Все новости
Общие статьи
1 Февраля 2021, 13:40

Февраль – бүреләрҙең туй айы

Ҡыштың һуңғы айына аяҡ баҫтыҡ. Кешеләр ғүмер-ғүмергә йылдар буйы һыналған һынамыштарға диҡҡәт иткән. Февраль айы нимәләр юрай?

Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.

Февраль – бүреләрҙең туй айы.

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.

Февраль – ҡарға, апрель һыуға бай.

Февралдең беренсе яртыһында көндәр һыуыҡ булһа, арыш уңыр; йылы булһа, тары уңыр.

Февралдә бәҫ күп булһа, ағас емештәре уңа, бал күп була.

Февраль айында ҡар күп булһа, иртә йәйгә ишара.

Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.

Мөрйәнән сыҡҡан төтөн тура булып өҫкә менһә, көндәр аяҙ торасаҡ, һыуыта; әгәр ергә ятһа, көн йылыта.

Февраль аҙағында ҡар күп яуһа, борсаҡ менән сәтләүек уңыр.

Февралдә төлкө эт кеүек өрһә, яҙ һалҡын булыр.

Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән, августа ямғыр көт, ужым игене уңасаҡ.

Ҡар күп ятһа, үлән ҡалын буласаҡ.

Юлда ҡар ҡалын, ҡырҙа йоҡа булһа, иген уңыр.

Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа», тип әйтә, имеш, ти.

***

1 февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә, яҙ һуңға ҡалып килер.

2 февралдә көн йылы булһа, яҙ иртә килер һәм йылы булыр. Иртә менән ҡар яуһа, ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, кис менән ҡар яуһа – һуң сәскәне уңыр.

3 февраль һалҡын булһа, ураҡ ваҡытында бик эҫе булыр.

7 февралдә көндөң беренсе яртыһы нисек булһа, киләһе ҡыштың беренсе яртыһы шулай булыр.

8 февралдә төн йондоҙло, аяҙ булһа, бәшмәк күп булыр.

9 февраль ағастар бәҫкә төрөнһә, тиҙҙән йылытасаҡ.

12 февраль ай ҡыҙарып торһа, көслө ел буласаҡ.

14 февралдә күк йондоҙло булһа, яҙ һуң килер.

15 февраль көндө епшек булһа, яҙ иртә килер, йылы булыр.

26 февраль ҡар иреһә, һыуҙар аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

27 февралдә йылы булһа, март айының башы һыуыҡ буласаҡ.

28 февралдә боҙбармаҡтар оҙон икән, яҙ ҙа оҙон булыр.

.

Читайте нас: