Все новости
Общие статьи
21 Апреля 2021, 16:21

Кинотеатр сәнғәт үҙәге түгел икән хәҙер...

Унан башланды... инеп урынлашҡас. Әйтерһең халыҡ туйынырға ғына килгән. “Шаптыр-шоптор”, “керт-керт” килгән тауыштарҙан киноның ҡайһы һүҙҙәрен ишетмәй ҡалына хатта. Эргә-тирәмә күҙ һалам, балалар ғына түгел, ғаилә менән килгәндәр ҙә шул эш менән мәшғүл.

Кинотеатр сәнғәт үҙәге түгел икән хәҙер...
Ял көндәрендә киноға барып, ундағы мәҙәниәтһеҙлеккә хайран ҡалып ҡайттым әле. Баш ҡаланың “Родина” кинотеатрына сәйәхәт яһаныҡ балалар менән, иртәнге сеансҡа уҡ. Байрам көнгө иртә булһа ла, фильм яңы булғанғамы, фойе йәштәр, бала-саға менән тулы ине. Бөтә ерҙәге кеүек бында ла залға инеүселәр өсөн чипсы, поп-корн, һыу кеүек аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә һәм һәр береһенең ҡулында ҡап-ҡап ошо нәмәләр булды. Унан башланды... инеп урынлашҡас. Әйтерһең халыҡ туйынырға ғына килгән. “Шаптыр-шоптор”, “керт-керт” килгән тауыштарҙан киноның ҡайһы һүҙҙәрен ишетмәй ҡалына хатта. Эргә-тирәмә күҙ һалам, балалар ғына түгел, ғаилә менән килгәндәр ҙә шул эш менән мәшғүл. “Ярай, һатып алғас ашайҙар инде, моғайын бөтмәй торған түгелдер ҙә”, - тип уйлайым. Тик арттағыларым ҡаптарын бушатҡас, малайҙарын тағы ла чипсы артынан ебәрҙе. Былар яңы шыптырҙаҡтарын аса башлағас, боролоп шаяртып ҡуйҙым: “Бәлки һеҙгә ашханаға барырға кәрәк булғандыр”. Теге ғаилә шаяртыуҙы ҡабул итте, көлөшөп алды, әммә ашауҙан туҡтаманы. Башҡаларға көс етмәгәс, хәлемдән килгәнен генә эшләнем: “Күрәһегеҙме, ҡалай йәмһеҙ, ошолайтып ултыраһы булмағыҙ”, - тип балаларымды тәрбиләп алдым.
Студент саҡта ошо “Родина”ға киноға йыш йөрөнөк, һуңлап инеү тыйыла, һөйләшһәң шундуҡ шелтә яһайҙар. Бында ла театрға барғандай кеүек кейенеп-яһанып, хис-тойғо, эмоциялар менән байыуға өмөтләнеп киленә ине. Ә ауылдарҙа киноға айырыуса хөрмәт менән ҡаранылар. Клуб шып-шым булыр ине. Тышта аяҡ кейемдәрен ҡат-ҡат таҙалап, ҡойоло ваҡыттарҙа йыуып инделәр, һағыҙ сәйнәп ултырыу ҙа әҙәпһеҙлеккә һаналды.
Шул уҡ кинола сит ил халҡының кинозалдарҙа, телевизор алдында ашанып ултырғанын ҡарап аптырай торғайныҡ. Хәҙер үҙебеҙ әллә кемде аптыратырлыҡбыҙҙыр. Өҫ кейемдәре һалынмай, гардероб эшләмәй икән, шунлыҡтан кейемдәр ҡайҙа етте шунда өйөлдө. Бер-береһенең кресло артына элеп, улары икенселәренә ҡамасаулап торҙо. Урындарында һуҙылып төшөп һыра эсеп ятыусылар ҙа аҙ түгел, ул эсемлектең еҫе бөтөн залға таралып китте. Алдараҡ ултырған үҫмерҙәр үҙ алдарындағы ҡыҙ-ҡырҡынды кәзәкләп ҡаҡшатты. Улары боролоп екерә торғас, “сай-сой” килеп һүгенешеп талашып алдылар. Тауышҡа килгән бер хеҙмәткәр юҡ, һуғышып ятмайҙармы? Унда-бында телефондар шылтырай, уларына бер тартыныуһыҙ яуап бирәләр. Инеп ҡараған, тыйған кеше юҡ. Балалар: “Иғтибар итмә”, - тигән булһа ла, был мәшхәрҙә ял итә лә, ҡараған фильмымды яҡшылап аңлай ҙа алманым.
Ә инде ут янғас, ул залдағы әшәке күренеш хаттин ашты. Ҡайҙа ҡарама һыу, һыра шешәләре, ялтыр ҡаптар, поп-корн биҙрәләре аунашып ята. Артыбыҙҙағы ашамһаҡ ғиләнең балалары тороп өҫ-башын ҡаға, ауыҙ-моронон таҙалап бөтә алмай. Чипсыға “ҡойоноп” ултырғандар, күрәһең.
Шулай итеп, кинотеатр сәнғәт үҙәге булыуҙан туҡтаған икән хәҙер, тигән фекер менән сыҡтым кинонан. Залда ашанып ултырыуҙы, бер-береңә ҡамасаулауҙы улар үҙҙәре үк пропагандалай бит инде. Буфеттары тик шул аҙыҡ тип аталған сүп-сар һәм һыра менән генә сауҙа итә. Программалары тәрбиәгә түгел, ә аҡса эшләүгә ҡоролған. Тиҙҙән театр залында тамаҡ туйҙыра башлаһалар ҙа, килһәләр булды, ни ҡылһалар ҙа мәйелдәре, тип, ризалашырбыҙ микән?
Читайте нас: