Все новости
Общие статьи
13 Апреля 2021, 07:18

Башҡорт ижауҙарында тәрән мәғәнә бар

Музейҙарҙың фонд коллекцияһында башҡорт матди мәҙәниәтенең иҫ киткес матур бер әйбере – ҡымыҙ ҡоя торған ағас ижауы һаҡлана. Был ижад башҡорттарҙың ун туғыҙынсы быуат аҙағы – егерменсе быуат баштарындағы ағас һырлау кәсебенең сағыу бер өлгөһө булып тора.

Башҡорт ижауҙарында тәрән мәғәнә бар
Халыҡтар тарихын өйрәнгәндә уның көнкүреш кәрәк-ярағын дә параллель рәүештә өйрәнеп барыу фарыз. Сөнки кеше йәшәйеше хаҡындағы иң күп мәғлүмәтте тап ана шул көнкүреш тауарҙары бирә лә инде.
Музейҙарҙың фонд коллекцияһында башҡорт матди мәҙәниәтенең иҫ киткес матур бер әйбере – ҡымыҙ ҡоя торған ағас ижауы һаҡлана. Был ижад башҡорттарҙың ун туғыҙынсы быуат аҙағы – егерменсе быуат баштарындағы ағас һырлау кәсебенең сағыу бер өлгөһө булып тора. Оҫтаның уйы ла, идеяһы ла был әйберҙең тәғәйенләнешенә тап килә. Ошо урында нимәне билдәләп үтергә кәрәк? Башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә табылған һәм әлеге көн музейҙарҙа һаҡланған бөтөн төрлө ижауҙар ҙа формалары буйынса ла, эшләнештәре буйынса ла бер үк төрлөләр. Тау, урман, дала башҡорттарында ла был әйбер бер үк декоратив һүрәтләнештә, стилдә. Тимәк, ижауҙы семәрләүҙең ниндәйҙер махсус формаһы булған. Был фекергә дәлил итеп Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы 23, М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы 14 һәм “Боронғо Өфө” Республика тарихи-мәҙәни музей-заповеднигындағы 3 ижау өлгөләрен килтерергә мөмкин.
Милли музейҙа егерменән ашыу ижау һәм декоратив биҙәлеш өсөн ижауға тағыла торған өс сынйыр һаҡлана. Шулар араһында иң боронғоһо булып 17-18 быуатарға тура килгәне иҫәпләнә. Ул Нафиҡовтарҙың ғаилә реликвияһы була. Фондта шулай уҡ Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы, Хәйбулла районы Юлбарыҫ, Әбйәлил районы Мораҡай ауылдарынан алынған ижауҙар ҙа бар. 1985 йылда Ҡурған өлкәһе Әлмән районынан килтерелгән ижауҙы 1912 йылда Хөснетдин тигән оҫта яһаған. 1970 йылдарҙа Башҡортостандың көнъяҡ райондарына сыҡҡан экспедиция алып ҡайтҡан ижауҙар ҙа иҫәптә тора.
М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының башҡорт декоратив-һынлы сәнғәте фондындағы ижауҙарҙың үҙ тарихы бар. Бындағы бер нисә предмет музейҙың иң беренсе экспонаттары була. Улар фондҡа музей асылған 20-се йылдарҙа уҡ килеп эләгә. Әйткәндәй, Бөрйән, Ғафури, Бишбүләк райондары һәм Ҡурған, Силәбе өлкәләре башҡорттарынан алынған ижауҙар Рәсәй этнографик музейҙарында ла һаҡлана.
Ағастан һырлап эшләнгән был һауыттар ҡымыҙ ҡашығаяғы комплексына инә. Ижау ҡымыҙҙы һауыттарға таратып ҡойоу һәм үҙенән дә эсеү өсөн яһалған. С.Н.Шитова яҙыуынса: ”һырланған сүместәр яҙмышы туранан-тура йылҡысылыҡ традициялары һәм ҡымыҙ төп һый булған яҙғы-йәйге байрамдар менән тығыҙ бәйләнгән”. М.Ғ.Муллағоловтың фекеренсә, был һырланған ижауҙар боронғо күргәҙмәләрҙән ҡалған бер күренеш ул. Ул заман оҫталарының ағас эшкәртеү үҙенсәлектәрен йәки ололарҙа һаҡланған иҫтәлектәр аша йәки әлеге сүместәр аша ғына белеп була. Егерменсе быуат урталарында был көнкүреш ҡашығаяғы ҡулланылыуҙан сығып, ғәҙәти булмаған формаһы, биҙәлеше буйынса һырлы скульптура булараҡ ҡына баһаланып һаҡлана. Ҡымыҙ ижауҙары сүкеү һәм һырлау техникаһы буйынса яһала. Оҫталар уны ағас олононоң аҫҡы өлөшөндәге суғырмаҡтан эшләгән. Суғырмаҡтарҙың текстураһы ҡыҙыҡлы, төрлө һыҙаттарҙа була. Был материалдан яһалған ижауҙар ҙа ҡабатланмаҫ төҫтәре, бөгәрле-бөгәрле тәбиғи юлаҡтары, ҡатламдары менән айырылып торалар. Ижау өсөн ҡайын, имән, йүкә ағастары ла ҡулланылған.
Башҡорт ижауҙарының формаһы башҡа халыҡтарҙа ҡабатланмай, улар шундай үҙенсәлекле. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа ла, урыҫтарҙа ла улар икенсерәк формала һәм биҙәлештә килә. Беҙҙәге һауыттың сөм өлөшө оҙонса, стеналары бейек түгел, төбө тигеҙ. Һабы саҡ ҡына мөйөш яһап тора. Һабына шулай уҡ ағас дүңгәләктәрҙән эшләнгән сылбыр тағыла. Сылбырҙың осонда төлкө, бүре йәки айыу һүрәте төшөрөлгән түңәрәк була. Был түңәрәк башҡа дүңгәләктәрҙән айырмалы рәүештә ҙурыраҡ. Рәссам В.С. Сыромятников бындай сүмес хаҡында: “эйәһенең ғорурлығы була бындай әйбер... Елемһеҙ, сөйһөҙ, бары бер ағас киҫәгенән генә башҡарыла” тип яҙа. Ысынлап та, бындай ижау ҡашығаяҡ булыуҙан үтеп, халыҡ ижадына әйләнә лә.
Башҡорт ҡымыҙ ижауы һыуҙа йөҙөп йөрөгән ҡошто хәтерләтә. Һабы ҡоштоң башы формаһында булып, унда суҡышы ла, күҙҙәре лә күренә, ә сөм өлөшө кәүҙәгә оҡшай. Ҡайһы бер сүместәрҙә өйрәкте йәки шуға оҡшаған ҡоштарҙы танырға була.
Башҡорт халҡында ла, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙа ла йөҙөп йөрөүсе ҡош формаһы иң боронғо формаларҙың береһе, тип иҫәпләнә. Беҙҙең мифологияла ла һыуҙы, ерҙе һәм күкте бәйләп торған, был тереклектәрҙең өсөһөндә лә йәшәй алған ҡоштар бар. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ эпостарында күлдә йөҙөп йөрөгән ҡоштоң һылыу ҡыҙға әйләнә алыуы. Һомайҙың ҡош булып һыуҙа йөҙә, һыу аҫты донъяһында йәшәй алыуы, күк батшаһы ҡыҙы булыуы, аҙаҡ ер егете менән ҡоро ерҙә ғүме итеүе лә бәйән ителә эпостарҙа. Тимәк, башҡорттарҙың ҡымыҙ ижауы ябай һауыт-һаба ғына түгел, ә тәрән, бик боронғо мәғәнә һаҡлаған ҡомартҡы ул. Был форманы генетик хәтеребеҙ һаҡлап ҡалған. Һәм бит уны эшләүселәр ҙә ир-егеттәр була. Йәғни, бында ҡош төҫөндәге ҡатын-ҡыҙ асылы бирелә. Ҡымыҙ (һыу, тереһыу) йәшәү сығанағы, тереклек инеше булып торһа, тимәк, был тереклек, йәшәү ҡатын-ҡыҙҙан килә, тигән һүҙ. Был әйбер әле исламға һәм башҡа диндәргә тиклем үк булып, ана шул эпостар әле халыҡ хәтерендә тере ҡуҙ булып баҙлаған дәүерҙәр хәтирәһен һаҡлай. Бына шуның менән баһалап бөткөһөҙ ҙә инде уларҙың хаҡы.
Ғөмүмән, беҙҙең халыҡта бер нәмә лә ябай кәрәк-яраҡ булғаны өсөн генә барлыҡҡа килмәгән. Һәр бер ҡул, күҙ, күңел ылыһы һалып башҡарылған, бар ителгән әйберҙәр ниндәйҙер сакраль мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, бына ошо ижау кеүек.
Зилә Ниғмәтуллина, тарихсы.
Читайте нас: