Все новости
Общие статьи
6 Сентября , 15:00

Кәзә һөтөнән яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы

Был яҙмамда һөт кәзәһе һәм уның һөтөнән яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында яҙырға булдым.

Кәзә һөтөнән яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы

Һәйкәлде кемгә ҡуйыр инең, тиеп,
Һораһалар минән түрәләр,
Һис уйламай яуап бирер инем:
“Лайыҡ беҙҙә уға кәзәләр!”

Дебет һәм ит бирә торған кәзә малын күккә сөйөп маҡтағым, ул малдан күргән изгелектәр тураһында күп итеп яҙғым килһә лә, ошо ерҙә туҡтайым. Сөнки ул беҙҙең республика ерлегендә йәшәп ятҡан халыҡ өсөн яңылыҡ түгел. Кәзә малының изгелеген күп ғаиләләр күрҙе, күрә, күрәсәк. Ниндәй генә замана килһә лә, кәзә малы кешегә тоғро ҡалып, бары тик мәрхәмәтлек кенә ҡыла һәм иҫ киткес күп файҙа бирә. Ашһыҙ, кейемһеҙ ҡалдырмаҫ.
Был яҙмамда һөт кәзәһе һәм уның һөтөнән яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында яҙырға булдым. Әлеге беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫҡан, тын алырға ла ирек бирмәгән ҡиммәтселек заманында мал аҫырау ҙә бик ҡиммәтҡә төшә. Бигерәк тә һыйыр малын. Шуның өсөн урамға һыймайынса ҡайтҡан һыйыр көтөүе ҡалманы инде бер ауылда ла. Ләкин йәшәргә, балалар үҫтерергә, тормош көтөргә кәрәк бит. Аллаһы Тәғәлә мөмкинлектәр бирә. Магазин һөтөн өнәмәгән кешеләр һыйыр аҫырауға ҡарағанда аҙыраҡ сығымдар талап иткән һөт кәзәләрен аҫырай башланыр. Бер бәләкәй генә йылы һарайың,  баҫтырыҡлап тултырылған ике-өс ат арбаһы бесәнең, бер нисә тоҡ һолоң булһа, әйҙә инде - рәхәтләнеп йыл әйләнәһенә йәнең-тәнеңде сихәтләнедереп тора торған һөт кәзәһен аҫырап йәшәй бир. Хатта бесәнде сабып әҙләп-әҙләп бәләкәй ҡул арбаһы менән ташып киптерһәң дә, транспортҡа киткән яғыулыҡ сығымдары кәрәк булмай. 

Ҡасан аҡсам була ла шифаханаға барам инде, тип тә хыялланаһы түгел. Яйы сығып барһаң, уныһы ла ярай. Ә кәзәң булһа, көн һайын өйөңдә өҫтәл өҫтөндә – шифаханалағы һымаҡ һый. Хатта санаторийҙарҙа ундай сифатлы һый булмаҫҡа ла мөмкин. Тарих биттәренә күҙ һалһаң, был һыйҙан батшалар ҙа баш тартмаған. Ә бына артып ҡалғанын һат, кәзә һөтө бизнесмены бул. Ә бит ул һөттән әҙерләнә торған ризыҡтар ифрат күп: брынза, сыр, кефир, ҡорот, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май. Уларҙы нисек итеп дөрөҫ яһау алымдарын интернетта аҙымлап күрһәткәндәр. Иң мөһиме - ҠЫМЫҘ!!! Кәзә ҡымыҙының файҙаһы иҫ киткес.
Ҡымыҙ тигәндәй, бер нисә йыл элек беҙҙең ҡасабанан йыраҡ түгел кәзә фермаһы астылар. Бик матур урында, тау итәгендә урынлашҡан. Унда кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһайҙар һәм кибеттәргә, шифаханаларға тараталар.  Беҙҙең күрше ауылдың адресы ҡымыҙ етештереүсе булараҡ күрһәтелгәс, мине, төбөнә тоҙ ҡойорға яратҡан кешене, ҡымыҙ яһау тәртибе һәм рецебы ҡыҙыҡһындырҙы. Ферма хужаһы ханым менән таныштым һәм һораштым. Ул бер ниндәй ҙә сер яһаманы. Минең өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишеттерҙе. 
Улар беҙҙең Ейәнсура районы аша Сибай ҡалаһына барғандар. Шундағы кәзә фермаһында кәзә тотоу, һөтөнән ҡымыҙ яһау серҙәренә өйрәнгәндәр, ҡымыҙҙың ойотҡоһон да шунан алып ҡайтҡандар. Миндәге ғорурлыҡ хистәре күкрәккә һыймай торҙо шул саҡта. “Ул яҡтағы халыҡ бигерәк оҡшаны, ихлас күңелле, асыҡтар, гел йылмайып һөйләшәләр,” - тигәс, яҡташтарымдың күркәм милли һыҙаттары өсөн бик ныҡ шатландым. Беҙҙең яҡ тәбиғәтенең матурлығына иҫтәре киткән! «Йылғаларҙың төптәре күренеп ята,  һыуы чиста (был яҡта таҙа тигәнде аңлата был һүҙ), һәр бер ваҡ таш ниндәй төҫтә булһа, шулай күренә, вәт хайран ҡалдыҡ,” - тине улар. (Быйылғы ҡоролоҡ был йылғаларҙы киптерҙе. Аллаһы Тәғәлә йылғаларҙы кире һыуҙарға тулыландырһын инде берүк).
Иии, һөт кәзәһе аҫыраған кешеләр үҙҙәренең ниндәй ҙур байлыҡҡа юлыҡҡандарын бәлки ахырынаса аңлап та бөтөрмәйҙәрҙер!!! Өйөп тау хәтлем алтын бирһәләр ҙә, кеше уның ҡәҙәре бай була алмай. Ул бөгөнгө көндә янсыҡ тулы аҡса менән дә табып булмай торған “экологически чистый продукт “ эйәһе.  Сифатһыҙ ризыҡ менән кибет кәштәләре шыплап тулған, сифатлыһын табыуы ҡыйын. Шул кәзә һөтө һәм уның һөтөнән әҙерләнгән ризыҡтар бөтөн ер йөҙөндәге халыҡтың сәләмәтлеген нығытып, бер ниндәй сирҙәргә бирешмәйенсә йәшәтә ала. Бының шулай икәненә мин күптән ышана инем, ул ышанысымды тағын нығыттылар. Бары тик аҡса артынан ҡыуған, ул ризыҡҡа теләһә нимә ҡушып, килем арттырыусы фирмалар яһаған ризыҡҡа ышанысым юҡ.
 
Иҙелбаҡ ауылында йәшәп ятыусы уртансы апайым Гөлнисаға хәлен беләйем тип шылтыратҡан һайын беҙҙең һөйләшеүгә һөт кәзәһе килеп ҡыҫыла. Йә ул уларҙы һауып ҡына ингән, йә ҡымыҙын, һөтөн Өфөгә ҡыҙҙарына ебәргән, йә улар бәрәсләгән... Мин үҙем кәзә һөтөнөң бик файҙалы икәнен ишетеп кенә түгел, эсеп белгәнгә күрә, ҡыҙыҡһынып тыңлайым. Беҙ йәшәгән ерҙән йыраҡ түгел бер нисә кеше һөт кәзәләре тота. Ул һөт артынан әллә ҡайҙан кешеләр киләләр. 
Бер йылды Мәскәү ҡалаһына барғанда юлда автобус ватылды. Бик оҙаҡ ремонтлай алмай интектеләр. Бөтөн халыҡ өшөп, ҡатып бөттө. Мин ҡайтҡас ныҡ ҡына ауырып киттем. Шул ваҡыт кәзә һөтө ярҙам итте. Үҙебеҙҙең урамдағы кәзә тотоусы Сәриә апай иртәнсәк кәзәһен һауыуға, ярты литр банкамды тотоп, барып етә инем. Йылы, яңы ғына һауған һөттө эсеп ҡайтам. Шулай итеп, мин тиҙ еңдем ул ваҡытта сирҙе. 
Апайым ул кәзәләре тураһында шул дәрәжәлә мауыҡтырып һөйләй, минең уларҙы ҡайтып күргем, бигерәк тә ҡымыҙын эскем килә башланы инде. Ә һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә кәзә һөтөнә бәйле бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишеттерҙе. Миндә был турала яҙып сығарыу теләге тыуҙы. "Кәзә һөтөнөң файҙаһын бөтөн кеше белә инде, яҙып тормайыҡмы әллә, маҡтана тиерҙәр,” - тиһә лә, мин уны күндерҙем. Аллаһы Тәғәлә дөрөҫ белемеңде тарат, тигән бит. Был бит бик изге ғәмәл. Ғәйбәт һөйләп ултырыу түгел. Апайымдың рөхсәтен алғас, яҙа башланым. ”Бәлки, был турала яҙыу кемдәрҙеңдер ғүмерен ҡотҡарыр, бәлки, бөгөнгө көндә сирҙән дауа таба алмағандарға сәләмәтләнеү юлын күрһәтер ашау ризығы ҡиммәтләнгән ваҡытта күп балалы ғәилә башлыҡтарының баштарына дөрөҫ уй индерер һәм башҡа изге уйҙар тыуҙырыр, онотҡандарҙың иҫенә төшөрөр”, - тип өгөтләгәс, риза булды.
“Еҙнәңдең ҡан баҫымы күтәрелеп яфалана ине, Аллаға шөкөр, көнгә өсәр тапҡыр кәзә һөтөнән ҡымыҙ эсә башлағас, нормалләште, дарыу эсмәй башланы,” - тине. Еҙнәй өсөн мин дә бик ҡыуандым. Ә бына Өфө ҡалаһында йәшәп ятыусы бәләкәй ҡыҙының улы аллергия менән интеккән булған. Шул балаға аҙна һайын Өфөгә кәзә һөтө ебәрә икән. Ул бала һөт эсә башлағас, аллергия сигенгән. (Иҫкәрмә: ишеттем дә эсертә башланым түгел, табиптар менән кәңәшләшеү мөһим.) Ә бер яҡын туғаныбыҙҙа туберкулез сирен тапҡандар. Ул йыраҡҡа эшкә киткән ерендә иммунитеты түбәнәйгәс килеп сыҡҡан. Теләһә кемдә был хәл булыу мөмкин бит. Хәҙер иммунитеты бик шәп кеше һирәгәйҙе инде. Элек һәр кешенең сәләмәтлеге лә, психикаһы ла ныҡ булған. Хәҙер барыбыҙ ҙа шырпыһыҙ ҡабынырға торабыҙ. Тимәк, барыбыҙға ла кәзә һөтөн, ҡымыҙын эсеү зарур. Кәзә һөтөнең нервылар менән бәйле сирҙәрҙән дауа булыуы иҫбатланған. Ауырыу туғаныбыҙға бер нисә ай өҙлөкһөҙ кәзә һөтөн, ҡымыҙын эсертә, ризыҡтарын ашата торғас, ул туберкулез сиренән арынған. Хатта табип  аптыраған, нисек дауалана алыуы менән ҡыҙыҡһынған.  Кәзә һөтө әсеп ҡымыҙға әйләнгәндә составында туберкулез таяҡсаларына ҡаршы көрәшерлек антибиотик барлыҡҡа килеүен фән иҫбатлаған инде. Тағы бер яҡын туғаныбыҙ ашҡаҙан язваһы менән интеккән булған. Ябығып, йүнләп ашай алмайынса йөрөгән кеше хәҙер ул сирен онотҡан.  Шулай уҡ ҡымыҙҙың брюшной тиф, дифтерия, ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, шәкәр сире сирҙәренән файҙа булыуы, эсәктәрҙәге сереү процесын туҡтатыуы, оргнизмдың иммунитетын ныҡ күтәреүе, кәрәкмәгән бактерияларҙы, паразиттарҙы юҡ итеүе билдәле. Тимәк, бер ауырыуҙан эсһәң, мең ауырыуҙан ҡотолаһың.
Хикмәт!!! Мөғжизә!!! Нисек шулай булмаһын, был сирҙәр бит тәндең бер ере генә ауыртҡанға килеп сыҡмаған, ә бөтөн ағзаларҙағы тайпылыштар арҡаһында хасил булған. Тимәк, кәзә һөтөнөң файҙаһы бөтөн тәнгә тейгән, һәр яҡлап дауалаған, уны нығытҡан, иммунитетын күтәргән, тәнгә кәрәкле, файҙалы витаминдар, майҙар, микроэлементтар биргән. ”Ҡымыҙҙың ойотҡоһон Үтәғол ауылында йәшәп ятыусы 80 йәшлек Вәкил ағайҙан алдым. Уның ике кәзәһе бар. Эй, шәп һәм яҡшы ағай үҙе!”- тине апайым. Кемделер маҡтаһалар, ҡайтып күрге килә инде шул кешене. Ул йәштәге кешеләр үҙҙәре бер тарих.
Кәзә һөтө тураһындағы белемемде яңыртайым әле, тип  интернетҡа индем. Факттарҙы яңынан уҡып, хайран ҡалып ултырҙым. Уның составындағы витаминдарҙың күплегенә иҫ китерлек. Эйе, ул кәзә һөтөнөң файҙаһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә, һыу буйы яҙырға мөмкин. Ғаиләң өсөн тотһаң да ғәләмәт күп аҡса сығымдарын кәметә, көн һайын тәнебеҙҙе нығытып, сәләмәтләндереп беҙгә рәхәтләнеп йәшәргә ҡамасаулаған сирҙәрҙән ҡотҡара. Дөрөҫ итеп туҡландырһаң, кәзә һөтөнә хас специфик еҫе лә булмай икән. Был турала кәзә тотҡан кешеләр уйланырҙар, интернеттан кәзәләрҙе дөрөҫ туҡландырыу тәртибен табырҙар. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, кәзә һөтөнөң файҙаһы тураһындағы белемемде яңыртҡанға ҡыуанам.
Кәзә һөтө һыйыр һөтө менән сағыштырғанда витаминдарға байыраҡ һәм улар кимәле буйынса артығыраҡ. Шуның өсөн кәзә тотҡан кешеләр һыйыр тота алмағандарына борсолмаһа ла була, тип уйлап ҡуйҙым. Дөрөҫ итеп ҡулланһаң, бөтөн сирҙәрҙән дә тип әйтерлек дауаһы бар икәнен фән иҫбатлаған. Хатта яман шешкә ҡаршы көрәштә лә файҙаһы ныҡ көслө. Көн дә ҡулланып торһаң, ул сирҙәр кешене урап  үтеп китәләр.  Ғәжәйеп һәйбәт!!! Кальций, витаминдар, организмға кәрәкле еҙ, тимер, фосфор тиһеңме – аптекалар буйлап аҡса түгеп эҙләп йөрөйһө юҡ. Кәзә малы үләндең сәскәле өлөшөн генә ашай, бына ошо ла уның һөтөнөң файҙалы икәнен күрһәтеүсе фактор.
Аллаһы Тәғәлә  кеше сәләмәт йәшәһен өсөн барыһын да етерлек итеп биргән. Тик беҙ һаман ситтән нимәлер эҙләйбеҙ, туҡланыуҙы яһалма тәмләткестәр менән боҙабыҙ. Ә беҙҙең ҡаршыбыҙҙа күҙебеҙгә мөлдөрәп, һаҡалын һелкетеп ҡарап торған кәзәне күңел күҙе күрмәй. Күргәндәргә – афарин, икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт!!! Әйтерһең дә, кәзә беҙгә: ” Уян инде, әҙәм балаһы, сиргә баттың бит. Һиңә тағын ниндәй яза кәрәк, бөтөнләй ҡырылып бөтәһегеҙ, беҙ һеҙҙе ҡотҡарырға ебәрелгән йән эйәләре бит”, - ти. Мин һәр ваҡыт кәзә малының ҡарашын күпте күргән, аҡыл йыйған оло кешеләр ҡарашына оҡшатам. Кәзәнән дә аҡыллыраҡ итеп ҡараусы мал бар микән?
Әлбиттә, кәзә һөтөн ҡулланырға ярамаған осраҡтар (противопоказание) бар. Ләкин улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был турала ҡыҙыҡһынған кеше  интернеттан тулыраҡ мәғлүмәт таба, табип менән кәңәшләшә ала.
Һөттө белмәгән кешеләрҙән һатып алған осраҡта ҡайнатып сығарырға кәрәк. Самаһын белеп, дөрөҫ итеп ҡулланһаң, тәнеңә тәүлек әйләнәһенә файҙалы матдәләр инеп, йәшәү энергияһы, һәр ағзаға көс-ҡеүәт биреп торор. Эшләүе лә, йәшәүе лә рәхәт. Сөнки йәне, тәне сәләмәт кеше генә был доньяның бар төҫтәрен сағыу итеп күрә, шатлыҡтарына ҡыуана белә, һәр тыуған көндө Алаһыға рәхмәт әйтеп, шөкөр итеп йәшәү, эшләү теләге менән ҡаршылай.

Автор:Зәүхиә Низамиева