп беҙ бала саҡта немецтарҙы ла күрҙек.


Ишбулды ағай һәм Зита

1947 йыл. Мин, Мәүлиха, Маһинур, Гөлйәүһәр 1-се класҡа уҡырға барҙыҡ. Уҡытыусыбыҙ һуғыштан ҡайтҡан күкрәге тулы орденлы офицер Ишбулды ағай булды. Ул Йәнйегет, Хәсән, Ғәле, Фәйзулла ауылдарының балаларын йыйып уҡытты. Һуғыш ваҡытында уҡый алмаған ун өс, ун дүрт йәшлек апайҙар, ағайҙар беҙҙең менән бер парта артына ултырҙы.
1-се класс менән 2-селәр, 3-сө класс менән 4-селәр бергә уҡыны. Ҡара таҡта эшләп ҡуйҙылар, уның эргәһенә яҫы таҡтанан эскәмйә ултырттылар. Беҙ таҡтаға шул эскәмйәгә баҫып, ә өлкән апай-ағайҙар иҙәндән тороп яҙалар. Уҡытыусыбыҙ беҙҙе күтәреп баҫтыра. Ҡыҙыҡ өсөн ағайыбыҙҙың орден-миҙалдарына терһәгебеҙ менән тейергә тырышабыҙ. Уларҙың сыңлауын ишетеү беҙгә бик ҙур ҡыуаныс була торғайны.
Һуғыштың ауырлыҡтары, ауы­р­ыуҙар, аслыҡ, етемлек дауам итә килде. Алты ай уҡығас, мәктәп­тә бөтәбеҙҙең дә күҙҙәренә трахома тигән сир йоҡто. Был ауырыу бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине. Халыҡта трахомаң көсөкләгән, тиҙәр. Күҙҙең өҫкө бәбәгендә лә, аҫҡыһында ла сөй һымаҡ сиҡандар үҫеп сыға. Күҙ ябылмай. Туҡтауһыҙ йәш аға. Күҙ, баш, ҡолаҡ, танау, теш ауыртыуҙан иҫеңде юғалтырҙай булаһың. Хәлһеҙләнәһең, температура күтәрелә, баш һыҙлай, тик йөҙтүбән ятырға мәжбүр булаһың.
Ишбулды ағай ҡайҙандыр трахоматоз шәфҡәт туташын алып килде, исеме Зита ине. Оҙонса битле, һары сәсле, керпектәре лә, ҡаштары ла ҡылған төҫөндә ине.
Әсәй-атайҙар мәктәп тышында усаҡ яһап, ҡаҙан ултырттылар. Шунда Зита алып килгән эҫкәктәрҙе ҡайнаттылар. Класс эсендә дүрт партаны бергә теркәтеп ултырттылар. Өҫтөнә ниндәйҙер бер япма яптылар. Трахоманың сөйҙәрен йолҡоп алырға, йәки операцияға әҙерләнәләр. Минең фамилиям «А» хәрефенә башланғанға (Аминева) беренсе итеп парта өҫтөнә һалалар. Дүрт ир кеше мине ҡыбырламаҫлыҡ итеп партаға һеңдерә баҫты. Бер ниндәй ҙә ауыртыуҙы баҫҡан укол юҡ. Зита эҫкәк менән күҙҙәге һәр бер сиҡанды көс менән һурып тартып ала. Күҙ трахоманан таҙарынғас, баш аша ниндәйҙер бер кейемде бөркәндерәләр, әсәй етәкләп алып ҡайта. Күҙҙәрҙән сорлап ҡан аға, мәктәп тирәһе ҡып-ҡыҙыл ҡан менән ҡапланды.
Бер айға яҡын ваҡыттан һуң күҙемдәге яралар йүнәлде. Февраль айы үткәс кенә уҡыуҙы баш­ланыҡ. Һуғыш кешегә бик күп михнәттәр килтерҙе, балалар ауырып ҡырылды.

 

Немец дөмөктөрөлдө!

Һуғыш тамамланды. Еңеү көнө оло ваҡиға булып мәңгелеккә күңелебеҙгә һеңеп ҡалды. Әсәйем иртәнсәк фермаға эшкә киткәйне, атайым төнгө ҡарауылдан ҡайтып ҡына ингәйне, беҙгә Ниғмәтулла олатай Ҡәйепҡолов йүгереп килеп инде лә: «Нишләп ултыраһығыҙ, Еңеү, Еңеү килде! Немец дөмөк­төрөлдө!» – тип яр һалды. Уй-й-й, китте ҡыуаныу! Беҙ бала ғына булһаҡ та был һүҙҙәрҙең ниндәй ҙур шатлыҡ икәнен аңлай инек, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Өй эсе, тотош урам ҡапыл хәрәкәткә килде. Әсәйемдең ҡәҙерле итеп һаҡлаған француз яулығы бар ине, атайым шуны байраҡ итеп бер таяҡҡа бәйләне лә, беҙҙе урамға алып сығып китте. Ошо флаг артынан теҙелешеп ауыл ситендәге таш келәткә йүнәлдек, бында бик күп кеше йыйылған ине инде. Был таш келәт һуғыш башында ауыл ирҙәре тарафынан төҙөлә башлағайны. Уның эсендә ауылдаштарым оҫта итеп тауҙан һурып алынған йәшмә таштарынан урындыҡ эшләгәйне. Митингыға йыйылған халыҡ берәм-берәм ошо ташҡа баҫып, илай-илай телмәр тотто. Ун йәшлек Хөббөниса апайымдан «Зөлхизә»не йырлауын һоранылар, миңә шиғыр һөйләргә ҡуштылар. Иң тәүҙә мин Мәжит Ғафуриҙың «Кил һин, иптәш, бир һин миңә, һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды!» тигән шиғырын уҡыным. Икенсеһе Дағстан халыҡ яҙыусыһы Сөләймән Стальскийҙың «Ленинградцы, дети мои» шиғыры булды.
Өлкән ағайым Хәйрулла 1945 йылдың башында Дағстанда че­кистар курсын тамамлаған ине. Ул шунан Сөләймән Стальскийҙың шиғырҙарын хатҡа яҙып ебәргәйне, ағайҙарым минән шул шиғырҙы ятлатты.
Һуғыш йылдарының бөтә ауыр­лыҡтарын үҙ башынан үткәргән ауыл халҡы үкһеп-үкһеп илашты. Шунан Зарифа еңгәй «Перовский» көйөн үҙенсә һамаҡлап, көй башланы.

Тирррләтәү-тиреррәү,
Тирррләтәү-тиреррәү,
Тиреррәү-тиреррәү
генәйем дә,
Тирррләтәү-тиреррәү
генәйеммм,

– тип таҡмаҡ әйтеп, халыҡтың күңелен күтәреп ебәрҙе.
Шулай итеп, ауылдаштарым Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыланы. Артабан йыр-бейеүҙәр башланды. Икмәкһеҙ генә булһа ла, байрам сәйе ойошторолдо. Табынға кемеһе киптерелгән емеш-еләк килтергән, әтлектән, һарынанан бешерелгән бутҡа, үлән сәйе ҡуйылды.
Һуғыштан иҫән ҡалған яугирҙар, ҡайһыһы сулаҡ, ҡайһыһы аяҡһыҙ, берәм-берәм ҡайта башланы. Улдарын һуғышҡа оҙатҡан әсәләр ике күҙен талдырып, офоҡтан ҡарашын алмай ғәзиздәрен көттө. Уларҙың көтөүе беҙгә лә күсте...»

Һуғыш егерме миллиондан ашыу кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Еңеү ошондай ҙур ҡорбандар менән яуланды. Тыуған еребеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡот­ҡарған яугирҙар, рәхмәт һеҙгә! Илебеҙ өҫтөнә ябырылған дош­манды өңдәренә тиклем ҡыуа­латып барып, Тыуған илебеҙҙе, ғәзиз еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы оло афәттән йолоп алып ҡалдығыҙ! Мең-мең рәхмәт һеҙгә, һуғыш һәм тыл батырҙары! Бынан ары баш осондағы күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын, илебеҙ һәр ваҡыт именлектә йәшәһен!

Тынғы бирмәй һуғыш яраларыФото:1950 йылда Хәйрулла Әминев ғаиләһе менән отпускыға ҡайтҡанында туғандары менән Сибайға барып төшкән фото.
Автор:Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА