Ҡойма аръяғынан ишетеләсәк ошо тауышты сыҙамһыҙ көтөп йөрөүемде белә тороп, Әхмәҙиә олатай шул һүҙен ҡабатламаһа ла булыр ине. Ике ихата араһындағы еңел таҡта ҡапҡаны йәлп итеп асам да, мине күргән һайын еңелсә уҡранып ала торған Мирхәйҙең теҙгенен ысҡындырып, болдорға яҡынайтам. Шунһыҙ уға менеп ултырыуға буй етеңкерәмәй. Ә инде Мирхәйҙең яйҙаҡ һырты йомшаҡ – осаны ауырттырмай, уға теҙген дә һөждә түгел – мал эсәр һыуын, ашар ризығын һинһеҙ-минһеҙ ҙә таба инде.
Мирхәй тигәнем мәктәптең берҙән-бер транспорт сараһы. Ялҡауыраҡ ул, шуғалыр, йөрөүгә ауырыраҡ булһа ла, ошо атты йәй – арбаға, ҡыш санаға егеп, һәр төрлө йөк тә ташыйҙар, кәрәге төшһә, Әхмәҙиә олатай уның менән Ҡырҡты аша Асҡарға сығып китә. Директорҙы район түрәләре тош-тош саҡырғылап ала.
Атымды мин, ғәҙәттә, йылғаның һеүән урынына төшөрәм, сөнки шаршыла һыу болғансыҡ булмай. Малҡайым ашыға торған хайуан түгел, ҡарһаланмай, тын тарта-тарта эсә. Ә минең, малай ғына булһам да, һыу ағымы кеүек, туҡтауһыҙ үҙ уйҙарым. Кескәй йөрәгемде лепелдәткән хыялдарым, көтөүҙәрем, һағыныуҙарым. Эйе, һәммәһе лә барҙыр инде. Олатай тип иркәләнеберәк йөрөп, мәктәп директорының ауыл өсөн бик ҙур кеше булыуы ул саҡ башыма һис килмәгән. Усмановтар йәшәгән өй, яртыһын ҡайҙалыр һүтеп алып киткәс, кесерәйеп, һыңар ҡанатын юғалтҡан ҡош һымаҡ имгәнеп ҡалһа ла, ҡасандыр дәү йорт һаналған. Малай ғына булһам да, Ҡаҙмаш ауылының оло урамында яҫы таш нигеҙгә күтәрелеп, ҡыйыҡтары ҡалай менән ябылған ҙур-ҙур өс-дүрт бинаны хәтерләйем. Тамам тырым-тырағай килгәнсе – октябрь түңкәрелешенә ҡәҙәр – улар алтын сәнәғәтселәре Мөхәмәтзакир менән Мөхәмәтшакир Рәмиевтарҙың йәйге резиденцияһы булған икән. Байҙар йорттарында колхоз идараһы, мәктәптәр урынлашһа, бәғзеләре фатир итеп файҙаланылды. Хатта ғүмер баҡый колхоз эшендә һөйрәлеп йөрөгән Ғарифулла олатайым менән Ғәйнихаят өләсәйем, күмәк бала-сағаларын йыйнаулап, яңы өйҙәрен көс-хәл менән күтәреп ингәнсе кандауай1 ағастан төҙөлгән ошондай йорттарҙың береһендә байтаҡ ғүмер итте.
Атайымды һуғышҡа алғас, әсәйем, ике апайым менән мин, олатайҙың былай ҙа ишле ғаиләһен тағы күмәгәйтеп, ошонда килеп һыйынғайныҡ. Бейек болдорло, иркен соланлы, өс тәҙрәһе урамға ҡараған ап-арыу ғына йорт ине ул. Соландың дөм ҡараңғылығы кистәрен тышҡа йүгерә һалып сығып килеү хәжәте булғанда үҙе бер һынау – аңдып тороп, кемдер һине тотоп алыр һымаҡ, төрлө имеш-мимештәрҙән ысындан да ҡуянға әйләнгән йөрәк дерелдәй, ҡараңғыла һәрмәнеп ишек тотҡаһын тапҡансы йәнең сыға яҙа.
Уның ҡарауы, күтәрмәнән һәр көн үҙенә күрә тамаша асыла. Йәй көндәре – патриотик, дәрт биреүсе күренеш, сөнки ут күрше йорттарҙа – мәктәп, унда пионер лагеры эшләй. Пионерҙар инде, ҡайҙа ҡуҙғалһалар ҙа, теҙелмәйенсә йөрөмәй. Алда – борғосо, артынса – барабансы һәм мотлаҡ марш йыры. Иртәле-кисле ҡолаҡҡа тәҡәт таптырмаһа ла, йыр һүҙҙәре хәтерҙә ҡалмаған, бары «В бой за Родину, в бой за Сталина!» тип өҙлөкһөҙ ҡабатлауҙары йырҙың һуғыш осоронан мираҫ булып ҡалғанлығын раҫлай.
Әле һөйләгәнем – олатайым ғаиләһенән бүленеп, байтаҡтан тәрбиә күрмәй, яғылмай торған, ғәмәлдә ташландыҡ кескенә өй йоратына күсенеп сыҡҡансы хәтерҙә ҡалған күренештәр. Атайым һуғыштан алда, уҡытыусылар ғәҙәтләнгәнсә, ауылдан-ауылға күсеп йөрөгән. Әбйәлил районының Хәмит ауылында ул ваҡытта байтаҡ рус ғаиләһе йәшәгән, күрәһең. Әсәйемдәр рустар менән аралашып йөрөгәндер, сөнки аҙағыраҡ та теленән юҡ-юҡта рус һүҙе ысҡыныр ине. «Знакум» тигәнен тиҙ үк аңлаһам да, «шабра» һүҙенең мәғәнәһен бик оҙаҡ белә алмай йөрөнөм. Баҡтиһәң, рус телендәге иҫкесә «шабёр», йәғни күрше тигәнде әсәйем, үҙенсә яйлап, «шабра» ти икән. Шул рус теленең аҡтыҡҡы йоғонтоһо булғандыр, әлеге өйгөнәбеҙҙе ул «избүнкә» тип атаны. Көнитмештә төрлө хәлдәр була: хәйерселек, етемлек, йәберләнеүҙәр... Ҡайсаҡ, тыйыла алмай, буҫығып илап китһәк, әсәйем: «Будит, хуатит!» – тип тауышын күтәрергә мәжбүр булыр ине.
Сабырлыҡтың сигенән уҙҙырған, әлбиттә, әмәлһеҙлектән беҙ булғанбыҙҙыр. Шулайҙыр, ләкин бала кешенең әсенеп сарғаланыуы күҙ йәшенән, үкһеүҙән ары китә алмай. Кешенең йөрәге ниҙән ярылып барғанлығын кешеләр һиҙенә, аңлай алһа икән...
Ғүмеремдең ахырына еткәндә малайлығыма ҡайтып уйланып ултырыуымды аңлағанһығыҙҙыр, шәт. Мирхәй, һис бошмаҫ мал, моронон һыуға терәр-терәмәҫ көйө тик тора. Хәйер, һыбайлыһы маҙаһыҙламағас, атҡа ни биҙа? Теҙгенде тартҡылап, ҡабырғаһын ялан үксә менән тызымаһаң, ул ҡайтыу яғына боролаһы түгел. Әй, йоҡомһорап торған был атты ҡуҙғатыу әмәле бар бит! Биленән ҡытығы килә уның, бармаҡ осо менән бер-ике төртөүең була, ялҡау тигән малым егәрле толпарға әүерелә һәм беҙ Әхмәҙиә олатайҙың ихатаһына һәүетемсә саптырып килеп тә инәбеҙ.
Ә уның инде егеп сыҡмаҡҡа арбаһы әҙерләнгән, кәрәк-ярағы төйнәлгән. Йә, ярай, директор үшән аты менән Ҡырҡты тауын артылып, район үҙәгендә йомоштарын йомошлап ҡайтып ингәнсе кис булыр, шул арала оло быуын мөғәллимдәре тураһында ишетә-белгәндәремде һөйләп ҡалайым.
Әхмәҙиә Усман улы Усманов 1896 йылдың мартында ошо Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Уның тәржемәи хәле тураһында ентекләп мәғлүмәт ҡалдырыусы булмаған. Йәл, әлбиттә, шуға күрә миңә лә Әбйәлил районы энциклопедияһында яҙылған тоҡос бер-ике һүҙ менән генә хушланырға ҡала. Олатайым донъяға килгәндә Ҡаҙмаш Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙенә ҡараған. Уның ниндәй уҡыу йортон тамамлауы, белем-ғилем эстәүе ҡайһы йүнәлештә барыуы тураһында мәғлүмәттәр, соҡонорға форсат булғанда, архив төпкөлөнән табылыр ҙа ине... Әйткәндәй, мин оҙаҡ ҡына ваҡыт Усманов ағайҙы Усман Ниязғолов менән бутап йөрөнөм. Бәлки, икеһенең дә мәғрифәт өлкәһендә эшләүе, өҫтәүенә, бер төбәктән булыуы аймылыштырғандыр, йә мәғлүмәти йәһәттән томаналығым олуғ ағайҙарҙың кем-кемлеген белмәү сәбәбенәндер.
Әхмәҙиә олатайҙың беҙгә ҡойма аша ғына күрше икәнлеген, мәктәп директоры булып эшләүен уҡыусыға аңғартҡайным инде. Беренсе синыфҡа барғанымда ул директор ине. Һуғыштан алда, әүәле ғәҙәтләнгәнсә күсеп йөрөп, бүтән бер нисә мәктәптә мөғәллим, директор булған. Беҙгә улҠаҙмаш ете йыллыҡ мәктәбендә тарихтан һабаҡ бирҙе. Бына ошо дәрестәр хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған да инде.
Уҡыусы тигәс тә, ул беренсе сиратта бала бит. Дәрес ҡайғыһы киткән, шуҡлыҡ еңгән саҡтар ҙа була. Әхмәҙиә олатай – ысынлап та олатай, олоғайған, дәрес темаһынан ситләшеп, йыш ҡына хәтирәләргә төшөп китә. Ауылдар аша бер ҡарағанда – ҡыҙылдар, икенсе ҡарауға аҡтар үтеүен, һәр ҡайһыһының ни ҡылыуын китапҡа яҙылғанса мауыҡтырғыс итеп һөйләй, уҡытыусыбыҙ ҙа, беҙ ҙә дәресте йыш ҡына онотабыҙ. Ошо тарихты, күрәғаралыҡ менән, ваҡытында ҡағыҙға төртә барырға аҡыл етмәгән. Улай тиһәң, донъяға аяҡ баҫҡан ғына баланан ни көтәһең?
Әхмәҙиә Усманов ваҡиғаларҙың айышын ипле, күңелдә ҡалырлыҡ итеп аңлата белгән оҫта педагог булған икән. Минең өсөн ул ғәжәйеп йомарт тәбиғәтле, атайым бирә алмаған йылылыҡты, яҡынлыҡты үҙенсә еткерергә тырышҡан изге күрше, һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер оло тәрбиәсе булды. Тормош иптәше Хафаса өләсәй менән (уның тураһында бер-ике кәлимә әйтермен) Рафаэль исемле ул, Флүрә, Клара апайҙарҙы үҫтерҙеләр. Ғүмерҙең туҡтау белмәй елдереүе үкенесле, сөнки ошо матур апайҙар ҙа, ағай ҙа әлеге мәлдә донъялыҡта юҡ.
Беҙ бала саҡта һәр йыл район үҙәгендә пионерҙар слеты үткәрә торғайнылар. Директорыбыҙ, ихлас күңелле кеше булараҡ, оҙон күкрәкле арбаһына әлеге Мирхәйҙе егеп, ике-өс уҡыусыны Асҡарға алып китә. Меҫкенлектән сыҡмай көн иткән беҙҙең өсөн слет – оло байрам, баш әйләнерлек тамашалар, бүтән мәктәптәрҙән килгән тиҫтерҙәр менән танышыу. Ошонда мин матур итеп кейенгән ҡыҙҙар, малайҙарҙы яҡындан тәүгә күрҙем. Беҙҙең һымаҡ, тубығы сығып торған ыштан, өлкәндәрҙән ҡалған пинжәк түгел ине шул уларҙа. Кейеме – кейем, ә Асҡар мәктәбе уҡыусылары эшләгән хикмәтле уйынсыҡтар, приборҙар һуң? Иҫ китә инде, көнләштерә, ләкин ни ҡылып ҡарайһың?
Ғәжәп, әммә бахыр тормошта ла мөғжизә була икән. Слетҡа икенсе мәртәбә барыуымда ҡараһылыу бер апай, мыжғып торған балалар араһынан тотоп алып, миңә ҙур ҡыҙыл байраҡ тотторҙо ла урамдарҙан марш менән үтергә тейешле колоннаның алдына ҡуйҙы. Әллә кем булып, борғо-барабан тауышы менән йоҡоло әҙәмдәрҙе уятып, район үҙәген бер ураныҡ, Асҡар уртаһындағы хәҙер ҡартайған, мөнтәлеп бөткән ҡайынлыҡ эргәһендә кәртешкә төштөк. Бик оҙаҡ йылдар үткәс, яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев менән яҡындан танышып, миңә слет байрағын ышанып тапшырған Сәмәрә апайҙың ул саҡ комсомолдың район комитетында мәктәптәр бүлеге мөдире булып эшләгәнлеген, Рәшит Ғимран улының яҡын туғаны икәнлеген белдем. Алыҫта ҡалған йылдарҙы хәтерләнек, йолҡош байраҡсыны күҙ алдына килтереп көлөштөк. Ә Рәшит Солтангәрәй дуҫ менән Сәмәрә апай бер-береһенә оҡшағайны шул.
Әхмәҙиә олатай, тиҫтәләрсә йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биреп, 1949 йылда, мин беренсе синыфҡа барғанда, «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемде алып, алтмыш беренсе йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Шуға ҡыуанам – Әхмәҙиә Усман улы мине урта мәктәпте тамамлауым, Амангилде урта мәктәбендә тәүге сығарылышта аттестатты икенсе булып алыуым менән ҡотлап өлгөрҙө. Бөгөн, әллә ҡасанғы замандар тип хәтерләп ултырһам да, олпатлы мөғәллимгә алтмыш биш йәш кенә булған.
Әхмәҙиә олатайҙың хәләле Хафаса Мөхәмәҙиә ҡыҙы ғәжәпләнерлек алсаҡ, ҡашын төйнәй, маңлайын сырыштыра белмәгән татар милләтле апай ине. Ул беренселәргә һабаҡ бирә, ә сабыйлыҡтан сығып өлгөрмәгән бала-сағаның, бигерәк тә ауылдыҡыларҙың, тәбиғәте ябай – уҡытыусыңа һырығаһың. Беҙ ҙә, тауыҡ тирәһендәге себештәр һымаҡ, Хафаса өләсәй эргәһенән китмәйбеҙ. Әлепте таяҡтан айырыуға ярҙам иткәс тә еткән бит инде, юҡ, ҡәләм осо һынһа ла, дәфтәр өйҙә онотолоп ҡалһа ла, хатта ҡыҫталып кителһә лә «өләсәй» тибеҙ ҙә уға барабыҙ. Буй еткергәс тә мин уға, рәсмиләштереп, атаһының исемен ҡушып өндәшмәнем.
Аңғартҡанымса, өләсәйебеҙ мулла ҡыҙы булған. Ҡарт беҙҙең ауылда бик олоғайғас ҡына килеп күренде, ғүмеренең ахырғы йылдарын ҡыҙы менән кейәүе ғаиләһендә үткәрҙе, яҡты донъя менән Ҡаҙмашта бәхилләште.
Хафаса Мөхәмәҙиә ҡыҙының ғәрәп яҙмаһын таныуын Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгәнемдә белдем.
Совет власы заманында уҡытыусының дини мөхиткә яҡынлығы хупланмай ине бит – өләсәйҙең атаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанын хәтерләмәйем. Университетта беҙгә тәүге ике курста ғәрәп телен Закир Шакир улы Шакиров уҡытҡайны. Ә иҫке төрки теленән Абдулла Нәби улы Баязитов ғәрәп графикаһы нигеҙендә, әммә ябайлаштырылған алфавитты өйрәтә. Бына ошо дәрестәр артабан журналистикалағы эшмәкәрлегемдә ярап ҡалды.
Уратыбыраҡ булһа ла, һүҙҙе шуға борам: Хафаса өләсәйҙең иҫке төрки хәрефтәрен таныуын Ғәйнихаят өләсәйем дә, әсәйем дә белмәгәндер. Мин иһә бер шаярыу аша уңайһыҙ хәлгә ҡалдым.
Әүәле беҙҙең яҡтарҙа рам эсенә доға яҙып элеү, йәғни шамаил ҡуйыу ғәҙәте юҡ ине бит. Ә бәғзеләр, муллаларҙан нәҙек-оҙонса ҡағыҙға ниҙер яҙҙырып, ишек ҡашының өҫтөнә йәбештерә. Бер ваҡыт сатирик шағир Тимер Арыҫландың мулла-монтағайҙарҙың мутлығын фашлаған шиғыры баҫылып сыҡҡайны. Мәрәкә өсөн, ҡағыҙ киҫәгенә «Әпсен-төпсөн, шайтан үпһен/ Иренеңде, битеңде/ Хәйерең миңә, сирең һиңә/ Әйҙә, ҡайтып кит инде» тигән куплетты яҙып, Ғәйнихаят өләсәйемә: «Бына бер доға яҙҙым әле, ишек башына йәбештерәйем», – тим. Ул минең «уҡымышлылыҡҡа» шикләнмәгәндер инде: «Әй, улым, ҡалай шәп булған, доғаһыҙ өй иманһыҙ бит», – тип ҡыуанып тороп ҡалды. Ләкин шаяртыу тигәнем оятҡа тарытты. Йомошо төшөп, уларға Хафаса өләсәй килеп ингән дә теге яҙыуға күҙ һалған. Икеһе лә ипле һүҙле өләсәй булһалар ҙа, мине шыбыр тиргә төшөрҙөләр инде.
Бер йылды Хафаса өләсәйгә, мәктәптә сирек быуат эшләүен билдәләп, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын бирҙеләр. Хәтерем яңылышмаһа, ул Ҡаҙмаш ете йыллыҡ мәктәбендә дәүләт наградаһын алған берҙән-бер мөғәллимә ине. Артабанғы йылдарҙа, әлбиттә, маҡтаулы исемдәр, орден-миҙалдарға юл киңерәк асылды. Күптең ҡәҙере самалыраҡ була бара. Ләкин ут күршем Әхмәҙиә Усман улы Усмановтың Рәсәй кимәлендәге исемгә лайыҡ булыуы, Хафаса Мөхәмәҙиә ҡыҙының күкрәген миҙал биҙәүе йәш саҡта тәьҫирләндермәһә лә, тиҫтәләрсә йылдан һуң рәхмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Хәйер, ҙурҙың ололоғо, шағир әйтмешләй, алыҫтан яҡшыраҡ күренә шул.
Уйҙарым йәнә Әхмәҙиә олатайға алып ҡайта. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар, сөнки ул, тарихтан дәрес алып барғанында, үҙебеҙҙең төбәктә булып үткән ваҡиғаларға әйләнер ҙә ҡайтыр ине. Шунда Усман Ниязғоловҡа ҡағылышлы хәбәрҙәр ишеттем. Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, ул, указлы мулла булып, Ҡаҙмаш ауылындағы мәсеткә ҡараған өс-дүрт йыллыҡ дини мәктәптә балаларға Ҡөрьән, әфтиәк ятлатып, шунда уҡ әлеге алтын сәнәғәтселәре Шакир үә Закир Рәмиевтарҙың нәҫел-нәсәптәрен дә ҡушып, мөғәллимлек иткән.
Әммә Усман Шәйәхмәт улын ортодоксаль зиһенле хәлфә булып йөрөү генә ҡәнәғәтләндермәй, сөнки ул бит үҙе данлыҡлы «Рәсүлиә»нең шәкерте булған кеше. Волга буйы, Урта Азия, Кавказ аръяғы һәм Ҡырымдың төрки-мосолман ҡәүемдәрендә реформаторлыҡ, мәҙәни-мәғрифәтселек һәм ижтимағи-сәйәси хәрәкәт ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат башында хасил була. Йәҙитселек яҡлылар, ябайлаштырып әйткәндә, мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә рус теленә өйрәтеүҙе, арифметика, география, тәбиғәтте өйрәнеү, тарих фәндәрен уҡытыу программаһына индереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ғөмүмән, төрки-мосолмандар мәғариф реформаһы аша Европа цивилизацияһына ынтылырға тейеш була. Йәҙитселек уҡыу йорттарында Ҡаһирә, Истанбул, Баҡсаһарай, Ҡасимов ҡалаларында ғилем эстәгән уҡытыусылар дәрес алып бара.
Усман Ниязғолов ағалы-ҡустылы Рәмиевтарҙың матди ярҙамы менән 1907 йылда Ҡаҙмашта «Ысул-и-йәҙит» мәктәбен асыуға өлгәшә. Яңы программала ҡаралған дәрестәрҙе ситтән саҡырылған мөғәллимдәр уҡыта.
Әммә донъялар беҙ уйлағанса ғына тормай. Граждандар һуғышы бәләләре беҙҙең төпкөл ауылды ла урап үтмәгән. Ҡыҙылдар менән аҡтар, хаҡлыҡтың кем яғында икәнлеген белмәй-нитмәй, бер-береһенең күмәгәйенән алғанда һис гонаһһыҙ ябай кешеләр ҙә яфа күргән бит. Әхмәҙиә олатайҙың: «Аҡтар Усман мулланы, ҡыҙылдарға ихласлыҡ күрһәтеүҙә ғәйепләп, ҡамсылағандар», – тип һөйләгәне хәтерҙә.
Булғандыр, яңылыҡҡа юл бер заманда ла ауырлыҡһыҙ һалынмай. Ә Усман Ниязғолов инҡилаптан һуң үҙе белгәнде бүтәндәргә еткереү теләге менән Тамьян-Ҡатай кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып киткән. 1919 йылдың 20 мартында ойошторолған был кантон биләмәһендә башҡорттар, рустар, татарҙар, типтәрҙәр, мишәрҙәр йәшәгән һәм майҙаны йәһәтенән үҙе бер республикаға торошлоҡ иткән. Усман Ниязғолов ифрат яуаплы вазифаһында кантон системаһы ғәмәлдән сығарылғанға тиклем эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренекле дәүләт эшмәкәре, мәғрифәтсе, халҡына белем биреү өсөн аҡтыҡҡы көсөн биргән кешенең артабанғы яҙмышы тураһында әлегә хәбәрҙар түгелмен. Архив документтарын аҡтарыу зарурлығын ихлас тоям.
Өйҙәгеләрҙең, Асҡар урта мәктәбендә һигеҙенсе синыфта уҡыуҙы дауам иттерергә, тип көсләшеүенән барыбер рәт сыҡманы. Ун биш малай шыплап тығылған бүлмәлә йәшәүгә лә, эсәр һыуға ла наҡыҫлыҡҡа ла, аҙнаһына бер алып киленгән икмәкте нисектер еткерергә тырышыуға ла сыҙарға, әлбиттә, булыр ине. Бүтәндәр, ана, һин дә мин йөрөй бит, ә мин түҙмәнем, сираттағы ялға бар ғына монаятымды төйнәп алып ҡайттым да: «Мәктәбегеҙгә ҡабат бармайым», – тип ҡырт киҫтем. Өйҙәгеләр, аптырауҙандыр инде, телһеҙ ҡалғандай булды. Апам (үгәй атайым) Әхмәйән Фазлетдин улы, үҙемә әйтмәһә лә, әсәйемә: «Малайҙы утын санаһына бәйләп һалып алып барам», – тип йөрөгән, тинеләр. Иллә, әрләү хәтһеҙ эләкһә лә, оронған кеше булманы. Бәлки: «Алгебраны, геометрия менән физикаһын да һис аңлай алмайым бит, Әҙип ағай минән көлгән һымаҡ», – тип меҫкенләнеүем күңелдәрен йомшартҡандыр. Әллә миңә ҡул һелтәүҙәре шул булғандырмы? Уның ҡарауы, рәхәт тормошҡа сыҡтым. Көндөҙ өй тирәһендәге арлы-бирле йомош бешеккән ауыл малайы өсөн сүп тә түгел. Кисҡорон мотлаҡ – китапханаға. Клубтың бер осондағы тар ғына бүлмәне «избач» тип йөрөтәләр. Китапханала ағайҙар шахмат уйнай, домино һуға торған оҙон таҡта өҫтәл дә ошонда. Үҙең уйнамаһаң да, ағайҙарҙың мәрәкәләшеп һөйләшеүҙәрен тыңлау, кемдең кемде отоуын ҡарап тороу ҡыҙыҡ. Китапхана тигәс тә, китаптар бында әллә ни түгел. Мөдир Зифа апай берәй китап тоттороп ебәреүе була, ике-өс көн үтеүгә уны ҡайтарырға килеп тә етәм. Зифа Бәшәр ҡыҙының: «Һин, ҡустым, китапты уҡымай кире килтерәһең, шикелле», – тип әленән-әле ҡабатлауы зитҡа тейә, кәнишне. Китап ҡулға эләккәс, нисек инде уны уҡымайһың?
Ауыл ерендә, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, уйын-маҙар юҡ. Өлкәнерәк малайҙар менән һирәк-һаяҡ колхоздың ҡусҡар мөгөҙлө һарыҡ тәкәләрен йүгәнләп менеп йөрөйбөҙ. Күндәм малдар ҡаршылашмай, фыртым итеп урамды бер нисә әйләнәбеҙ. Атнабай ағай әйтмешләй, шундай рәхәт, шундай күңелле!
Бала-саға хәтирәләре менән албырғап, математика уҡытыусыһы Әҙип Усман улы Ниязғолов тураһында онота яҙҙым. Асҡар мәктәбенән ҡасыуымда ошо уҡытыусы шәхсән сәбәпсе түгел, әлбиттә. Һәләтте Хоҙай һәр кемдең мәйеленә ҡарап биргән. Алгебра минең өсөн таш диуар һымаҡ, уны минең зәғиф баш менән емереү мөмкин түгел. Яфаланғанымды күреп, синыфташым Роберт Ғимранов ярҙам итеп тә ҡараны. Үҙе аңлағас, уға математика ҡәҙимге дәрес һымаҡ, ә миңә Әҙип ағайҙың дәресе яза урынына. Уҡытыусы беҙҙең Ҡаҙмаш ауылынан, ә үҙе яҡташлыҡ сырайын күрһәткәне юҡ.
Ниязғолов ағайҙың юғарыла телгә алынған мәғрифәтсе Усман мулланың улы булыуын әйтергә кәрәктер. Әҙип Усмановичтың тирә-яҡтағылар менән үҙен ҡорораҡ тотоуының, ифрат талапсанлығының етди, хатта фажиғәле сәбәбе бар ине.
1945 йыл сержант Ниязғолов, демобилизацияланып, илгә ҡайтырға сыҡҡан. Станцияларҙың береһендә, тайып китеп, поезд аҫтына эләккән. Ике аяғынан да яҙған. Мин белгәндә ул ҡул көсө менән йөрөтмәле коляскала ине, ә мәктәптә кәүҙәһен, ҡулдарына таянып, һелтәп ҡуҙғата торғайны. Аяҡ аҫтында саң йотоп йөрөһә лә, тыныс тәбиғәтле, һис тауыш күтәрмәй. Тормош иптәше Надежда Александровна менән балаларын тәрбиәләп үҫтерҙе. Әйткәндәй, еңгәй Маньчжурияның Цицикар ҡасабаһында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған һәм ҡырҡынсы йылдан алып етмешенсегә тиклем Асҡар урта мәктәбендә уҡытҡан. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡа дәүләт бүләктәре араһында «1941–1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы ла бар.
Әҙип Усман улына әйләнеп ҡайтҡанда, ағай 1939–1940 йылдарҙағы финдарға ҡаршы һуғышта ҡатнашырға өлгөргән, Бөйөк Ватан һуғышын башынан ахырына ҡәҙәр үткән, 1945 йылда – III дәрәжә Дан ордены, тыныс хеҙмәттә «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Әҙип ағай мөғәллимлеген етмеш икенсе йылға тиклем ташламаны. Әйткәндәй, Әҙип Усман улының фажиғәле яҙмышын мин күренекле татар журналисы һәм ғалим Үзбәк Ғимаҙиев яҙған очерк аша белдем. «Ул күҙҙәрен асты...» тип башлана ине әҫәр.
Район мәктәптәрендә атайым менән бергә эшләгән, ил өҫтөнә бәлә килгәс, уның менән бер үк ваҡытта шинель кейгән, буй еткергәс тә миңә, әллә кем итеп, «Әҡсәнич» тип өндәшкән дуҫтары Мотаһар ағай Билалов, Хәйбулла ағай Вәлиев тураһында ихтирамлы һүҙҙәремде әйтеп бөтәһе түгел.
Мотаһар Билал улы атайым менән ауылдаш – Әбделғәзенән, унан бер йәшкә оло. Һуғышҡа тиклем Ишҡол, Билал ете йыллыҡ мәктәптәрендә эшләп өлгөргән. 1945 йылда запасҡа ебәрелгәндә өлкән лейтенант Билаловтың ҡәҙергә кейә торған гимнастеркаһында орден-миҙалдарға урын тар булған. Фронттан ҡайтыуына өс йыл тигәндә Мотаһар ағайҙы район мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләгәндәр. Эше менән Ҡаҙмаш мәктәбенә килгәнендә ул, беҙгә инеп, хәлебеҙҙе белешеп китер булды. Миңә «Әҡсәнич» тип өндәшеүе шунан хәтерҙә ҡалған. Асҡар урта мәктәбендә, Ниязғолов һымаҡ, Билалов та математика уҡытты. Алтмышынсы йыл ағайға «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән исемде биргәйнеләр. Шул уҡ йылды Мәскәүҙә уҡытыусыларҙың Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашып, унан РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы булып ҡайтты.
Университетта шиғыр сығарыу менән бер аҙ мауығып, шул уҡ ваҡытта республика гәзиттәрендә байтаҡ мәҡәләләр баҫтырып, инде юлым артабан ижадҡа яҡынайыр тигән өмөттә йөрөһәм дә, уҡыуҙы теүәлләгәс, дәүләт комиссияһы мине Йылайыр районындағы мәктәптәрҙең береһенә бүлде лә ҡуйҙы. Ҡарар менән ризаһыҙлығымды тышҡа белдермәнем, әммә диплом алғас та Әбйәлилемә һыпырттым. Кадрҙарға ҡытлыҡ саҡ булғандыр, район гәзите мөхәррире Вәғиз ағай Сәлихов шундуҡ ауыл хужалығы мөдире итеп тәғәйенләне. Эшләп йөрөүем. Редакцияның ишегенә ҡаршы ғына – район мәғариф бүлеге. Күп тә үтмәҫтән, уның мөдире Хәйбулла Вәлиев мине тотоп алды бит. «Әһә, дезертир, ҡаптыңмы? – ти ағай, үҙе көлә. – Һин мәктәптә эшләргә тейеш, ниңә, исмаһам, инеп күренмәйһең?»
Шулай таныштым Хәйбулла Алтынай улы менән. Ләкин бынан алда уҡ уның атайымдың яҡын дуҫтарының береһе икәнлеген белә инем. Ул да Бөйөк Ватан һуғышының уртаһында ҡайнаған. Һуғыштан алда данлыҡлы Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаған. Фронттан ҡайтҡас, мәктәптәрҙә лә, партия эшендә лә яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Хәйер, быныһы инде егәрле, яуаплы һәр кемдең өлөшөнә төшә. Хәйбулла ағайҙы, әллә яҡын күргәнгә, мин һис ҡасан да юғарыла эшләүсе етәксе тип башыма ла килтермәнем. Уның ябайлығы, беҙҙең ише кеселәрҙе күрә һәм күтәрә белеүе Әбйәлилдә шул осорҙа эшләгән һәр кемгә мәғлүм булғандыр. Миңә Хәйбулла Алтынай улы атайымдың рухына тоғролоғо, тәүге аҙымдарымда мине ҡаматлап йөрөүе менән ҡәҙерле.
Уҡытыусы тигәндә күҙ алдына зыялы, уҡымышлы кеше, ғөмүмән, интеллигент образы килеп баҫа. Шул йәһәттән ҡыҫҡа ғына аңлатма биреп китәйем. Беҙҙә йыш ҡына «интеллектуал» менән «интеллигент» төшөнсәләрен бутап ебәрәләр. Интеллектуал – зыялы, юғары үҫешкән интеллектҡа эйә кеше, ә интеллигентлыҡ белемлелек һәр йәһәттән мәҙәнилек менән билдәләнә. Әллә күпме мәғлүмәттәр туплап та, тупаҫ һәм тәрбиәһеҙ кеше булып ҡалырға мөмкин.
Әлбиттә, кешенең үҙ-үҙен тотошона һәм мәҙәнилегенә ул йәшәгән мөхит ҙур йоғонто яһай. Ҡала ерендә мәктәп уҡытыусыһы күп төрлө социаль өлкәләрҙә эшләүсе уҡымышлылар араһында юғалыбыраҡ ҡала, ижтимағи тормошта уның роле күҙгә бигүк ташланып бармай.
Ауылда иһә хәл икенсерәк. Юғары белемле техник белгестәр арта барһа ла, мөғәллимдәр барыбер ауыл зыялыларының үҙәген тәшкил итә. Заман елдәре ауыл мөғәллимдәренең буяуҙарын ныҡ ҡына төҫһөҙләндерҙе. Баҙар иҡтисады һәм мәғариф системаһындағы бер туҡтауһыҙ реформалар, иң беренсе сиратта, уҡытыусы хеҙмәтенә, шул хеҙмәттең абруйына, мөғәллимдәрҙең матди хәленә йоғонто яһаны.
Әсәйҙәр тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләргә мөмкин. Ихласлыҡ һүҙе бер ҡасан да ялҡытмай. Шуның кеүек, уҡытыусы ла һәр кемдең күңелендә һүнмәҫ нур булып балҡый. Ғүмер юлында осратҡан әллә ниндәй дәрәжәле шәхестәр, тетрәндергән ваҡиғалар булырға мөмкин, әммә һиңә тәүге хәрефтәрҙе өйрәткән, белемгә ҡайһы һуҡмаҡтан барыу юлын күрһәткән уҡытыусың ғына, етдилеген һаҡлап һәм һөйкөмлөлөгөн юғалтмайынса, күҙ алдында тора. Тәрбиәле кеше уҡытыусы алдында үҙен һәр заманда һәм теләһә ниндәй дәрәжәләрҙә лә уҡыусы, шәкерт итеп тоя. Был хәл уны кәмһетмәй, сөнки ул кескәй йөрәккә ҙур кеше булып ингән икән, ғүмер баҡый унда ҙур килеш ҡала.
1996 йылдың февраль айында мине туған мәктәбемде тамамлауыма илле йыл тулыуға саҡырғайнылар. Ғүмер синыфыбыҙҙы ныҡ ҡына утаған – бөгөнгө уҡытыусылар һәм уҡыусылар алдына ике ҡарсыҡ менән шундай уҡ ике ҡарт сығып баҫтыҡ. Һүҙ биргәс, мәктәп йылдарындағы мөғәллимә һәм мөғәллим ағайҙарыбыҙҙың исемдәрен хәтергә төшөрөп, күңелем тулды, ихтыярһыҙҙан тауышым ҡалтыраны.
Ҡояш, тиһәм,кисен ул да байый,
Шишмә кибә, ҡоштар китәләр,
Илдәр гиҙеп, хатта елдәр арый,
Илап-көлөп йылдар үтәләр.
Туған мәктәп, бәлки, онотһа ла,
Уҡытыусым барыбер көтәлер...
...Һәр кем үҙе күргәнде, үҙ осорон яҙа. Бөйөк Ватан һуғышы халыҡ хужалығын пыран-заран килтереп кенә ҡалманы, ул совет кешеләренең психологияһын да үҙгәртте. Ҡаты һынауҙар кисергән халыҡ, бер яҡтан батырлыҡ һәм рух ныҡлығы мәктәбен үтһә, икенсенән, кешелеклерәккә, мәрхәмәтлерәккә әүерелде. Ауырлыҡтарҙы бер-береңә һыйынып ҡына еңелерәк үткәрергә мөмкин. Һуғыштан һуң ауылдағы рухи тормош мәктәп мөғәллимдәре тирәһендә ҡайнай ине. Әйткәндәй, ул саҡта уҡытыусыларҙың күпселек өлөшөн ирҙәр тәшкил итте. Тыныс тормошҡа һыуһап, бала һағынып ҡайтҡан кисәге яугирҙар мәктәпкә ысынлап та йән өрҙө, олпатлыҡ, тәртип өҫтәне. Миңә фронт юлдарын үтеп, районымдың төрлө мәктәптәрендә эшләгән байтаҡ уҡытыусылар менән таныш булыу бәхете тейҙе. «Аралашыу» тимәйем, сөнки яугирҙар менән ҡулдаш булыу өсөн күпмелер дәрәжәлә уларға тиңдәш булыу кәрәк. Ә уҡытыусы, бигерәк тә яугир, ҡайҙа ла, беҙ фәҡирҙәр ҡайһы тирәлә! Атайым һуғышҡа ҡәҙәр, юғарыла әйткәнемсә, Темәс педагогия училищеһын тамамлап, район мәктәптәрендә уҡытып йөрөгән. Шуғалырмы, оло уҡытыусылар мине яҡын күрҙе. Йософ Әбүбәкеров, Ғүмәр Ғилманов, Нәҡип Нәбиуллин, Хәкимйән Халиҡов...Уларҙың яҙмышына ҡағылышы булмаған кешеләргә был исемдәр ниҙер һөйләй алмаҫтыр, әммә мин уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында йыр яҙыр инем.
Ғөмүмән, йылдар үтә, күңелдәр нескәрә килә, элегерәк мәктәптәрҙә эшләгән кешеләр белем йәһәтенән төплөрәк, әхлаҡи яҡтан күпкә юғарыраҡ булып күренә. Хәйер, бейек тауҙар, ҡайҙан ҡараһаң да, болоттарға олғашҡан кеүек тойола.
Хәҙерге быуын мөғәллимдәре һәм бөгөнгө мәктәптәр тураһында яман һүҙ әйтергә телем әйләнмәй. Һәр быуын һәм һәр замандың үҙ уңыштары, хәл итә торған мәсьәләләре була. Егерме беренсе быуат башында мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре сәйәсәт даирәһенә тартыла барған һымаҡ. Белем биреүҙе ойоштороу күмәк саралар, шау-шыу, конкурстар, күргәҙмәләр, күп һүҙ һәм тау-тау ҡағыҙ менән оҙатыла. Минеңсә, белем биреү һәм бала тәрбиәләү, ижад булараҡ, самаһыҙ ығы-зығыны хуп күрмәй. Тауыш күп ерҙә, ғөмүмән, эш булмай.
Элекке заман уҡытыусылары, шөкөр, ундай ығы-зығынан азат булды. Партия үҙенең идеологик эшмәкәрлегендә ауыл уҡытыусылары иңенә йөктө ауырыраҡ йөкмәтһә лә, мөғәллимдәр ундай ижтимағи эштән сәйерһенмәне. Халыҡ араһында даими булыу, производство эшмәкәрлеген яҡшы белеү мөғәллимдең абруйын ғына күтәрә ине. Йәмәғәт эшенең педагогик эшмәкәрлеккә кире йоғонто яһауы тураһында миңә ишетергә тура килмәне. Унан һуң, уҡытыу эшен уңышлы башҡарыу өсөн мөғәллимгә хужалыҡта, социаль тормошта, ғөмүмән, донъяла ниҙәр булып ятыуы хаҡында хәбәрҙар булырға кәрәк. Был йәһәттән мин Әминә Кирәева атлы уҡытыусымды йыш хәтергә алам. Шишмә районында тыуып үҫкән Әминә Сабир ҡыҙы беҙҙең төпкөл башҡорт ауылында ботаника, зоология, география кеүек фәндәрҙе уҡытты. Уның дәрестәре мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт булып тойола ине. Мөғәллимәбеҙ беҙгә үҙ фәне буйынса мәғлүмәт биреү менән генә сикләнмәй, дәрестең биш минутын донъя хәлдәре менән таныштырыуға арнай ине. Мин фәҡирегеҙ, мәҫәлән, ошо мәлдәрҙе көтөп ала алмай яфалана торғайным. Бөгөнгө журналислыҡ эшем, мәғлүмәттәргә тартылыуым шул саҡта бөрөләнмәнеме икән? Әйткәндәй, элегерәк беҙҙең Әбйәлил яҡтарына татар милләтле белгестәр бик күпләп килде. Беренсе синыфта уҡытҡан Хафаса өләсәй Усманова, юғарыла әйткән Әминә апай, Мәйсәрә апай Ильясова, Зөфәр ағай – улар беҙҙең мәктәптә уҡытҡандары ғына. Ә тотош төбәкте күҙ алдынан үткәрһәң? Улар белемгә һыуһаған, яҡтылыҡҡа ынтылған башҡорт яғына мәҙәнилек, донъяуи ғилем һәм цивилизациялы әхлаҡ алып килде.
Мәҙәнилек тигәндән, ауыл уҡытыусыһы иңенә йәмғиәт балаларға белем һәм тәрбиә биреү генә түгел, тирә-йүндәге оло кешеләргә лә өлгө булып йәшәү бурысын йөкмәтте. Йәш кенә мөғәллимгә кәңәшкә ил ағаһының килеүе лә ғәжәп күренмәне. Мосолман йәмғиәтендәге кешене йәшенә ҡарап хөрмәт итеү традицияһының әле көслө булған ваҡытында мөғәллимгә шундай илтифат уның ғилемле һәм инсафлы булыуы менән аңлатылғандыр. Уҡытыусы ауылда, төп вазифаһынан тыш, төрлө документтар менән эш итеүсе лә, хат яҙыусы ла, ғаиләлә килеп сыға торған бәхәстәрҙе яйлаусы ла ине. Мин әле ауылда мөғәллим менән бүрек һалып иҫәнләшеүҙәрен хәтерләйем. Ундай хөрмәткә бер кем дә лайыҡ булманы. Ә инде уларҙың йәмһеҙ кейенеп, тәртипһеҙ ҡыланып йөрөү ихтималы тураһында һүҙ ҡуҙғатып тороу ҙа урынһыҙ. Әгәр ауыл халҡының күпселеге уҡытыусыны, боронғо ысын зыялы хәлфәләргә оҡшатып, изге йән тип баһалаған икән, быны халыҡтың берҡатлылығы тип иҫәпләргә ярамай.
Ысыҡтарҙа гәлсәр ҡояш яна,
Тау менән тау иртән серләшә.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, уҡытыусым,
Һинең менән йөрәгем һөйләшә,
Яҙмышыңа һинең көнләшәм.
Мәктәп уҡытыусыларының, айырыуса ауыл мөғәллимдәренең, илдә күҙ өҫтөндәге ҡаш булып йәшәгән саҡтары булды. Һуғыш, унан һуңғы матди ҡытлыҡ осоронда ла дәүләт уларға нисек тә хәстәрлек күрһәтеү әмәлен таба килде. Был сәйәсәттең дөрөҫлөгө асыҡ. Илдең интеллектуаль элитаһы һәм әхлаҡи таянысы матди мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел. Инҡилапҡа ҡәҙәр шулай булған да. Европа дәүләттәрендә мөғәллим хеҙмәте юғары баһалана. Рәсәй генә һуңғы бер нисә тиҫтә йыл донъяла иң алдынғы иҫәпләнгән совет педагогикаһы системаһын емереүгә түҙемлек күрһәтә, ә цивилизацияның нигеҙ ташы булған мәғрифәтсе-мөғәллимдәрҙе хәйерселек дәрәжәһенә ҡуйҙы. Бындай сәйәсәттең үкенесле һөҙөмтәһе хәҙер үк күренә һәм артабанғы йылдарҙа көсәйә генә барыуы ихтимал.
Белем биреүҙе өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индереү, бәлки, уҡыу-уҡытыуҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр бирер. Әммә Рәсәй бюрократияһының һәр ыңғай ынтылышты һүҙ бутҡаһына батырыу һәләтенә эйә булыуын хәтерҙә тотоп, нигеҙһеҙ өмөттәр менән йәшәү дөрөҫ булмаҫ. Мәғарифта хәҙер ике көс, ике ағым бар: береһе – ауырлыҡ-мохтажлыҡтарға ҡарамай, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышыусы патриот-уҡытыусылар, икенсеһе – мөғәллимдәрҙең дә, йәмәғәтселектең дә фекерен һанға һуҡмай, мәғарифта реформалар менән мауығыусы идара итеү аппараты. Айыҡ аҡыл менән чиновниктар араһында барған тиңһеҙ көрәштә әлегә икенсе көс өҫтөн сыға килә.
...Етенсе синыфты тамамлағас, ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөгән көн. Шундай мәлдә, әмәлгә ҡалғандай, күрше ауылда урта мәктәп асып ебәргәндәр. Уның директоры итеп тәғәйенләнгән Әшрәф ағай Хәмзин йортобоҙға үҙе килеп, мәктәпкә мотлаҡ барырға ҡушып китте. Рәсәй Федерацияһының буласаҡ атҡаҙанған уҡытыусыһын ярай тыңлағанмын. Ике юғары уҡыу йортон тамамланым, биш тиҫтә йыл матбуғатта эшләнем, ике тиҫтәнән күберәк китап яҙҙым. Был маһайыу түгел, иғтибарлы, бала йәнле уҡытыусыларыма әйтелгән рәхмәт һүҙе. Әгәр улар булмаһа... Хәйер, һүҙҙе ошо юҫыҡта бер аҙ дауам итәйем.
Йәшлек йылдары – башты текә тотоп, ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап тын алырға, үткән юлыңа ҡайырылып күҙ һалырға сула2 тапмаған саҡ бит инде. Мәктәптең беренсе синыфына барып, тәүге таяҡтарҙы һыҙа, артабан хәрефтәр яҙа башлағаны бирле үҙеңә әлегәсә таныш булмаған мөхиткә килеп инәһең. Ошо мөхит, оло донъя рәүешен ала барып, һине үҙ эсенә тарта, мауыҡтыра, бар булмышыңды солғап ала. Артабан ниндәй юлдар үтһәң дә, яҙмыштың ҡайһы ярҙарына барып һуғылһаң да, мәктәп, мөғәллимдәрең, һабаҡташтарың хәтереңдә шул йылдарҙағыса йәш, әле йәшәй генә башлаған кешеләр булып һаҡланып ҡала. Әлбиттә, ғүмерҙең һәр көнө һәм һәр минуты иңдәребеҙҙәге йөктө ауырайта барған һымаҡ. Яҙ еткән һайын сусаҡ түбәләрендәге ҡар иреп төшкән кеүек, баштарыбыҙҙағы аҡтыҡҡы сал сәстәр ҙә осоп юғала, әммә беҙ уныһын да күрмәмеш-һиҙмәмешкә һалышабыҙ. Йәшлегебеҙҙе уҙғармаҫҡа, юғалтмаҫҡа тырышыуыбыҙ, күрәһең, шулдыр. Хәйер, ғүмерҙең ҡәҙере ҡартайғас ҡына беленеүе лә мәғлүм.
Байтаҡ йылдар элек, октябрҙең йәйгесә сыуаҡ, йылы көндәренең береһендә, Әбйәлилемә юл төшкән арала Амангилдегә һуғылырға, хатта Әшрәф ағай Хәмзиндарҙың өйөнә инеп сығырға йөрьәт иттем. Үҙең ғүмер эңеренә еткән саҡта уҡытыусың эргәһенә инергә тартынып йөрөүҙе хәҙерге йәштәр аңлаймы икән? Бына мин урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытып сығарған Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиева апайҙы күреп китергә лә оло йәшкә еткәс кенә баҙнатсылыҡ иттем. Әшрәф Мостафа улы ла, Роза апай ҙа – РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары, Әбйәлилдә ифрат абруйлы педагогтар, хатта республика йөҙөндә лә һыр бирмәгән шәхестәр ине.
Башҡортта, хәләлеңә булһынмы, мөғәллимеңә ҡаратамы, хис-тойғоларыңды тота килеп асып һалыу ғәҙәте юҡ. Улай ғына ла түгел, мөғәллимеңдең күҙ алдындамы, ул юҡтамы, тыйнаҡлылыҡ фиғелеңдең ҡануны булып китә һәм ул ҡанунды һинең вазифаларың да, маҡтаулы исемдәрең дә, мөлкәти хәлең дә ғәмәлдән сығара алмай. Уҡытыусы шәхесен, бәлки, артығыраҡ идеаллаштырыу булғандыр, иллә беҙ уларҙың ҡәҙимге кешеләр тормошо менән йәшәй алыуын күҙ алдына килтермәнек. Бындай ҡараштың бөгөнгө тормошта бер ҡатлы булып күренеүе ихтимал. Ләкин бала тәрбиәләү кеүек сетерекле һөнәр кешеһе, хирург үҙ эшенең серҙәрен пациентҡа асып бармаған һымаҡ, фани донъя ваҡлыҡтары менән йәшәй алмай.
Әшрәф ағайҙың тормошома килеп инеүе шулайыраҡ булды. Ҡырҡты менән Ирәндек һырттары Әбйәлил районын ялан яғына һәм таулы-урманлы төбәккә айырып ята. Тауҙар атайсалымды ике тарафҡа бүлеп кенә ҡалмаған икән. Игенселек өсөн иркен далаларға байтаҡ ҡына рустар ҙа күсенеп ултырған. Ҙур-ҙур совхоздар ҙа һуңғараҡ ошо иркенлектә ойошторолған. Тәүге урта мәктәптәр ҙә, тәбиғи, халҡы ишле булған Асҡар, Ташбулат, Таштимер, Красная Башкирия, Хәлил, Гусев, Йәнгел ҡасабаларында һәм ауылдарында асылған. Тау-ташлы, ҡыҫалан, юлһыҙ-элемтәһеҙ беҙҙең тирәлә илленсе йылдарҙың аҙағыһыҙ урта мәктәп булманы. Ете синыфты бөткән бала-саға – Буранғол менән Хәмиттән булһынмы, Ҡаҙмаштан йә Ҡырҙастан тиһеңме, Байымдан да, Ишҡолдан да – әлеге Асҡарға, Ташбулатҡа уҡыуын дауам итмәккә китә. Сит ауылдарҙан килеүселәрҙе һыйындырырлыҡ интернат йорттары ла, балаларҙы илтеп ҡуйырлыҡ, барып алырлыҡ транспорт та, туйындырырлыҡ ризыҡ та юҡ осорҙа белем алам тигән балаға – ихтыяр көсө һәм түҙемлелек, ата-әсәләргә балаһына ла, уҡытыусыларына ла ышаныу кәрәк булғандыр. Хәҙер генә ул Буранғолда ла, Ҡаҙмаш менән Ҡырҙаста ла, хатта урманлы төпкөлгә боҫҡан Хәмиттә лә урта мәктәп бар. Юлдар, йылылыҡ, элемтә, компьютерҙар – ғәҙәти тормош. Бөгөнгө педагогтар ваҡыт-ваҡыты менән мыжып алһа ла, уҡыусылар барҙың ҡәҙерен баһалап еткермәһә лә, мәғрифәт донъяһы ғәжәпкә ҡалырлыҡ үҙгәрҙе.
...Һүҙем ситкәрәк китте, ахыры. Өйгә үк килеп әйтеп киткәс, директор һынлы директорҙың һүҙен тыңламай хәл юҡ. Яңы уҡыу йылына, шулай итеп, яңы мәктәпкә йыйылдыҡ. «Яңы» тип әйтеү ҙә шартлы, сөнки булған биналар, мөлкәт – Амангилде ете йыллыҡ мәктәбенеке. Тукембәткә (ауылды ул саҡ Амангилде тип ҙурлап тороу ҡайҙа!) Ҡаҙмаштан, Ырыҫҡужанан, Әбделғәзенән, Үтәгәндән, Буранғолдан – ғөмүмән, тау яғындағы байтаҡ ауылдан йыйылғандар. Дәрестәр башланып, тәнәфескә сыҡҡан саҡтарҙа сит ауылдарҙан килгән беҙ бер мөйөшкәрәк һырығабыҙ. Амангилденекеләр, колхоз, ауыл советы үҙәгендә йәшәп, движок эшләгәндә электр утына ҡойонғанғалыр, айырымыраҡ йөрөй, үҙҙәрен һауалыраҡ тотҡандай. Тәнәфес мәлдәрендә, беҙҙең ише, һынағас булып тормайҙар, тансаға төшөп китәләр, йә иһә: «Ой, рябина-рябинушка, что взгрустнула ты?..» – тип буҙлап та ебәрәләр. Ни тиһәң дә, центр шул...
Мөғәллимдәребеҙ менән дә танышып бөттөк. Халиҡов Хәкимйән ағай химиянан уҡыта, Сәйфиева Роза апайҙа – рус теле менән әҙәбиәте, Батталов Әнүәр ағайҙа – физика, Мәһәҙиев Вәкил ағай саңғы, турник тип йәнде ала. Әшрәф ағай үҙенә тарих дәресен алған икән. Тарих, ғөмүмән, мауыҡтырғыс фән бит. Ағайыбыҙ дәресте, беҙҙе орошмай-нитмәй, тыныс ҡына алып бара. Уҡытыусы ипле тәбиғәтле булһа, шуҡ балалар ҙа дәрестә тыйылып ултыра. Әшрәф Мостафа улы ҡатмарлы темаларҙы ла ябай һәм мауыҡтырғыс итеп аңлата белә.
Директор кешенең дәрестән бүтән дә ҡырҡ эше ҡырылып ята бит. Синыфтар өсөн бүлмәләр етешмәй. Колхоз ярҙамы булмаһа, бура менән ни хәл итмәк кәрәк? Унан һуң, ҡышҡы селләләрҙә балаларҙы әллә ҡайҙа ятҡан ауылдарҙан йөрөтөүе лә эшем түгел.
Әммә урта мәктәп икән, ул ҡорап-ялғалған йорттарҙа ғына эшләй алмай. Хәҙер Амангилде ауылының уртаһында балҡып ултырған ҙур бинаны төҙөтөү өсөн Хәмзинға Өфөгә нисә мәртәбә юлланырға тура килде икән? Ул һанаманы, көсө барҙа ошо эште атҡарып сығырға тырышты.
Хәйер, ошо мәктәпкә күп йылдар етәкселек иткән кеше булараҡ, Әшрәф Мостафа улының һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек.
– Тәүге педсовет әле булһа хәтеремдә. Коллегаларымдың береһе туранан-тура: «Ә һеҙ бында оҙаҡҡа килдегеҙме?» – тип һорағайны. Һорауға үпкәләйһе түгел, мәктәп директорҙары күпкә түҙмәгән икән. Синыфтар тырым-тырағай алты ағас йортта урынлашҡан, уҡытыусылар бүлмәһе лә ҡыҫынҡы ғына бер өйҙә. Беҙгә иң яҡын урта мәктәп – район үҙәгендә һәм уға текә Ҡырҡты аша ат юлы менән бараһың.
Уҡырға бик теләһәң дә, ниәтеңде бойомға ашырыу, ай-һай, ауыр. Шуға күрә Амангилделә урта мәктәп асыу мәсьәләһен ҡәтғи ҡуйҙыҡ. Колхоз да хәле ҡәҙәренсә ярҙам итте. Ул күтәргән буранан ике синыф өсөн бүлмә эшләнек. Күмәкләй торғас, илле етенсе йылда тәү башлап һигеҙенсе синыфҡа балалар йыйҙыҡ. Яҡын-тирәлә ауылдар күп, килгән балаларға интернаты ла кәрәк булды. Уҡытыусылар ҙа ҡайҙалыр йәшәргә тейеш.
Шулай ҙа ағас биналар оҙаҡ ултырмай. Август кәңәшмәләренең һәр береһендә типовой яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен күтәрә килдем, һәм, ниһайәт, 1975 йыл планына инә алдыҡ.
Әшрәф ағай ғүмерҙә оҙон тәбәрәккә китеп ултырған кеше булманы. Әлеге тарих та Әбйәлил районы тураһында яҙылып, нәшер күрә алмай ятыусы китапҡа ингәйне. Мин шуны файҙаландым. Әйтеүе генә анһат – һигеҙенсе синыфты асып, әлеге ҡарарға тиклем 18 йыл ғүмер үткән!
Амангилде, ысындан да, ошо яҡтарҙағы матур ауылдарҙың береһе. Ауыл ситенән Өфө–Асҡар–Магнитогорск йүнәлешендә шоссе юл үтә. Ҡаҙмашҡа тиклемге дүрт саҡрым араға заманында беҙ бер сәғәт ваҡыт сарыф итһәк, хәҙер ул һиҙелмәй ҙә ҡала. Оло Ҡыҙыл туғайына төшкән текә Ҡыҙыл яр ситендәге яңғыҙ ҡарағас, беҙ олоғайһаҡ та, әле лә шул көйө. Был ҡарағас, бәлки, мәңгелек билдәһелер?
Мин дә, тиҫтәләрсә йыл осрашып-күрешә алмаһам да, Әшрәф ағайҙы йылдарға һис бирешмәгән, беҙҙе мәктәбенә йыйып йөрөгән егерме етеһе лә тулмаған директорыбыҙ тип күҙ алдына килтерҙем. Тәймәнеште йылғаһы буйындағы күркәм йортона туҡтап, күтәрмәһенә аяҡ баҫыуыбыҙ булды, ағай, хәләле Лена апай өтәләнеп килеп тә сыҡты. Хыялым алдамаған икән: мөғәллимдәрем ярты быуат ғүмерҙе бик ауырһынмаған, теремек кенә күренәләр. Донъялары бөтөн, өйҙәре йылы, бөхтә. Лена апайға журналист йомоштары менән Көйөргәҙе районындағы тыуған ауылы Илкәнәйгә барып сығыуым, ҡустыһы Рим менән танышыуым тураһында һөйләп алдым. Минең ҡатыным, Сания Ғөзәйер ҡыҙы, командировкала сағында был йылы йортта булып та киткән икән. Ул – 47 йыл балалар уҡытҡан кеше. Амангилде мәктәбенең хәҙерге директоры Йомадил Вәкил улы Әбүбәкеров ҡусты ла беҙгә ҡушылғайны. Дүрт педагог бергә йыйылғанда һүҙҙең нимә тураһында булыуын аңлайһығыҙҙыр.
Яңылышмайһығыҙ, һүҙ йәнә мәктәп тураһында барҙы. Шунда балалар менән осрашмаҡ инек тә, уларҙы йыйып алыр урын табылманы. Мәктәп проектында зал да, ашхана ла ҡаралмаған икән. Хәлде күреп, район етәкселәренән хат яҙҙырып, Премьер-министр Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәновҡа индем. Хатты уҡыны, вәғәҙә итте, әммә эш шунан үтмәне. Мин дә мәктәп коллективы алдында уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. Бәлки, мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин ҡусты Амангилде урта мәктәбенең ауыр хәлен еңеләйтеү сараһын күрер?
Әшрәф Мостафа улы Хәмзин осрашҡан мәлдә бер нисә айҙан һикһәнен теүәлләүе тураһында ләм-мим өндәшмәне. Уҡытыусылар, ғөмүмән, юбилейҙар, маҡтау-бүләктәр мәсьәләһендә тыйнаҡ халыҡ. 1960 йылдың 22 июнендә Амангилде урта мәктәбе тарихында тәүге өлгөргәнлек аттестаты алған, әлегә иҫән һәм баҡыйлыҡ иленә күскән ун һигеҙ ҡыҙ һәм малай исеменән мин дә, Әшрәф ағай, һеҙгә рәхмәтемде күндерер инем. Йәш ғүмер, әйткән һүҙ, атҡан уҡ кире ҡайтмай, тиһәләр ҙә, һеҙ барҙа йәшлегебеҙ үҙебеҙ менән ҡала килгән икән.
...Һуҙылыбыраҡ киткән һүҙемде үкенә биреберәк тамамлаһам, уҡыусы мине аңлар һымаҡ.
«Бер күктә – ике ай, бер күңелдә ике мөхәббәт булмай», – тигәндәре, ахыры, хаҡтыр. Университет менән һаубуллашып, район гәзитенә ҡайтҡанда Сания комсомолда мәктәптәр бүлеге мөдире вазифаһында эшләп йөрөй ине. Иҫ-аҡылды юғалтырлыҡ һылыу, икенән үрелгән толомдары үксәһенә етеп тора. Йөрәгемдең шул мәлдәге хәлгенәһен әле булһа һүҙ менән аңлата алмайым.
Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең,
Тик һаман һин минең хыялым.
Рәхмәт, Мостафа ағай3, мин ғүмерҙә лә былай әйтә алмаҫ инем. Сания менән илле йыл да дүрт ай йәшәп өлгөрҙөк, шағир менән мине сәйле-баллы табын өҫтәле артында ихлас хужабикә булып һыйлаһа ла, ул беренсе нәүбәттә мөғәллимә ине. Беҙ уны, тотош ғаиләбеҙ, туған-таныштар бер булып өгөтләй торғас, мәктәбенән ҡырҡ ете йыл тигәндә айырып ала алдыҡ. Уҡытыусының – балаларға, балаларҙың уҡытыусыһына эҫенеүе шул дәрәжәгә етеүенә, үҙем шаһит булһам да, хатта ышанмай ҙа ҡуям. Һәр йыл сентябрь көндәрендә, мөғәллим үә мөғәллимәләр йәнә уҡыусылары алдына баҫҡанда, Санияның мәктәптән кәйефһеҙләнеп йә сәскәгә күмелеп ҡайтыуын хәтерләйем дә, уҡытыусы уҡыусыларының тормошо, яҙмышы менән йәшәйҙер инде, тием. Мөғәллимдәрҙе күтәрерлек һүҙҙе Мостай ағай һәр ваҡыт таба килде. Шулай ҙа был юлы мин уның замандашы, рус халҡының оло шағиры Андрей Дементьевтың бер шиғырын, башҡортсаға ауҙарырға тырышмай ғына, һеҙгә тәҡдим итмәк булдым.
Не смейте забывать учителей.
Они о нас тревожатся и помнят.
И в тишине задумавшихся комнат
Ждут наших возвращений и вестей.
Им не хватает этих встреч нечастых.
И, сколько бы ни миновало лет,
Случается учительское счастье
Из наших ученических побед.
А мы порой так равнодушны к ним:
Под Новый год не шлем им поздравлений.
А в суете иль попросту из лени
Не пишем, не заходим, не звоним.
Они нас ждут. Они следят за нами
И радуются всякий раз за тех,
Кто снова где-то выдержал экзамен
На мужество, на честность, на успех.
Не смейте забывать учителей.
Пусть будет жизнь достойна их усилий.
Учителями славится Россия.
Ученики приносят славу ей.
Не смейте забывать учителей!..