Все новости
Общие статьи
14 Апреля 2021, 07:32

Тарихсылар иғтибар итмәгән асышым

...Арҡайым бронза дәүерендә йәшәгән кешеләрҙең көнкүрешен, ышаныуҙарын, табыныуҙарын сағылдырған ғәжәп үҙенсәлекле лә һәм изге лә урын.

Тарихсылар иғтибар итмәгән асышым
“Асылдарҙы асты Арҡайым” тигән фәнни-популяр очеркым тәүҙә “Ватандаш” журналында, һуңынан “Тереләргә – тере һыу” китабымда (”Китап". – Өфө, 2006) баҫылып сыҡты. Очерк-эҙләнеүҙә Арҡайымға бәйле бығаса бер ҡайҙа ла телгә алынмаған ошо мәғлүмәт тә сағылдырыла.
...Арҡайым бронза дәүерендә йәшәгән кешеләрҙең көнкүрешен, ышаныуҙарын, табыныуҙарын сағылдырған ғәжәп үҙенсәлекле лә һәм изге лә урын.
Герман халыҡтарының телдән һөйләнгән, ҡулъяҙма килеш XIII быуаттан һаҡланған боронғо мифологик һәм героик йырҙарҙан тупланған «Өлкән Эдда» йыйынтығындағы «Хлёд тураһындағы йыр»ҙа Архайм торағы тураһында әйтелеүе айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Арҡайымға бәйләп, был мәғлүмәт тәү тапҡыр телгә алына. «Өлкән Эдда» — бөтә донъяға билдәле
эпос. Унда сағылған ваҡиғалар гундар, йәғни төркиҙәр һәм уғырҙар, беҙҙең ҡанбабалар тарихына ла бәйле:
...Хлёд родился
в гуннской земле,
в священном лесу,
с ножом и мечом,
остро отточенным,
в шлеме украшенном,
в длинной кольчуге
и с резвым конем.
Хлёд — готтар короле Хейдрек менән Хумлиҙың (Аттила) әсиргә алынған ҡыҙының улы, Ангантюрҙың (ата бер, инә башҡа) туғаны. Ул гундар ерендә үҫкән. Белешмә өсөн әйтеп үтәйек, гундар II—IV быуаттарҙа төрки телле һундарҙан, урындағы уғырҙарҙан һәм сарматтарҙан барлыҡҡа килгән яңы күсмә ҡәүем.
IV быуаттың 70-се йылдарында уларҙың көнбайышҡа ҡарай
ҡеүәтле хәрәкәте халыҡтарҙың бөйөк күсешенә этәргес була.
Байтаҡ ҡына герман ҡәбиләләрен һәм башҡаларҙы берләштереп,
гундар ҡеүәтле ҡәбиләләр берләшмәһенә етәкселек итә, башҡа
илдәргә бөлдөргөс сапҡындар яһай: Көнсығыш һәм Көнбайыш
Рим империяларына, Галлияға һ.б. Айырыуса Аттила мәлендә.
Ул — 434 йылдан гундарҙың юлбашсыһы. Ш.Сефероглу менән
А.Мюдеррисоглуҙың «Төрки халыҡтары дәүләттәре» хеҙмәтендә
билдәләнеүенсә: «Гундарҙың көнбайыш (Европа) империяһы биләмәләре һәм сиктәре: Көньяҡ Рәсәй, Румыния, Югославияның
төньяҡ райондары, Венгрия, Австрия, Чехословакия, Германияның көньяҡ һәм үҙәк райондары. Яҙмаһы — орхон төркиҙәре
алфавиты. Яҙма теле — төрөк, гот, латин, грек телдәре». 451
йылда Каталаун яландарындағы алышта гундар ҡыйратылып,
уларҙың Көнбайышҡа үтеп инеүе туҡтатыла. Ике йылдан Аттила
үлә. Унан һуң (469 йыл) ҡәбиләләр берләшмәһе тарҡала. Күреүебеҙсә, беҙҙең ҡанбабалар борон герман ҡәбиләләре менән аралашып, берләшеп йәшәгән. Быны, тарихи күренеште, хәлде бер кем дә инҡар итә алмай.
Готтар иһә — герман ҡәбиләләренең бер төркөмө. Көнбайышта йәшәгәндәре — вестготтар, көнсығыштағылары остготтар тип аталған. «Хлёд тураһындағы йыр»ҙа готтарҙың, йәғни остготтарҙың Архейм (Архайм) торағында донъя көтөүе бик асыҡ әйтелә:
Хлёд с востока,
наследник Хейдрека,
в Архейм, к жилищу
готов приехал, —
наследье свое
собирался требовать.
Тризну там Ангантюр
правил по Хейдреку.
Был юлдарҙан аңлашылыуынса, гундар Архаймдан көнсығышта көн иткән. Хлёд гундар еренән готтар йәшәгән Архайм торағына вафат булған атаһы Хейдректы иҫкә алыу мәжлесе (тризна) мәлендә, үҙенең мираҫын талап итергә килгән. Был ваҡытта гундар менән Хумли(Аттила), готтар менән Ангантюр етәкселек иткән:
Хумли, как слышно,
гуннами правил,
а гаутами — Гицур,
Ангантюр — готами...
Хлёд туғаны Ангантюрҙан атаһынан ҡалған мираҫтың яртыһын талап итә:
...Я хочу половину
наследия Хейдрека.
...Камень чудесный
в излучинах Данпа.
Һоҡланғыс таш (ҡая) гундар менән готтар биләмәләренең
сигендә булған. БВЛ серияһындағы «Өлкән Эдда. Нибелунгтар
тураһында йырҙар» томында (М., 1973) Архаймға, уның ҡайҙа
урынлашыуына шундай аңлатма бирелә: йылға буйындағы тораҡ,
тикшеренеүселәр был урынды Висла тамағына ла, Днепр бассейнына ла, Дунайға ла ерләштерә. Данп иhә — Днепр. «Ҡалалар
иле»н асҡансы, шулай уйланылды. Беҙгә иһә бөгөлөндә ғәжәп таш
ҡаялы Данп боронғо замандарҙа уҡ киң билдәле Яйыҡ йылғаһы
булып күҙаллана. Боронғо грек астрономы Клавдий Птолемей
(беҙҙең эраның II быуаты) һәм фламанд сәйәхәтсеһе Виллем
Рубрук (1254) Яйыҡты Даикс, ғәрәп илгиҙәре Ибн-Фаҙлан (921— 923) Джайк, Византия тарихсыһы Менандр (VI быуат) Ҙайх тип
яҙып ҡалдырған, «Авеста»ла Деик тиелгән. Данп йылғаһы Даикс,
йәғни Яйыҡ булып сыға. Әйткәндәй, Арҡайым Яйыҡ йылғаһынан
әллә ни алыҫ түгел, тура үлсәһәң, ни бары 35 саҡырым самаһы.
Ҡыҙыл йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урында һоҡланғыс ҡая ла
ҡалҡып тора. Данп йылғаһын Танып, йәиһә Таналыҡ тип уйларға
ла була. Хәйбулла районының Таштуғай ауылы эргәһендә, Таналыҡ буйында даға эҙҙәре уйылған серле таш ҡая, Белорет районында Ағиҙел йылғаһы буйында Ар ташы ҡаяһы ла бар...
Готтарҙың Архайм, Танхайм кеүек тораҡтарының биләмәләрен гундар баҫып алған. Гауттарҙың башлығы Гицур гундарҙы һуғышҡа саҡырған:
...Зову я вас к Дюльгье,
на битву сзываю
на Дунхейд, в пределы
Ёссурских гор!..
Гауттар — төньяҡ герман ҡәбиләһе төркөмө. Һуңынан «Гаут йорто»нда йәшәүселәр Балтик буйына китә, шведтар менән алыша, Готланд утрауын үҙләштерә.
Географик атамалар ошолай аңлатыла: Дюльгья — фаразланыуынса, йәнәhе, ул Дунаец (Висланың ҡушылдығы), йәиhә Морава (Дунайҙың ҡушылдығы), Дунхейд атамаhын Дунай, Үрге Висла hәм Дон менән дә бәйләгәндәр. Ёссур тауҙары Бәләкәй Карпат тип уйланылған. Мәгәр унда Арҡайым, Таналыҡ кеүек ҡаласыҡтар юҡ. Дунхейд, бәлки, Танхайм — Таналыҡ мәғәнәһендәлер. Таналыҡ йылғаһы бар, һәм хәҙерге Хәйбулла районы
ерендә Арҡайым кеүек Таналыҡ ҡаласығы табылды. Тимәк,
Дунхейд иле — ул Танхайм, йәғни Таналыҡ ере һәм иле. Ёссур
тауҙары иһә Йәнсура, Ейәнсура тигәнде аңлатыуы ла ихтимал.
Архайм (Арһайм) — Ар йорто, йылға башында арҙар, арыу
кешеләр йәшәгән ил. Архайм — үҙәндәге һыу баҫмаған ҡалҡыу
ҡоро урын, утрау. Мифологияға нигеҙләнгән «Урал батыр» эпосында ла Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең тирә-яғын һыу уратҡан урында йәшәүе һүрәтләнә:
Борон-борондан
Кеше-маҙар булмаған,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән ҡарсыҡ.
Көньяҡ Уралдағы Арҡайым торағы ла йылғалар буйында,
яҙын һыу баҫҡан үҙәндең ҡалҡыу урынында, ҡоро ерендә урынлашҡан. Утрау — ер йөҙөн, тирә-йүндәге һыу-диңгеҙҙе сағылдырған. Оло Ҡараған йылғаһы үҙәне, утрау тирәләй һыу баҫыр туғайҙар, ер менән күкте бүлгәндәй иткән тау һыҙаттары был урынды тәү яралыу төйәге һымаҡ тойҙорған...
Сәлимйән Бәҙретдинов.
Читайте нас: