Все новости
Общие статьи
6 Апреля 2021, 12:20

Был дауа аптекаларҙа һатылмай

Ҡайһы саҡ, ниндәйҙер сирҙән һауығыу йәки ауырыу төҫөнән арыныу өсөн яҡшы һәм уңайлы итеп ял итеп алыу ҙа етә.

Был дауа аптекаларҙа һатылмай
Ҡайһы саҡ, ниндәйҙер сирҙән һауығыу йәки ауырыу төҫөнән арыныу өсөн яҡшы һәм уңайлы итеп ял итеп алыу ҙа етә. Сөнки күп ауырыуҙарға организм йонсоуҙан, иммунитет төшөүҙән бирешә. Белеүегеҙсә, кешенең тәне менән парасимпатик һәм симпатик нервы системалары идара итә. Симпатик нервылар йәшәү шарттарына яраҡлашыуға, тышҡы сиктәрҙе күҙәтеүгә, әүҙемлеккә яуап бирә. Йәғни, маҡсатҡа барыуға, нимәләргәлер өлгәшеүгә, көрәшкә, яулашыуға. Ә парасимпатик нервы системаһы ул беҙҙең тыл. Ул организмдың ресурстарын тултыра, гормондарҙы яйлай, яраларҙы уңалта, файҙалы матдәләрҙе йыя, иммунитетты күтәрә. Ҡыҫҡаһы, әлеге нервылар тыныслыҡты тәьмин итә. Парасимпатик нервыларҙың ярҙамынан тыш симпатик нервылар менән генә алыҫ китеп булмаҫ ине, тылһыҙ оҙаҡ яулашмаҫһың.
Бөгөн беҙ нисек йәшәйбеҙ? Һуғышта йөрөмәһәк тә, симпатик нервыларыбыҙ көсөргәнештән туҡтай алмай. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәт тә артыҡ әүҙем, тиктормаҫ тормошто пропагандалай. Телефондар, планшеттар беҙҙе эш буйынса ғына түгел, ә бөтөнләй кәрәкмәгән нәмәләр һәм кешеләр менән дә аралашырға мәжбүр итә. Беҙ интернет аша аралашып, шундағы мәғлүмәтте ҡабул итеп, нервыларыбыҙҙы ҡуҙғатып, бер ниндәй физик йәки аҡыл эше башҡармаһаҡ та, арыйбыҙ. Әгәр һеҙ диванда ятып интернетта соҡонаһығыҙ һәм шулай ял итәбеҙ тип уйлайһығыҙ икән – яңылышаһығыҙ. Был ваҡытта һеҙҙең нервыларығыҙ ярһып эшләп тора. Аудиокитап , наушниктарҙа көй тыңлау, электрон китап уҡыуҙа шундай уҡ тәьҫирҙә. Телевизор ҙа ял алыу форсаты түгел. Бына ошондай йәшәү темпындағы кешенең етди соматик ауырыуы булмайынса хәле бөтә, күңеле төшә, бөтә тәне ауырта икән, уға депрессияға ҡаршы, тынысландыра, йоҡлата торған дарыуҙар яҙа һалалар. Нервыларҙы яһалма рәүештә, көсләп “йоҡлатып”, организмдың икенсе ағзаларын зарарлайҙар ғына. Был юл һауығыу юлы түгел. Был осраҡта беҙҙең тылдағы һуңғы көстәр сығарып тотонола ла, нервыларында башҡа запасы ҡалмаған кеше дарыуҙарһыҙ йәшәй ҙә алмай башлай. Депрессия дарыуҙары улар ысынлап етди депрессияға юлыҡҡан, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ынтылған, йәшәү теләге юғалған ауырыуҙарға ғына ҡулланылырға тейеш. Ә инде көнө буйы эштә йөрөгән һәм ял ваҡытында телевизор алдында, телефонда, интернетта ултырған әҙәм йоҡлай алмайым, тип, йоҡо дарыуы, арыйым, хәлем юҡ, тип, депрессия таблеткалары эсә икән – был төптө дөрөҫ түгел. Тормоштағы төрлө ауыр хәлдәр ҙә, нервыларҙы “ҡытыҡлай” торған ваҡиғалар ҙа, хистәр сайҡалышы ла нервыларҙы беҙ әйткәнсә “бөтөрмәй”. Кеше организмы бер нисек тә үҙен үҙе бөтөрмәй. Ул ҡайһы ваҡыт парасимпатик нервыларҙы, ниндәй саҡта симпатигын тотонорға икәнде белә. Ә бына бөгөнгө беҙҙең уны туҡтауһыҙ инетернет кеүек тышҡы факторҙар менән көсләүебеҙ, йәғни симпатик нервыла – һуғыш осрағындағы хәлдә тотоуыбыҙ ғына уны хәлдән тайҙыра.
Йонсоған кешегә “ял итеп ал” тигәндә, улар: минең эш, ипотека, кредит, бизнес, карьера, балалар һәм башҡалар, тип яуаплай. Был күптәрҙә шулай. Әммә сифатлы ял ул иңдәге бурыстарҙы алып ташлап ҡайҙалыр китеп ятып килеү тигәнде аңлатмай. Организмы ике-өс көндә көйлө торошона ҡайтарырға була. Уның өсөн бары нервыларҙы ҡуҙғытыусы тышҡы факторҙарҙан сикләнергә. Мәҫәлән, телефонды һүндерергә, телевизор тоҡандырмаҫҡа, магазин-салондарға сыҡмаҫҡа, спорт менән шөғөлләнмәҫкә. Ә тулыһынса туғарылып, тәнеңде лә, йәнеңде лә ял иттереп, үҙеңде яратып-йәлләп, күкрәк тултырып тын алып, яратҡан ризығыңды бешереп ашап, балаларыңды һөйөп, ғаилә ағзаларың менән матур мөнәсәбәттә булып, негативһыҙ, ғәйбәт һөйләмәй һәм тыңламай, яҡшы уйҙарҙа, изге теләктәрҙә йәшәп алырға кәрәк. Ошондай бер-нисә көн шау-шыулы диңгеҙ ярҙарын да, сит илдәргә осоуҙы ла, дауахана, санаторий палаталарынан да файҙалыраҡ була ала. Был торош шундай шәп профилактика ла, йонсоуға, арыуға ҡаршы дауа ла. Нервыларҙың симпатик тороштан парасимпатик хәленә ҡайтып тороуы ул организмдың үҙенә ресурс йыйыуы, көс туплауы һәм һеҙҙе артабан сәләмәт хәлдә йәшәтеүе лә. Тимәк, беҙҙең һаулыҡ табип ҡулында ла, психологтар курсында ла, дарыуҙарҙа ла түгел, ә үҙебеҙҙең ялды һәм эште ойоштора белеүҙә.
Читайте нас: