Все новости
Общие статьи
12 Мая 2021, 22:01

Мөғжизәле донъя

ХикәйәБер хоҙай ҡушмаған китапты уҡырға тура килде. Исеменән үк “Был һинеке түгел!” тип ҡысҡырып торһа ла, эш буйынса кәрәк булғас, мейемде һүндереп алып, тотоп ултырҙым. Ай, алла!.. Беренсе һөйләменән үк екһенеү! Эзотерика... парапсихология... космоэнергетика...

Мейемде “һүндереп” ҡуйҙым, тиһәм дә, эске ҡаршылыҡ, тауҙан тәгәрәп килгән ҡар йомғағы кеүек, ҙурайғандан-ҙурайҙы һәм мин әленән- әле: “Уларҙың барыһы ла шул йәнгә ау ҡора! Уларға әҙәмдең йәне кәрәк!” – тип асыулы “ҡысҡырып” алам да дауам итәм.

Китаптың яртыһын шундай ҡаршылыҡ менән уҡығас, әллә мине ишетте, әллә ниһайәт, дөрөҫ юлды тапты, нервымды ашаған геройым оҡшай башланы бит. Үҙенән бигерәк, уның фекерләүе, бөтөн был сихыр һәм серлелек донъяһын дин нигеҙендә аңлата белеүе оҡшаны. Тора-бара, мин инде был әҫәрҙең ҡайһы бер урындарын ҡабат-ҡабат уҡып, туҡтап уйланып ала, хатта фекерҙәрен үҙем үҫтерә башланым. Ысынлап, бик әҫәрләндерҙе мине был китап. Уҡып бөткәс тә, бер-ике көндәй шуның шауҡымында йөрөнөм. Авторының тәрән аҡылына, фәлсәфәһенә һоҡландым. Була бит шундай аңлы кешеләр!

Шул хәлгә ай самаһы үткәс, китап магазинында эҙләнеп йөрөһәм, рәт араһында яйлап ҡына сатанлап йөрөп ятҡан бер ағай һатыусы ҡыҙҙарҙан әлеге китапты һорай.

– Һатыуҙа бөттө, – тип яуаплай ҡыҙҙар.

Ағай ҡыйыуһыҙ ғына урынында тапана:

– Складта ла юҡ микән...

Ҡыҙҙарҙың складҡа барып эҙләнеп йөрөү теләге юҡ, күрәһең, яуап бирмәй аҙапланылар. Ахырҙа, берәүһе:

– Автормы әллә? – тип һорап ҡуйҙы.

– Эйе, – тине ул тыныс ҡына. Уның был яуабынан прилавка артында йомош тапҡан булып соҡонған ҡыҙҙар ҙа, мин дә, шунда йөрөгән тағы бер нисә кеше “ялп” итеп уға ҡараныҡ. Аптырау ғәләмәте, моғайын, һәр беребеҙҙә сағылғандыр. Аушанлап атлап йөрөгән, һөйләшеүендә лә һаҡаулыҡ һиҙелгән яп-ябай, хатта үтә ябай кеше... шул китапты яҙғанмы?!

Минут эсендә һатыусылар ике китап табып килтерҙе.

– Шундай осраҡтар өсөн тотола, - тип аҡланды өлкән һатыусы китаптарҙы магазиндың исеме яҙылған бүләк пакеттарға һалып биргәндә. – Ғәфү итегеҙ, танымайыраҡ ҡалғанбыҙ.

Ағайҙың артынан эйәреп сыҡтым. Унан ул, ҡайһы яҡҡа атларға, тип самалап торғансы, һүҙ ҡуштым:

– Зиннәт ағай, һаумыһығыҙ!

– Һау...мыһығыҙ, – ул мине танымай, әлбиттә.

– Мин һеҙҙең китапты уҡыным да, как раз һеҙҙе ҡайҙан табып һөйләшергә икән, тип йөрөй инем, – әрһеҙмен инде үҙем дә.

– Һөйләшергә? Нимә тураһында? – ағай ҡыйыуһыҙ ғына йылмая.

– Шунда яҙылғандар тураһында. Китабығыҙҙы уҡып, күп һорауҙарыма яуап таптым. Шул хаҡта и вообще...

Килешелгән еренә китеп бара икән. Шунда ла иртәгәгә эшкә саҡырып, көсләп тигәндәй телефон номерын әйттереп, яҙып алып ҡалдым. Сәйерһенеп, көлөмһөрәй биреп ҡараны ул миңә. Был ҡарашын ауылса ябайлыҡ итеп ҡабул итеп, ҡыйыу ҡыландым. Китеп барғанында ла артынан: “Онотоп ҡуймағыҙ! Иртәгә көтәм!” – тип ҡысҡырып ҡалдым. Үҙем иһә, һөйләшермен дә, гәзиткә материал да булыр тип, файҙаһын икеләтә сығармаҡсымын.

Ҡайтҡас, теге китапты тағы ҡулға алдым, тәьҫир иткән ерҙәренә тағы бер күҙ йүгерттем һәм был тәрәнлекте баяғы таушалған ағай менән бер ыҙанға төшөрә алмай аптырандым. Вәт хикмәт, ниндәй яҙыусы булды һуң әле ул?

Икенсе көн иртәнсәктән ике ҡат шылтыраттым. Минең ныҡышмалығыма (әллә бәйләнсеклегемәме?) баш сайҡап торған шикелле итеп:

– Онотманым, онотманым, киләм-киләм, – тип яуапланы. Тауышынан көлөмһөрәгәне беленә ине. Күрәһең, уға бындай әрһеҙлек, сәбәләнгән кешеләр ҡылығы ят.

Ул мине сәй эсергә саҡырҙы, төшкө аш алдынан. Ҡапылдан нимә әйтергә белмәй ҡалдым. Һәр хәлдә был ауыл ағайынан ундайҙы көтмәгәйнем. Әллә ниндәй урындарҙағы хужалар ҙа бер шәшке сәй тәҡдим итеүҙе белмәй әле. Ә был: “Әйҙәгеҙ, сәй артында һөйләшәйек”, – тигән була. Хәҙер инде мин көлөмһөрәнем: “Ярай һуң”.

Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ көнсығыш аш-һыуы әҙерләнгән йыйнаҡ ҡына кафела. Ағай дин кешеһе булып сыҡты. Тик уның бары тик дин тәғлимәттәренә генә мөкиббән китмәйенсә, башҡа төрлө фән һәм фәлсәфәгә лә нигеҙләнеп фекерләүе, шул нигеҙҙәге бик төплө, ҡыҙыҡлы яуаптары мине хайран итте. Аҡыллы әңгәмәселәр менән аралашыуҙан һуң, бер килке шуның аураһында йөрөп ала торған ғәҙәтем бар-барлыҡҡа. Әле лә мин шул тулҡында инем.

“Ағай” тигәнем дә, минән бер биш-алты йәшкә оло булып сыҡты, әлеге тышҡы ҡиәфәте, оло сырайы һәм нисектер үтә зарлы ҡарашлы күҙҙәре генә ҡарт итәлер үҙен.

Китап авторы Афған һуғышы ҡорбаны икән. Бөтөн был ғәриплектәрен ул шунда алған. Яралы килеш БТР аҫтында ҡалып, аяҡтары иҙелгән. Шул хәлдә пленға эләккән. Аяҡтарына баҫа алмағас, һөйрәкләп баҙҙан-баҙға йөрөткәндәр ҙә, туйғансы язалағас, кеше була алмаҫын аңлап, йылғаға төртөп төшөргәндәр. Тик йылға кешеләрҙән мәрхәмәтлерәк булып сыҡҡан, яралы һалдатты кире ярға сығарып һалған. Ҡышлаҡ халҡы табып алып тәрбиәләгән. Тик аяҡтары атларлыҡ булып һауыға алмаған. Уны ошо хәлдә берәү совет һалдаттары үтәр юлға сығарып һалған. Аллаһы Тәғәлә йәшәр ғүмер биргәс, егет тағы ватандаштары яғына сыҡҡан. Хәҙер инде уны Ҡаҙағстан госпиталенә оҙатҡандар. Шул дауаханаларҙа ике йыл аунап ятып, унға яҡын ҡатмарлы операциялар үткәргән. Аяҡтарын ҡат-ҡат һындырып ҡоршауҙарҙан тыш, хәнйәр менән ҡырҡҡылап әхәзләнгән битен дә, баш тиреһе менән ҡуша сиселгән сәсен дә рәтләгәндәр бисараның. Туғандарына хәбәр итмәгән, был хәлендә ҡарт әсәһенә имгәк булырға теләмәгән...

Атлап киткән ул шулай ҙа. Ауырлыҡ менән булһа ла, тубыҡтарын бер аҙ бөгөп, аушанлап булһа ла. Үҙ аяҡтарына баҫҡан. Әсәһенә лә ҡайтҡан. Ваҡыт үтеү менән, ауылдан бер ҡатынды димләп алып биргәндәр. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, осороп ебәргәндәр, бөгөн шуларҙың шатлыҡ-хәсрәттәре менән йәшәп яталар.

Кисергәндәре ағымында, йән өсөн айҡашҡанда, ваҡыты-ваҡыты менән ул йәнде үҙе өҙөп атырҙай булған саҡтарында ла бик күп уйланған ул. Йәшәү-үлем, күк-ер, теге һәм был донъя, аҡ һәм ҡара көстәр кеүек ябай кешенең артыҡ иҫенә төшөп бармағандар хаҡында. Шул уйланыуҙарын тиҫтәләгән йылдарҙан һуң китап итеп яҙған. Һәм, ысынлап, илһамландырыр көскә эйә булырлыҡ баҫма килеп сыҡҡан.

Ошо тәьҫораттар аҫтында мәҡәләне яҙып һалдым да яйлап был хаҡта оноттом. Ағай ҙа шылтыратып рәхмәт әйтеүҙе, хатта мәҡәлә хаҡында фекерен белдереүҙе лә кәрәк тапманы. Уның кеүек оялсан һәм ябай кеше, бәлки, улайтыуҙы артыҡ сөсөләнеүгә лә һанайҙыр, тип кенә уйлап ҡуйҙым һәм шуның менән бөттө.

... Тыуған көнөмә бәләкәй генә булһа ла өҫтәл әҙерләйем әле тип, баҙар ҡыҙырып йөрөһәм, бер номер шылтырата.

– Дә?

– Һаумыһығыҙ.

– Һаумыһығыҙ...

– Был Зиннәт ағай ине...

Йәһәт кенә “Зиннәт ағай” тигәнде иҫләргә тырышам һәм хәтерләйем:

– Әһә. Тыңлайым һеҙҙе, Зиннәт ағай.

– Тыуған көнөң менән ҡотлайым, тип шылтыратам.

– Ә-ә... – аптырайым, әлбиттә. – Минең тыуған көндө һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?

– Беләм шул бына... Мин бит һине бик күптән беләм.

– Ҡайҙан? – төпсөнәм инде, мин бит был кеше менән шулай әрһеҙ һәм ҡыйыу һөйләшәм, нишләптер.

Теге яҡтағы бер аҙ өндәшмәйерәк тора, әйтергәме-юҡмы, тип икеләнә, күрәһең.

– Йә, әйтегеҙ инде, – уның тартыныуын аңлап, шарҡылдап көлөп алам әле.

– Афғандан сығарылып, Ҡаҙағстан госпиталдәрендә иҫһеҙ ятҡанда, минең башҡорт икәнлегемде белеп, кемдер ҡайҙандыр бер башҡортса гәзит алып килеп һалып киткән ине тумбама. Шунда һинең фотоң һәм шиғырҙарың бар ине. Баш һүҙ яҙған кеше һиңә фәлән-фәлән көндө ун һигеҙ йәш тулды, тип яҙғайны...

– Ыста... – тип кенә әйтә алдым.

Хәҙер инде ағай тыйнаҡ ҡына итеп көлөп алды ла дауам итте:

– Шул гәзитте мин ике йыл һаҡланым, ҡулымдан төшөрмәнем. Шиғырҙарыңды бөгөн дә яттан беләм... Гәзите лә бар...

– ...

– Һауығып ҡайтһам, ошо ҡыҙҙы эҙләп табам, тип уйланым... Хатта маҡсат итеп ҡуйҙым шуны... Һәм һауыҡтым да...

– ...

– Ҡайтҡас, эҙләп тә ҡарағайным... Былай ғына, рәхмәт әйтәйем, тип... Тормошта тигәстәр, мәшәҡәтләп торманым.

– ...

– Ишетәһеңме ул һин мине? Ниңә өндәшмәйһең?

– Иш-шетәм шул... Аптырап торам... бына.

– Аптырама, һылыу, был донъялағы бер нәмәгә лә аптырарға ярамай. Шул рәхмәтемде бөгөн еткерәм һиңә. Тыуған көнөң менән. Бәхетле бул.

– Р-рәх... – тик минең рәхмәтемде тыңлап торманылар, һалып та ҡуйҙылар.

Аптырар инем, ағай, был донъяла бер нәмәгә лә аптырама, тине бит әле. Ҡуҙғыған күңелемде тынысландыра алмай, эргә-тирәмдә ҡайнашҡан халыҡҡа ҡарап тора бирҙем. Мм-дә-ә... мөғжизәле донъя.

Читайте нас: