Все новости
Общие статьи
31 Января 2021, 23:35

Ҡыҙ бала - бауыр тиҙәр...

Ҡыҙ бала – бауыр тиҙәр,

Ир бала – йөрәк тиҙәр,

Ҡыҙ баланы үҫтереүҙәр

Бигерәк ауыр тиҙәр.


Тыңлама, ҡыҙым, кешене,

Дөрөҫ түгел был һүҙҙәр,

Был һүҙҙәрҙе һөйләүселәр

Әсә күңелле түгелдәр.


Ҡыҙ баламы, ир баламы –

Айырмай ул күңелдәр.

Бала айырған әсәләр –

Ҡаты бәғерле кешеләр.


Ике балам – ике ҡулым,

Икеһе бер терәктәй.

Йә, әйтегеҙ, ике ҡулдың

Ҡайһыныһы кәрәкмәй?
Читайте нас: