Мунса артында ғына ҙур булмаған йылға, уның ике яғында ла талдар үҫеп ултыра. Ел иҫкән һайын, күңелде шомландырып, тал ботаҡтарынан шыбырҙап тамсылар ҡойола, мунса эсе дөм-ҡараңғы. Йәшлек йүләрлеге менән кереп ултырҙыҡ инде.
Гәп ҡороп ултырабыҙ шулай, бер мәлде урам яҡта аяҡ тауыштары ишетелде. Мунса йәнәшәһендә генә үҫкән талдың ергә һынып төшкән ботаҡ-сатаҡтары өҫтөнән тауыш-тынһыҙ ғына йөрөп булмай. Кем булыр был, туп-тура мунсаға табан килә бит, аулаҡты боҙоп йөрөмәһә?!
Ышыҡланыр урын тапмайынса йөрөгән берәй парҙыр инде. Ҡапҡа төбөндә баҫып тороп, өшөй башлағас йылынып сығырға булдылар микән? Нисек кенә булмаһын, аяҡ аҫтындағы ботаҡтарҙы һындырып килә был. Парлылар ҙа түгел, күрәһең, бер кешенең генә аяҡ тауышы ишетелә. Ярай, килһен, ярамаған эш эшләп ултырмайбыҙ. Шомландыра ғына бер аҙ. Мунса түбәһенә тал ботаҡтарынан шыбыр-шыбыр ҡойолған тамсылар шомдо көсәйтә генә. Мунсаның эсенә үк кермәгәйнек, соланында ғына ултырабыҙ. Урамдағы һәр бер тауыш асыҡтан-асыҡ ишетелә.
Килеп етте теге. Хәҙер беләбеҙ инде бының кем икәнен тип ултырабыҙ. Шул саҡ бесәй кеүек ишекте тырнай башланы был. Эстән бикләнмәгән, нәҙек таҡтанан эшләнгән ишекте әллә ысынлап та бесәй тырнай микән, кеше былай тырнай алмай. Ғәжәп, ямғыр яуғанда бесәйҙәрҙең урамда йөрөгәнен күргән юҡ. Сығып ҡарағы ла килмәй. Баяғы дөп-дөп итеп ишетелгән аяҡ тауыштарына ҡарағанда, бәләкәй йән эйәһенә оҡшамаған был. Ошондай ваҡытта кеше үҙ-үҙен ҡурҡытып, әллә ниҙәр уйлап бөтә икән. Ҡара көҙҙөң ямғырлы төнөндә дөм-ҡараңғы мунса эсендә, өҫтәүенә, тышҡы яҡта кемдер ишек тырнағанда уйҙарҙың әллә ниндәйҙәре килә башҡа. Был сәйер хәлгә аптырап ултырабыҙ, теге нәмә мунсаның түбәһенә үк менеп китте. Түбәгә дөп-дөп итеп баҫа. Ямғырҙа еүешләнеп, быяла кеүек ялтырап торған рубероид түбәлә кеше лә, бесәй ҙә йөрөй ала торған түгел. Унан һуң, аҡылы булған кеше ни өсөн унда менһен? Ике-өс аҙым яһаны ла был (ҡыйыҡҡа менеп етте булһа кәрәк), бер ни тиклем икенсе яҡҡа табан шыуып төштө, унан һуң дөп итеп ергә һикерҙе. Башҡа һис бер нәмә лә ишетелмәне.
Әлеге хәлде баш күҙәнәктәре аша уҙғарып бер ни тиклем ултырғандан һуң сығырға булдыҡ. Ишекте төртәбеҙ – асылмай. Йәш саҡ бит, ҡурҡыу ҙа юҡ түгел, тибеп астыҡ. Йоҙаҡ бигенә тал сыбығы тыҡҡан булып сыҡты. Түбәлә бер төрлө лә эҙ күренмәй, бысраҡ аяҡ кейеменән эҙ ҡалмай булмаҫ ине. Бөтә белгәндәрҙе уҡып, мунсаның артына сыҡтыҡ. Мунсаға терәлеп тиерлек сейә, слива, ҡурай еләге ҡыуаҡтары үҫә. Был сытырманға һикереп төшкәс, сыбыҡ-сабыҡ һынғаны, ҡыштырлаған тауыштар ишетелер ине бит. Ҡыуаҡлыҡтар баҡсаның артҡы ҡоймаһына тиклем бара, теге яғында – йылға. Баҡса эсенә керергә шикләндерҙе һәм беҙ өйҙәребеҙгә шылыу яғын ҡараныҡ.
Был хәлгә кем ышанды, кем юҡ, кәрәкмәгән ерҙә йөрөмәҫкә ине, тиеүселәр ҙә булды. Ә бер абзый: "Ул йылға буйында сәйер хәлдәр элек тә булғыланы. Мунса енле ерҙә урынлашҡан, төндә йөрөмәгеҙ ул тирәлә", – тине.
Ике тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт уҙһа ла, ауылға ҡайтҡас шул тирәнән үткәндә әлеге сәйер хәл тек итеп иҫкә килә лә төшә. Хәҙер мунса ла юҡ инде унда, сытырманды таҙартҡас, баҡса матурайып ҡалған. Әммә теге "ҡыштыр-ҡыштыр" ишек тырнаған, түбәлә йөрөгән аяҡ тауыштары хәтергә төшөп, күңелгә барыбер хәүеф һалып ҡуя.
Фәнис МОТИҒУЛЛИН.