Все новости
Общие статьи
7 Мая , 10:05

Һуғыш эҙемтәләре һуғыштан да ҡурҡыныс

Кешелек донъяһы өсөн һуғыш үҙе бер ҡырағайлыҡ булһа, уға бәйле, уның эҙемтәләре булған ҡайһы бер тағы ла ҡырағайыраҡ хәлдәр шаңҡытып ҡуя. Һәм уларҙың күптәре ябай халыҡ өсөн тик бөгөн генә асыҡлана. Шундай, үҙем өсөн яңылыҡ булғанды уҡып, бик ауыр кисерҙем.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет ҡалалары ғәрип-ғораба менән шығырым тулы була. Дауаханалар, госпиталдәр, приюттар барыр урыны булмаған, ғаиләһен юғалтҡан аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, һуҡыр, ярты кәүҙәле, аҡылын юйған фронтовиктарҙы аҫырарға мәжбүр. Был тыныс ҡына ҡарап булмағандай халыҡ ағас аяҡтарында, арбаларҙа шығырлап, күптәре иҫереп, урамдар ҡыҙыра, вокзалдарҙа, ашханалар янында хәйер һорап йөрөй. Ошо күренештәрҙе Совет етәкселеге социаль илдең бәҫен төшөрә, халыҡта киләсәккә булған ышанысты юя һәм Бөйөк Еңеүҙең данын таплай (!) тип таба. Һәм, 1949 йылда, Сталиндың 70 йәшлек юбилейы алдынан, ҙур ҡалаларҙағы ҡарауһыҙ йөрөгән ғәрип фронтовиктар бер-нисә сәғәт эсендә юҡ була. Уларҙы милиция нарядтары, дружинниктар йөрөп, йөк машиналарына тейәп йыйып алып... Карелияның Сортавальск районында урынлашҡан Валаам утрауына алып барып ташлай. Был “оҙатыуҙар” бер нисә йыл рәттән дауам итеп, Хрущев заманынаса алып барыла. Архивтарҙағы Хрущевҡа яһалған отчеттарҙа вокзалдарҙан, станцияларҙан тотоп алынған һәм утрауға ебәрелгән ғәриптәрҙең һаны күп меңлектәрҙе тәшкил итә. 1950 йылда Карель-Фин ССР-ы Верховный Советы указы менән утрауҙағы ветерандар алып килеп тултырылған элекке ирҙәр монастыры Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ғәриптәр йорто итеп атап ҡуйыла.
Властар халыҡҡа утрауҙа ерҙәр күп, бында хужалыҡ тотоп, ер эшкәртеп, баҡса үҫтереп йәшәп буласаҡ, тип әүрәтһә лә, төп сәбәп ғәриптәрҙең һау-сәләмәт, хеҙмәтсән дөйөм совет массаһын боҙоуында була. Уларҙы, еңеүселәрҙе, шулай итеп тиҙ генә күҙҙән юғалталар.
Алып киленгәндәргә утрауҙан сығыу тыйыла, бында уларҙы тереклек итеү, йән аҫрап йәшәү хәлендә генә ҡалдыралар. Паспорттары һәм һалдат кенәгәләре тартып алынып, тотҡон хәленә төшөрөләләр. Интернат үҙе лә МВД ведомствоһында була. Әммә тәртипте берәү ҙә ҡарамай. Ауырыу, нервылары ҡаҡшаған, эскән һәм йәшәүҙән ваз кискән фронтовиктар үҙ-ара һуғыша, үлтерешә, талай, урлай, көсләй... Уларға бүленгән аҙ ғына паекты ла килеп еткәнсе йоҡарталар. Халыҡ асыға, тыныс тормошҡа яраҡлашыр көс тапмай, күптәр аҙыҡ табып көн итә алмай үлемгә дусар була. Әлбиттә, ғаилә ҡороп, аяҡҡа баҫып йәшәп киткәндәр ҙә байтаҡ, әммә күпселек өлөш тиҙ арала шунда ҡәберен таба.
Валаам утрауындағы был приют хаҡында ишеткәнем булһа ла, уның төп тәғәйенләнешен бына яңы аңланым һәм был хаҡта башҡалар ҙа белергә тейештер, тип иҫәпләйем. Тағы бер тапҡыр кешелектең кешелекһеҙлегенән ғибрәт алыр, илгә еңеү яулап та, уның хөрмәтен күрә алмаған, ғәриплектәре өсөн шундай михнәттәргә дусар булған ветерандар рухы алдында баш эйер өсөн. Эйе, һуғыш эҙемтәләре һуғыштың үҙенән дә ҡурҡынысыраҡ шул.