Все новости
Общие статьи
15 Февраля 2021, 18:00

«Башҡортлоғом эшемдә ныҡ ярҙам итә»

Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес Швейцарияның Женева ҡалаһында йәшәй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында белгес булып эшләй. БМО вәкиле булараҡ, төрлө илдәрҙә этник мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уңышлы кеше булып китеүенең сере башҡортлоғон дөрөҫ файҙалана белеүҙә тип һанай. БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған.

– Айһылыу, Һеҙҙең тыуған яҡтан алыҫта йәшәп тә башҡорт­лоҡ рухын юғалтмауығыҙ хаҡында, ситтә йәшәгән башҡа ватандаш­тарыбыҙҙы бергә тупларға тырышыуығыҙ, Женевала һабантуйҙар үткәреүегеҙ хаҡында ишетеп-уҡып торабыҙ. Был эш нимәнән һәм нисек башланды?

– 2011 йылда Швейцарияға килгәс тә иң беренсе маҡсатым һәйбәт уҡыу, телде өйрәнеү һәм урындағы мөхиткә инеп китеү ине. Бындағы йәмғиәткә үтеп инеү еңел түгел, халыҡ йомоҡ, ят кешеләр менән бик аралашып бармай һәм үҙҙәренең араһына ла индерә һалмай. Фатир эҙләгәндә мин үҙемде Рәсәйҙән тип әйтһәм, телефондарын һүндерә лә ҡуя торғайнылар. Улар беҙҙең илдән килгәндәрҙе иркә генә үҫкән, эшләргә яратмаған бай балалары итеп ҡабул итә. Шунан мин үҙемде башҡорт тип таныштыра башланым.

Әгәр ҙә берәйһе менән бәйләнеш булдырырға кәрәк икән, Башҡортос­танданмын тип әйтәм. Һорау өҫтөнә һорауҙар китә. Мин Урал тауҙары, беҙҙең республика тураһында һөйләп, телебеҙҙе ишеттереп, нишләп йөҙөмдә азиат һыҙаттары барлығын әйтеп, ныҡлап танышҡас, төп темаға күсәбеҙ һәм уларҙың миңә мөнәсәбәте үҙгәрә төшә. Шунан инде мин үҙемдең теләгемә ирешәм. Был минең стратегияма әйләнде, һәм артабан башҡортлоғомдо үҙемдең өҫтөнлөгөм итеп күрҙем һәм файҙаландым.

Бер ваҡыт шулай Башҡортостан тураһында һөйләгәндә миңә «Беҙҙә Өфөнән бер ҡатын бар», – тинеләр. Аптырап киттем. Швейцарияла башҡорттар бар икәнен белмәй инем, интернетта мәғлүмәт юҡ ине. Шуға күрә, әлбиттә, мөмкинселек булғас та барып таныштым. Ул Гүзәл Усманова-Гобе булып сыҡты, хореограф, бейеүсе. Швейцарияла «Нуриев кеүек бейейбеҙ» тип аталған бейеү мәктәбен асҡан кеше. Унда балаларға бейеүҙәр, шул иҫәптән башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә.
Беҙ бергәләшеп милләттәштәребеҙ тураһында мәғлүмәт йыя башланыҡ. Гүзәл 18 йылдан ашыу Швейцарияла йәшәй. Балалар менән эшләгәс, уларҙың ғаиләһе ҡайҙан килгәнен, нимә эшләгәнен, нисек йәшәгәндәрен белә. Һәм балаларға концерттар ойоштороп, бәләкәс кенә һабантуйҙар ҙа үткәрә башлаған ине. Шулайтып беҙ үҙебеҙҙең ойошмабыҙҙы, башҡорттарҙың бындағы диаспораһын төҙөнөк.

– Швейцариялағы башҡорттар кемдәр улар? Йәштәр күберәк­ме, өлкәндәрме?

– Беҙ ул тиклем күп түгелбеҙ, әммә ҡайҙа, нисек эшләгәнебеҙҙе, ҡайҙа йөрөгәнебеҙҙе белеп торабыҙ. Һәм, әлбиттә, тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бергәләшеп сәйәхәттәрҙә йөрөп ҡайтҡаныбыҙ ҙа бар, бер-беребеҙгә сәйгә йөрөшәбеҙ. Сит илдәрҙән: Монаконан, Италиянан, Германиянан ҡунаҡтар (башҡорттар) килһә, йыйылышып, милли аштар бешереп, күңелле итеп йыйылып алабыҙ, рухыбыҙҙы нығытабыҙ.

Арабыҙҙа өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар. Хәҙер йышыраҡ 25 йәштәр тирәһендәгеләр килә башланы – стажировкаға, уҡыуға, һуңынан төрлө-төрлө мөмкинселектәрҙән файҙаланып, бында ҡалырға тырышалар, телде өйрәнәләр. Ныҡ егәрле булмаһаң, бында нығынып ҡалыу мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың шундай тырыш ҡыҙ-егеттәрен күрһәм һәр ваҡыт ҡыуанам.

– Башҡортостанды йыш ҡына икенсе Швейцария тиҙәр, ә ниндәй ул беренсе Швейцария? Тәбиғәте, кешеләре, холоҡ-фиғелдәре, йолалары...

– Швейцария бик үҙенсәлекле. Тәбиғәткә килгәндә, бөтә нәмә Башҡортостандағына ҡарағанда ҙурыраҡ: тауҙар ҙа, йылғалар ҙа, күлдәр ҙә. Леман күленә килгәндә, мәҫәлән, уның әйләнәһе – 220 км. Велосипед менән ике көнлөк юл – шул күлде урап сығыу. Тауҙар бында 2 – 4 мең метр бейеклектә. Монблан тауы Франция ерендә урынлашҡан, Женеваға яҡын, бейеклеге – 4809 метр. Бында күп кенә шарлауыҡтар бар, тауҙар ҙур, ҡаялар бейек булғас, тау баштарындағы боҙлоҡтарҙан ағып төшкән һыуҙар шарлауыҡҡа әйләнеп, матур-матур күренештәр хасил итә. Фото төшөрһәң, открыткалағы һымаҡ килеп сыға. Ата-әсәйемдәргә ниндәй генә ерҙе төшөрөп ебәрһәм дә матур. Улар Швейцарияға йыш ҡына килеп йөрөй торғайны. Пандемия башланғас, әлегә килә алмайҙар.

Швейцарҙарға килгәндә инде, улар бөтә нәмәне еренә еткереп эшләй, тәртипле, әммә бигерәк йомоҡ халыҡ, күңелдәренә кешеләрҙе индереп бармай. Бында төрлө берләшмәләр бар. Банкирҙар берләшмәһе, халыҡ-ара ойошмаларҙа эшләгән кешеләр берләшмәһе, ҡунаҡхана тармағы хеҙмәткәрҙәре берләшмәһе. Әгәр һин ошо ойошмаларҙа эшләмәһәң, был берләшмәләргә эләгеүе ҡыйын. Үҙҙәренең махсус барҙарында, ресторандарында йыйылышып ултыралар, уларҙың – үҙ микромәҙәниәте. Шуға ла был илгә килеүселәргә социалләшеп китеү, үҙ урыныңды, үҙ кешеләреңде табыу бигерәк тә ҡыйын.

Швейцария шул тиклем мультимәҙәниәтле, мультимилләтле ил, ысын швейцарҙар бик аҙ. Иң ҡыҙығы шунда – бында дуҫлыҡҡа инвестиция һалып булмай. Беҙ – башҡорттар – күмәкләп аралашып йәшәргә өйрәнгәнбеҙ, бер-беребеҙгә таянабыҙ. Ә Швейцария – шундай ил, ул кешеләр араһындағы бәйләнештәрҙе өҙөргә, ысҡындырырға өйрәтә. Кешеләр килеп тора, китеп тора, эшен, йәшәгән урынын алмаштыра. Тотош Европала был тәбиғи хәл. Швейцария мине лә яҡын, ҡәҙерле кешеләремде «ысҡындырырға» өйрәтте. Тормош ул мөмкинлектәр донъяһы икәнен, улар килеп сыҡҡанда файҙаланып ҡалырға кәрәклеген аңлатты.

Йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә килгәндә, Швейцария – бик консерватив ил. Бында кеше күрмәгәндә лә намыҫлы һәм тәртипле булыу ҡағиҙәгә әйләнгән. Әйтәйек, магазиндан алынған әйберҙәрең һалынған пакетты берәй ерҙә онотоп ҡалдырһаң, уны шунда уҡ берәйһе магазинға индереп бирәсәк һәм һин уны табасаҡһың. Автобуста, трамвайҙа, поезда контроль бик һирәк, әммә бөтәһе лә инеү менән билет ала. Сөнки улар шулай өйрәнгән, уларҙың эске мәҙәниәте шулай ҡуша. Бер ваҡытта ла алдашмайҙар, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек хаҡына аҙағына хәтлем барырға әҙерҙәр. Был тотош йәмғиәттең төҙөк һәм камил эшләүенә килтерә. Кешеләр һалым түләй, поезд, автобустар ваҡытында йөрөй, берәү ҙә эшкә һуңламай. Тотош система теүәл эшләгән сәғәт кеүек. Мин дә хәҙер үҙемдә ошо теүәллекте ғәҙәт итеп алдым – бер ҡасан да бер ҡайҙа ла һуңламайым.

Урамда, паркта йөрөгәндә осраған кешеләр менән иҫәнләшергә кәрәк. Был – уға, әйләнә-тирәгә һәм үҙеңә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәткесе. Бөтә ерҙә лә тап-таҙа. Берәй парк булһынмы, урманмы, таумы – бер ерҙә лә сүп-сар күрмәҫһең.

– Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына эшкә урынлашыуы ауыр булдымы?

– Институттан һуң NBI программаһы буйынса Швейцарияға уҡырға килдем. Шунда уҡ берәй ерҙә стажировка үтергә хыялым бар ине. Унлаған ойошма исеменә заявка ебәрҙем. 8–9 айҙан БМО-нан «Беҙ һеҙҙе стажировкаға көтәбеҙ, килегеҙ», – тигән яуап килде. Һөнәрселек һәм туризм өлкәһендә стажировка үтергә саҡырҙылар. Ул ваҡытта инглиз телен ул тиклем һәйбәт белмәй инем, етмәһә, эшлекле инглиз телен белеү талап ителә ине. Шуға күрә телде белмәүҙе компьютер программаларын, бухгалтерияны һәйбәт белеүем менән ҡапларға тырыштым. Башҡалар минең тел буйынса проблемаларым барлығын һиҙмәһен өсөн ныҡ ҡына тырышырға, башҡа йүнәлештәрҙә көслө икәнемде күрһәтергә кәрәк булды. Стажировка бөткәйне, мине эшкә саҡырҙылар. Шунда уҡ «Этник мода инициативаһы» тигән проектҡа эләктем. Был проект буйынса БМО үҫешеүсе илдәрҙең һөнәрселәренә ярҙам итә, йәғни, улар халыҡ-ара баҙарға сыға алһын өсөн, продукцияларының сифатын яҡшыртыуҙа, логистикала, дизайн мәсьәләләрендә булышлыҡ күрһәтәбеҙ. Мин тәүҙә Африка илдәрендә ошо мәсьәлә менән шөғөлләндем. Кения, Буркина-Фасо, Мали, Эфиопия, Уганда, Гаития илдәренән башлап ебәрҙек. Һуңынан инде Урта Азия илдәренә тотондоҡ. Әле мин Үзбәкстан һәм Тажикстан илдәрендә шул проектты алып барам. Эшем миңә һәр илдең милли үҙенсәлектәрен күрергә һәм аңларға ярҙам итә. Һөнәрселәрҙең һәләттәрен халыҡ-ара кимәлдә үҫтерергә, әйтәйек, Европа изделиеларында теге йәки был халыҡтың дизайн үҙенсәлектәрен, мо­делдәрҙе эшләгәндә һөнәр­селәрҙең оҫталығын ҡулла­нырға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, бөтә кешегә лә этника ҡыҙыҡ түгел, ә бына оҫталыҡты, һәләтте заман­са дизайн эшләүгә егеү бөтөнләй икенсе нәмә. Дизайн халыҡ-ара Мода йорттарынан, халыҡ-ара класлы дизайнерҙарҙан килә. Улар заказ бирә, һәм беҙ шул илдә заказ буйынса продукция етештерәбеҙ. Һөнәрселәр менән туранан-тура эшләйбеҙ, уларҙың эшенә баһа бирәбеҙ, кәрәк булһа, белгестәрҙе йәлеп итәбеҙ. Һуңынан был хеҙмәт кешеләргә нисек йоғонто яһауы менән ҡыҙыҡһынабыҙ, сөнки ярлылар менән эшләйбеҙ, шуға ла уларҙың эш шарт­тарының яҡшырыуы, эш хаҡының ғәҙел түләнеүе, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелмәүе мөһим. Мин вазифам буйынса ошоларҙы күҙәтеүгә яуаплымын.

Үзбәкстан һөнәрселәре менән

– Донъяла барған глобалләшеү БМО-ның милләттәрҙе һаҡлау һәм яҡлау эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?

– Был бик ҡатмарлы һорау, дөрөҫөн әйткәндә. Сөнки, бер яҡтан ҡарағанда, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, ысынлап та, милләттәр менән эшләүсе ойошма. Әммә ул этник мәсьәләләр менән түгел, күберәк сәйәси мәсьәләләрҙе көйләү менән шөғөлләнә. Этник мәсьәләләрҙе ҙур БМО-ның бер өлөшө генә ҡарай.
Глобалләшеү этностарҙы күрергә, улар өсөн конференциялар, төрлө саралар үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Һәр милләт, һәр этник төркөм уникаль, ҡабатланмаҫ. Һәм БМО уларға үҫешеү мөмкинлеген биреүҙе хәстәрләй. Теге йәки был халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҡайһы берҙә бик етди саралар күрергә тура килә. Шулай ҙа халыҡтың ошо мәсьәләләрҙе ҡайғыртып йөрөгән, янып йәшәгән кешеләре булғанда, һәм был эшкә улар көсөн һәм ваҡытын йәлләмәгәндә генә һөҙөмтә була. Ситтән кемдер килеп, әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең турала китап яҙабыҙ, фәнни эш башҡарабыҙ, тиеүҙән генә файҙа булмаясаҡ, халыҡтың үҙенең инициативаһы булыу кәрәк.

– Һеҙ сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттарҙы берләштергән BashkirGlobe ойошмаһының секретары ла. Был ойошмала нисә кеше теркәлгән һәм ул нимә менән шөғөлләнә?

– Был рәсми ойошма түгел, беҙҙең берләшмә тип әйтергә була, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Уға сит илдә йәшәгән, әлбиттә, башҡорт телен, мәҙәниәтен белгән, башҡортлоғон күрһәтерҙәй ниндәйҙер проекттар эшләгән кешеләр инә ала. Бөгөнгө көндә төрлө илдәрҙән 70-ләгән кеше теркәлгән, Фейсбукта, Инстаграмда төркөмдәребеҙ бар. Беҙ бер-беребеҙҙең яңылыҡтарын белеп, илдән-илгә йөрөгәндә ярҙам итешеп торабыҙ, проекттар эшләйбеҙ. Башҡортостан йәштәре менән бергәләп эшләү теләге лә бар. Шуға күрә Инстаграмда тура эфирҙар алып бара башланыҡ. Унда сит илдә нисек итеп адаптация үтеүебеҙ, ниндәй эштәр башҡарыуыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ, сит мөхиттә балаларға туған телде, башҡорт бейеүҙәрен, йырҙарын өйрәтеү буйынса ниндәй эш алып барыуыбыҙ тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ.

– 2018 йылда БМО-ла башҡорт теленең презентацияһын үт­кәргәнһегеҙ. Ул нисегерәк булды?

– Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан БМО-ның Женевалағы бинаһы фойеһында интерактив таҡталар ҡуйылды. Унда донъялағы 15 телдең презентацияһы булырға тейеш ине. Төрлө этнос вәкилдәре үҙҙәренең туған телендә эпостарҙан өҙөктәр, әкиәттәр һөйләргә тейеш. Мин конкурсҡа заявка бирҙем һәм башҡорт теле инглиз, испан, француз, ғәрәп, рус, ҡытай, африкаанс, бемба, бенгал, каталан, грузин, итальян, швейцар, немец, тагалог телдәре менән бер рәттән ошо сарала ҡатнашты. Мин «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләнем.

Милли кейемдәге фотоһүрәтем БМО-ның Инстаграмдағы аккаунтына ҡуйылды.

Парижда Европа һабантуйы

– Һеҙгә һабан­туйҙарҙы, башҡа сараларҙы ойош­тороуҙа кемдәр ярҙам итә? Тағы ҡайҙа шундай илһөйәр, телһөйәр ватан­даштарыбыҙ бар?

– Беҙ 2015 йылдан алып Швейцарияла ҙур-ҙур һабантуйҙар үткәрә башланыҡ. Йыл һайын бөтә Европанан 300-ҙән 500-гә тиклем кеше килә, башҡорттар ғына түгел, татарҙар, рустар, француздар, швейцарҙар һ.б. Мин килгәнгә тиклем Гүзәл Усманова ғаилә һабантуйҙары үткәргән ине, 2015 йылда башҡорттар һәм татарҙар ассоциацияһын ойоштороп, ҙурыраҡ кимәлгә сығарҙыҡ. Үҙебеҙ өсөн байрам булһа, башҡалар өсөн ул беҙҙең мәҙәниәт менән танышыу мөмкинлеге, шуға күрә лә уны йыл һайын көтөп алалар. Дөрөҫөн әйткәндә, Женевала ҙур йыйындар үткәреүе бик ҡыйын, сөнки ял көндәрендә кешеләр тауҙарға ял итергә китә.

2018 йылда һабантуйҙа Сәфәрғәле Йәнтүрин – ҡурайҙа, Зәбиҙә Хажиева менән Гийом Дарлес ҡумыҙҙа уйнаны. Гүзәл Усманова-Гобе башҡорт бейеүен башҡарҙы.

Концертта шулай уҡ «Юлдаш» ассоциацияһы ағзалары Асия Клименко, Регина Щеголева, Ләйсән Кәримова, Николя Штуки ҡатнашты. Дизайнер, милли костюмдар буйынса белгес Сәлимә Усманова милли элементтар менән биҙәлгән костюмдар коллекцияһын күрһәтте.

2019 йылда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина, ҡурайсы Артур Ғайсаров, Айһылыу Байғусҡарова килде.
Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ла беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итә. Үҙебеҙҙең бағыусыларыбыҙ ҙа бар. «Лукойл» йыл һайын ярҙам итеп тора, Рәсәйҙең Швейцариялағы консуллығы мәғлүмәт ярҙамы ла, финанс яҡтан да ярҙам күрһәткәне бар.

Байрамдарҙы ойошторорға ярҙам иткән башҡорт-татар егет-ҡыҙҙарына бик рәхмәтлемен. Беҙ саралар үткәреүгә ҙур көс һалабыҙ һәм ул кешеләрҙең рәхмәте аша беҙгә энергия булып кире ҡайта. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим итә башланы.

Женевала йыл һайын халыҡ-ара милли йәрминкә үткәрелә. Ул халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара булып тора. Унда 6 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

2018, 2019 йылғы йәрминкәгә Швейцариялағы башҡорт һәм татар ассоциацияһы ла саҡырылды. Беҙ милли мәҙәниәтебеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ менән таныштырҙыҡ, сувенирҙар тараттыҡ.

BashkirGlobe ойошмаһында 20–30-лаған илдән төрлө-төрлө илһөйәр, инициативалы башҡорттар бар. Ҡытайҙан Фәриҙә, Айгөл, Канаданан Фәриҙә апай, уның балалары, ейәнсәрҙәре башҡорт рухлы булып үҫә, башҡорт телен белә. Францияла, Монакола, Германияла Гөлназ Тимербаева-Циммерман ғаиләһе менән. Шулайтып һәр илдә тиерлек беҙҙең актив, илһөйәр һәм телһөйәр ватандаштарыбыҙ йәшәй. BashkirGlobe уларға үҙҙәрен танытырға мөмкинлек бирә, сөнки улар икенсе илдәге башҡорттарҙың актив булыуын күрһә, үҙҙәре лә дәртләнеп, күҙҙәре янып китә.

– Өфөлә тыуып, Сибайҙа үҫеп, инде бер нисә йыл сит илдә йәшәһәгеҙ ҙә башҡортса тап-таҙа итеп һөйләшәһегеҙ. Телде камил белеү ҡайҙан килә? Ғаиләләге тәрбиәнәнме, мәктәптәнме?

– Иң беренсе ғаиләнән килә. Мәктәптә күпме генә уҡыһаҡ та, өйҙә ата-әсәй туған телебеҙҙә һөйләшмәһә, телде белеү ҡыйын булыр ине. Беренсе кластан алып мин Сибай ҡалаһының «Нептун» лицейында башҡорт класында уҡыным. Шунан һуң – «Ирәндек» лицейында, интернат-гимназияла. Мин уҡыған бөтә мәктәптәрҙә лә ысын башҡорт мөхите ине. Интернатта райондан килгән балалар менән гел генә башҡортса һөйләшә торғайныҡ. Башҡорт мөхитендә үҫһәң, ул һеңеп ҡала, туған телдә уйлай башлайһың. Туған тел бит ул тел генә түгел, ул – философия. Ул һинең йәшәйешеңә, уйҙарыңа йоғонто яһай.

Башҡорт мөхитендә үҫкән ҡыҙ

– Тағы ниндәй телдәр беләһегеҙ?

– Рус, инглиз, француз телдәрен яҡшы беләм. Швейцарияла итальян, испан телдәренән һүҙҙәр ишетелеп ҡала, шуға уларҙы аңлауы еңелерәк. Үзбәк телен яҡшы аңлайым, һөйләшә алам.

– Күп кенә ата-әсәләр, балаһы мәктәптә башҡортса уҡыһа, юғары уҡыу йортона инә алмай, тип ҡурҡа. Инглиз телен өйрәтергә тырыша. Әммә инглиз телен белеү генә кешене белемле итмәй шул. Туған телен белмәгән бала туған халҡының тарихына ла битараф, мәҙәниәтенә лә һуҡыр, рухы ла зәғиф була. Алға киткән илдәрҙә, киреһенсә, ҡабатланмаҫ, эксклюзив әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныу көслө. Был йәһәттән Швейцарияла нисек икән?

– Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, туған телен белмәгән бала зәғиф һымаҡ. Сөнки туған тел – ул асҡыс, төрлө илдәргә, мәҙәниәттәргә юл аса. Мин башҡорт телен белгәс, мәҫәлән, Төркиәлә үҙемде бик иркен тоям, Үзбәкстанда ла, Ҡырғыҙстанда ла, Ҡаҙағстанда ла шулай уҡ.

Бала 12 йәшкә тиклем телде белһә, шул телдең мөхитенә сумып йәшәһә, беренсенән, таҙа һөйләшәсәк, икенсенән менталитетты үҙенә аласаҡ.

Беҙ мәктәптә инглиз телен өйрәндек, ә 11-се класты бөткәс күпмебеҙ инглиз телендә иркен һөйләшә, тип уйлайһығыҙ? 40 йыл буйына был тәңгәлдә уҡытыу системаһы һөҙөмтәһеҙ булды, ә беҙ һаман шуның үҙгәреп китеренә ышанабыҙ. Телде өйрәнеү улай булырға тейеш түгел. Уның төп функцияһы – аралашыу. Әгәр ҙә беҙ кем менәндер бергә инглиз телен өйрәнәбеҙ, әммә инглизса аралашмайбыҙ икән, һөҙөмтә бер ваҡытта ла булмаясаҡ. Башҡа телдәр менән дә шулай уҡ. Шуның өсөн дә телде аралашыу ярҙамын­да өйрәнергә кәрәк, шул телдә күберәк һөйләшергә тырышырға, туған мәҙәниәт менән ҡы­ҙыҡһынырға кә­рәк. Быны хәҙер интернет аша ла эшләп була, сит илдәрҙән дуҫтар табырға, китаптар бирешергә мөмкин. Бары аралашырға теләк булыуы мөһим. Ул ваҡытта һин аралашыу өсөн ябайыраҡ һүҙҙәр эҙләй башлайһың, тәржемә итәһең, кеше һине аңлаһын өсөн барыһын да эшләйһең.

Мин, әлбиттә, мәктәптә сит телде өйрәтеүгә ҡаршы түгел, әммә теория практика менән нығытылып барырға, эске мотивация булырға тейеш.

Швейцарияға килгәндә, бында телдәргә, айырыуса урындағы телдәргә иғтибар ҙур. 4 төп тел бар: немец, француз, итальян һәм романш телдәре. Романш телендә яҡынса 120 мең самаһы кеше һөйләшә. Ул Швейцарияның төп милли телдәренең береһе, элек билдәле бер территорияла йәшәүселәр генә романш телендә һөйләшһә, хәҙер башҡалар ҙа уны өйрәнә. Романш­ты белеү модаға инә бара, был телдең үҫеүенә һәм таралыуына килтерә.

Ғаилә бергә йыйылғанда


– Һеҙ төрлө илдәрҙә булғанда башҡорттар, Башҡортостан хаҡында һөйләп йөрөйһөгөҙ. Сит ил халҡында нимәләр ҡыҙыҡһыныу уята?

– Иң беренсе, территориаль яҡтан ҡайҙа урынлашҡанын һорайҙар. Мин гел генә Көньяҡ Урал, Урал тауҙары тураһында һөйләйем. Һеҙҙең йөҙөгөҙ рустарҙыҡына оҡшамаған, тиҙәр. Шул ваҡытта мосолман булыуыбыҙҙы әйтәм, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында һөйләй башлайым.
Беҙҙең аттар далаларҙа, тибенлектәрҙә йөрөй, берәү ҙә уларҙы бәйле тотмай, иректә йәшәйҙәр тип һөйләһәм, күҙҙәре янып китә, ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Беҙҙең тәбиғәт тураһында ла һөйләйем, ҡунаҡҡа Башҡортостанға саҡырам уларҙы.

– Тыуған ил, тыуған яҡ тигәндә иң беренсе Һеҙ нимәне күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Тыуған ил, тыуған ер тигәндә, әлбиттә, иң беренсе ғаиләбеҙ: атайым, әсәйем, апайым, ағайым, туғандарым күҙ алдына баҫа. Быйыл ғына тағы шуны аңланым. 4 йәштән алып Сибайҙа үҫкәнмен бит инде. Һәм беҙҙең Урал аръяғы далалары йөрәккә, күңелгә һеңеп ҡалған. Европа илдәрендә ундай далалар юҡ. Күҙ һәр саҡ ниндәйҙер тауға, бинаға барып ҡаҙала. Далала офоҡто күреү, алыҫҡа тиклем бер нәмә лә булмауы шундай иркенлек, иреклек тойғоһо бирә – уны бында тау башында ғына тойоп була.

– Һеҙҙең атайығыҙ – билдәле ғалим. Ғаиләгеҙҙә ниндәй тәрбиә алдығыҙ?

– Минең атайым – ғалим Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин. Әсәйем Вилүрә Зиннәт ҡыҙы менән улар беҙгә ғилем алыу иң ҙур байлыҡ тигәнде һеңдереп үҫтерҙе. Бала саҡтан уҡ миңә атайым әйтә торғайны, уҡыр саҡта уҡып ҡал, эшләп өлгөрөрһөң әле. Балаларын улар бер команда итеп тәрбиәләне. Беҙҙе туғанлыҡ ҡына түгел, рухи яҡынлыҡ та бәйләй. Белем алыуҙа, донъяны, рухиәтте таныуҙа бергәләп үҫәбеҙ. Ата-әсәйебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған нәмәләр беҙгә лә ҡыҙыҡлы, беҙ ҡыҙыҡһынған нәмәләр уларҙың да иғтибарын биләй.
Гөлнәзирә апайым – психолог, социаль селтәрҙә курстар алып бара. Вебинарҙарында меңләгән кешеләр менән эшләй. Уның һәр сығышын әсәйем дә ултырып тыңлай, яҙып ала, аңларға тырыша. Мин дә йәштәр өсөн вебинар-семинарҙар үткәрәм. Атайым менән әсәйем шулай уҡ тыңлап бара, үҙҙәренә ниндәйҙер фәһем ала. Туҡтауһыҙ үҫергә тырышыу, нимәлер белергә ынтылыу беҙҙә уларҙан килә.

Урал ағайым – эшҡыуар. Офтальмологик магазиндар селтәре бар. Атай менән әсәй уның аша бизнес, финанс мәсьәләләрен, эшлекле донъя үҙенсәлектәрен өйрәнә. Ғаиләбеҙҙә һәр беребеҙҙән нимәгәлер өйрәнергә була, төрлө булыуыбыҙ менән беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ.

Ата-әсәһе Вилүрә һәм Сәфәрғәле Йәнтүриндар

Әгәр ҙә берәй кеше йәшәмәгән утрауға барып эләкһәк, һин дә мин йәшәп алып китер инек. Атай берәй торлаҡ ҡорор ине, әсәй тиҙ генә ҡайҙан нимә табырға уйлап сығарыр ине. Ағай бөтә ауырыуҙарҙан дауалар, Гөлнәзирә апай, психолог булараҡ, эмоциональ хәлебеҙҙе ыңғай тулҡындарға көйләр ине. Мин, иҡтисадсы һәм күңелле кеше булараҡ, шулай уҡ үҙ өлөшөмдө индерер инем.

Төрлө шарттарҙа ла бер-беребеҙгә ярҙамға килә алыуыбыҙ беҙгә ҙур көс бирә һәм бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Минең ирем – француз, уҡытыусы. Апайымдың да, ағайымдың да үҙ ғаиләһе бар. Уларҙың да шул тиклем тәбиғи һәм гармониялы тормошо, бының өсөн Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡырға ғына ҡала. Шундай көслө күс булыуыбыҙ – Хоҙайҙың ҙур бүләге. Нәҫелебеҙҙең ныҡ булыуы беҙгә алға барырға көс бирә.

– Тормош иптәшегеҙҙең француз булыуын ата-әсәйегеҙ нисек ҡабул итте?

– Минең атайым тормош иптәше тигән һүҙҙе яратмай. Шуға күрә мин ирем тип һөйләйем. Ата-әсәйем миңә бер ваҡытта ла ҡаршы төшмәне. Шуға күрә Гийом тураһында беренсе тапҡыр ишеткәс, танышҡас, әгәр ҙә уларҙың һорауҙары булған икән, улар бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Сөнки кейәүгә сыҡҡанда, минеңсә, һин милләткә кейәүгә сыҡмайһың, ә кешегә. Һәм ул кеше менән уртаҡ тел табып, үҫешә алаһың икән, ул – һинең кешең. Ул кешенең һинең һымаҡ рухи яҡтан үҫешергә ынтылышы бармы, һин ҡыҙыҡһынған нәмәләр тураһында белергә теләйме, юҡмы, ғаиләңде, халҡыңды ҡәҙерләйме, ихтирам итәме, үҙең уның халҡын, ғаиләһен яҡын итеп тояһыңмы – ошоларға ҡарарға кәрәк.

Айһылыу ире Гийом Дарлес менән

Мөхәббәт компромисһыҙ булмай. Миңә күптәр «Беҙ бер милләттән булһаҡ та һыйыша алмайбыҙ, һеҙ нисек уртаҡ тел таба алаһығыҙ?»– тип һорап яҙа. Мин ирем хаҡына берәй компромисҡа барһам, уға шунда уҡ әйтәм. Ул да шулай уҡ. Мәҫәлән, мин Тыуған илемдә йәшәмәйем, туған телемдә һөйләшмәйем, туғандарым менән теләгән ваҡытта күрешә алмайым. Беҙҙең мөнәсәбәттәр хаҡына ошоларға күнгәнмен. Был хаҡта иремә әйтәм, ул быны аңлай. Беҙ инглиз телендә һөйләшәбеҙ. Аралашыу өсөн өсөнсө телде һайланыҡ, сөнки французса һөйләшһәк, уға ныҡ еңел булыр ине. Русса һөйләшһәк, миңә ныҡ еңел булыр ине. Шуның өсөн дә беҙ өсөнсө телде һайланыҡ. Минең менән мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау өсөн ул да тырыша, шулай уҡ компромисҡа бара. Мин быны ҡабул итәм һәм уға рәхмәтлемен. Был – гармониялы мөнәсәбәт ҡороуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға икәүләп яһаған аҙымдарыбыҙ.
Ирем башҡортса йырлай, шиғырҙар ятлай. Атай-әсәйем менән тик башҡортса һөйләшә.

– Өйҙә милли байрамдарҙы нисек билдәләйһегеҙ?

– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ милли байрамдарҙы ул тиклем билдәләмәйбеҙ. Беренсенән, байрамдарҙы бик яратып бармайым. Халҡыма, милләтемә үҙемдең һөйөүемде белдереү өсөн миңә байрам кәрәкмәй. Миңә көн һайын төрлө илдәрҙән башҡорттар яҙып тора, улар менән аралашам, ниндәйҙер идеялар менән уртаҡлашам. Беҙ ҡәйнәм, ҡайным менән осрашҡанда ла
гел Башҡортостан тураһында һөйләшәбеҙ. Улар Башҡортостанды бик ярата.

– Башҡортостанға йыш ҡайтаһығыҙмы?

– Йылына ике тапҡыр ҡайтырға тырышам: Яңы йылға һәм йәйгеһен. Былтыр бер тапҡыр ғына ҡайттым, әммә бер ай тирәһе булдым, туйғансы күрештек, аралаштыҡ. Дистанциянан тороп эшләү ауыр булһа ла, туғандарым эргәһендә бик күңелле булды.

Йәнтүриндар Женевала һабантуйҙа

– Әгәр ҙә берәй ваҡыт Башҡортостанға ҡайтырға тура килһә, ниндәй үҙгәрештәр индерергә теләр инегеҙ?

– Ух, ҡалай ҡыйын һорау. Иң мөһиме – кешеләр араһында ихтирамлы мөнәсәбәт тыуҙырыу, тәбиғәтте ҡәҙерләү. Ғәҙел булыу. Үҙеңә ҡарата, кешеләргә, тәбиғәткә ҡарата.

Икенсенән, кешеләрҙең үҙҙәрен белгес булараҡ баһалай белеүен теләр инем. Сөнки хәҙер шундай мөмкинселектәр асыла, тик күптәр нимәнелер үҙгәртеп булыуға ышанмай. Йәштәр донъяның глобаль булыуын аңлаһын ине, ул бик ҙур ҙа, шул уҡ ваҡытта бик бәләкәй ҙә. Беҙ бәхетле булыр өсөн тыуғанбыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡып тормайынса булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға һәм үҫергә тырышырға кәрәк.

Һорауығыҙ, әлбиттә, иҡтисад һәм йәмғиәт тураһында булғандыр, бәлки. Ләкин мин иң беренсе кешеләр менән эшләр инем. Сөнки кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ, тик күптәр үҙен баһалап еткермәй. Уларҙың кешелеклеген, тәбиғәттән бирелгән һәләтен асырға һәм бөтә донъяға күрһәтергә кәрәк. Беҙ уны шундай матур итеп бер кем дә көтмәгәнсә аса алыр инек. Башҡортостан беҙҙең мәҙәни, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы һаҡлау аша мәҙәниәтте өйрәнеү үҙәгенә әйләнә алыр ине.

– Айһылыу, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең менән танышыуға бик шатмын. Бәхетле булығыҙ!

Читайте нас: