Все новости
Общие статьи
26 Мая 2021, 19:13

"Ватандаш" журналының май һаны донъя күрҙе!

Ниһайәт, баҫмабыҙҙың 5-се һанын ҡулыбыҙға алдыҡ! Унда һәр кем күңеленә ятырлыҡ мәҡәлә таба аласаҡ.

"Замандаш" рубрикаһында журналист Миләүшә Ҡаһарманова билдәле сәйәсәтсе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән әңгәмә тәҡдим итә.

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған рубрикала тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов Башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡтары хаҡында бәйән итә.

"Дәфтәрҙәр юҡ. Иҫке китаптарҙың юл араларына яҙабыҙ. Ручканы ҡаҙ ҡаурыйынан яһайбыҙ. Ҡараны үҫемлек һутынан алабыҙ" - был юлдар Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары һөйләй» исемле китабынан иҫтәлектәрҙән. Май һанында шуларҙың бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ябай кешеләрҙең батырлығы һәм фиҙакәрлеге тураһында һөйләгән трилогия авторы менән журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева әңгәмә ҡора.

"Иҫтәлек" тигән бүлектә тәжрибәле педагог Исмәғил Аҡъюлов ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр менән бергә уҡыған йылдарын һағынып иҫкә ала, билдәле шәхестең тормош юлына байҡау яһай.

Баш мөхәррир урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина Ә.Исҡужин исемендәге балалар музыка мәктәбе эшмәкәрлеген яҡтыртҡан мәҡәлә тәҡдим итә - мәктәп директоры Әхиәт Ғәйетбаев менән йәнле әңгәмәлә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт табырға мөмкин.

"Ҡара генерал" - Даян Мурзин хаҡында күләмле мәҡәләнең (авторы - Чехиянан Миләүшә Годбодь) аҙағын да тап ошо һанда уҡый алаһығыҙ.

"Тарих" рубрикаһында фән докторы Нәзир Ҡолбахтин XVII-XVIII бб. башҡорт ихтилалдары тураһындағы мәҡәләләр циклын дауам итә.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ниндәй ауырлыҡтар кисергән? Был хаҡта биологияға арналған бүлектә Роза Княгинина бәйән итә.

Шағир Сафуан Яҡшығолов ғүмеренең аҙағынаса мәғрифәтселек реализмы принциптарына иң тоғро ҡалған ҡаурый ҡәләм оҫтаһы булып тора. Филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин "Мәғрифәтселек менән тәнҡит рухын әләм итеп..." тигән мәҡәләлә шағирҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһай.

"Әҙәбиәт" бүлегендә урын алған "Асыҡ һөйләшеүгә, аныҡ ҡарарҙарға өмөт итеп..." тигән яҙмала бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте һәм әҙиптәре проблемалары тураһында һүҙ йөрөтөлә.

Ошонда уҡ Әхмәр Үтәбаевтың шиғырҙары һәм Дина Гаврилованың "Һалҡын йылдар төҫө" романы урын алған.

Читайте нас: