Все новости
Общие статьи
11 Апреля 2021, 08:44

Ысын дуҫтарың бармы?

Үҫә бара дуҫлыҡ бәйләнеше тармаҡлана төшә. Дуҫтарҙың шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары күбәйә, танышыу-аралашыу даирәләре киңәйә. Ҡаршы енескә ҡарата ла йылы тойғолар шыта башлай. Танауға еҫ кереү менән дуҫтар инде бер береһен һынап ҡарай башлай.

Ысын дуҫтарың бармы?
Нимә ул дуҫлыҡ? Дуҫлыҡ ул кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата йылы хис йөрөтөүе. Бер-береһенә ылығыуы, яҡын күреүе. Бер-бере менән күңел ҡылдары аша бәйләнешкә инеүе. Был ысынлап та шулай. Балалар бәләкәй генә көйө дуҫ һайлап ала белә бит. Ике (йәки өс) бала әллә ҡайҙан бер-береһен тойоп, бер-береһенең холҡон ҡабул итеп, күнеп дуҫлашып китә ала. Өйҙә, ғаиләлә ҡайһы бер нәмәләргә еңмеш булған бәләкәстәр дуҫтары алдында был ҡылыҡтарын ҡуя белә, дуҫын үпкәләтмәҫкә, уға ярарға тырыша. Был эске һөйөүҙән, психологик бәйләнештән килә. Бала саҡтағы дуҫлыҡ та иң эскерһеҙе һәм таҙаһы булалыр. Был ваҡытта бәләкәстәр әле тик бер-береһен ярата, һағына, бер-береһенә әүрәй генә белә.
Үҫә бара дуҫлыҡ бәйләнеше тармаҡлана төшә. Дуҫтарҙың шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары күбәйә, танышыу-аралашыу даирәләре киңәйә. Ҡаршы енескә ҡарата ла йылы тойғолар шыта башлай. Танауға еҫ кереү менән дуҫтар инде бер береһен һынап ҡарай башлай. Кемеһе ҡулланыусы, кемеһе донор, кемеһе намыҫты алға ҡуя, ә кемеһе хәйләкәрерәк йәки аҡыллыраҡ икәне асыҡлана бара. Характерҙар ышҡыла, бәрелешә, ҡапма-ҡаршылыҡтар, ҡабул ителмәгән яҡтар күренә башлай. Был һынауҙы берәүҙәрҙең дуҫлығы үтә, икенселәрҙеке юҡ. Үткәндәр артабан да дуҫлашып йәшәй. Унан тағы дуҫлыҡ конфликтһыҙ ғына ла өҙөлөп ҡуя. Балалар үҫә лә, кисә дуҫ булғандарының бөгөн ҡыҙыҡһыҙ йәки тормошҡа ҡараштары, тәрбиәләре бөтөнләй башҡа икәнлеген төшөнә. Кешеләр бер-береһен эҙләмәй, осрашыу көтмәй башлай, һөйләшер һүҙҙәре лә булмай, булғанда ла берекмәй. Бындайҙар таралып, тарҡалып китә йә улмаһа уларҙы ара, ваҡыт та һыуындыра. “Бала саҡ дуҫым” тигән төшөнсә бар бит.
Йәш саҡтағы дуҫтар улар, ғәҙәттә, йәшлектең шаянлығын, шуҡлығын, аңһыҙлығын бергә кисергән дуҫтар. Унан ҡалһа беренсе мөхәббәт хистәрен уртаҡлашҡан, сер һыйған. Был йәштә лә әле дуҫтарға артыҡ талап юҡ. Улар менән күңеллеме – күңелле – шул ғына. Йәшлек дуҫтары, әгәр һине хистәр фронтында һатмаһа, матур хәтирәләр, иҫтәлектәр булып йөрәк түрендә ҡала. Тик йәшлек ул шундай хисле һәм ваҡиғаларға бай осор, күп осраҡта йәшлек дуҫтары менән сыйышаһың, үпкәләшәһең. Бигерәк тә тормоштарға икенсе, яҡыныраҡ кешеләр килеп ингәндә, йәғни, парлашҡанда...
Ғаиләле кешеләрҙең дуҫтары аҙ була. Улары ла ғаилә парҙары. Тик былар инде көнкүреш кимәлендәге, табын-ҡунаҡ өсөн генә. Ғаиләлә яңғыҙ дуҫ ҡабул ителмәй. Ителгәндә лә бер яҡ тарафынан (ире йә ҡатыны тарафынан) шелтәләнә. Һәм, әйтер инем, ғаилә үҙе татыу һәм камил, бер уйлы һәм һүҙле булғанда артыҡ дуҫтарға мохтаж да түгел. Дуҫтар һәм әхирәттәр менән артыҡ яҡынлыҡ ғаилә ағзаларының (ир менән ҡатындың) үҙ ара аңлаша алмағанында булып китә.
Ғүмер буйы дуҫ булыу осрағы бик һирәк. Бигерәк тә тығыҙ аралашып йәшәгәндәр араһында. Көнкүреш ағы-зығыһы, ваҡлыҡтары, матди-финанс алыш-биреше, һүҙ-бәхәс-ғәйбәт, ҡараштар, ҡылыҡтар төрлөлөгө һәм башҡа йөҙ, мең төрлө сәбәптәр дуҫлыҡты юҡҡа сығара, тапай, юҡ итә ала. Ә иң мөһим сәбәп – ололарҙа балаларҙан айырмалы рәүештә йөрәктең бәләкәсерәк, намыҫтың аҙыраҡ, күңелдең тарыраҡ, көнсөллөктөң күберәк, тоғролоҡтоң йомшағыраҡ, ихласлыҡтың төҫһөҙөрәк булыуында. Беҙ дуҫтарҙан күпте талап итәбеҙ, ә бирә белмәйбеҙ. Уларға үпкәләргә яратабыҙ, ә үпкәләтмәҫкә тырышмайбыҙ. Ошоларҙы уҡығандан һуң баһалайыҡ әле үҙебеҙҙең ниндәй дуҫ икәнде? Йәки ысын дуҫтарҙы барлап ҡарайыҡ. Бармы улар? Булһын, әлбитә...
Читайте нас: