Все новости
Общие статьи
15 Апреля 2021, 08:58

Һүҙҙәр сере

Туған телеңде бик яҡшы белгән осраҡта ла, аңлап етмәгән йәки мәғәнәһен төшөнмәгән һүҙҙәр осрап ҡына тора. Шул аңлайышһыҙҙарын өйрәнә башлаһаң – иҫ китә, улар артындағы мәғәнә, барлыҡҡа килеү тарихы хайран итә. Шундай бер-нисә һүҙ хаҡында ине һүҙем.

Һүҙҙәр сере
Туған телеңде бик яҡшы белгән осраҡта ла, аңлап етмәгән йәки мәғәнәһен төшөнмәгән һүҙҙәр осрап ҡына тора. Шул аңлайышһыҙҙарын өйрәнә башлаһаң – иҫ китә, улар артындағы мәғәнә, барлыҡҡа килеү тарихы хайран итә. Шундай бер-нисә һүҙ хаҡында ине һүҙем.
Ауылымдың боронғо атамаһы Тарыуал. Уны Тарауыл да, Тарыуал да тип яҙалар, ә әйткәндә Таруал тигән ҡыҫҡа яңғырашта. Шул һүҙҙең мәғәнәһен белә алмай йонсоном оҙаҡ йылдар. Бер ерҙә лә аңлатмаһы юҡ. Тарихсылар ҙа, телселәр ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмай ине. “Аҡбуҙат” эпосында Сура батырҙың улы Һәүбәнде тәрбиәләп үҫтергән Таруал ҡарт исеменән башҡа, был атаманы бер ерҙә лә ишеткәнем юҡ ине. Төрки сайттарҙағы ошондай эҙләнеүҙәр нигеҙендә нуғай дуҫтарҙан табып алдым был һүҙҙе. Таруал – ул ир-егет исеме икән. Ҡығыу, сая холоҡло тигәнде аңлата, тинеләр. Был исем нуғайҙарҙа бөгөн дә ҡушыла икән.
Унан килә Бетерә йылғаһының, йәғни шул атаманы биргән һүҙҙең аңлатмаһы юҡ ине. Шул уҡ нуғай халҡында табылды. Бетерә – бетер(нуғ.) –йәғни, зәһәр, яман, хәтәр кеүегерәк (превосходящий в сравнении). Шунан да яманыраҡ, унан да хәтәрерәк һ.б. Ысынында был йылғаның һыуы бик һалҡын, шуға ҡарап әйтелгәндер, аталғандыр тип уйлайым.
Бетек тауын да “бейек” тигәнгә бәйләп өйрәндек мәктәп йылдарында. Уны иһә үләнле, йәшерен урын тип аңларға кәрәк булып сыҡты. Шулай уҡ Сибел тауын “һибел” һ.б. тип асыҡлап маташҡан инек. Уның да аңлатмаһын таптым. Себер тарафынан күсеп килгән халыҡты ҡасандыр сибелдәр тигәндәр икән. Тимәк, был ерҙәрҙә борон-борон замандарҙа кемдәрҙер йәшәгән йәки йәшәп киткән (килеп төпләнеп ерле халыҡ менән берләшкән) тип тә фаразларға була.
Ҡалғап тигән һүҙҙе әле йәш саҡтараҡ уҡ ишетеп ҡалғайным. Һарыҡ тиреһенән тегелгән бейәләйҙе (рукавицы) атайҙар ине. Әле бейәләйҙе ҡайһы бер төрки халыҡтар ҡулғап – ҡул ҡабы, тигәндәрен белеп ҡалдым. Тимәк, бейәләйҙең беҙҙәге тәүге атамаһы ла ҡулғап булған.
Бөрйән районында Ҡотан ауылы бар һәм уның да ҡош исеменән икәнлеге минең өсөн асыш булды. Бәлки, ҡайһылар белгәндер ҙә, әммә белмәүселәр ҙә аҙ түгелдер. Шулай итеп, ҡотан – селән (цапля).
Халыҡ араһында “ҡәһәт” тигән һүҙ йәшәй. “Шулай итергә ҡәһәтләнеп йөрөйөм әле” тиҙәр. Ҡәһәт – ҡаршылыҡ. Йәғни, ҡаршылыҡ ҡылырға теләй, нимәлер әйтә йәки эшләй була.
“Ҡашында” тигәнде хәҙерге йәштәр төшөнмәҫ тә. Ҡыҙыҡ өсөн ҡулланып ҡараным. “Ҡашыма кил, ҡашыма ултыр” тигәнде лә аңламайҙар икән. “Брови” тип кенә тәржемә итәләр. Был иһә “эргәмә” тигән мәғәнәне бирә. “Ҡашыма килеп кит әле”, “Ҡашымдан урын алып ҡалдым” тигәндә, был ҡашына ултырта микән тип аптырарға түгел, янына, эргәһенә саҡыра икәнде белергә кәрәк. Әйткәндәй, ошондай һүҙҙәрҙе ҡабаттан һөйләшеүгә индерә барайыҡ әле.
“Монаят” тигән һүҙҙе ололар ҡуллана ине. “Булған ғына монаятын төйнәп алып сығып киткән” тип уҡығайным бер боронғо китапта. Монаяҡ – өй эсендәге әйбер. Ҡайһы бер даилектта манаҡ – һәпрә, өй эсен йыя белмәгән кеше икән.
Сынаяҡ һүҙе лә бик ҡыҙыҡ ҡына тарихлы. Сын – син – Ҡытайҙың бер провинцияһы. Йәғни, фарфор аяҡ кейемдәре тәүбашлап шунда сыға башлаған һәм “синь” тип аталған да. Башта фарфор тик аяҡ кейеме өсөн генә булған. Унан шул уҡ фарфорҙан һауыттар яһалған. Шул тарихтан сынаяҡ һүҙе барлыҡҡа килгән дә. Сынаяҡ – фарфорҙың аяҡ кейеме материалы булғанлығын хәтерләтеүсе һүҙ.
Телебеҙҙә, шулай итеп, үҙебеҙ аңлап етмәгән һүҙҙәр күп. Әммә уларҙың аңлатмаһы ла, тарихы ла булырға тейеш. Беҙҙә булмаһа башҡа төрки телдәрҙә ятырға мөмкин уларҙың сере. Эҙләйек бергәләп, аңлатайыҡ уҡыусыларыбыҙға.
Читайте нас: