– Элек өйҙәр ҙур түгел ине бит инде, – тип башланы ул һүҙен. – Шуның әллә ни тиклем өлөшөн мейес алып тора ине, хәтерләйһегеҙҙер инде. Икмәкте лә, бәлеште лә, хатта ашты ла шунда бешерә инеләр. Еүшләнгән кейемде лә мейес башында, йә ауыҙында киптерәләр. Бер мәлде утты һүндерҙек тә йоҡларға яттыҡ. Тәҙрәнән тоноҡ ҡына булып яҡтылыҡ төшә. Миңә һигеҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Ятам шулай, йоҡо килмәй. Бер мәлде мейес ауыҙында торған бер кешене күреп ҡысҡырып ебәрә яҙҙым. Ҡысҡырҙым буғай инде, тауыш ҡына сыҡманы. Янымда ятҡан апайыма сытырҙап йәбештем, ул һиҫкәнеп китте: “Ни булды?” – тип бышылдай. Мин: “Мейес ауыҙында кеше бар!” – тим. Ҡалтыранам үҙем, тештәр шаҡылдап тора. Унан һуң әсәй тороп утты яндырҙы. Теге нәмә кеше түгел, кибергә ҡуйылған сәкмән булып сыҡты.
Әхирәттәр көлөшөп алды ла һәр кем үҙ хәтирәһен һүтте. Быларҙыҡы инде ысынлап та ҡурҡыныс та ине.
Тәнзилә уларҙы тыңламаҫҡа тырышты. Ләкин үлтерә яҙып ҡурҡыткан бер ваҡиға, үҙе теләмәһә лә, иҫенә төштө. Ул хәлде хәтерләүҙән әле лә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Һушыңды алырлыҡ ине шул...
... Төн уратаһы етеүгә Тәнзилә ҡапҡа төптәренә килеп туҡтаған машина тауышына уянып китте. Фара яҡтыһынан төшкән уттар өй эсендә бейеште лә тынып ҡалды. Машинаның моторы һүнде, ҡапҡа тауышы ишетелде. Кемдер инде. Һәм ҡот осҡос ҙур кәүҙәле бер ир тәҙрәгә ҡапланды, янып торған ҡараштары менән бөтә өйҙө айҡап сыҡҡас Тәнзиләгә төбәлеп туҡтап ҡалды.
Тәнзилә ҡысҡырырға итә – тауышы сыҡмай, юрғанын тартмаҡсы була – ҡулдары һелкенмәй, күҙҙәрен йоморға теләй – күҙ ҡабаҡтары буйһонмай. Улар шул рәүешле күҙгә-күҙ ҡарашып оҙаҡ торҙолар. Бер аҙҙан ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән күҙҙәрен йомоп-йомоп алды һәм ул әҙәм юҡҡа сыҡты. Урамда йәнә машина тауышы ишетелде, фара яҡтыһы күрше йорттарға төшөп бейеште. Ә Тәнзилә, ҡурҡыуҙан арына алмай, ҡымшанырға ла ҡурҡып ҡалтыранып ята. Шул рәүешле ҡото алынып әллә күпме интеккәс таң алдынан ғына йоҡлап китте...
Был әллә ниҙә бер күргән осраҡлы төш булһа, хәтерҙә лә ҡалмаҫ, ҡурҡытмаҫ та ине. Ләкин икенсе төн был хәл тағы ҡабатланды.
Тәҙрәнән төшкән фара яҡтыһына күҙе сағылыпмы, мотор тауышынамы уянып китте. Еңелсә шаҡылдап, машина ишеге ябылды, унан шығырҙап ҡапҡа асылды... Күрше малайынан трактор майы алып, ҡапҡа күгәнен майлап та ҡарағаны бар ҡыҙҙың. Көндөҙ әллә күпме асып-ябып ҡараһа ла, бер тауышы сыҡмай. Әммә төн етеп, теге кеше асҡанда ул тағы шығырҙай... Кисен бөтә тәҙрәләрҙең пәрҙәләрен тартып ята, ә төндә уянып китеүгә уларҙың барыһы ла асыҡ булып сыға. Һәм көн һайын шулай ҡабатлана.
Әсәһенә әйтеп ҡараны, әммә ул был хәлгә илтифат итмәне, ҡыҙының фантазияһы тип уйланы, күрәһең.
Был хәл тағы күпме дауам итер ине лә, ҡыҙҙы ниндәй яҙмыш көтөр ине, әйтеп булмай, тик күрше ауылда йәшәүсе ике туған ағаһы ҡунаҡҡа килгәс, был күренеш юҡҡа сыҡты. Ағаһы ун көн самаһы тороп, өйҙәге ир-ат эшенең байтағын эшләп ташланы. Утын ярҙылар, кәртә-ҡураны нығыттылар. Атаһы үлеп, өйҙә ир-ат заты булмағас, әсәһе уны ярҙамға саҡырғандыр инде. Шул мәлдән һуң теге кеше бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ә ҡыҙ был турала бер кемгә лә һөйләмәне.
Тәнзилә үҙ уйҙарынан арынғанда әхирәттәре әле һаман үҙҙәренең ҡот осҡос хәлдәре тураһында һөйләйҙәр ине. Ҡайһы берҙәренең төҫө ҡасҡан, ағарынып киткәндәр, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуҙары көслө, ҡурҡыныс хәлдәрҙән айырылғылары килмәй.
– ...Йөнтәҫ шундай, йомшаҡ. Мин йоҡо аралаш уны бесәй тип уйланым, һыйпайым үҙем тегене, иркәләйем. Бер мәлде ул беләгемдән эләктереп алды ла баҙға һөйрәй башланы. Мин ҡысҡырам, ҡотом алынып ҡарышам, сәбәләнәм, ә ул һөйрәй, бирешергә уйламай ҙа. Баҙ ситенә етеүгә утты яндырҙылар. Атай эшкә китергә тип торған икән. Ә мин ысынлап та баҙ ситендә ултырам...
– Ҡапҡасы ла асыҡмы?
– Юҡ, ябыҡ ине. Атай мине карауаттан йығылып төшкән тип уйланы булһа кәрәк, карауатҡа күтәреп һалды ла өҫтөмә ябып, башымдан һыйпап сығып китте.
– Ярай, етер һеҙгә, – тине Тәнзилә тауышын күтәрә биреп. – Ҡурҡыуҙан ағарынып бөткәнһегеҙ бит инде. Башҡа һүҙ юҡмы әллә һеҙгә?!
– Ярай, етте. Туҡтайбыҙ, – тиеште әхирәттәр. Тик шундуҡ Гөлнур ҡаршы төштө:
– Туҡтамайбыҙ! Әле мин бер нәмә лә һөйләмәнем. – Һәм ул мәғәнәле итеп Тәнзиләгә ҡарап алды. – Ул һиңә лә ҡағыла. Бик ҡурҡыныс түгел-түгелен...
– Ярай, уныһын үҙебеҙ баһаларбыҙ, һин һөйлә, – тине кемдер.
– Миңә ул ваҡытта һигеҙ йәштәр тирәһе булғандыр, бәлки туғыҙҙыр, хәтерләмәйем инде. Атай иртә таңдан тороп эшкә киткәс, беҙ бик иртә йоҡларға ята инек. Мин төн уртаһында уянып китәм. Урамдан үтеп киткән машинаның фара яҡтыһы стена буйлап шыуыша бит ул, ҡот алынырлыҡ була. Күҙгә лә төшә. Минең мендәр тәҙрә янында ғына булғас, ипләп кенә урамға күҙ һалам. Беҙҙең өй тирәһенә, дөрөҫөрәге, Тәнзиләләрҙең ҡапҡа төбенә бер машина килеп туҡтай. Ишеген һаҡ ҡына ябып, бер кеше төшә. Тәнзиләләрҙең ихатаһына инә. Ғәләмәт ҙур кәүҙәле әллә ниндәй сәйер кеше ул. Иң яратмағаным – Тәнзиләләрҙең ҡапҡаһы шығырҙап асыла... Теге кеше һеҙҙең өй тәҙрәһенә ҡапланып оҙаҡ ҡына ҡарап тора. Ҙурая, ҡалыная. Шунан кинәт кенә юҡҡа сыға. Бер аҙҙан машина ҡуҙғалып китә.
– Төшмө был? – тип көлә ҡыҙҙар. – Уртаҡ егетегеҙ юҡ инеме?
– Өн! – Гөлнурҙың тауышы ҡаты ине. – Был өн. Билләһи-валлаһи! Әллә нисәмә көн буйына шулай дауам итте. Беҙ хатта ағай менән дә күҙәттек.
– Гөлнур! – көтмәгәндә үҙәк өҙгөс тауыш ишетелде. – Етәр!
Барыһы ла тауыш ишетелгән яҡҡа боролдо. Ҡото алыныуҙан йөҙө ап-аҡ булған, ирендәре күгәргән Тәнзилә баҫып торған ерендә сайҡалып торҙо ла көс-хәл менән янындағы ултырғысҡа йәбеште...