Все новости
Общие статьи
15 Января 2021, 17:15

«Мин һинән һыу һораным. Ни өсөн һин миңә һыу эсермәнең?"

Әбү Һурайранан риүәйәт ителеүенсә, Аллаһ рәсүле (ﷺ) шулай тигән: «Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә әйтер: “Эй Әҙәм балаһы! Мин сырхау булдым, ни өсөн һин килеп Минең хәлемде белмәнең?” Әҙәм балаһы яуап бирер: “Һин бөтөн ғаләмдәрҙең тәрбиәсеһе бит. Мин нисек итеп Һине зыярат ҡылайым?” Аллаһ әйтер: “Ҡолдарымдан фәлән кеше сырхау икәнен белмәнеңме ни? Әгәр уның хәлен белергә барған булһаң, Мине шунда табыр инең!”Шунан ул :

Шунан Ул: “Эй Әҙәм балаһы! Мин һинән ашарға һораным, ни өсөн һин Миңә бер нәмә лә бирмәнең?” – тип һорар. Әҙәм балаһы яуап бирер: “Һин бөтөн ғаләмдәрҙең тәрбиәсеһе бит, мин нисек итеп Һине ашата алайым?” Аллаһ Тәғәлә әйтер: “Һинән фәлән ҡолом ашарға һорағанды белмәнеңме ни? Әгәр уны ашатҡан булһаң, уның әжерен Минең ҡаршымда табыр инең”.
Тағы ла һорар: “Эй Әҙәм балаһы! Мин һинән һыу һораным. Ни өсөн һин Миңә һыу эсермәнең?” Әҙәм балаһы яуап бирер: “Һин бөтөн ғаләмдәрҙең тәрбиәсеһе бит, мин нисек итеп Һине эсерә алайым?” Аллаһ Тәғәлә әйтер: “Һинән фәлән ҡолом эсергә һораған ине бит, әгәр уға эсергән булһаң, әжерен Минең ҡаршымда ташбыр инең”».
Хәҙисте имам Мөслим риүәйәт иткән.
#Ватандаш
#ВатандашЖурналы
#Йома
Читайте нас: