Все новости
Общие статьи
27 Апреля 2021, 09:27

Ҡатын-ҡыҙҙы кем тәмәкесе иткән?

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыу шул хәтлем популяр. Ҡала ерендә бигерәк тә. Коллективта 10 ҡатын-ҡыҙ булһа, шуларҙың етәүһе мотлаҡ тәмәкесе. Урамда иртәнсәк эшкә китеп бараһың, бөтә учреждение, сауҙа нөктәләре, парикмахерскийҙар, сәскә магазиндары, поликлиника һәм башҡа эш урындары алдында тәмәке тартып торалар. Ир-егеттәр ҙә етәрлек, әммә ҡатын-ҡыҙ айырыуса күп. Эш көнөн улар шулай тәмәке көйрәтеүҙән башлай. Ҡайҙан килеп хасил булған һуң ул ҡатын-ҡыҙ араһында улай массовый тәмәкеселек?

Ҡатын-ҡыҙҙы кем тәмәкесе иткән?
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыу шул хәтлем популяр. Ҡала ерендә бигерәк тә. Коллективта 10 ҡатын-ҡыҙ булһа, шуларҙың етәүһе мотлаҡ тәмәкесе. Урамда иртәнсәк эшкә китеп бараһың, бөтә учреждение, сауҙа нөктәләре, парикмахерскийҙар, сәскә магазиндары, поликлиника һәм башҡа эш урындары алдында тәмәке тартып торалар. Ир-егеттәр ҙә етәрлек, әммә ҡатын-ҡыҙ айырыуса күп. Эш көнөн улар шулай тәмәке көйрәтеүҙән башлай. Ҡайҙан килеп хасил булған һуң ул ҡатын-ҡыҙ араһында улай массовый тәмәкеселек?
1920 йылдарға тиклем ҡатын-ҡыҙға тәмәке тартыу тыйылған. Тәмәке (табак) тартыу ул юғары белем алыу йәки Конгресҡа һайланыу кеүек бары тик ир-егеткә бирелә торған ғына хоҡуҡ иҫәпләнгән. Шул ваҡыттарҙа ныҡлап үҫешә башлаған табак компаниялары өсөн был ҡулайлы булмаған. Халыҡтың яртыһынан күбеһе тартмай тигән һүҙ бит инде. Америк табак компанияһы президенты Джордж Вашингто Хилл “Их, алтын шишмә танау особоҙҙан ғына ағып үтеп бара ла бит...” тип әсенгән. Ҡатын-ҡыҙҙы тартырға өгөтләп, сигарет менән нисек кенә ҡыҙыҡтырып ҡараһалар ҙа, мәҙәни һәм әхлаҡи нормалар сиген ашатлап сығып булмаған. Ни эшләргә? Нисек сауҙаны шаулатып ебәрергә? Шул араларҙа, 1928 йылда, компанияға йәш, белемле һәм сикһеҙ идеялар менән ҡайнап торған Эдвард Бернейс маркетинг белгесе булып эшкә килә. Ул заманда маркетинг намыҫ төшөнсәһенә генә нигеҙләнә. Продукцияңды бары тик ысын сифаттары менән генә күрһәтәһең. Мәҫәлән, сыр һатыусы үҙенең сырын нимәләрҙән эшләнеүен алдаҡһыҙ әйтә һәм уның файҙаһының ысынбарлығын ғына һөйләй. Һәм һатып алыусы ошоларға ҡарап рациональ рәүештә, йәғни аҡылға таянып, хәл итә – алырғамы-алмаҫҡамы. Ә Бернейс был тәңгәлдә икенсерәк фекерҙә була. Ул халыҡтың тап аҡыл менән уйлап һатып алыуына ышанмай. Ул, ғөмүмән, кешене артыҡ аҡыллыға һанамай. Әҙәм менән күберәк эмоциялар һәм аңһыҙлыҡ идара итә, ти. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙа табакка ҡарата йылы ҡараш уятыу өсөн иң башта йәмғиәттең фекерен үҙгәртергә һәм сигарет тартыуҙы ыңғай эмоциональ күренеш итеп ҡабул иттерергә кәрәк икәнде тылҡый. Быны тормошҡа ашырыу өсөн Бернейс ҡаланың иң сибәр моделдәренән торған төркөм төҙөй. Уларға бының өсөн ҙур суммалар түләнә. Һәм Нью-Йорктың Пасха парадында (ул ваҡыт парадтар популяр була) ошо һылыу, матур, бай кейенгән, ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө ҡупшы итеп атлап килә лә, тап үҙәккә еткәс кенә, барыһы бер юлы кеҫәләренән сигарет сығарып тоҡандыра. Был күренеште төшөрөү өсөн махсус фотографтар ялланған була. Һүрәттәр илдең бөтөн төрлө баҫмаларында урын таба. Бернейс интервьюһында: “Был ҡатындар сигарет ҡына тоҡандырманы, улар ирек факелын яндырҙы”, - тип ялҡынлы телмәр тота. Шул мәл сигарет тартып торған бай кейемле, һомғол буйлы ҡатын гүзәл зат араһында “үҙ аллы, хәлле, иркеле” булыу төшөнсәләренә визуаль портрет яһай. Бернейс ҡатындарҙың тәмәкегә тотоноуын сәйәси протест кимәленә күтәрә ала. Уның планы тормошҡа аша – ҡатын-ҡыҙ тәмәкесегә әйләнә.
Читайте нас