Эре-эре бүрәнәләрҙән һалынған өйө артындағы артһыҙ эскәмйәлә йәш сағында үткерлеге, саялығы менән тирә-яҡтың һушын алған, инде хәҙер олоғайыуы етеп миктәгән Фәйрүзә ултыра. Әбей ҙур итләс ҡулдары менән һыҙлаған тубыҡтарын ара-тирә ыуғылаштырып ҡуя ла байыуға юл алған ҡояшҡа ҡарап, талыҡҡан тауышы менән һуҙып көйләй:
— Һә-ә-ә-әй, үә-үә-үә-ә-ә-әй!..
Артынса үҙ алдына көнөнә йөҙ ҡабатлаған теләктәрен теҙә:
— Зиһендәремдән яҙҙырма, Хоҙайым. Бәндәләргә бәндә итеп тилмертмә! Ҡәҙерле сағымда гүреңә ала күр.
Эргәһендә — уң яҡ урамдаш күршеһе Һөйәрбикә апай. Ул баянан бирле берсә кейәүенең, берсә килененең тетмәһен тетә. Күпте күргән, зирәк аҡыллы Фәйрүзә әбей уны тыңлауын тыңлай, тик хуплаймы, юҡмы — белеп булмай, һүҙ юҫығын аңламаған кешеләй, үҙенекен һөйләй:
— Һай, Мөжәүир хәҙрәттең алтын аҡылдары! Нәгеҙҙәрҙән-нәгеҙ зат ине. Кейәүеңде — улындай, киленеңде ҡыҙыңдай күр, икеһе лә үҙ балаң булыр, ти ине. Ин шәәъ Аллаһ, аҡыллының әйткәнен ныҡ тоттом. Туҡһандың өҫтөндәмен, күреп тораһың, Һөйәрбикә күрше, кейәүҙәрем дә, килендәрем дә «әсәй» тип кенә өндәшә. Алламдың биргәненә шөкөр.
Тирә-яҡта телдән телгә күсеп маҡталған әүлиәнең исемен ишетеүе була, Һөйәрбикә тел сарлауҙан шып туҡтай.
— Эй, илаһым, хәҙрәтте бер күрергә яҙманы миңә... Бер районда йәшәнек, — тип үкенесле тауыш менән әбейҙең һүҙен күтәрмәләп ала:
— Һин, Фәйрүзә апай, ҡайһылай бәхетлеһең. Күреү генә түгел, хәҙрәттең ауылына килен булып төшкәнһең дәһә.
— Алламдың биргәненә мең-мең шөкөр, тап шулай, — йөҙө яҡтырып киткән Фәйрүзә әбей, тәмләп-тәмләп хәҙрәт тураһында белгәндәрен күршеһенә бәйән итә.
— Урыны йәннәт түрендә уның. Сөнки гел изгелеккә өйрәтте. Ғөрөф-ғәҙәтте ныҡ тотто. Беҙгә, йәш килендәргә: «Ҡояштан алда тороғоҙ ҙа, тупһағыҙҙы һепереп, тәҙрә пәрҙәләрегеҙҙе асығыҙ. Ҡояштың тәүге нуры менән донъяғыҙға ырыҫ-бәхет килер, Хоҙай үҙегеҙгә һаулыҡ, муллыҡ бирер», — ти торғайны.
Һуңғы ваҡытта дингә ылығып, намаҙ уҡый башлаған Һөйәрбикә күршеһенең ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе йоторҙай булып тыңлауын күреп, Фәйрүзә әбей тағы ихласыраҡ дауам итә.
— Күп йәшәнем, күп күрҙем, әммә хәҙрәткә тиң аҡылды, зирәклекте күрмәнем. Ярҙамсыл, тоғро булды. Өшкөртөр, имләтер өсөн ҡайҙан ғына килмәнеләр! Хатта быума сирлеләр һауығып ҡайта торғайны. Беҙҙең ергә биргән Хоҙай Тәғәләнең оло рәхмәте өсөн яралған зат булды ул хәҙрәт.
Тормош юлын, үткәндәге күргән барлыҡ хәсрәт юшҡынын, күкрәгенән һығып сығарырға теләгәндәй, әбей тағы, ғәҙәтенсә, һуҙып ебәрҙе:
— Фәйрүзә апай, йәш, сая саҡтарыңды һөйлә әле, — тип үтенде Һөйәрбикә, Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы һөйләшеүҙе дауам иттергеһе килеп.
Бөгөн күңеле болоҡһоп торһа ла, Фәйрүзә әбей күршеһенең һүҙен йыҡмаҫҡа булды. Оло кешегә йөрәк түрендә йөрөткән күңел сәхифәләрен әйтеп ҡалдырыу фарыз даһа.
Үткән ғумер менән ҡалған хәтер,
Ҡайтмай, һыуҙар кире аҡһа ла... —
тип, йәнә бер әй-үәйләп алды ла күршеһенә тормошоноң иң сағыу биттәрен асып бирҙе әбей.
— Фәйрүзә, күк күгәрсенем, яусы ебәрһәм, миңә сығырға риза булырһыңмы?
Бешкән еләктәй еткән ҡыҙ ризалығын һүҙ менән әйтергә ҡыйманы. Күптән Һибәткә тип исемен яҙып сиккән ҡулъяулығын алып бирҙе лә, оялып, аҫҡа ҡараны.
— Тимәк, ризаһың, Фәйрүзә!
Зимагорҙар менән бергә старатель булып эшләгән егет ебеп ҡала торғандарҙан түгел. Ул ҡыҙҙы ҡосағына ҡарманы ла, биттәренән үбеп тә алды . Манһырҙың был аҫыл егетен күптән оҡшатып йөрөгән үткер ҡыҙ артыҡ ҡырыҫлыҡ күрһәтмәне.
Һөйгәне менән бергә булырга ашҡынған егет өйләнешеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды: бер йомала барып әйттерҙеләр, икенсеһендә оҙатып та алдылар. Ниһайәт, һомғол буйлы, бөгәренә етеп торган ебәк толомло, аҡ йөҙлө, ынйы тешле, күрмәлекле ҡыҙ — уның хәләл ефете. Холҡо ла башҡа ҡыҙҙарҙыҡыңа әллә ни оҡшамаған кеүек, һәр эшендә сая тәүәккәллек, ҡатынҡы булдыҡлылыҡ һиҙелә, Һибәткә ҡыҙҙағы был сифаттары айырыуса оҡшаны.
Уңған килен ул табыр тигәндәй, йыл да үтмәне, ғаиләлә бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, ир бала тыуҙы. Был ике аралағы мөхәббәтте тағы көсәйтте, Һибәт улының кәләшенән күҙен ала алмай өҙөлөп тороуы ҡәйнә кешегә генә ниңәлер оҡшамай башланы.
— Күрәләтә шашындыра Фәйзулла ҡупырышын. Былай ҙа шытып сығып килгән нәмәне боҙоп ҡына ҡуя инде, — тип көйҙө һынсыл Ғәйшә әбей. Төҫкә сибәр, эшкә тилбер, кәрәгендә ирәбе, кәрәк саҡта сая булған Фәйзулла ҡыҙҙары уны элек-электән шикләндерә торғайны. «Килендең теҙгенен бушатырға ярамай», — тип уйлаған әбей, йөрөй торғас, тегене әҙерәк уҡытып алырға булды. Иртәнге сәйҙе эскәндә:
— Ҡоҙалар һағындырҙы. Саҡырып алайыҡ, тим. Бабай, һин Фәйзуллаға барып, килендең ата-әсәһен алып ҡайт, — тине. Шунда уҡ, әбейе әйткәнгә риза булған ҡарт, аты, сана-фәләнен ҡараштырырға сығып китте. Илап уянған сабыйын имеҙеп ултырған киленгә лә әбей бойороҡ бирҙе:
— Беҙҙең Манһырҙа ҡәҙерле ҡунаҡтарға баш ите ашатыу йолаһы бар, — тине. — һин анау һыйыр башын бешерергә һал, һалма йәй. Мөжәүир хәҙрәттәргә лә әйтербеҙ, — тип өтөлмәгән, таҙаланмаған баш янына төртөп күрһәтте. Иртәнсәк болғап, мейес соҡалына ултыртылған ҡамырға ла ымланы.
— Ә быныһын баҫа һал. Ҡабарып сыҡҡас, бешерерһең.
Килене башты ҡайһылай итеп тәрбиәләп бешереү хаҡында һорашып өлгөрә алмай ҙа ҡалды, ҡәйнә кеше йәһәтләп ишеккә табан атланы:
— Һибәтемә башалтай өлгөртә һалайым. Ғәтифә әхирәттәргә барып бер аҙ ултырып ҡайтам. Әтеү өйҙә эш ырамай, — тине бәйләмен көпө кеҫәһенә тығып. «Киленгә килен булмай торайым әле», — тип аҡланы ул үҙенең ҡылығын.
Әлегә тиклем бер ҙә мал башына тотоноп ҡарамаған йәш килен иң тәүҙә ни эшләргә белмәй аптыраны. Зирәк Фәйрүзә ҡәйнәһенең хәйләһен дә һиҙмәй ҡалманы: ата әсәһе, ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Мөжәүир хәҙрәт алдында оятҡа ҡалдырырға самалағанын төшөндө. Юғиһә, ниңә нәҡ шундай саҡта өйҙән сығып китә? Хатта йәш имсәкле икәнен дә иҫәпкә алмай.
Йәш килен бирешмәҫкә булды. Башты, туҙ яндырып, апаруҡ өтәҫләне, тырышып йыуҙы. Унан ҡаҙан тултырып тураҡлап һалып ебәрҙе. Йәнә бәпәйен имеҙеп ятҡырҙы. Ул арала ҡамыры ла ҡалҡып сыҡты. Мейесте яғып, икмәкте әүәләй һалып ултыртты.
Кискә табан Ғәйшә әбей әхирәтенән һыңар башалтайҙы бәйләп бөгөп ҡайтып инеүгә Фәйрүзә килендең ата-әсәһе лә килеп еткәйне. Ҡунаҡ янына саҡырылған Мөжәүир хәҙрәт менән Гөлйемеш абыстайҙар ҙа көттөрмәне.
Бына өлтөрәп йөрөгән Ғәйшә әбей ҡунаҡтарҙы табын янына саҡырҙы. Йәш килен түңәрәк еҙ батмусҡа өйөп һалынған баш итен килтереп ашъяулыҡ уртаһына ҡуйҙы.
— Рәхим итегеҙ, был юлы килен үҙе бешерҙе, үҙенә ихтыяр иттем, — тине ҡәйнә, батмустағы күрмәлекһеҙ ит киҫәктәренә хәйләкәр ҡарап. Йүнләп өтөлмәгәнлектән, төктәре унда-һанда тырпайышып торған ҡойҡа, урыны-урыны менән ҡара көйгән көйө булғас, табындағылар аптырашып ҡалды.
Етмәһә, ҡойҡа бешеп етмәгән ине. Күрәһең, килен уны ит ыңғайына бешә тип уйлаған да, бер-ике сәғәт тирәһе генә бешергәндер. Ҡойҡаның оҙаҡ бешеүен йәш ҡатын ҡайҙан ғына белһен инде. Ҡунаҡтар сәйерһенеп, иткә ынтылырға аптырап ултырғанда, ҡәйнә кеше тағы нығыраҡ ҡыҫтарға тотондо, һәр кемдең алдына өлөшләп һөйәкле итте һалып сыҡты.
— Ашағыҙ, ҡунаҡтар, һыйланығыҙ, баш ите беҙҙә тик ҡәҙерле ҡунаҡтарға, — тине. Берәү ҙә алдына ҡуйылған иткә ҡағылмағанды күреп Ғәйшә әбей шартына килтерә башланы:
— Бына беҙҙең килен шулай, эш мәйеле белмәй. Ҡоҙағый, үҙең күрҙең, — тине. — һәлкәү...
Баянан бирле Фәйрүзәһе өсөн берсә борсолоп, берсә оялып ултырған әсәһе өнһөҙ ҡалғас, Фәйрүзә шаршау аҫтына боҫто. Үлемдән оят көслө. Инде ни хәл итергә? Сабыйын төрөп алып сығып ҡасырғамы? Ҡыш өҫтөнән ҡайҙа барырға? Шулай ҙа килен кеше тешен ҡыҫып түҙергә булды. Ул арала Мөжәүир хәҙрәттең көр яғымлы тауышы ишетелде.
— Ҡуй, Ғәйшә еңгәй, аш хурлама — ҡоҫторор, йәште хурлама — боҫторор. Киленде йәштән генә алғанһығыҙ. Белмәгән ерен үҙең ипләп өйрәт. Башты таҙалап бешерергә күп аҡыл кәрәкмәҫ. Татыу булығыҙ. Килен ҡәйнә буҫағаһынан, ти. Ҡыҙым тиһәң, ул һиңә әсәй, тиер. Бар, табынға саҡыр киленеңде.
Оялышынан бурлаттай булҫан килен, ҡәйнәһе артынан табын эргәһенә килеп урынлашты.
— Йәш саҡта төрлөһө була ул. Берәү ҙә белеп тыумай. Киленебеҙ ҙә өйрәнер. Ана, Гөлйемеш абыстайығыҙ ҙа килгәндә бишбармаҡ бешерә белмәй ине. Хәҙер унан да оҫтаһы юҡ.
Һүҙгә ҡушылырга берәү ҙә баҙнат итмәгәс, хәҙрәт дауам итте.
— Утыҡһын әле киленебеҙ. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер. Күрерһегеҙ саялыҡта берәүгә ал бирмәҫ, ин шәәъ Аллаһ, — тине лә алдындағы итте ҡырҡып алып ҡабып ебәрҙе.
— Ашагыҙ, йәмәғәт, аштан оло булмагыҙ.
Баянан бирле ҡатынын ҡурсалағыһы килеп, үҙенә урын таба алмай ултырған Һибәт тә итте ашарға тотондо. Ата-әсәгә лә йән инде. Улар ҙа итте өҙөп алып сәйнәштерә башланы.
Ғәрләнгән Фәйрүзә генә иткә ҡағылманы ла. Ул сәмләнеп: «һәр бер эштең айышына төшөнөп алмаһам, исемем Фәйрүзә булмаһын», — тип уйланы. Үҙе лә бер яйын сығарып, тупһыҙ ҡәйнәне аҡылға ултыртырға ҡәһәтләнде. Уйлауы булды, әйтерһең, асыулы киленкәйҙең уйҙарын уҡыны хәҙрәт, йәнә телгә килде:
— Аслан ҡәйнәң әйткәнде ауырға алып, ҡырын тартып үпкә һаҡлап йөрөмә, килен. Иҫәр — еңдем, аҡыллы — ҡуйҙым, тиер. Оло кеше әйтер ҙә ҡайтыр.
Хәҙрәттең киҫәтеүен ҡабул итте килен. Бөгөнгө табындан ул үҙенә байтаҡ һабаҡ алды. Хәҙрәт саялыҡ тигән һүҙгә баҫым яһаны. Нимә була икән ул саялыҡ? Мәгәнәһен бөткәнсә аңлап етмәһә лә, Фәйрүзәгә ошо ят, танһыҡ һүҙ, ниңәлер, оҡшап ҡалды. Күңеленән уны ҡат-ҡат ҡабатланы, яңғырашы сихырланы.
Ата-әсәһенең аяулы балаһы булып, иркә үҫкән ҡыҙ тормоштоң ауырлығын, ҡатмарлығын күреп белеп бөтмәй шул. Үҙенең бер саҡ ҡатын-ҡыҙ иңе күтәрә алмаҫтай хәлдәргә тарырын да, шуларҙан һуң сая ғына түгел, ажарға әйләнерен дә күҙ алдына килтермәй әле киленсәк.
Бер көндө һибәте эштән һуңлабыраҡ бошонҡо ҡайтты. Йөҙө үтә етди ине.
— Ултыр, әле, кәләш, — тине. — һөйләшәһе һүҙ бар.
Фәйрүзәһе эштең ниҙә икәнен шунда уҡ һиҙенде, әммә башлап һорашманы, Һибәт тә йәш кәләшен йәлләп, байтаҡ өндәшә алмай торҙо. Тик әйтер һүҙе йәшерә торғандарҙан түгел ине.
— Мине һуғышҡа ебәрәләр, Фәйрүзә, повестка бирҙеләр, һуғыш үлемесле бара тиҙәр. Приискылағы эш мөһим булһа ла, һаман ебәрәләр. Шахтерҙар аҙайҙы. Иренең ошо һүҙен көн дә көткән, хатта йәшереп кенә уға барлыҡ кәрәк-ярағын йүнәтеп ҡуйған Фәйрүзә, сәбәләнеп һибәтен ҡаңғыртманы, ҡайһы бер бисәләр кеүек илап йығылманы. Күпте күргән башҡорт ҡатындарына хас фиғел менән тыныс ҡына һораны:
— Иртәгә. — Һибәт өнһөҙ торған кәләшен ҡосаҡланы. — һағынырмын инде. Улымды хатта күреп тә туя алманым, һине һөйөп тә хатта танһыҡтарым ҡанманы...
— Илгә килгән афәт. Аңлайым, һин унан ситтә тороп ҡала алмайһың, — тине тауышы үҙгәреп, ҡатырғанып киткән ҡатын.
— Һеҙ бирешмәҫһегеҙ. Атайым, әсәйемдәр бергәһегеҙ. Старатель ғаиләһе итеп яҙҙырттым. Улым менән икегеҙгә паек алып торорһоғоҙ.
— Беҙ нисек тә йәшәрбеҙ. Үҙең генә иҫән-һау йөрөп ҡайт, — тине Фәйрүзә, тыныс булырға тырышып. Ул ире алдында һулҡылдап илап, бәлйерәп төшөүҙән ҡурҡты. Нисек тә түҙергә ҡарар итте. һөйөшөп туя алмаған ике йәш йөрәк һуңғы төндө Урғаҙа буйында үткәрҙе. Серләшеп серҙәре, һөйләшеп һүҙҙәре, яратып наҙҙары бөтмәне уларҙың. Яңы гына гөрләтеп донъя көтә башлаған ғаиләнең бәхетенә немец фашистары арҡыры төштө.
— Ләғнәт яуһын, ҡороп ҡалығыҙ, ҡороғорҙар, — тип ҡарғаны уларҙы Фәйрүзә.
Йөрәге ярһып, күкрәгенән атылып сыгырҙай булган Һибәт, ҡатынына бер нәмәне ныҡыны.
— Көт мине, күк күгәрсенем, көт, йәме. Хатта үлем ҡағыҙына ла ышана һалма. Тамуҡтарҙан юл ярып булһа ла барыбер һиңә ҡайтырмын. Күңелемдә һиңә һүнмәҫ мөхәббәт дөрләй. Ул мине һаҡлар, — тине.
Тамуҡтарҙан бында юлдар юҡлыҡты аңларға теләмәй ине шул ярһып һөйгән ике йәш йөрәк. һибәт тә яҡындарын, тыуған ерен мәңгелеккә ҡалдырыуын белмәй ине шул. Ирен һуғышҡа оҙатҡас, Фәйрүзәгә донъя буп-буш булып ҡалды. Бары эш менән күңелен баҫты. Баш ҡалҡытмай бесән сапты, күбәләне, кәбәнен ҡойҙо, һибәтен һағыныуҙан тәҡәт тапмаған саҡтарҙа, улын алып, Урғаҙа буйҙарына сығып йөрөнө. Кистәрен ултырып иренә оҙон-оҙон хаттар яҙҙы, йырҙар теҙҙе.
Егәрле ҡайныһы, киленен эргәһендәрәк йөрөтөп, һәр төрлө ирҙәр эшенә өйрәтте. Мал ҡарау, ат егеү, туғарыу, бесән хәстәрләү, утын ташыу кеүек эштәрҙә һауһаҡ йәш килен ҡайныһы өсөн ҙур терәк булды. Ат егеп, дилбегә тота белгән Фәйрүзәгә эш-көш табылып торҙо. Иң тәүҙә Баймаҡтан биш көнгә бер барып, старатель ғаиләләре өсөн паек алып ҡайтырға ҡуштылар. Был йомошто арыу башҡарыуын күреп, бригадир уны тағы яуаплыраҡ эшкә күсерә һалды. Фәйрүзәгә Симон аръяғындағы Пригородный тигән утарҙан йәшелсә ташыу эшен йөкмәттеләр. Йәш ҡатын арбаһына кәбеҫтә, кишер, һутан тултырып тейәп ала ла, Баймаҡҡа алып барып тапшыра.
Бер көн шулай Фәйрүзә Баймаҡтан ҡайтышлай Фәйзуллаға һуғылып, әсәһен күреп ҡайтмаҡсы булды. Атаһы гүр эйәһе булгас, меҫкен әсәһе көнө-төнө илай. Ҡәҙерле кешеһен йыуатып, әҙ-мәҙ күстәнәс алып барып, күңелен күргеһе килде уның.
Бер-ике каса сәй эскеләгәнсе көҙгө көн кисләй ҙә һалды. Әсәнең Фәйрүзә ҡыҙын төнгә ҡаршы юлға сыгарып ебәргеһе килмәй ине.
— Оло һаҙҙа ҡасҡындар йәшенеп ята икән, тиҙәр. Мал-тыуар ҙа юғалғылай. Әллә, ҡыҙым, төнгә ҡаршы ҡуҙғалмайһыңмы? — тине ул.
— Улым көтөр бит. Йоҡламай, мине таптырыр, — тине йәш әсә өҙәләнеп.
— Ҡайның, ҡәйнәң, баландан күҙ яҙлыҡтырмай, бер төнгә бер ни ҙә булмаҫ.
— Ҡуй, әсәй, борсолоп бөтөрҙәр. Атым шәп, һаҙҙа һаҫып ятҡан ҡасҡындарҙы ғына еткермәҫ әле, — тине Фәйрүзә атының ҡамытын рәтләштереп. — Һигеҙ саҡрымды ни, һә тигәнсә ҡайтып инермен, — тине лә атын Манһыр юлына борҙо.
Шулай ҙа Олоһаҙға етәрәк Фәйрүзәнең йөрәге шомланды. Ысынлап та, бынауындай ҙур ҡалын һаҙлыҡта ниҙәр булмаҫ! Күңеленә шик төшкән ҡатын таҡыр арба юлынан атын шәберәк ҡыуаланы. Бер аҙ барғас, ерәнсәй ат ҡаты бышҡырып ебәрҙе лә, әйтерһең, ниҙер аңғартырға теләне, артына боролоп хужаһының күҙҙәренә ҡараны. Былай ҙа күңеле һеркелдәп килгән ҡатын-ҡорт саҡҡандай тертләп, ялт итеп артына әйләнде. Ни күҙе менән күрһен, башына пилотка, өҫтөнә таушалып бөткән йәшел китель кейгән ике һалдат арбаға йәбешә яҙып килә. Берәүһе етеп йәбеште хатта. Ҡасҡынға арбаға һикереп менеп ултыраһы ғына ҡалды. Айбарланған йәш ҡатын баҙап торманы, ҡулындағы сыбыртҡыһы менән тегегә шартылдата һутып ебәрҙе лә үҙе йән асыҡҡа «һайт,һайт»лап атын тағы шәберәк ҡыуҙы. Ҡатындан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән ҡасҡын сабылған ҡамыштай ергә ҡоланы ла саңлы юлда ятып ҡалды. Ә икенсеһе тағы нығыраҡ ғәйрәтләнеп баҫтырырға тотондо. Ярһыған атын Фәйрүзә лә ашыҡтыра төштө. Тегеләр ике-өс саҡрымдай баҫтырғас, тороп ҡала башланы. Фәйрүзә Манһыр түбәләсенә менеп еткәс кенә атын атлатырға йөрьәт итте һәм артына боролоп ҡараны. Хурлыҡҡа ҡалған үсле һалдаттарҙың береһе һүгенеп йоҙроғон күрһәтте:
— Ах, сука, догадалась, а то мы бы тебя!..
Бары шунда ғына Фәйрүзә үҙенең ниндәй бәләнән ҡотолоуын асыҡ аңланы, күңелендә был икәүгә нәфрәт уянды. «Беҙҙең ирҙәр яу ҡырында ҡан ҡоя, ә былар һаҙҙа ҡасып ятып, мал һуйып ашап, һимереп ята», — тип уйланы. Ҡай саҡ ул хатта ҡатын-ҡыҙ булһа ла, фронтҡа китергә тип уйлап ҡуйҙы. Улын ғына йәлләй.
— Рәхмәт, ерәнсәйем, тоғро атым, — тип бышылданы ул өйөнә етеп килгәндә. Ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас та ялдарынан иркәләп һөйөп алды. Ауыр көсөргәнеүҙән хәлһеҙләнгән аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡапҡа асырға ынтылһа, үҙен көтөп торған ҡайныһын күрҙе. Аттың дилбегәһен уға тотторҙо.
— Атаҡ, балам, Ерәнсәйҙе аҡ күбеккә батырғанһың даһа, ҡалай ныҡ ҡыуғанһың, — ти әле бер ни аңламаған ҡайныһы.
Килененең ағарынып киткән йөҙөнә ҡарағас, ниҙер булғанын һиҙенә. Фәйрүзә:
— Ҡамытты алмай тор, ҡайным, башта ат һыуынһын, — тине лә өйгә атланы. Уның тиҙерәк улын күргеһе, йән киҫәген күкрәгенә ҡыҫҡыһы килә. Сәй эсергә ултырғас ҡына, өйҙә үҙен көтөп ултырыусыларға Манһыр менән Фәйзулла араһындағы баяғы хәтәр мажараны һөйләп бирә ул.
— Уй, киленкәйем, бәпәйем, — тип ҡәйнәһе зыулап илай башлай, ә ҡайныһы ирҙәрсә тота үҙен, күтәрелеп һуғылмай, ипле генә итеп:
— Оло ҡазанан ҡотолғанһың, ҡыҙым, Хоҙай аралаған, — тине. — Өйҙән сығып киткәндә былай ҙа ҡыҙғанып ҡала инем.
Дилбегә тотоп йөрөү ҡатын-ҡыҙ эшеме ни ул? Һуғыш бәкәлгә һуҡты, Һибәтең өйҙә булһа, һис кенә лә әрһеҙләмәҫ ине лә бит үҙеңде, — тип һуғышты ҡәһәрләне.
— Иртәгә иртәнсәк хәҙрәткә хәйер бир, килен, — тине уға ни алып, ни биререн белмәй киткән Ғәйшә әбей. Килеп берсә арҡаһынан һөйҙө, берсә йәшен һөрттө, берсә йоҡлап ятҡан ейәнен ҡараштырҙы.
Фәйрүзә килгәндә Мөжәүир хәҙрәт, кемделер көткәндәй, бөхтә кейенеп, түр башында тиҫбе тартып ултыра ине. Киленсәктең һүҙ башлауын да көтөп тормай:
— Белеп ултырам, балам, бөтәһен дә белеп ултырам, — тине. — Зирәк күренә, моғайын, аңғарыр, тип атыңды бышҡырттым, боролтоп ҡараттым. Ин шәәъ Аллаһ, һиҙгерһең. Йөрәклеһең, килен, саяһың! Һине кафырҙарҙан рәнйеттермәҫ инем барыбер. Бер сараһын күрәйем инде, тип кенә йыйынғайным, үҙең өлгөрҙөң. Шәплеһең, килен!
Хәҙрәт саҙаҡаны алып, айырым бер ихласлыҡ менән доға ҡылды.
— Моғайын, хәҙер килер тип, бынау бетеүҙе яҙып әҙерләп ҡуйҙым үҙеңә, — тине лә өскөлләп тегелгән әйбер һуҙҙы. — Юғалтып ҡуйма, ҡәҙерләп йөрөт. Унда изге доға яҙылган. Хоҙай Тәгәләгә һыйынып йөрөһәң, юлың уңыр, ин шәәъ Аллаһ.
Рәхмәт әйтеп, ишеккә йүнәлгән ҡатынға йәнә бер аҙға туҡтарга ҡушты:
— Бер кәңәшем бар, тыңлаһаң, — тине. — һин — ҡатын ҡыҙ. Дилбегә тотоп, ирҙәр эшендә йөрөү килешмәҫ. Атыңды һыйырға алыштырһаң, яҡшы булыр. Байыштан Хөснулла ҡорҙаш ат эҙләй, ти ине. Һыйыры һөтлө икән.
— Рәхмәт кәңәшеңә, хәҙрәт. Ҡайнымдар ни тиер?
— Улар ҙа һин әйткәнде раҫлар.
Мөжәүир хәҙрәттең аҡылын тоттолар. Фәйрүзә атының мал ҡәҙерен белгән Тәпей Хөснулла ҡарт ҡулына барып эләгеүенә ҡыуанып, уның ҡыҫҡаҡ ботло лапаҡай һыйырын етәкләп ҡайтты ла ҡуйҙы. Һыйыр, ысынлап та, һөтлө булып сыҡты, һауған һайын бер биҙрә! Үҙе ҡаймаҡлы. Ҡәйнәһе кинәнеп аҡты эш итте, ә Фәйрүзә колхоз мәшәҡәттәренә сумды.
Һуғыш йылдарында, әллә һунарсылар юҡлыҡтан, бүреләр ғәләмәт үрсей. Хатта бер пары ауылдан өс саҡрымда ғына ятҡан Олоһаҙга эйәләп, шунда көсөкләгән икән, тигән хәбәр таралды. Ваҡ малға көн күтһәтмәүе етмәй, ҡороғорҙар, һыйырҙарға ла ынтыла, тинеләр. Кешеләр төндә генә түгел, көндөҙ ҙә тышҡа сығырға ҡурҡа башланы. Кисләтеп кенә ҡайтмай ҡалған һыйырын эҙләргә сыҡҡан Ғилминиса әбей юғалғас, бының баяғы бүреләр эше икәненә берәү ҙә шикләнмәне. Шул уҡ ваҡытта йыртҡыстың артынан төшөүсеһе лә табылманы.
Ноябрь баштары ине. Ҡара көҙ булһа ла, ҡураға ингеләгәнсе ер еҫкәп, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөштөрөп ҡайтһындар тип, кешеләр малын ҡырға ҡыуҙы. Кис етеп килә. Лапаҡҡайы һаман күренмәгәс, йөрәгенә түҙмәгән Фәйрүзә, малын эҙләп, һыртҡа сыгырға булды. Бүре-фәләнгә осраһам тип, оҙон таяҡ башына ҡалын итеп туҙ ураны, шырпы һалып алды. Зыяратты үтеп, һыртҡа күтәрелгәйне генә, ауылға табан йән-фарман сапҡан һыйырҙарҙы шәйләп алды. Килен шунда уҡ аңланы: малдар ҡото осоп ниҙәндер ҡурҡҡан. Төркөм араһында Лапаҡҡайын абайламаған ҡатындың йөрәге дерелдәне. Ҡыҫҡа ботло һыйыр артта ҡалғандыр, тип үҙен йыуатып, ул ары йүгерҙе. Бер аҙ барып, икенсе һөҙәк һыртҡа күтәрелгәйне, Фәйрүзәнең күрелгән хәлдән йөрәге ярыла яҙҙы. Лапаҡҡайын бүре өйөрө уратып алған! Ике ҙуры, атаһы менән инәһелер, ике яҡлап һаҡсы кеүек саба. Ике балаһы ике яҡлап муйыныма йәбешкән, икәүһе ике яҡлап еленен талай, берәүһе ҡойроҡҡа ынтыла. Ҡапыл аңы сыуалып киткән Фәйрүзәгә бүре өйөрө немең һалдаттары, ә үлемесле яраланған Лапаҡҡайы һибәте булып күренде. Аҙарынған йәш ҡатын ҡурҡыуын да онотоп:
— Эй Аллам, фашист, харап иттең дәһә йәндәй күргән һәүкәшемде, Аллаһтың ләғнәте төшкөрө, — тип яр һалып ҡысҡырып ебәрҙе.
Бүреләр, тағы ла ямапыраҡ ырылдашты, һыйыр эргәһенән китергә уйламаны ла. Алдан ҡайын туҙы урап әҙерләгән таяҡҡа килен кеше ут ҡабыҙҙы. Дөрләп янған туҙлы таяҡты ялпылдата болғап, сая ҡатын бер үҙе бүре өйөрөнә ҡаршы атланы. Уттан ҡурҡҡан йыртҡыстар теләр-теләмәҫ кенә юлдан боролдолар ҙа урман эсенә инеп юғалдылар.
Тамам хәлдән тайған, ҡаны субырлап аҡҡан Лапаҡҡайҙы Фәйрүзә ихатаға саҡ килтереп еткерҙе. Ишек алдына инеүе булды, меҫкен һыйыр йән дә бирҙе. Хатта салырға ла олгөрә алмай ҡалдылар. Яратып һауған, күлдәй һөт биреп торған һыйырының күҙ алдында харап булыуын күргән Фәйрүзә килен, иламаҫҡа тырышып, ҡанатҡансы ирендәрен тешләне. Күҙ алдында бүре-фашистар араһында ҡалғап ире һибәт торҙо. Юҡ, былай ҡалдырмаясаҡ, үс аласаҡ ул йыртҡыстарҙан, үс аласаҡ. Үлемгә — үлем, ҡанға — ҡан. Шунһыҙ яуызлыҡты еңеп булмаясаҡ.
Ире Һибәттән, күпме тилмереп көтһә лә, күптән бирле хат-хәбәр юҡ. Төштәре лә сыуала. Ҡанға ҡаныҡҡан йыртҡыстың нәфсеһе туйыуҙы беләме ни, тамаҡлауын, ҡырыуын белә. Илдең йөрәгенә ынтыла. Эх, Һибәт, Һибәт! «Хәлгенәйеңде иҫкән елдәр аша булһа ла белгертһәңсе», — тип уйланы йәш ҡатын, күңелен билдәһеҙ хәүеф солғап алды. Юҡ, юҡ, күрәләтә һыйырының башына еткән бүреләрҙе ул ерҙә йәшәтмәйәсәк. Әйҙә, Манһыр килененең кем икәнен бөтә йыртҡыстар белһен, был яҡҡа аяҡ баҫырга ҡурҡып торһондар. Кистән үсле ҡатын ҡайныһының келәттәге урындыҡ аҫтында ятҡан мылтығын ҡараштырып, һөртөштөрөп ҡуйҙы. Әҙер яһауҙарҙы кеҫәһенә һалып алды. Һибәте уға мылтыҡ тоторға, атырға өйрәткәйне. Бына һөнәрҙең кәрәге лә тейҙе.
Ҡатын төнө буйы уйланып план ҡорҙо. Иртәнсәк торғас, төндәге уйҙарын урыны-еренә еткерә башланы. Иң тәүҙә үлгән һыйырының бер һанын умырып арбаға тейәне лә зыярат һыртындағы теге юлға сығарып һалды. Моғайын, йыртҡыстарҙы ҡанлы ит еҫе тартыр. Үҙе кискәрәк, ҡоролған мылтығын алып, юлдан йөҙ-йөҙ илле аҙымдағы ҡарағай йәйегенә менеп боҫто.
Бына эңер етте. Көҙгө һыуыҡ електәргә үтә. Әммә Фәйрүзә һаман көтә, күңеленә тегеләр барыбер килер һымаҡ. Ысынлап та, темеҫкенеп бүре өйөрө кисәге табышлы ергә бөгөн дә һуғылмай үтә алманы. Ит киҫәген күреп ҡалған инә бүре көсөктәрен эргәһенә саҡырҙы. Улары шунда уҡ емтекте өҙгөсләргә тотондо. Фәйрүзә мылтығын балалары һоғаланып ашағанды кинәнеп күҙәткән инә бүрегә тоҫҡаны, һауаны шартлау тауышы ярҙы. Ҡатын мылтығын ҡора һалып йәнә тәтегә баҫты. Был юлы ла атыу ҡоро булманы. Йәҙрә ҡасып барған көсөктө ҡыуып етте лә инәһенән саҡ ҡына ары тәгәрәтте. Ҡалғандары алдын-артын ҡарамай урманға һыпырҙы. Өйгә ҡайтҡас, сая килен ике атҡанда ике бүре алыуын һөйләгәйне, ҡайныһы менән ҡәйнәһе ышанырға уйлап та ҡараманы.
— Кит, башты ҡатырма, һаташып бараһыңмы әллә? — тине ҡайныһы. — Әҙәм ышанмаҫты ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр. Туҙға яҙмағанды ни, бисәләрҙең бүре атып алғанын ҡасан, кем күргән? — тип килене әйткәндәргә ыжламаны ла.
Күрше-тирәһенә әйтеп, иртәнсәк бүреләрҙең тиреһен һыҙырып алып ҡайтҡас ҡына ҡайныһы өнһөҙ ҡалып, бот сапты.
— Ай-һай, килен, йөрәклеһең! — тине һоҡланып, шул уҡ ваҡытта ҡото осоп яу ҡорҙо. — Йә инде, шундай хәтәр ергә яңғыҙ сығалар тиме ни? Уйыңда булгас, исмаһам, үҙемә әйтер инең, икенсе аслан улай итмә, килен, — тине шелтәләп, хатта асыуланып.
— Һибәтемде кәләшһеҙ ҡалдырып, мәхрүм итә яҙҙың даһа, килен. Ейәнемде уйлаһаңсы, исмаһам. Икенселәй артыңдан ҡалмай, күҙ яҙлыҡтырмай йөрөмәһәмме? — тип әрләне, үҙе килененең арҡаһынан тапап һөйҙө:
— Бәпәйгенәмде, хас үҙемдең йәш сағым. Хәҙрәт: «Килен ҡәйнә буҫағаһынан», — тип хаҡ әйткән икән теге саҡта.
Фәйрүзә өйҙәгеләрҙе йыуатырға ашыҡты.
— Хәҙрәт миңә утты-һыуҙы бәлә-ҡазаһыҙ үтә торған бетеү бирҙе. Шуға мин хәҙер ҡушйөрәк, ҡәйнәм, — тип Фәйрүзә лә бирешмәне.
Бүре атыу тураһындағы хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Төшкө сәйгә ултырырға торғанда уларға борсолған хәҙрәт килеп инде.
— Һүҙ юҡ, ир йөрәклеһең, балам, ажарһың, — тине ул килендең саялығына, мәргәнлегенә хайран ҡалып.
— Миңә бүреләр өйөрө немец фашистары булып күренде. Шуға ла нәфрәтемдең иге-сиге булманы.
— Боронғолар көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигән. Балам, мин биргән бетеү һине һаҡлауын һаҡлар. Тик үҙең дә һаҡлыҡты онотма. Бүре хаслыҡлы, үсле йыртҡыс. Ишеттегеҙме, төнө буйы ата бүре һыҡтап, олоп сыҡты? Ишен юғалтыуға ҡайғырҙы. Беҙгә ата бүрене тиҙерәк юҡ итергә кәрәк. Хәҙер ул үтә ҡурҡыныс, малдарҙы ҡураға инеп ҡырыр, кешеләргә ташланыр.
Ҡалған бүреләрҙең ауылға зыян килтереү ихтималын башына ла килтермәгән Фәйрүзәнең сәстәре үрә торҙо. «Әҙенән килеп, улыңа тейеп ҡуймаһын ул дәжжәл!..»
Йөрәге ярыла яҙған килен хәҙрәткә төбәлде:
— Олатай, беҙгә тиҙерәк өйрәтегеҙ. Ни эшләйек?
— Иң башта ауыл менән сығып Олоһаҙҙан ҡыуып ҡарайыҡ. Унан, барып сыҡмаһа, күҙ күрер.
Ошо уҡ көндө, төш ауғас, көрәк-һәнәк, суҡмар менән ҡоралланған манһырҙар Олоһаҙға йүнәлде. Мылтыҡлы Фәйрүзә ҡайныһы менән йәнәшә атланы. Инәһеҙ ҡалған бүре ояһын борҡолдатыу әллә ни ауыр булмай икән. Кисәге шаңҡыуҙан һиҙгерлеген юйған бүреләр өңөндә ине. Көтмәгән ерҙән кешеләрҙе күреп ҡалған ата бүре, көсөктәрен яҡларға кәрәклекте лә онотоп, оянан ҡасырға ырғылды. Сабып барған бүрегә Фәйрүзә мылтығын тоҫҡаны һәм уңайлы мәлде тап итеп, тәтегә баҫты. Атыу тауышы оло һаҙлыҡты яңғыратты. Йыртҡыс тырпырап ҡаулан үләнгә ауҙы.
— Ә-ә-ә, дөмөктөңмө, фашист, хәҙер минең улыма тейә алмаҫһың, — тине Фәйрүзә тамам үсе ҡанып, һәм күңеле булып, еңел һуланы. Үҙе хәлһеҙләнеп ергә сүгәләне, Һибәтенә ябырылған йыртҡыстар төркөмөн әлән-борхан килтергәндәй һиҙҙе ул үҙен.
Өс бүре атып алған киленгә колхоз бер бот он, бер һарыҡ бирҙе. Тапҡыр телле Манһыр кешеләре уны «Бүре алған Фәйрүзә» тип тә йөрөтә башланы.
Иренән хат килмәүгә ныҡ ҡайғырған килен түҙмәйенсә бер көндө хәҙрәткә кәңәшкә килде.
— Һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап ҡарайыммы әллә, хәҙрәт олатай? Һибәтемә ҡанат ябып булһа ла йөрөр инем, — тине.
— Ҡуй, улай итмә, киленкәй, сабыр ит. Һуғыш һеҙҙең зат эше түгел. Ҡатын-ҡыҙ донъяға әсә булыр, бала тыуҙырыр өсөн ярала, Һибәтендең төҫө — улың ҙурайып килә. Уны үкһеҙ етем итмә, — тине.
Фәйрүзә уның тел төбөнән үҙе өсөн ҡот осҡос хәҡиҡәтте аңланы. Ире, тимәк, яҡты донъяла түгел. Хәҙрәт ныҡып дауам итте, ҡабатлап әйтте:
— Һин, ҡыҙым, бында кәрәкһең. Улынды йәтимһерәтмә, ишет шуны.
Һибәтен юғалтыуҙы төшөнгән ҡатын, хушлашып, тышҡа сыҡты.
...Тимәк, Һибәтен, йән киҫәген, ысынлап та, фашист бүреләр харап иткән. Ул өйҙәренә тура ҡайта алмай, һуңғы тапҡыр бергә булған Урғаҙа буйына төшөп китте. Шул саҡта ғына ул күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Бөтә нәмәнең дә аҙағы булған кеүек, ниһайәт, ҡанлы һуғыш та тамамланды. Миллион-миллион ҡорбан биреп, илдә Еңеү таңы атты. Һибәттән бер хәбәр ҙә юҡ. Фәйрүзә йәнә хәҙрәткә килде.
— Әйт, олатай, дөрөҫөн әйт, Һибәтем тереме?
Хәҙрәт һүҙҙе уратып башланы.
— Яҙмыш һине, ыуыҙ ғына көйө, эй, һынаны балаҡайым, — тине. — Бирешмәнең, сая, үткер булыуың арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңә килдең. Дөрөҫөн әйтмәй булмай. Тормошоң ал да гөл булмаҫ, һынауҙар күп булыр.
— Ниндәй һынау, хәҙрәт олатай, әйтегеҙ?
— Тәүге һынау шул. Һибәтеңдән күптән ҡара ҡағыҙ килгән. Сельсовет һеҙҙе йәлләп, ҡапылда әйтергә баҙап тора.
Иренең ысын хәлен асыҡлап ишеткәс, һаман да берәй мөғжизәгә өмөт итеп уны көткән Фәйрүзә таш һынға әүерелде лә ҡуйҙы. Исмаһам, күҙенән бер бөрсөк йәше сыҡманы. Күҙ алдына Лапаҡҡайын тамаҡлаған бүреләр өйөрө килеп баҫты. Ана, улар һыйырҙы түгел,Һибәтен талайҙар. Иң ҙуры боғаҙына йәбешкән. Фәйрүзә ни эшләп ҡатып ҡалған? Ниңә, ирен яҡлап бүре өйөрөнә ташланмай? Ҡурҡаҡ бисәме ни ул?
— А-о-а-а! Йыртҡыстар! Һибәтем! Китегеҙ бынан, хәҙер үҙем һеҙҙең менән көрәшәм. Хәҙер мин һеҙҙе ҡырып һалам...
Күҙҙәре аҡайып, ни ҡыланғанын белмәй сәбәләнгән киленкәйҙең хәлен хәҙрәт шунда уҡ аңлап алды. Ир бирмәк — йән бирмәк. Меҫкен киленкәй, ҡара ҡайғыны күтәрә алмай, ахырыһы, алмашына башланы. Хәҙрәт барлыҡ ҡөҙрәтен ҡулланып, Фәйрүзәне урындыҡҡа алып килеп ултыртты ла, күҙ ҡарашы менән арбап, тынысландырҙы. Уның ҡайғыһын ҡыуырҙай доғалар уҡып, оҙаҡ итеп өшкөрҙө. Йәненән, тәненән ҡара ҡайғыны һыпырып алып ырғытты. Йәш ҡатындың киләсәге алда әле. Яңынан тормошҡа сығып, балалар үҫтерер, ин шәәъ Аллаһ, уларҙың сая килене. Әлеге хәле башҡаса һис ҡасан да ҡабатланмаҫ. Зирәк аҡылы, үткер зиһене ҡартайғанса юлдаш булыр. Мөжәүир хәҙрәт үҙе шулай әмәл ҡылды.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Фәйрүзә күҙҙәрен асты. Бөтәһе лә хәтерендә, әммә йөрәген һары һағыш таламай ине. Нимә булған уға? Ҡаршыһында серле йылмайып ултырған хәҙрәтте күргәс, ул барыһын да аңланы.
— Рәхмәт, хәҙрәт олатай, йәнемде афәттән ҡурсалап алып ҡалдығыҙ, — тине.
— Ҡыҙым, Һибәтем юҡ, тип, ҡайны-ҡәйнәңде ташлап ҡайтып китмәй тор, — тип өйрәтте Мөжәүир хәҙрәт уға. Кесе улдары армиянан ҡайтҡанды көт. Яу ҡырында ятып ҡалған Һибәтендең хаҡын уйла. Үлгән ирендең изгелеге һиңә ғүмер буйы тейер. Артабан, яугир ғаиләһе һаналып, хөкүмәттән ярҙам күреп йәшәрһең, ин шәәъ Аллаһ.
Хәҙрәт әйткәнде тыңлап, Фәйрүзә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ҡайны-ҡәйнәһен кесе улдары һалдаттан ҡайтҡанса ҡәҙерләп көттө, төпсөктәре ҡайтыуға сикһеҙ ҡыуанған әбей менән бабай:
— Еңгәңә өйлән. Киленде әсәһенә кире ҡайтарғыбыҙ килмәй. Ул беҙгә ғәзиз балабыҙҙай, — тип тырышып ҡараһалар ҙа, Фәйрүзә башҡаса Манһырҙа тороп ҡала алманы. Асыҡ белә, ҡәйнешенең яратҡан ҡыҙы бар. Әйҙә, исмаһам, улар бәхетле булһын.
— Тағы бер һынауҙы үттең, — тине хәҙрәт киленгә. — Кеше бәхетенә ымһынмай дөрөҫ эшләнең. Өлөшөңә төшкән көмөшөң осрар, сабыр ит.
Хәҙрәт Фәйрүзәне оҙатҡанда үҙе килде.
— Хоҙай Тәғәлә һиңә балалар бәхете бирер. Ҡартайған көнөндә ҡәҙерле булырһың, — тине. Артынан доғаларын уҡып, Хоҙайҙан йәш киленгә изге иман, бәхет, тәүфиҡ һораны.
Йылдар үтте. Ҡасандыр саялығы менән дан алған Фәйрүзәнең дә ҡулдарының кәре, күҙҙәренең нуры ҡайтты. Ебәктәй оҙон толомдары үрмескә ҡалды, ынйы тештәре һарғайҙы. Әммә йылдар уны тағы аҡыллыраҡ итте. Балалар әсәһе, ҡәйнә, ҡоҙағый, күптәрҙең яратҡан инәһе ул. Ауыр эшкә барымы бөткәс, бәйләм бәйләп өй алдындағы эскәмйәлә ултыра. Ҡайғылының ҡайғыһын уртаҡлаша, ярҙам кәрәктәргә ярҙам итә.
— Һә-ә-ә-әй , үәй-үәй-үә-ә-әй, — тип көйләп һуҙып ебәрә лә, күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе йәштәргә белгәнен өйрәтә.
— Яҡшылыҡтан — яҡшылыҡ, аҡылдан — аҡыл ярала, — ти ул. — Боронғоларҙың аҡылына етеү ҡайҙа! Һай, Мөжәүир хәҙрәттең алтын аҡылдары! Әүлиә ине. Әҙәм ыңғайлы, ябай булды. Берәүҙе хәленән килгән ярҙамынан мәхрүм итмәне.
Фәйрүзә әбейҙең хәтер һандығының хазиналары бының менән генә бөтөрлөк түгел. Ул шулай бәйнә-бәйнә, шәлкем-шәлкем итеп һөйләй. Унан Һөйәрбикә күршеһе генә түгел, бик күптәр аҡыл эстәй.
Фәйрүзә инәйҙе мин дә ныҡ ихтирам итәм. Хәҙрәттең холоҡ-фиғелен, икһеҙ-сикһеҙ аҡыл-ғилемен йәш быуынға еткереүселәрҙең береһе тип иҫәпләйем үҙен.