Все новости
Общие статьи
13 Января 2021, 13:30

Башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө торошо һәм үҫеш йүнәлештәре

Әңгәмәсебеҙ – БР Яҙыусылар берлеге рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев. Һүҙебеҙ башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында булыр.

– Зәки Арыҫлан улы, Һеҙ әҙәби тәнҡитсе булараҡ, милли әҙәбиәттең бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ?

– Милли әҙәбиәттең ҡайһы осорон алып ҡараһаң да, тормоштоң үҙе кеүек үк, төрлө-төрлө. Уны бер яҡлы ғына баһалау хата ҡараш тыуҙырыр ине. Ә бөгөн башҡорт әҙәбиәтен баһалар өсөн уның бай традицияларына, тамырҙарына һәм башҡа әҙәбиәттәрҙең йоғонтоһона ла иғтибар итергә кәрәк. Дәүерҙең глобалләшеү проблемаһы тормоштоң бар тарафтарына ла үтеп инеп, рухи ҡиммәттәргә лә ҡағылды. Милли тел, милли мәҙәниәт тә был дәүмәлдәр алдында яҡлау һәм һаҡлауҙы талап итә. Әгәр ҙә дәүләт тарафынан ил кимәлендәге ҡараш тыуҙырылмаһа, юғалтыуҙар байтаҡ буласаҡ. Ә беҙҙең башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһө шөкөр итерлек. Шиғриәт заман елдәренә үҙенең елкәндәрен киреп, тормошто бар тулылығында сағылдыра, поэтик һүҙ традицияларын ярайһы уҡ юғары кимәлдә дауам итә. Социаль, фәлсәфәүи, сәйәси, рухи, тарихи һәм шәхси ҡараштар һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләү даирәһен тулайым сағылдыра бара, тиһәк тә хата булмаҫ. Проза өлкәһендә бәләкәй жанрҙарҙың әүҙемләшеүе, төрлөләнеүе күҙәтелһә, романдың һәлмәкләнеүе асыҡтан-асыҡ. Эпик төрҙә яҙыусыларҙың форма төрлөлөгө аша фекер тәрәнлегенә, характер ҡатмарлылығына өлгәшеүе һөйөнөслө күренеш. Балалар әҙәбиәте, үҙ һуҡмағын табып, аҙымдарын ыратып бара. Драматургиялағы һәлкәүлек кенә күңелде ҡыра. Театрҙар һәр саҡ репертуар ярлылығы хаҡында саң ҡаға.

– Драматургияның һәлкәүлеге, Һеҙҙеңсә, нимәгә бәйле? Жанрҙың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы нимәләр эшләй?

– Драма төрө әҙәбиәттә айырым урынды биләй. Ғөмүмән, һүҙ сәнғәте байтаҡ сәнғәт төрҙәре өсөн инеш булып тора. Драма ике сәнғәт төрөнә – театрға һәм әҙәбиәткә ҡарай. Улар араһындағы бәхәстәр драманың һәләкәтенә килтерә лә. Уның объектив сәбәптәре бар. Режиссерҙар, драматургтар ижад итмәй, тип саң ҡаға. Ә драматургтарҙың яҙмаларына театрҙа урын юҡ. Был дилемманы хәл итер өсөн Зиннур Сөләймәнов, драма мәктәбе булдырып, ижадсылар менән шөғөлләнде. Унда сәхнә әҫәренең төп ҡанундары, үҙенсәлектәре хаҡында ғына һүҙ барманы, хатта райондарға экспедициялар ҙа ойошторолдо. Эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып, Мөнир Ҡунафин, Сәрүәр Сурина, Баныу Ҡаһармановаларҙың әҫәрҙәре сәхнәләштерелде. Бик матур күренеш. Тап ошо йәһәттән Яҙыусылар союзы Зиннурға булышлыҡ итте.

Быйыл Опера һәм балет театры менән берлектә либреттоларға конкурс иғлан итеп, байтаҡ ҡына ҡулъяҙмалар алдыҡ. Икенсе йыл был мәктәптә шөғөлләнгән алты кешенең либреттоһына көй яҙыласаҡ.

Әлбиттә, беҙҙең театрҙарҙа хәҙер сценарийҙар ҙа сәхнәләштерелә. Был инде еңел аҡса һуғыу ысулы.

– Яңыраҡ интернетта «Ни өсөн башҡорт яҙыусылары халыҡ-ара кимәлгә сыға алмай?» тигән һорау күтәрелгәйне. Һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме?

– Дөрөҫ. Халҡыбыҙҙа, ут төтөнһөҙ булмай, тигән әйтем бар. ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәте тәржемә аша халыҡ-ара кимәлгә сығып, башҡа әҙәбиәттәр менән бер ҡатар ҡарала. Әнүәр Бикчәнтәевтың әҫәрҙәре 150-ләп телгә тәржемә ителеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Ләкин ул заманда ижади ниәттәр хөкүмәт ҡарары, хакимиәт ярҙамы аша тормошҡа ашырылған. Һәр яҙыусының ижады дәүләт байлығы һаналған. Ә бөгөн? Әҙип бер үҙе, япа-яңғыҙ. Уның ижады менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмай, тип әйтһәң дә була. Әгәр ҙә системалы рәүештә милли әҙәбиәткә ҡарашты үҙгәртеп, уны үҫтереү хәстәрлеген күргәндә бынамын тигән үрнәктәр етерлек. Һүҙ сәнғәте бер көнлөк кенә түгел, ул халыҡтың рухи кимәлен билдәләүсе барометр. Беҙ «Урал батыр» эпосы, халыҡ йырҙары, легендалар, С.Юлаев, М.Аҡмулла ижады менән башҡорттоң рухи үҫешен билдәләйбеҙ икән, тимәк, ижадсыға ҡарашты үҙгәртергә кәрәк.

– Бөгөн ҡайһы бер әүҙем әҙиптәр әҫәрҙәрен рус һәм башҡа телдәргә тәржемә ҡылып, сит ил уҡыусыһына тәҡдим итә. Әммә бөтә яҙыусылар ҙа был өлкәлә күҙгә салынырҙай уңышҡа өлгәшкәне юҡ. Үҙенең яҙғанын ситтә түгел, хатта Башҡортостанда күрһәтә алмаған, әммә, һис шикһеҙ, талантлы әҙиптәргә нишләргә?

– Барыһы ла тәржемәгә ҡайтып ҡала. Советтар Союзында оло тәржемәселәр мәктәбе булған һәм әүҙем эшләгән. Хәҙер уны иҫләргә генә ҡалды. Ләкин элеккене генә уйлап, үкенеп ултырыу – иҫәрлек. Бөгөн яҙыусының әҫәрҙәрен халыҡ-ара кимәлгә сығарыу әҙиптең үҙенең әүҙемлеген, шулай уҡ Яҙыусылар союзының да маҡсатлы эшмәкәрлеген талап итә. Шуның буйынса план-проспект эшләргә уйлайбыҙ.

– Бөгөн үҙҙәрен «шағир» һәм «яҙыусы» тип йөрөтөүселәр бик күп. Сәбәбе шул: күп кенә ҡәләм тибрәтеүселәр китаптарын үҙ аҡсаһына сығара. Бәғзе ваҡыт уларҙың яҙмалары иң ябай талаптарға ла яуап бирмәй. Ошондай «һәүәҫкәр» әҙиптәр оло мәсьәлә тыуҙыра. Ул да булһа, әҙәбиәттең кимәл-сифаты төшә барыуы... Әрһеҙ, әммә һүҙһеҙ әҙиптәр беҙҙең Яҙыусылар союзында ла аҙ түгел. Нисек барып эләгә һуң улар шундай етди ойошмаға? Ҡабул итеү шарттары үҙгәрмәгәндер бит?

– Ижад өлкәһендә сағыштырыу – мәғәнәһеҙлек. Әлбиттә, союзға иң лайыҡлыларҙы алырға тырышабыҙ, ә ғариза яҙып сират көткәндәр генә лә – йөҙгә яҡын. Бында эшләйһе эштәр күп. Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итеү тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡабул итеү комиссияһы барлыҡ документтарҙы тикшереп сыҡҡандан һуң ҡарар сығара. Төп критерий – ижад. Әгәр ҙә кешенең ижады секция тарафынан хупланһа, мәсьәлә ыңғай хәл ителә.

– Яҙыусының йәмғиәттәге абруйын күтәрергә кәрәк, тибеҙ. Был, Һеҙҙеңсә, нимәне аңлата?

– Халҡыбыҙҙа борон-борондан сәсән һүҙе юғары баһаланған. Әле лә йәмғиәттә яҙыусы һүҙенең бәҫе юғалмаған. Шиғри телмәр, төплө фекерҙе уҡыусы көтөп ҡала. Ижади кешенең ваҡланмай, юғары кимәл тотоуы – үҙенән. Кәрәк мәлендә генә халҡына өндәшеү ҙә бик мәслихәт. Р.Солтангәрәевтың «Элек бында бейейҙәр ине» тигән публицистик сығышынан һуң С.Юлаев һәйкәле яны нисек яңырҙы?! М.Кәрим, Р.Бикбаев сығыштары һәр саҡ урынлы һәм мәлендә була торғайны. Бөгөн дә халҡыбыҙҙың күҙенә ҡарап әйтә торған әҙиптәребеҙ бар. Аҡһаҡалыбыҙ Н.Мусиндың һүҙен дә халыҡ көтөп ала.

– Зәки Арыҫлан улы, Һеҙ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, власть кешеһе. Йоғонтоғоҙ ҙа, мөмкинлегегеҙ ҙә бар. Депутат булараҡ, милли әҙәбиәтте үҫтереү өсөн ниндәй тәҡдимдәр индерҙегеҙ? Һөҙөмтәһе бармы?

– Беҙҙең Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитетта әҙәбиәт мәсьәләләре әленән-әле күтәрелеп тора. Үткән йылда хупланған «100 иң яҡшы әҫәр» проекты аша башҡорт телендә ижад иткән яҙыусылар ижадына иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн байтаҡ осрашыуҙар үткәрелде. Әле бер нисә тәҡдим депутат папкаһында сират көтә.

Яҙыусыларҙың китаптары баҫылып, уҡыусыһына барып етеүе ике яҡ өсөн дә бик кәрәк. Ижади эшкә йәштәрҙе ылыҡтырыу буйынса бер нисә проект сафҡа индерелде. Уларҙың иң уңышлыһы – «Башҡортостан әҙәбиәте». Тап ошо проект аша байтаҡ йәштәрҙе ижади мөхиткә йәлеп иттек.
З.Биишева исемендәге китап нәшриәте менән берлектә нәфис әҙәбиәтте баҫтырыуҙы яйға һалдыҡ. Тәүҙә ҡулъяҙма идара ултырышында ҡарала, һуңынан нәшриәткә тәҡдим ителә.

Һәр ижадсы беҙҙең күҙ алдында. Уның социаль мәсьәләләре, ижади өлкәһе тураһында ла хәбарҙарбыҙ, мөмкин булған тиклем ярҙам итәбеҙ. Яҙыусы абруйын үҫтереү буйынса төрлө осрашыуҙар үткәрелә, әленән-әле сығыштар ҙа булып тора.

– Башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Башҡорт әҙәбиәте үҙ ҡиблаһынан тайпылмай, үҫеүен дауам итә. Барлыҡ сәнғәт төрҙәренең дә нигеҙендә һүҙ ята. Әгәр ҙә һүҙ сәнғәте халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, традицияны үҫтерә икән, уның иртәгәһе бик тә өмөтлө.

– Киләсәккә ниәттәрегеҙ?

– Башҡорт әҙәбиәтенең сиктәрен тағы ла киңәйтеп, тәржемә эштәрен яйға һалырға ине. Барлыҡ ижади башланғыстар ҙа тормошҡа ашһын өсөн хөкүмәт тарафынан да йылы ҡараш, йылы мөнәсәбәт булһын ине, тигән теләктә ҡалам.

– «Ватандаш» журналы уҡыусыларына, уны әҙерләүсе ижади коллективҡа нимәләр теләр инегеҙ?

– «Ватандаш» – республикабыҙҙа үҙ йөҙө, йүнәлеше, киләсәге булған заманса баҫма. Барлыҡ йүнәлештәрҙә лә төплө эшмәкәрлек алып бара. Шуға ла журналда баҫылған материалдар теге йәки был күренештәргә дөрөҫ ҡараш формалаштыра. «Ватандаш» артабан да ошо йүнәлештән тайпылмай, үҙ исеменә, булмышына тоғро ҡалып, илһөйәрҙәр тәрбиәләргә булышлыҡ итһен ине. Журнал уҡыусыларға һәм ижади коллективҡа тәү сиратта һаулыҡ һәм яңы бейеклектәр теләйем!

– Зәки Арыҫлан улы, Һеҙгә лә әңгәмә өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыш-ҡаҙаныштар юлдаш булһын!


Нияз Алсынбаев әңгәмәләште.

Читайте нас: