Общие статьи
25 Апреля 2021, 07:29

Тыңлаһаң ышанғы, ышанһаң белге килә.

Риүәйәт буйынса был ауыл аша заманында ярты донъя хужаһы булған Батый хан юлы үтә. Олуғ хаким һанһыҙ ғәскәре алдында алтын кырандаста килә. Тап ауыл эргәһендә генә арбаһының үҙәге һынып китә бының. Хеҙмәтселәр, тимерселәр кырандасты йүнәтергә ташлана, оҙаҡ ҡына маташалар, әммә тоташтыра алмайҙар үҙәкте. Шул ваҡыт ярһыған хан эргәләге тау үренә тәрән соҡор ҡаҙҙыртып, кырандасын шунда төшөртөп күмдерә. Ул тау Мәжит тауы тип атала. Ул ваҡытта исеме нисек булғандыр, булғандырмы-юҡмы – билгеһеҙ. Хан китә, ә был ерлектә шул легенда ҡала.

Тыңлаһаң ышанғы, ышанһаң белге килә.
Ғәҙәттә, хәбәрсе багажында дәлилле мәғлүмәттәрҙән тыш, ышанырға йә ышанмаҫҡа ла белмәгән, әммә шундай ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булған халыҡ хәтирәләре, риүәйәттәр ҙә йәшәй. Уларҙы һин артыҡ етдигә алмаҫҡа, иғтибар бирмәҫкә лә тырышаһың, тик улар ишеткән көндән алып күңелде ҡытыҡлап тик тора. “Яҙ, һөйлә, башҡалар ҙа белһен” тигән кеүек. Бер уйлаһаң, бындай тарихтарҙың ғүмере лә ана шул телдән-телгә күсеүҙә, һөйләнеп ҡалдырылыуҙа бит.
Батый хандың алтыны
Был легендалар Ырымбур ерлегендә барлыҡҡа килгән. Александровка районы Күрпәс ауылы ҡыҙы булған 1924 йылғы Нәбирә Йәндәүләтова теленән яҙып алынған.
Риүәйәт буйынса был ауыл аша заманында ярты донъя хужаһы булған Батый хан юлы үтә. Олуғ хаким һанһыҙ ғәскәре алдында алтын кырандаста килә. Тап ауыл эргәһендә генә арбаһының үҙәге һынып китә бының. Хеҙмәтселәр, тимерселәр кырандасты йүнәтергә ташлана, оҙаҡ ҡына маташалар, әммә тоташтыра алмайҙар үҙәкте. Шул ваҡыт ярһыған хан эргәләге тау үренә тәрән соҡор ҡаҙҙыртып, кырандасын шунда төшөртөп күмдерә. Ул тау Мәжит тауы тип атала. Ул ваҡытта исеме нисек булғандыр, булғандырмы-юҡмы – билгеһеҙ. Хан китә, ә был ерлектә шул легенда ҡала.
Ысындырмы-уйҙырмамы был тарих, әммә бер табыш уның ысынлығына ишара яһай. 1930 йылда Күрпәс ауылы ҡатын-ҡыҙы, һәр йылдағыса, емеш-еләк мәлендә Мәжит тауына еләккә йөрөй башлай. Ҡатындар араһынан Үзбәкова Сәлимә тигәне ял итергә ултырған ерҙән суҡайып ятҡан нимәнелер күреп ҡала. Соҡоп сығарып ала ҡатын был ҡылыс һабына ла, ишек тотҡаһына ла оҡшаған нәмәне. Табыш ятҡан ерҙе ямғыр юлы йыуып өңгән һәм йырын яһаған була. Сәлимә табышын ямғыр күләүегендә йыуып алып еләккә сыҡҡандарҙың барыһы ла күрһәтә. Ауыл ҡатындары ғына булһалар ҙа, бының алтын икәнлеген аңлайҙар.
Өйгә ҡайтҡас алтын тағы ла яҡшыраҡ итеп таҙартыла, ялтыратыла, үлсәп ҡараһалар бер килонан ашыу тарта. Өй хужаһы табышты сепрәккә төрөп алып йәрминкәгә алып китә. Баҙарҙа уны аҡсаға алмаштыра һәм ғаиләһенә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып бик бәхетле булып ҡайта. Тик был бәхеттәре оҙаҡҡа бармай. 1933 йылда был ғаиләнең бар мөлкәте тартып алына. Көнсөлдәр уларҙы табылған алтын аҡсаһына байыны тип яҙып бирә. Ә бар мөлкәт ул алтынға тиклем үк хәләл көс менән йыйылған була.
Йортһоҙ-ерһеҙ ҡалған ғаилә башлыҡтары аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан үлеп китә, балалары ҡайҙа етте шунда ебәрелеп таратылып бөтә.
Был легенда һәм әлеге табыш аҙҙарҙың башын әйләндермәй. Хатта тотош геофизик экспедициялар ҙа килеп ҡаҙынып ята. Әммә тау серен сисмәй – табылмай алтын кырандас.
Амазонкалар һуғышы
Ырымбур педагогия университеты уҡытыусыһы Казбек Әхмәҙулла улы Әхмәҙуллиндан аҙып алынған легенда быныһы. Заманында уҡытыусыға уны Дыуан районы Ҡаранай ауылынан туҡһан йәшлек Алмабикә инәй һөйләгән булған.
Бик күптән, хатта беҙҙең эраға тиклем, хәҙерге Ҡаранай ерлегендә төньяҡтан һәм көньяҡтан килгән ике ҡәбилә бәрелешә. Ҡәбиләнең икеһе лә тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына тора. Ҡайҙан килгән булғандарҙыр улар, ни өсөн тап ошо ерлекте һайлағандарҙыр, нимә бүлешкәндәрҙер – билдәһеҙ. Көньяҡтан килгән ғәскәр Эйек йылғаһының хәҙерге Әпшән ауылы урынлашҡан ерендә туҡтай. Кискә ҡарай Әйҙең уң яҡ ярына төньяҡ ҡыҙҙары армияһы килеп урынлаша. Тап ошо тәңгәлдә ике йылға килеп ҡушыла икән.
Ике яҡтағы ғәскәрҙәр төнгә усаҡтар тоҡандыра һәм эргә-тирә күҙ асҡыһыҙ һоро төтөнгә күмелә. Көняҡ ҡәбиләһе тап ошо форсаттан файҙаланып, төтөн пәрҙәһе аҫтында таң алдынан һөжүм итә. Тегеләре аңғарып өлгөрмәй, ҡаршы яҡ йылғаны йөҙөп сығып, алышҡа ташлана. Йылға аша уҡ ямғыры яуып тора. Алыш көн оҙоно бара. Ҡылыс сыңы, уҡтар һыҙғырыуы, ҡыҙҙарҙың аяныслы ҡысҡырған тауыштары иңрәтеп тора яр буйҙарын. Һуғыш ҡорола ла, һыуҙа ла бара. Ҡараңғы төшөүгә төньяҡтар сигенергә мәжбүр була, еңеүселәр уларҙы ҡыуып китә. Төнө буйы алыш урынынан яралы ҡыҙҙарҙың ыңғырашҡан тауыштары ишетелеп тора. Иртәнсәктә әле йылға ҡандан ҡыҙарып ята. Амазонкалар үлектәрен килеп ерләмәй, икенсе юлдан ҡайталармы әллә күсеп барыуҙары шул буламы. Ауыл халҡы яуҙа ҡырылған ҡыҙҙарҙың барыһын да йыйып алып, ҡоралдары-кейемдәре менән бергә дөйөм ҡәбергә күмә.
Был тарихты һөйләгән уҡытыусы Өфөгә килгәнендә археологтарҙан, тарихсыларҙан был хәлдең ысын булыу мөмкинлеге хаҡында һораша һәм уға ыңғай яуап бирәләр. Ҡаранай ҡәберлеге булырға тейеш тиҙәр улар, тик тап ҡайҙа? Әлегә тиклем был эшкә тотоноусы юҡ икән. Ә былар барыһы ла ысынға сыҡһа, ниндәй шәп ҡомартҡылар табылыр ине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, бәлки ерҙәгенең ерҙә ятыуы хәйерҙер. Уның ҡуйынын аҡтарып асыу һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡына килтереп тормай бит. Тик ҡалайтаһың, беҙ шулай яралған, тыңлаһаң ышанғы, ышанһаң ҡайҙалығын белге килә шул.
Был ерлектә бына ошондай тарихтар йәшәй. Ә һеҙҙә ниндәйҙәр бар?
Читайте нас