Беҙ көн һайын тауар һатып алабыҙ, транспортта йөрөйбөҙ, коммуналь, медицина, көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр менән файҙаланабыҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта көн һайын тигәндәй ошо хеҙмәттәргә бәйле күңелһеҙлектәр менән дә осрашабыҙ. “Нимә өсөн килә был квитанциялар – аңлап булмай”, “Икмәк иҫке булған”, “Телефон насар эшләй” һ.б. кеүек ризаһыҙлыҡты йыш ишетәбеҙ һәм хатта үҙебеҙ ҙә һирәк әйтмәйбеҙ. Ә бына шул иҫке икмәкте йәки һөттө магазинға кире алып барыусылар, телефонын кире ҡайтарыусылар бармы арабыҙҙа? Быныһы инде икенсе мәсьәлә, шулай бит. Эйе, беҙҙең хоҡуҡтар йыш боҙола һәм беҙ уларҙы һәр ваҡыт та яҡлай ҙа алмайбыҙ. Сөнки, белмәйбеҙ.
Иң йыш була торған һәм артыҡ белем талап итмәгән осраҡтарҙы ғына ҡарап китәйек. Мәҫәлән, магазиндарҙа йыш ҡына “Тауар кире ҡабул ителмәй” тигән яҙыу эленә. Был иң беренсе хоҡуҡ боҙоу. Кәрәк булғанда, сифаты буйынса бәхәсәтәр сыға икән, бөтә тауар ҙа кире ҡайтарыла. Хатта эске кейемдәр ҙә, спиртлы эсемлектәр ҙә. Тауар алғанда ошондай яҙыу тора икән, администраторға бының законға ҡаршы икәнлеген иҫкәртергә онотмағыҙ.
Телефон һәм шундай электроника техникаһы буйынса сыҡҡан проблемалар тураһында күп яҙыла, әммә бында һаманда һатып алыусы алйот булып ҡала килә. Телефон насар эшләй икән иң башта был хаҡта алған ергә барып әйтергә, уларға дәғүәләреңде яҙма рәүештә еткерергә һәм экспертизаны ул магазинда түгел, ә башҡа ерҙә үткәрергә кәрәк. Сөнки сауҙа үҙәге тикшереүҙе үҙ файҙаһына эшләйәсәк, унан, телефон алмаштырылмай икән, экспертиза яҙмалары менән судҡа бирергә. Суд ғаризаһында мораль зыян кисереүегеҙҙе өҫтәргә лә онотмағыҙ.
Магазиндарҙа ҡайһы саҡ һатып алыусының тауыш ҡуптарыуына шаһит булырға тура килә. Асылда төп хата – сауҙа вәкилдәре менән телдән мөнәсәбәт асыҡлау. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мәсьәләне ни тиклем шау-шыулы итеп хәл итергә тырышһағыҙ, шул тиклем үҙегеҙгә зыян килтерәһегеҙ. Шуға күрә, магазинға аныҡ дәғүәгеҙ булып (туфли табаны аҡтарылған, микротулҡынлы мейес ватылған, телефон боҙолған һәм башҡа осраҡтар), аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға ниәтләйһегеҙ икән, дәғүәне мотлаҡ яҙма рәүештә теркәп, рәсми көрәшергә кәрәк. Ә бының өсөн тыныслыҡ һәм айыҡ аҡыл талап ителә.
Дәғүәлә тауарҙы ҡайҙан һәм ҡасан һатып алыуығыҙ, ниндәй етешһеҙлектәр табылыуы күрһәтелергә, “Ҡулланыусылар хоҡуғын һаҡлау” Законына таянып, талаптарығыҙ белдерелергә тейеш. Әгәр ҙә тауар гарантияла, уның һаҡлау срогы, шулай уҡ һатып алғандан башлап ике йыл ваҡыт үтмәгән икән, сифатһыҙ тауарға ҡарата биш төрлө дәғүә белдерергә мөмкин. Үрҙә телгә алынған Закондың 18-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, ошо бишәүҙең береһен һайлағыҙ, сөнки һәр талаптың үҙ үтәлеү срогы бар. Тауар чегы булыу-булмауҙың әһәмиәте юҡ (!) – ул һеҙҙең талапты үтәүҙән баш тартыуға нигеҙ була алмай. Дәғүәне ике нөсхәлә эшләгеҙ. Үҙегеҙгә ҡалдырылғанына сауҙа нөктәһенең рәсми мисәтен, һатыусының имзаһын ҡуйҙыртып алығыҙ. Баш тарталармы? Ғаризағыҙҙы заказлы хат менән магазиндың юридик адресына ебәрегеҙ. Әгәр ҙә тауарҙы бәләкәй сауҙа нөктәһендә һатып алғанһығыҙ икән, ике шаһит табып, һатыусының ҡул ҡуйырға баш тартыуын документаль рәүештә теркәгеҙ. Эш судҡа барып етһә, быларҙың кәрәге тейәсәк.
Бөгөн “коллектор” тигән һүҙ ҙә йыш яңғырай. Асылда кем һуң ул - коллектор?
Ысынында, законға нигеҙләнгән ундай ундай хеҙмәт тә, махсус органдар ҙа юҡ. Улар суд приставы ла, полиция ла түгел. Еңел юл менән аҡса эшләргә теләүселәр коллекторҙар агентлығы булдырып, банктарҙан кешеләрҙең бурыстарын һатып алалар ҙа янау, ҡурҡытыу, психик баҫым ярҙамында бурыслының бирәсәген икеләтә арттырып түләтеп ала. Коллекторҙар килгән осраҡта полиция саҡырырға кәрәк. Ә инде шылтыратыуҙарҙы алмаҫҡа, яуап бирмәҫкә һәм коллекторҙарҙан ҡурҡмаҫҡа. Бөгөн коллекторҙар хеҙмәтен Суд приставтары контролдә тота.
Шулай уҡ юл хәрәкәттәре буйынса ла йыш ҡына һорауҙар тыуа. Был осраҡта иһә иң башта ҡайҙа мөрәжәғәт итеүҙе белергә кәрәк. Автотранспорт хәрәкәте һәм йөк ташыуға бәйле закон акттарын контролдә тотоу эше Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса автоюл күҙәтеүе дәүләт идаралығына тапшырылған. Ул автотранспорт хәрәкәте һәм йөк ташыуға бәйле закон акттарын көйләй.
Ә инде судҡа бәйле мәсьәләләрҙә тағы бер яңылышлыҡҡа асыҡлыҡ индереп китәйек. “Суд” төшөнсәһен беҙҙә “аҡса” төшөнсәһе менән берләштерәләр. Йәнәһе, юрист, адвокат һ.б. Ә суд ул бушлай үтә торған процесс һәм мөрәжәғәт иткән кешегә махсус сәркәтиптәр барлыҡ ҡағыҙҙарҙы ла бирә, аңлата. Быны белмәгәндәр адвокаттар, юристар тупһаһын тапап аҡсаһын әрәм итә. Бушлай юридик ярҙам алыу ҙа беҙҙең хоҡуҡ – шуны ла беләйек.