Все новости
Общие статьи
19 Апреля 2021, 11:19

«Комсомолка башкирка»

«Комсомолка башкирка»

Элегерәк байрам, пропаганда һәм агитация открыткалары булды. Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, 1, 9 май, 7 ноябрь, тыуған көн открыткаларының матурлығын, сағыулығын күптәр хәтерләйҙер. Ул открыткаларҙы тултырыу өсөн алдан фекер туплап, матур, төҙ итеп яҙырға тырышып ултырыуы үҙе бер ғүмер булған. Ә почта йәшнигенән ҡотлау открыткаһы алғандағы ҡыуанысты һөйләп тә тораһы түгел.

Совет осоронда илебеҙҙә милли-этник пропаганда открыткалары ла донъя күрә. Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй милли китапханаһы фондында байтаҡ ҡына открыткалар тупланмаһы һаҡлана. Шулар араһында башҡорттар төшөрөлгән открыткалар ҙа бар. Был почта открыткаларын китапханаға Николай Спиридонович Тагрин исемле кеше тапшырған. Мәҫәлән, «На Урале. Типы рабочих башкир» тигән открытка 20-се быуат башына ҡарай. Екатеринбургта В.Л.Метенков типографияһында нәшер ителгән. Фотола алты башҡорт эшсеһе китеп бара. Ә бына 1902 йылғы открыткаға С.Я.Юминовтың “Типы башкир» тигән фотоһы урынлашырылған. Бер төркөм ир-егеттәр фотоға тәшкән. Ғәйнә ырыуы башҡорттарының 20-се быуат башына хас кейемдә улар. Фотограф Юминовтың Красноуфимск ҡалаһында "Моментальная фотография" тип аталған фотоательеһы булыуы билдәле. Был ҡала Өфө йылғаһы буйында 18 быуатта башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу һәм булдырмау осоронда ҡәлғә булараҡ барлыҡҡа килә.
Открыткалар араһында «Комсомолка башкирка» тигәне лә һаҡлана.15 тинлек төҫлө открытка 1937 йылда Мәскәүҙә СССР-ҙың Революция музейы тарафынан 50 мең дана менән нәшер ителгән. 79 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан 10-ға 15 сантиметр ҙурлығындағы баҫманың төҫтәре асыҡ һаҡланған. Ыҡсым ғына милли елән кейгән ҡараҡай ҡыҙҙың ҡулында ғәрәп яҙмаһындағы йоҡа китап. Комсомолға алынған йәш ҡыҙҙың сәсе ҡырҡылған, ҡайырып ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән һәм ҡыҙыл галстук таҡҡан. 1937 йылда открыткаға урынлаштырылған картинаны 1925 йылдың йәйендә билдәле рәссам, скульптор, график, милләте буйынса эстон Фридрих Лехт төшөргән. Ф.Лехт 1921 йылдан Мәғариф халыҡ комиссариатында, Мәскәү мәғариф бүлегендә һынлы сәнғәт секцияһы етәксеһе, шулай илдең төп музей һәм театр эксперты булып эшләй. Фридрих Карлович шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары, Станиславский һәм Немирович-Данченко театры директоры вазифаларын да башҡара. Тап ошо йылдарҙа ул башҡорт ҡыҙының портретын төшөрә. Тик ҡайҙа төшөрөүе билдәһеҙ. Күрәһең, экспедицияларының береһендәлер? Төп нөсхәләге аҫта уң яҡта «Лехт, 1925» тигән яҙыу күренә. Ә бына портреттың өҫ яғындағы яҙма күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бында комсомолканың ғәрәп графикаһында яҙылған исеме бар - «Ғәлиә Мирзағәлина» тиелгән.
Ғөмүмән, открытка адресатҡа ҡарап шәхсән һайланып алына. Ундағы сәләм хаты ғына түгел, һүрәте лә мөһим роль уйнай. Сөнки открытка бит аралашыу ысулы, кешенең теләктәрен, хистәрен еткереүсе, күңелдәрҙе бәйләр таҫма ул. Тарихта ҡалған милли открыткаларға ҡарап, бәлки өр-яңы заманса башҡортса яҙылған, халҡыбыҙ рәссамдарының, фотографтарының эштәре ҡуйылған, милли мәҙәниәтте, колоритты сағылдырған ҡотлау открыткалары сағарырғалыр?! Милли открытка телебеҙҙе һаҡларға ла, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнергә лә булышлыҡ итер ине.
Зилә Ниғмәтйәнова.
Читайте нас: