Их, Ғәзиз аяғына баҫа алһа! Ошо егеттәр кеүек, бер ни булмағандай, палата иҙәнен, хирургия бүлеге коридорын «ыһ» та итмәй арҡыры-буй атлап йөрөй алһа! Һис талаштырмаҫ ине шуларҙы. Йүгереп кенә аҫҡы ҡатҡа төшөп, туғандары килтергән күстәнәсте елтерәтеп мендереп, карауаттарына һалыр ине. Бары тик шуларҙың йәнгә тейеп тауышланыуҙарын ишетмәҫ өсөн генә! Өйҙән килгән әйберҙе төшөп алыу өсөн һатыулашалар. Ниңә шулай иренәләр? Әгәр Ғәзизгә өйҙән берәйһе килһә! Аяҡҡа баҫып, коридор буйлап бер атлап үтеү, аҫҡа төшөп, ишек янындағы саф һауаны һулау – һауығыуға сираттағы аҙым бит. Тиҙерәк ауылға ҡайтыуға оло өмөт. Шуның ҡәҙерен белмәйҙәр. Юҡтан сәбәп табып, көн һайын тиргәшәләр.
– Нишләп гел мин генә, һиңә ни булған?
– Ҡара-ҡара, арҡаға эҫе һыу һипте лә үҙе «ни булған?» тип тора.
– Ә һин минең аяғыма һиптең. Кемгә атлауы ҡыйыныраҡ!
– Бер ҙә ҡыйынға оҡшамаған. Медсестра Вераның артынан ҡалмай эйәреп йөрөйһөң. Ул дежур булһа, ординаторскийҙан сыҡмайһың.
Быларҙың һөйләшеүендә нимәлер Ғәзизгә таныш. Нимә һуң әле? Оҙаҡ иҫенә төшөрә алмай аҙапланды ул. Игеҙәктәрҙең тауышы ҡолағына бәрелгән һайын ошо таныш тойғо аңына яҡын ғына килә лә, хәтеренә барып етә алмай, ҡабат юғала. Йәки, инде хәтерләнем тигәндә, терһәктән аҫтараҡ өҙөлгән һул ҡулдың яраһы үҙәктән алып, һуштан яҙҙырырлыҡ итеп әрней. Хатта ошо ҡулдың әллә ҡасан, әллә ҡайҙа ятып ҡалған усы, бармаҡтары ла түҙеп торғоһоҙ ауыртҡандай тойола Ғәзизгә. Шуға ла тыныс ҡына тыңлай алмай ул тегеләрҙең бушҡа әйтешкәндәрен. Ни кешесә һөйләшә, ни саҡ ҡына ихлас көлә, ни ысын күңелдән ҡыуана белмәйҙәр. Ун һигеҙ түгел, һигеҙ йәшлек бала-саға һымаҡ тоталар үҙҙәрен. Төҫкә ике тамсы һыу кеүек оҡшаштар. Бер кешеме ни – айырып алырлыҡ түгел. Бер үк һауаны һулап, бер һауыттан ашап, бер үк тәрбиә күреп үҫкәндәрҙер, моғайын. Ә татыулыҡ юҡ. Эләгешергә әҙер генә торалар. Тыңлаһаң, күңелде ытырғандыра.
– Һин дә артынан бик ҡалмаҫ инең дә бит, Вера һиңә күҙ һалмай шул.
– Әйтәм, һиңә күҙ һала.
– Һалмаһа – һалыр.
Вера... Йөҙөнән бала сырайы ла китмәгән яғымлы ҡыҙ.
Медсестралар араһында иң матуры, иң инсафлыһы. Уколды ла бүтәндәр кеүек ҡаҙамай. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Яраны яңыртып бәйләгәндә бар көсөңә аҡыртып ебәрерҙәй ауыртыуҙы йомшаҡ ҡулдары, хәстәрле йыуатыуҙары менән баҫа ла ҡуя.
– Хәҙер, хәҙер, йән киҫәгем. Саҡ ҡына түҙ инде. Хәҙер еңеләйә.
Ҡайҙан килгән был балаға бөтмәҫ-төкәнмәҫ наҙ? Алыҫ мөйөштә ятҡан ун йәшлек малайға ла, уның эргәһендәге мыжыҡ ҡартҡа ла, теге икәүгә лә, Ғәзиздең үҙенә лә бер тигеҙ яғымлы ул. Ә игеҙәктәрҙең бер һыңары уның бөтә наҙын үҙенә генә тип ҡабул итә. Башҡаларға тейешен күрмәй. Икенсе һыңары әҙерәк күрә икән әле. Тел төбөнән шулай һиҙелә.
– Һалды, ти. Һинең менән минең кеүек ҡолғалар уның күҙенә салынды, ти. Көнөнә ике тапҡыр йомшаҡ ереңә энә ҡаҙай торғас, һинән туйып бөткәндер әле.
Тегеһе, баш аҫтына ике ҡулын ҡуйып, түбәгә ҡарап вайымһыҙ бәхәсләшеп ятҡан еренән ҡапыл һикереп тора ла туғанына ҡулын һуҙа:
– Әйҙә бәхәсләшәбеҙ! Күпме ваҡыт бирәһең: өс көнмө, аҙнамы? Шул ваҡыт эсендә Вераны ҡулымда күтәреп йөрөтәсәкмен!
Келт! Иҫкә килеп төштө. Үҙенән ике йәшкә генә оло ағаһы Вәғиз менән әйткеләшеп ала торғайны бит Ғәзиз. Бәләкәй саҡта. Бигерәк тә көтөүгә сыҡҡан көндәрҙә. Бер йылы, Ғәзиз – бишенсене, Вәғиз етенсене бөткән йәйҙә, ауыл малын һәр өй сиратлап көттө. Ғәзиздәргә сират етһә, мал һанына ҡарап өс көн рәттән сығырға тура килә торғайны. Аталары, таң менән ауыл осона көтөүҙе йыйып, ҡуҙғатып алып китә лә, әсәләре ике малайҙы уятып ебәргәс, малды тотош шуларға тапшырып, үҙенең эшенә ашыға. Ғәзиз менән Вәғиз бөтә көтөүгә, ауылдан өс-дүрт саҡырым алыҫлыҡтағы тәбиғәткә – сәскә үләнле йәшел туғайға, бөҙрә таллы, муйыллы ҡыуаҡлыҡтарға, тулы һыулы Димдең бөгөл тапҡырындағы ятыуына хужа булып ала. Һарғылт күн менән ябылған өр-яңы эйәрле ат та уларҙыҡы. Эй уңайлы, йомшаҡ эйәр. Атланып алһаң, үҙеңде мотоцикл өҫтөндә кеүек хис итәһең. Аҡыллы күҙҙәре менән малайҙарға ышанып ҡараған Йондоҙ исемле был ат тап Ғәзиз менән Вәғиз өсөн – үҙе тыныс, зирәк, үҙе салт. Шыйыҡ сыбыҡ менән өҙәңге артына эләктереүҙе лә көтмәй – ҡулыңды күтәреүең була, һелтәнеп өлгөрмәҫ элек сығып та китә. Иң һөмһөҙ һыйыр ҙа, хатта көндөң иң эҫе мәлендә лә, ситкә ҡаса алмай.
Көндөҙ малайҙарҙың береһе ауылға ҡайтып килә. Тап шунда башлана ла инде һатыулашыу.
– Бына төйөнсәк, бына оҙон сыбыртҡы, – ти Вәғиз Ғәзизгә. – Малдарҙы ҡараштырып тор, мин ҡайтып киләйем.
– Һин кисә ҡайттың бит, бөгөн минең сират.
–Йондоҙҙо ла ҡалдырам бөгөн, ҡалып тор, туғаным, йәме?
– Юҡ, ҡайтам.
– Иртәгә лә көтәбеҙ бит әле. Иртәгә үҙем ҡалырмын. Тыңла инде, туғаным.
– Ҡайтам. Минең сират. Нишләп гел һин генә...
Тулы тығыҙ кәүҙәле, киң яурынлы булып үҫеп килгән ҡыҙыу Вәғиз нәҙек оҙон Ғәзизгә бер-ике биргеләп ала. Ғәзиз илай.
– Туҡмап еңмәксе булаһыңмы?.. Барыбер минең сират...
Тамам йәне көйгән Вәғиз оҙон сыбыртҡыһын асыу менән үләнгә атып бәрә.
– Бар, ҡайт! Үҙем ҡалам. Әйләнеп килерһең әле!
Инде Вәғиз еңелгәс, Ғәзиздең ҡапыл ғына күңеле ҡайта. Ысынлап та, көтөүҙе ағаһының ризалығынан тыш ташлап китһә, йәм булмаясаҡ. Өҫтәүенә, үҙе әйткәнсә, кире килгәс тә көн күрһәтмәҫ.
– Ҡайт әйҙә, ярар, ҡалам, – ти Ғәзиз.
Вәғиз, шул һүҙҙе генә көткәндәй, бер һикереүҙә таҡыр үләндә ятҡан сыбыртҡыны эләктереп алып, туғанына һуҙа.
– Шулай тиген! Вәт рәхмәт! Иртәгә һин ҡайтырһың. Мә, сыбыртҡы, мин остом!
Ғәзиз уның артынан көнләшеп ҡарап ҡала.
Бер уйлаһаң, ҡайтҡан кеше һис тә отмай. Өс саҡырым тегеләй, ос саҡырым былай йәйәү һәлпәңләр кәрәк.
Тик барыбер ҡайтҡы килә шул. Унда, пәрҙәләре ҡоролған бүлмәләрҙә, себен-серәкәйһеҙ һалҡынса һауа. Күгәүен тауышы ла йәнгә теймәй, тып-тыныс. Унда бер сынаяҡ сәй эсһәң, йәнгә рәхәт. Ә бында көн буйы һыу эс, барыбер һыуһата ла һыуһата. Унда ҡайтып ярты сәғәт кенә торһаң, өйҙәге, күрше-тирәләге яңылыҡтарҙы белеп ҡалаһың. Юғиһә, һин булмағанда ауылда әллә ниҙәр булып ятҡан кеүек. Унда тағы... Гүзәл. Ғәзиздең әсәһенең ҡалалағы таныштарының ҡыҙы. Йәйгелеккә ҡунаҡҡа килгән ул. Бешкән ҡарағат төҫлө сөм ҡара күҙле, нәҡ магазин кәштәһендә күҙҙең яуын алып ултырған ҙур ҡурсаҡтыҡы кеүек ҡалын тулҡынлы ҡара сәсле матур ҡыҙ. Үҙе иҫ киткес алсаҡ, ирәбе. Ғәзиз бәләкәстәрҙе элек тә ярата торғайны. Йыш ҡына урамдағы бала-сағаға һүҙ ҡушып, мәрәкәләп һөйләндереп ҡыҙыҡ таба ине. Ә Гүзәлде үҙенә бер төрлө яратты. Ауылдағы ҡыҙҙар малайҙарҙы бар тип тә белмәй, айырым бер төркөм булып эркелешеп йөрөй. Саҡ ҡына былайыраҡ өндәшмәһәң, турһая башлайҙар, телдәрен сығарып күрһәтә һалалар. Гүзәл улай түгел. Ул – ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла, үҙ тиңенә лә, Ғәзиз кеүек алты-ете йәшкә олораҡ ағайҙарға ла бер тигеҙ. Тартынып-нитеп тормай – кемгә булһа ла өндәшә, ниҙе булһа ла һораша. Үҙе шундай йомарт. Ауыл балаларын ҡаланан алып килгән шоколад менән һыйлай.
Тәүге көндә үк Ғәзиз, ҡунаҡ ҡыҙға балыҡ тотоп алып ҡайтып биреү ниәте менән, ҡармаҡ сыбыҡтарын барлай башланы. Уның янына «тып» итеп Гүзәл килеп баҫты.
– Балыҡҡа бараһыңмы, ағай?
– Эйе, Димгә төшөп, һиңә балыҡ тотоп алып бирәм.
– Мин дә барам.
– Оҙаҡ йөрөйөм бит мин. Арырһың.
– Арымайым.
– Ярар, мин әҙерәк тотҡас, балыҡты килеп алырһың, йәме? Мин анауында, Димдең боролған ерендә булырмын.
Ғәзиз ҡармаҡлаған арала Дим буйына малайҙар йыйылып китте. Сәғәт ярым самаһы үткәс, ысынлап та, тигеҙ оҙон ҡалҡыулыҡта ултырған ауыл осонан Дим туғайына табан, аҡ ебәк күлдәген елберләтеп, Гүзәл күренде. Ул бөтөнләй яҡынайғас, малайҙар ғәжәпләнеп китте.
– Беҙҙең янға йүгерә бит.
– Матур ҡыҙ, ивет!
– Кем икән ул?
– Гүзәл ул. Минең ҡалалағы һеңлем.
Ғәзиз ҡапыл ҡыуалын ярҙа ялтырап ятҡан сыбыҡтар янына ырғытты ла, Гүзәлде йүгереп килгән еренән эләктереп, ике ҡуллап күтәреп алды. Тегеһе малайҙарҙан оялды шикелле – уңайһыҙланып сәбәләнде.
...Вера улай сәбәләнеп кенә ҡалмаҫ. Ғәзиздең күңеле һиҙә – еңел-елпе ҡыҙ түгел ул. Ауырыуҙарға алсаҡлығы – үҙ эшенә яуаплы ҡарап, бирелеп эшләүенән. Ә был егет ҡалай анһат ҡыланмаҡсы. Бәхәсләшәйек, имеш. Әйберме ни!
Аҡылға ултыртыр ине лә Ғәзиз уны. Һөйләшерлек хәле юҡ. Яралар туҡтауһыҙ һыҙлай. Исмаһам, берәр сәғәт һыҙлаһын да, бишәр генә минут тәнәфес яһап алһын ине. Ҡуҙғалып, уңайлап ятыуы бер үлем. Ҡайҙа ул һөйләшеү ҡайғыһы. Ярай әле уйлап була. Ауылда, хәрби хеҙмәттә күргәндәрҙе, егерме йыл ғүмер эсендә кисергәндәрҙе туйғансы хәтерләп сығырға мөмкин.
Гүзәл өй эсендәге, күрше-тирәләге бөтә кеше араһынан Ғәзизгә нығыраҡ эйәләште. Малай уны велосипедҡа ултыртып, ауылды күрһәтеп йөрөнө. Күҙенә салынған һәр нәмәне ҡыҙ төпсөп һорашты.
– Был ниндәй өй ул?
– Был – клуб. Унда кино күрһәтәләр, концерт ҡуялар.
– Концерт? Пианино бармы?
– Бар, шикелле.
– Әйҙә, инеп уйнайыҡ.
Ғәзиз уның һәр бер теләген үтәргә тырышты. Ләкин клуб көндәр буйы бикле тора. Ә кистәрен бала-сағаны индермәйҙәр. Ҡыҙҙың күңелен китмәҫ өсөн генә ризалашҡан булды.
– Әйҙә һуң, барып ҡарайыҡ әле.
Бәхеткә ҡаршы, йыйыштырыусы апайҙың яңы килеп торған сағына юлыҡтылар. Ҡунаҡ ҡыҙҙың теләген әйтеп биргәс, ул рөхсәт итте. Гүзәл инструменттың ҡапҡасын ҡыйыу ғына асты ла, аяҡ өҫтө торған килеш шунда уҡ көй сығарып, үҙе лә ҡушылып китте:
Тень, тень, полутень,
Выше города плетень...
Ғәзиз күҙҙәрен шар асып, аптырап ҡалды.
– Ҡайҙан өйрәндең һин улай, Гүзәл?
– Нулевой класта.
– Ҡайҙа, ҡайҙа? Ә беҙҙә нулевойҙа музыканан өйрәтмәйҙәрсе.
– Музыканы өйрәтә торған нулевой бит ул. Нота менән.
– Ә башҡортса берәй көй уйнай беләһеңме?
– Башҡортса? – Гүзәл стеналағы билдәһеҙ нөктәгә ҡарап, маңлайын йыйырған булып, ниҙер хәтерләргә тырышты. – Беләм, тик нотаһыҙ ғына. Атайым өйрәткәйне.
Ул тағы пианиноға ҡушылып йырланы. Ғәзиз уның һығылмалы ҡулдарына, клавишаларға бер-бер артлы етеҙ төшкән бармаҡтарына ҡарап баш сайҡаны:
– Ике ҡул менән уйнайһың, ә?
– Дүрт ҡул менән дә уйнайҙар ул. Икәүләп бергә ултыраһың да уйнайһың. Мин әле белмәйем. Икенсе йәйҙә икәүләп уйнарбыҙ, йәме? Һин дә өйрән.
Гүзәл килгән көндәрҙә Ғәзиз хатта ауылдағы дуҫтарын онотоп торҙо. Ошо бала менән һөйләшеү, уны алып йөрөү малайға ҡыҙыҡ та, рәхәт тә ине. Унан әллә күпме яңы нәмә ишетте. Үҙе лә ҡыҙҙың әллә күпме һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.
...Вәғиз уны көтөү көтөргә ҡалдырып, үҙе ҡайтырға сыҡҡанда, ағаһын Ғәзиз илар сиккә етеп көнләшеп оҙатты: Гүзәл булғанға, донъяның бөтә йәме ошо мәлдә ауылда һымаҡ ине уға.
Ләкин өйгә тартҡан әллә күпме төрлө йәмдәрҙең тик бере генә булған икән Гүзәл. Малай быны һуңыраҡ аңланы. Ҡыҙ ҡалаға ҡайтҡандан һуң да көтөү сираты нисәмә әйләнеп килде. Төш мәле етһә, Вәғиз менән Ғәзиз, әлеге игеҙәктәр кеүек, һаман әйтешә лә китә торған булдылар. Үҙендә саҡта ҡәҙере беленмәгән өй эсе, ауыл урамы, саҡ ҡына айырылһаң, серле, яҡын нәмәгә әйләнә лә ҡуя. Ара алыҫлашҡан һайын ҡәҙерлерәк була бара. Кешеләр ҙә шулай икән. Вәғиз ярты көнгә генә ҡайҙалыр юғалып торһа, Ғәзиз уны юҡһынып интегә. Ситкә китһә, һағынып бер була.
Вәғиз... Хәҙер бына уның менән дүрт йыл күрешкәндәре юҡ. Дүрт йыл... Ике йыл армияла булды Вәғиз. Ул ҡайтып етә торған яҙҙа Ғәзиз китте. Тағы ике йыл. Госпиталдәге, дауаханалағы һанһыҙ көндәрҙе ҡушҡанда, дүрттән артып та китә. Ишетһә, ике меңләп саҡырымлыҡ алыҫлыҡҡа ҡарамай, бәлки, юллап табып, килеп күрер ине. Әммә хәбәр итерлек форсат юҡ: хат яҙыу түгел, ҡуҙғалырға, тороп ултырырға хәл етмәй. Вәғизде, атай менән әсәйҙе шундай һағындырған! Ә өй һуң? Ҡалҡыулыҡтағы ауыл! Дим туғайы! Бөгөлдәге ятыу!..
Ҡыҙыҡ үҙгәрә икән кешенең тойғоһо. Ғәжәп ҡыҙыҡ. Хеҙмәткә киткәндә Ғәзиз юлда уҡ өйҙө, ауылды һағынып интегә башланы. Бер-ике айҙан, сит илгә эләккәс, үҙебеҙҙә, ил эсендә булғыһы килде. Еребеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөнә илтеп ташлаһалар ҙа риза ине ул. Үҙебеҙҙә үләндәр, ағастар йәшелерәк, һауа тәмлерәк һымаҡ тойолдо уға. Бында, сит илдә, урамға сыҡһаң, ҡолаҡҡа ятышһыҙ сит тел, кешеләрҙең йөҙөндә сит ҡараш, сит йылмайыу. Унда, тыуған илдә, кешеләрҙең һөйләшеүе лә яҡын, аяҡ аҫтындағы бөжәктәр ҙә ҡәҙерле. Бында бармаҡ тиреһе һыҙырылһа, дымлы һауаға айҙар буйы төҙәлмәй йөрөй. Ә үҙебеҙҙә батҡаҡ менән һылаһаң да уңалырға тора. Ярты йылдан көскә күнекте Ғәзиз. Унда ла һағыныу тотош онотолманы, күңелдең төбөнәрәк йәшеренде. Хәҙер бына үҙебеҙҙең илдәге дауаханала ята. Тегендәге хәрби госпиталь түгел. Инде ауыл ҡабат иҫкә төшә. Тағы ла тыуған йорттоң ҡарағай бүрәнә еҫе, һалҡынса тыныс һауаһы һағындыра.
Ғәзиздең уйҙарын игеҙәк егеттәрҙең вайымһыҙ көлөшөүе бүлә. Анау ҡарт шуларға ҡарап өндәшһә ни була?! Медсестраларға арыу-талыуһыҙ мыжырға белә бит. Быларға ла бер һүҙен йәлләмәһәсе. Бигерәк йүгәнһеҙ тоталар үҙҙәрен. Тауыштары баш осонда туҡтауһыҙ ҡарҡылдаған ҡарға тауышы кеүек – былай ҙа тынғылыҡ бирмәгән яраға килеп ҡағылып, йөрәккә үтерлек итеп әрнетеп ебәрә.
– Күпме ятабыҙ әле бында? – тип һорай бәхәсләшкәне. – Айҙан ашты, шикелле.
– Ашмай, ни, хәҙер инде, – ти тынысырағы.
– Ана, урамда һалдаттар. Беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә шулар араһындалыр әле. Их, тағы бер-ике ай ятырға. Ярты йылға алмай торорҙар ине.
– Барғың килмәйме?
– Нимәһе бар унда. Ана бит, берәү барып ҡайтҡан, – ул Ғәзиздең карауаты яғына ымлап күрһәтте. – Һин дә инде... Һипкәс, бер юлы хеҙмәткә бөтөнләй бармаҫлыҡ итеп һибергә ине. Барыбер бер интегергә.
– Юрамалмы ни мин? Эйәрмә, тинем дәбаһа. Яңғыҙ мунсаға йөрөй алмайһыңмы? Тайып киткәнгә, тас, ҡулдан ысҡынып, түгелде бит. Ә бына һин – күрәләтә. Ду-рак!
– Шул хәтлем бешеүгә, асыуың үҙәгеңә үтеүгә, һин нишләр инең икән?
– Һиптең бит инде, нишләнең һуң? Һинең арҡала ят инде дарыу еҫкәп, ошондай көндө.
– Ярар, мыжыма! Бер ямандың бер яҡшыһы була, тиҙәрме әле? Ошо көндә арҡаңа рюкзак, яурыныңа автомат, янбашыңа противогаз тағып, әлһерәп йөрөр инең.
Уларҙың һуңғы һүҙе Ғәзиздең ҡолағына килеп ишетелә. Армия тураһында шулай һөйләшәләрме? Ну, егеттәр!.. Улар йәшендә Ғәзиздең бар хыялы десантник булыу ине. Физкультура уҡытыусыһына яҡынайып, артынан бер тотам ҡалмай, кәңәштәр һорап, үҙен шуға әҙерләй ине. Телевизорҙан «Тыуған илгә хеҙмәт итәм» тигән тапшырыуҙың береһен ҡалдырмай ҡарап барҙы. Десантник булырға яҙманы уға. Барыбер үкенмәне Ғәзиз. Ҡайһы ғына часҡа эләкһәң дә, гражданкала биш йылда күререңде бер йылда күрәһең. Донъяның ҡәҙерен биш тапҡыр артығыраҡ тояһың. Шуны аңламаған әле егеттәр.
Хеҙмәт мөҙҙәтенең тап уртаһында Ғәзиз бер юлы ике шатлыҡ кисерҙе. Уға, подразделениеның комсомол бюроһы секретарына, отпуск бирҙеләр. Шул көндө үк сит илдәге совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң комсомол конференцияһына делегат итеп һайланылар. Тиҙҙән Ғәзизде рота командиры саҡыртып алды.
– Һайла! – тине ул егеттең олпат буй-һынына, шатлыҡлы тулҡынланыуҙан алһыулана төшкән йөҙөнә һынаулы ҡарап. – Тыуған яғыңа ҡайтып киләһеңме, әллә конференцияға бараһыңмы? Белеп ҡуй: отпускыға хәҙер үк ҡайтып әйләнмәһәң, аҙаҡ тиҙ генә мөмкин булмаясаҡ.
Отпуск! Ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауылы! Бөгөлдәге ятыу!.. Дим туғайында йәм-йәшел үлән ҡалҡҡандыр инде хәҙер. Шул ергә мал көтөүе һибелгәндер. Бөтә туғай май ҡояшының иркә нурҙарына мансылғандыр. Уйламағанда уларҙы күреү бәхете тейә. Атай-әсәй менән, Вәғиз ағаһы менән күрешеү мөмкинлеге тыуа. Хәҙер үк күрермен, тип төшөндә лә хыялланмағайны бит Ғәзиз.
Ләкин конференция менән тап килеүе йәл. Унда бармау күҙ алдына килтергеһеҙ. Ул саҡта һин ниндәй комсомол эшмәкәре? Һайлау кәрәкмәй – әлбиттә, конференция! Ауылды һағыныу тәүге көндәрҙәге кеүек түҙеп торғоһоҙ түгел әле. Өйрәнелде инде хәҙер.
Бында килеп, ике-өс ай үткәс, йәш һалдаттарҙы Веймарға алып барҙылар. Шунда Ғәзиз музейҙа башҡорттарҙың Гетеға бүләк иткән уҡ-һаҙағы хаҡында белде. Бер ҙә ишеткәне юҡ ине, хайран ҡалды. Ғәзиздең ата-бабалары донъяның бөйөк шағирына уны 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтышлай биреп ҡалдырған. Ғорурланмаҫлыҡмы ни! Экскурсоводтың һүҙҙәренән һуң бүтән һалдаттар, Ғәзиздең башҡорт икәнен иҫләп, уға көнләшеп, йылмайып өндәштеләр: «Ай-да, башкирские джигиты!»
«Беҙ ҙә шундай кешелеклелек маҡсаты менән йөрөйбөҙ ҙә баһа, – тип уйланы егет. – Илебеҙгә осона сығып бөткөһөҙ бәлә-ҡаза килтергән фашизмдың ҡалҡып сыҡҡан ерендә тыныслыҡ һаҡлайбыҙ. Беренсе сиратта – был ерҙең үҙенең тыныслығын...»
Ошо экскурсия Ғәзизгә үҙенең һағынышлы уй-хистәренән арынып, ең һыҙғанып эшкә тотонорға этәргес булды. Ул сержанттар мәктәбендә уҡып сыҡты. Комсомол бюроһына секретарь итеп һайланылар. Конференция көндәрендә отпуск тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел. Ҡалды Ғәзиз. Аҙаҡ оҙаҡҡа һуҙылған ҙур учениелар башланды. Уның артынса, донъялағы хәлдәр ҡырҡыулашыу сәбәпле, бер кемде лә ҡайтармай торҙолар. Шулай итеп, егеттең отпускыһы бүләкләү сараһы ғына булып ҡалды. Ошо хаҡта уйланып ятып, Ғәзиз ҡапыл ҡуҙғып китте. Күрер көнө булыр микән ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауылын?! Күк үләнле Дим туғайын, бөгөл тапҡырындағы ятыуҙы? Әсәй, атайҙы, Вәғизде! Гүзәлде...
Гүзәл... Һуңғы тапҡыр ауылға ул Ғәзизде армияға оҙатҡан көндәрҙә килде. Вәт, донъяның хикмәте! Теге ваҡыттағы матур, ирәбе бала ун дүрт йәшлек алсаҡ, ҡыйыу ҡыҙға әүерелгән. Бүтән килгәндәрендә лә Ғәзизде ысынлап тороп пианинола уйнарға өйрәтә торғайны. Был юлы ла ваҡыт табылды.
Гүзәл туп-тура ҡарап һораны:
– Һәйбәт ноталар алып килдем. Клубтағы теге пианинола уйнап ҡарарбыҙмы? Дүрт ҡул менән.
Ғәзиз ҡыҙ баланың уҡтай ҡарашынан ҡаушап китте.
– Әгәр һин теләһәң...
Ғәжәп, был юлы уйнағанда Ғәзиз тулҡынланды. Уның күҙҙәре ноталарҙа, бармаҡтары клавишаларҙа булһа, уйҙары ҡунаҡ ҡыҙҙа ине. Был тиклем зифа буйлы ҡыҙҙар тыуыр икән донъяға... Төп-төҙ йәш ҡайынға ла, һылыу аҡҡошҡа ла, хатта фәрештәгә лә сағыштырып булмайҙыр, моғайын. Бөтәһенән дә өҫтөн.
Ғәзиз пианинола нота менән ышаныслы ғына уйнарға өйрәнһә лә, әле шәп үк килеп сыҡманы. Гүзәл барыбер ҡәнәғәт булып ҡалды.
– Яҡшы, – тип ҡеүәтләне ул. – Икенсе уйнағанда тағы ла шәберәк сығыр. Бына күрерһең. Шымарғандан-шымара бараһың бит...
Икенсе уйнағанда... Бер ҡул юҡ бит инде. Һыңар ҡанат менән оса алмай интеккән ҡош кеүек, Ғәзизгә лә хәҙер ай-һай ҡыйын буласаҡ. Кейемеңдең буш еңе кәмселегеңде туҡтауһыҙ иҫкә төшөрөп торасаҡ. Гүзәл менән пианинола уйнау ҡайҙа инде...
Ғазаплы уйҙарҙан яралар нығыраҡ һыҙларға тотондо. Көсөргәнештән Ғәзиздең күҙ алдары томаланды. Ул ишек асылған тауышҡа әйләнеп ҡарап, кем икәнен айырырға тырышты, һарғылт томан эсендә ап-аҡ халат күренде. Вера! Ғәзиз уның йөҙөн айырмаһа ла, нәфис буй-һынынан төҫмөрләп таныны. Ауыртыу саҡ ҡына баҫыла биргәндәй булып ҡалды. Ләкин шунда уҡ игеҙәктәрҙең йәмһеҙ тауышы ҡолаҡҡа үтеп инде. Береһе карауатта ятҡан еренән һикереп торҙо, шикелле.
– Вера-Верочка! Кил әле, күтәреп алайым үҙеңде. Оҙаҡҡа һуҙмайыҡ бәхәсте. Ошо әҙәм һаман ышанмай, ышандырайыҡ әле.
Ғәзиз һөйләшеүселәрҙең сырайын асыҡ күрмәне, шулай ҙа Вераның ҡулдары, яурындары хәрәкәтенән, хатта тын алышынан уның ғәжәпләнеүен тойҙо, балаларса ҙур асылған күҙ ҡараштарын да шәйләгәндәй итте.
– Ну, Верочка, вәғәҙә иттең дә инде кисә. Тегендә, ординаторскийҙа...
Егеттең тупаҫ ҡулдары Вераның күкрәге тирәһендә уйнай башланы, ахыры. Аҡ халатлы матур кәүҙә тегеләй-былай сайҡалып, ҡаршылыҡ күрһәтте.
– Һеҙ нимә? Ниндәй вәғәҙә тағы?
Ике кәүҙә Ғәзиздең күҙ алдында һаман сайҡала. Ул түҙмәй тороп ултырырға, игеҙәк һыңарын ҡысҡырып туҡтатырға теләне. Тик хәлһеҙ быуындары тыңламаны, тауышы ла ни бары ыңғырашыу булып ҡына сыҡты. Ошо мәлдә ус менән сикәгә сапҡан тауыш ишетелде, медсестра менән тартышып торған егет карауатына ултыра төштө. Кинәнесенән иркен тын алып, Ғәзиз бер аҙға ауыртыуын онотоп торҙо. Күҙ алдындағы һарғылт томан да таралды. Вераның нәфрәт менән тулы осҡонло зәңгәр күҙҙәрен ап-асыҡ күрҙе. Ҡыҙ, ни өсөн ингәнлеген дә онотоп, палатанан сығып китергә ашыҡты. Ишеккә барышлай, «минең был асыуым һиңә ҡағылмай» тигәндәй, Ғәзиз яғына бер генә күҙ ташлап алды. Шул арала уның ҡарашындағы уҫал осҡон хәстәрле йылылыҡ менән алышынып өлгөрҙө. Мәңге төшөнә алмаҫлыҡ сер икән был ҡыҙҙар халҡы. Ҡайҙан килә икән уларҙың күңеленә бындай шәфҡәтлелек? Вераның ошо һуңғы ҡарашын ул ни эшләптер Гүзәлдең күҙҙәренә оҡшатты. Ғәжәп бит: бының күҙҙәре зәп-зәңгәр, Гүзәлдеке бешкән ҡарағат кеүек. Шулай ҙа бар ниндәйҙер уртаҡлыҡ. Ниндәй һуң, ниндәй? Мәңге төшөнә алмаҫлыҡ сер...
Төндә Ғәзиз яраһының ауыртыуын тоймай, тыныс, һәйбәт йоҡланы. Төш күрҙе. Бер ваҡытта ла онотолмаҫлыҡ, ғүмер буйы хәтерләрлек төш. Кеше төштө аҡлы-ҡаралы төҫтә генә күрә, тигән булалар. Ысын донъяның үҙе кеүек, төҫлө төш ине ул. Өндәге кеүек ап-асыҡ. Тау үҙәне буйлап шишмә сылтырап ағып ята. Төбөндәге аҡһыл ваҡ таштары ла үтәнән-үтә күренә. Эргәлә – бәкәлде күмерҙәй күпереп торған йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Арыраҡ – ал-ҡыҙыл сәскәлек. Саҡ ҡына түбәндәрәк – бөтә төҫтәре лә теп-теүәл ике ҡатлы йәйғор. Үҙе яп-яҡын: бер ынтылһаң, үтә сығып үткәнеңә, бала сағыңа ҡайтып инерлек кенә. Ғәзиз Гүзәлде ике ҡуллап күтәргән дә, шишмәне бер тегеләй, бер былай аша атлап йөрөй. Гүзәл һуңғы күргәндәге кеүек – инде буйы етеп килгән зифа һынлы һылыу ҡыҙ. Ебәк күлдәге аша яланғас аяҡтары, нәҙек биле, саҡ ҡына ҡалҡып килгән күкрәге үтә күренеп ҡалғандай була. Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәстәре битенә һибелеп, тартыныуҙан алһыулыҡ йүгергән яңаҡтарын, танауын, ирендәрен ҡаплай төшкән. Ғәзиздең ике ҡулы ла иҫән. Йәнгә шундай рәхәт, йөрәге шундай ярһып, тулҡынланып тибә...
Ғәзиз үҙенең йөрәк тибеше тауышына уянып китте. Ҡояштың иртәнге яҡтылығына күҙҙәрен асып ебәргәндә лә төштә кисергән рәхәтлек күңелендә йәшәй ине әле. Төш икәнен аңлағандан һуң да шатлыҡ тойғоһо бер аҙ юғалмай торҙо. Һыңар ҡулы юҡлығының алда күпме ҡыйынлыҡтар күрһәтәсәген күҙ алдына килтергәс кенә, Ғәзиз тағы әсенеүгә бирелде. Яраһы һыҙланыуынан да былайыраҡ әрнене күңеле.
Их, ул ҡәһәрле көн! Кире ҡайтарып булһа... Ни эшләр ине Ғәзиз? Һаҡлап ҡала алыр ине микән ҡулын? Бөтә тәнен тимер ярсыҡтарынан иләк кеүек тишкеләтер инеме? Бына, яҙмыштың яуыз уйнауы: ниндәй көндә бит әле! Иртәгә, хеҙмәттәш дуҫтар менән башҡорт йолаһы буйынса ҡуш ҡуллап хушлашып, бөтөнләйгә тыуған яҡҡа ҡайтам тигән көндә. Ҡалҡыулыҡтағы тыуған йортҡа, Дим туғайына, бөгөлдәге ятыуға. Әсәй-атай, туғандар янына.
Нисек килеп сыҡты әле ул көндө? Ҡотолорға мөмкин түгел инеме?
Егет инде уйы менән ауылда йөрөй башлағайны. Иртәгәһе көндө минуттар һанап көтә ине. Ҡайта торған һалдаттарҙы нарядҡа ебәрмәнеләр. Әҙерләнергә, ял итергә ҡуштылар. Ғәзизгә әҙерләнәһе юҡ. «Дембель» сумаҙаны күптән тултырылған, мундир килешле итеп рәткә килтерелгән, өйҙәгеләрҙең һәр беренә атап бүләктәр алынған. Эш бөткән. Тик торорға күнекмәгәс, көн үтмәй. Ирекһеҙҙән уйланаһың да, ғәжәпләнеп ҡуяһың. Ошо сит илдәге ике йыл хеҙмәт, бында күргән-кисергәндәр, ошо ерҙең һауаһы, тупрағы, сит телдә һөйләшкән кешеләре – бөтәһе лә Ғәзиздең тормошона айырылғыһыҙ булып ишелеп ялғанған. Ҡалдырып китеү йәл, яманһыу. Шул уҡ ваҡытта тыуған ауыл да һине ашҡынып көтә...
Бында тормош үҙенсә дауам итә. Ана, бер төркөм егеттәр полигонға китергә йыйына. Взвод-взвод менән теҙелешеп баҫҡандар. Әллә нисәмә взвод. Ер шарындағы ошо бәләкәй генә бер ерҙең именлеген һаҡлау өсөн ни хәтлем ир-уҙаман тыуған илен ҡалдырып килгән.
– Иптәш өлкән сержант! Батальон командирына!
Ғәзиз үҙенә өндәшкән һалдатты ярты һүҙҙән аңлап, командир янына йүгерҙе.
– Джигит, миленький! Ярҙам ит, ҡотҡар, – тип ҡаршыланы уны командир. – Кеше етешмәй, һин бит взвод командиры вазифаһын башҡара торғайның. Бар әле беҙҙең менән полигонға. Һуңғы тапҡыр.
«Джигит» – Ғәзиздең һалдаттар араһындағы ҡушаматы. Теге уҡ-һаҙаҡты ишеткәндән һуң, хөрмәтләп тағылғайны был исем. Батальон командирына ла барып еткән икән. Приказ менән ҡушаһы урынға, шулай инәлеп һорап торғас, нисек тыңламайһың? Юҡ, Ғәзиз полигонға бармай ҡала алмаҫ ине. Артабан?..
Яралар, яралар... Ошо палатала ятҡан бөтәһенең яраһын бергә ҡушһаң да, Ғәзиздекенә етмәҫ. Күп түгелме һуң бер башҡа? Ыңғырашмаҫҡа тырышып, ул ирендәрен сәйнәп иҙгеләп бөттө, тештәрен ҡыҫып, яңаҡтарын һыҙлатты. Иҫән ҡулының бармаҡтарын ауырттырғансы йомарланы, һис баҫылмай был яралар. Тағы гангрена микән ни? Теге наркоздан һуң өс-дүрт көн үтеүгә ауыртыуы кәмей төшөргә тейеш ине бит. Вера инһә генә, һыҙлауы әҙ-мәҙ туҡтап тора торғайны. Уныһы ла инмәҫ булды. Өркөттө бынау бәндәләр.
Артабан...
Һалдаттар блиндаж ҙурлыҡ траншеяларҙан граната ташланы. Ғәзиздең взводы әлеге батальон командирының траншеяһына эләкте. Бөтәһе лә ғәҙәттәгесә барҙы. Һалдаттар сиратлап траншеяға килә торҙо, «джигит» менән батальон командиры һәр береһенә тағы бер ҡат ентекләп өйрәтеп, ташлата торҙо. Көн дә һиҙелмәҫтән кискә ауышты. Аҙаҡҡы отделениеның сираты еткәс, батып барған ҡояшҡа иғтибар итеп, Ғәзиз һөйөнөп ҡуйҙы.
Ләкин бер егет ҡаушаны. Инструкция буйынса, траншеяла Ғәзиз менән офицерҙың уртаһында тора ине ул. Запалдың сөйөн һурғас, гранатаны алдағы сәпкә ырғытыр алдынан ҡапыл ҡулынан төшөрҙө лә ебәрҙе. Лимон ҙурлыҡ ҡына тимер траншея төбөнә, Ғәзиз менән йәш һалдаттың икеһенең аяҡ араһына килеп ятты. Дүрт секундтан шартларға тейеш. Батальон командирының буйы етерлек түгел – эйелеп алып өлгөрмәйәсәк... Ғәзиз, йәшен тиҙлегендә хәл итеп, үҙе алып ырғытырға ергә үрелде. Бер юлы офицер ҙа ынтылды. Тик тар траншеянан сығып ҡасырға тырышып та, быуындары хәлһеҙләнеп, сыға алмай аҙапланып ятҡан һалдат икеһенә лә ҡамасауланы. Гранатаға ҡул менән үрелеп етеп булманы. Нисә секунд үткәндер, ташлап өлгөрмәҫен аңлағас, Ғәзиз йомро үлем йомғағын итек башы менән траншеяның ситенә тибеп ебәрҙе лә, үҙе әллә ниндәй көс-ҡөҙрәт табып, һалдат менән офицерҙың икеһен бер юлы арғы мөйөшкә этәреп, уларҙы кәүҙәһе менән ҡапланы.
Шул мәлдә ни эшләргә тейеш ине Ғәзиз? Уйланып торорға ваҡыт юҡ ине. Бөтәһе лә үҙ ихтыярынан тыш килеп сыҡты. Тимәк, ҡотолоу мөмкин булмаған. Траншеянан һикереп сығып, ике метр ситкә ырғып өлгөрһәң, граната ярсығы түгел, тырнаҡ менән сиртеүҙән дә ҡотолаһың. Ә комбат, теге йәш һалдат? Юҡ, был мәл мең тапҡыр кире ҡайтһа ла, Ғәзиз улай итә алмаҫ ине.
Артабан?
Артабан ул бер ни ҙә хәтерләмәй. Госпиталдә аңына килде. Ҡайҙа ятҡанына ла төшөнөп өлгөрә алманы, тәҡәтһеҙ ауыртыуҙан тағы иҫен юғалтты. Нисә көн шулай ҡабатланғандыр. Йәш бала кеүек яңынан иҫ белә башлағанда, һул ҡулы терһәктән юҡ ине. Муйындан түбән тотош аҡ марля менән сырмалған тәнен төрлө ерҙән ҡыҙыл таптар ҡалҡып сыбарлаған.
Батальон командирына бер ни ҙә булмаған. Госпиталгә Ғәзиз янына ул ҡабат-ҡабат килеп сыҡты. Ингән һайын «Нихәл, батыр джигит!» – тип һаулашты. Уның талабы буйынса Ғәзизде иң һәйбәт табиптар ҡараны, иң һирәк осрай торған дарыуҙар табылды.
Баш осонда өҙлөкһөҙ дежурҙа ултырған һалдаттар теге йәш егеттең аяғы ғына ике-өс урындан еңелсә телгеләнгәнлеген әйтте. Ул инде һауығып та сыҡты. Исемен дә белмәй ҡалғайны Ғәзиз. Егет аҙаҡ уның янына килеп, күҙ йәштәре менән рәхмәттәр уҡыны. Йәшәү менән үлем араһында яфаланған кешегә рәхмәт һүҙе ишетеү ҡайғыһы инеме?..
Бер аҙҙан Ғәзизде үҙебеҙҙең илгә ҡайтарып, иң һәйбәт дауаханаларҙың береһенә һалдылар. Ҡырҡылған ҡулға юлда гангренамы, ниҙер булған. Килгәс, наркоз менән тағы 5-6 сантиметр киҫеп ташланылар.
Аңына килеп, үҙенең иҫән икәнлеген аңлағас, Ғәзиздең өйөнә ҡайтҡыһы килде. Һинең ыңғырашыуыңды, ауыртыуҙан ғазапланыуыңды, бүтән мәшәҡәттәреңде сит кешеләр күрмәһен. Ирендәрең сатнап кибеп, тамағыңа бер иле төйөр ултырып һыуһағанда, ауыҙыңа балғалаҡ менән әсәйең, һис юғында берәй яҡын туғаның һыу тамыҙһын. Тәнеңдә хәлең ҡалмаһа, һуңғы минуттарыңда күҙең уларға төбәлһен. Өйҙә, бары тик өйҙә генә...
Вераның яғымлы ҡараштарын, яраларҙы бәйләгәндәге хәстәрле йомшаҡ ҡулдарын тоя башлағас ҡына шул тойғоһонан әҙерәк һүрелде Ғәзиз.
Ә хәҙер ул юҡ. Нисә көн икән күренмәй? Игеҙәктәр тупаҫ биҙҙерҙеләр ҙә, бер ни булмағандай тағы өс-дүрт көн ятып, дауахананан сығып та киттеләр. Икеһен бер үк көндә оҙаттылар. Палата эсе тып-тын булып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барып, кемдәрҙең башын ҡаңғырталарҙыр инде улар? Ғәжәп был донъя. Тын палата бер аҙ толҡаһыҙланып китте. Шуларҙың сутырлашыуына ла өйрәнелгән икән. Күңелһеҙ булып ҡалды. Мыжыҡ ирҙең дә тауышы сыҡмай. Мөйөштәге малай инде күптән тынды. Йоҡоһонан уянып, сәңгелдәк өҫтөндә эленгән уйынсыҡтарға текләп аптыраған сабый кеүек, түшәмгә төбәлеп, өнһөҙ тик ята.
Ғәзиздең хәле саҡ ҡына яҡшырҙы. Яраларының һыҙлауы бер-бер артлы баҫыла барҙы. Бәләкәсерәктәре бөтәшеүгә табан китте. Улар урынына егеттең күңелендә хәсрәт көсәйгәндән-көсәйҙе.
Ҡулһыҙ ни эшләргә? Һыңар ҡул менән нисек йәшәргә? Әсәй, атай, бахырҙар, аңлар, үҙҙәренең хәсрәтен белгертмәҫкә тырышыр. Вәғиз дә, башҡа туғандар ҙа йыуатҡан булыр. Ләкин халыҡ араһына нисек сығырға? Зәғиф ҡулыңды, әле юрған аҫтына йәшереп ятҡан кеүек, гел йәшереп йөрөп булмаҫ бит. Ә Гүзәл?!!
«А-ай! Сәстәрҙе бөртөкләп йолҡорғамы? Ишетәһегеҙме, кешеләр, кем бар унда? Бер нисек тә үҫтереп булмаймы ҡулымды яңынан? Ни эшләргә миңә? А-а-а!»
Ғәзиз, аяҡ-ҡулы тартышҡандай, карауатында бөгәрләнеп сәбәләнә башланы. Күҙ алды томаланды...
Көтмәгәндә һары томан эсендә Вераның яғымлы йөҙө, хәстәрле зәңгәр күҙҙәре салынып ҡалды. Йылы ҡулдары маңлайҙы һыйпап үткәндәй булды. Ысынлап та, Вера. Ауырыуҙың хәлен тулыһынса аңлаған наҙлы күҙҙәре менән ҡараны егеткә.
– Ауыртамы, Ғәзиз? Хәҙер үтә ул, йән киҫәгем. Хәҙер, хәҙер, түҙ инде саҡ ҡына.
Ғәзиз тыныслана төштө, һуңғы көндәрҙә тәүге тапҡыр өндәшергә хәле етте.
– Нимә тип ҡысҡырҙым мин, Вера?
– Ҡысҡырманың. Ыңғырашып, бөгәрләндең.
Их, ыңғырашмаҫҡа ине лә!..
Вера ауырыуҙың карауаты ситенә ултырҙы. Ғәзиздең маңлайын, сикәләрен йылы устары менән һыйпай-һыйпай һөйләште.
– Былай ҙа түҙемһең һин, Ғәзиз. Врачтар таң ҡала. Салауат тоҡомо. Һеҙҙең Салауат тураһында ишеткәнем бар ине. Һинең башҡорт икәнеңде белгәс, ҡыҙыҡһынып, уның хаҡында яңынан уҡып сыҡтым. Ғәжәп кеше булған икән. Дүрт тапҡыр яраланған, ҡот осҡос язалағандар, сирек быуат каторгала интеккән. Ә рухын һындыра алмағандар. Шағир булып ҡалған. Шундай тоҡомдан икәнһең һин.
– Вера, дөрөҫөн генә әйт әле, гангрена ҡурҡыныс түгелме? Иҫән ҡалырмынмы мин?
– Что ты, что ты?! Әлбиттә, һауығаһың. Дөрөҫөн генә әйтәм: ундай икеләнеү бар ине бер саҡ. Хәҙер үтте. Хәҙер һүҙ һинең ҡасан тиҙерәк һауығыуың тураһында ғына булырға тейеш.
– Ысынмы? Бүтән кешеләр кеүек урамда – саф һауала йөрөй алырмынмы икән?
– Ышан миңә. Исемем Вера бит, шуға ышанып әйтәм, Ғәзиз. Ой, саҡ онотмағанмын! Бөгөн генә юлдан ҡайттым, Ғәзизчик. Баш врач ебәргәйне. Үҙебеҙҙең өлкә үҙәгенә. Унда ортопедия институтында ла булдым. Һин бер аҙ хәлләнгәс, шул институтҡа күсерәләр. Ҡулыңа протез ҡуясаҡтар. Күлдәк йә костюм кейеп ебәрһәң, башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмаҫһың…
Протез?! Ғәзиз был һүҙҙе ишеткәс, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Тик тәне ауыртыуҙан кире мендәргә һөйәлде. Хәлһеҙ аҡ йөҙөнә һүрән нур йүгереп үтте. Күҙҙәре шатлыҡлы янды. Протез! Ни эшләп элегерәк иҫенә төшмәгән Ғәзиздең? Ул мөмкинлек тә бар бит әле. Исмаһам, кейгән кейемдең буш еңе һәлберәп, күҙгә салынып тормаясаҡ. Егет өҙөлгән ҡулын яңынан ялғарға мөмкинлек тыуғандай ҡыуанды. Ә күҙҙәре Вераға һораулы төбәлде. Бөтә булған хәлен йыйып, шыбырлап һораны:
– Ә уның менән берәй нәмә күтәреп буламы? Ике ҡуллап.
– Була, нишләп булмаһын.
– Күпме ауырлыҡта?
Егеттең уйҙарын һиҙенгәндәй яуапланы Вера:
– Борсолма. Теләһәң, һөйгәнеңде лә күтәреп йөрөтә алырһың.
Ғәзиз көтөлмәгән ҡыуаныслы кисерештән бер аҙ онотолоп торҙо. Күҙ алдына төштәге тау үҙәне килеп баҫты. Тап-таҙа шишмә сылтырап ағып ята. Эргәлә – бәкәлде күмерҙәй күпереп торған йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Арыраҡ – ал-ҡыҙыл сәскәлек. Саҡ ҡына түбәндәрәк – бөтә төҫтәре лә теп-теүәл ике ҡатлы йәйғор. Бер ынтылһаң, үтә сығып, үткәнеңә ҡайтып инерлек кенә. Ғәзиз, ике ҡулы менән Гүзәлде күтәреп, шишмәне аша атлап үтә. Гүзәл, һуңғы күргәндәге кеүек, үҫеп, буй етеп килгән һылыу ҡыҙ. Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәстәре алһыу битенә һибелеп, яңаҡтарын, танау, ирендәрен ҡаплай төшкән. Ғәзиздең ике ҡулы ла теүәл. Береһенең протез икәне беленмәй ҙә! Йәнгә шундай рәхәт, йөрәге шундай ярһып, тулҡынланып тибә.
Ошо мөғжизәле күренештең ысынбарлыҡта ҡабатланыу мөмкинлеге бар микән ни донъяла? Бындай мәл өсөн бөтә ҡалған ғүмерен һораһалар ҙа йәлләмәҫ ине ул...
Вераны мыжыҡ ир саҡырып алды. Ҡыҙ, Ғәзиздән ғәфү үтенеп, уның янынан китте. Наҙлы тауышы менән инде тегенең сәләмәтлеген һораша башланы.
Яҡты хистәр Ғәзиздең хәлен бер аҙ еңеләйтеп ебәрҙе. Кем менәндер һөйләшкеһе, күңелен бушатҡыһы килде. Вера палатанан сығып киткәс, ике карауат аша ятҡан шул иргә өндәште:
– Һеҙ ҡайһы яҡтан, ағай?
Бығаса ғазап эсендә өнһөҙ ятҡан ауырыуҙың үҙенә өндәшеүенә аптырай төшөпмө, бүтән төрлө ҡыҙыҡһыныуҙанмы, оҙон танаулы был ир, Ғәзизде тәүге тапҡыр күргәндәй баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла, салҡан ятҡан килеш, шым ғына һөйләп алып китте.
– Ҡайһы яҡ тип әйтәйем? Ҡайҙа ғына булманым, ҡайҙарҙа йәшәмәнем. Хәрби кеше мин. Аяҡ баҫмаған урын ҡалмағандыр. Тыуған еремде күрмәгәнгә илле йыл. Алты йәштә атайым (ул да офицер ине) бөтәбеҙҙе күсереп алып китте. Тәүҙә уға эйәреп, аҙаҡ үҙем – ике-өс йыл һайын урын алмаштырып тик йөрөлдө. Ҡайҙа ла бер миңә. Онотолған инде тыуған яҡ. Шулай ҙа ғәжәп, йыш ҡына ап-асыҡ булып төшкә инә. – Ул тамырҙары ташып торған ҡытыршы ҡулы менән сикәһендәге ҡара шырт йөндәрен һыйпап ҡуйҙы. – Тәүге тапҡыр килеп эләктем бындай йортҡа. Күпме йәшәп, бер ваҡытта ла грипп менән дә ауырығаным юҡ ине. Донъяны бер итеп йөрө лә, тар бүлмәгә, ошо карауатҡа ҡаҙаҡланып ят. Сығырыңдан сығырһың. Ҡасан ҡотолона инде...
Һүҙсән булып сыҡты был. Ғәзиз ихлас тыңланы. Тағы күпме һөйләр инелер – бүлдерҙеләр. Ҡапыл ишек асылды ла Вераның шат йөҙө күренде. Ашығыуҙан тыны бөтөп Ғәзизгә өндәште:
– Ғәзизчик! Родненький мой! Һиңә килделәр. Хәҙер аҫҡа төшөп үҙем алып киләм.
«Кем булыуы мөмкин?» тип Ғәзиз баш ватырға ла өлгөрмәне, палатаға тәүҙә үҙ ҡыуанысын кисергәндәй ҡәнәғәт йөҙлө Вера, уның артынса урта буйлы, баһадир күкрәкле мыҡты йәш егет килеп инде. Аҡ халат уның ни бары яурынын ғына ҡаплағайны. Оло ҡара костюмы ла тар был егеткә: төймәләре тартылып тора. Маңлай өҫтөнә төшөрә биреберәк ҡырын уратып таралған сәсе, уйсан күҙ ҡараштары Ғәзизгә шундай таныш.
«Вәғиз!.. Ысынлап та, һинме был? Ҡалҡыулыҡтағы тыуған ауыл, Дим туғайы, Бөгөлдәге ятыу... – әҙәм аяғы баҫмаҫлыҡ, хыял осоп етмәҫлек алыҫлыҡта һымаҡ ине бит. Шул ерҙәрҙән килдеңме һин, Вәғиз? Тыуған ерҙең күреп туймаҫлыҡ наҙлы нурын, һулап туймаҫлыҡ татлы еҫен алып килдеңме? Ниндәй рәхмәттәр әйтергә һиңә, Вәғиз?..»
Вәғиз палатаға ингәс, бөтә ауырыуҙарға күҙ йөрөтөп, Ғәзизде эҙләп тапты ла, уның ап-аҡ ябыҡ йөҙөн күргәндән һуң, үҙ күҙҙәренә ышанмай, артҡа сигенгәндәй итте. Аҙаҡ яй ғына карауаты янына килеп, көслө ҡулдары менән уны ятҡан еренән яурынынан ҡыҫты.
– Ғәзиз, туғаным!
Ғәзиз, йылмайып, хәлһеҙ баш ҡаҡты. Күрешеү шатлығынан икеһе лә бер аҙға ғына өнһөҙ ҡалып торғандан һуң, алмашлап хәл һораштылар. Ғәзиз тураһында өйгә күптән хәбәр иткәндәр. Уның янына үҙебеҙҙең илгә сығарғас ҡына килергә ҡушҡандар. Часть командирының хәбәренән тыш, батальон командиры ла, Ғәзиздең иптәштәре лә һаман хат яҙып торалар икән.
– Һинең янға атай менән әсәй йыйынғайны, – тине Вәғиз, – мин инәлеп һораным. Колхоз председателе көн бирҙе – бер аҙна. Атай ризалашты, әсәйҙе лә күндерҙе. Улар мин ҡайтҡас киләләр.
Ғәзиз ауыл яңылыҡтарын ентекләп һорашты. Гүзәл тураһында ғына өндәшергә баҙнат итмәне ул. Аҙмы-күпме ваҡыт һөйләшкәс, табиптарҙың палатала оҙаҡ торорға ҡушмағанын, бында тағы-ике өс көн буласағын белдереп, алып килгән әйберҙәрен, күстәнәстәрен тапшырҙы. Сығыр алдынан Вәғиз ул ҡыҙҙы үҙе иҫкә төшөрҙө:
– Гүзәл килгәйне беҙгә. Хәтерләйһеңме, әсәйҙең ҡалалағы әхирәтенең ҡыҙы. Шундай ҡыҙыҡ, илгәҙәк, һаман бала сағындағы кеүек.
Ғәзиздең тәнендәге бөтә яралар бер юлы ҡуҙғалып киткәндәй итте. «Ниңә иҫкә алды уның исемен? Тағы ни әйтер Гүзәл тураһында? Ни әйтер тағы?»
– Эй, ныҡышмал икән үҙе. Сәғәттәр буйы клубта пианино менән булашып тик ултыра. Бер көй сығарҙы беҙҙә саҡта, һиңә арнаған.
Ғәзиз, күҙҙәрен ағаһынан йәшереп, ситкә текәлеп тыңлап ятҡан еренән тиҙ генә боролоп, ышаныр-ышанмаҫ һораны:
– Миңә?
– Эйе. Беләһеңме, шуны тыңлатыр өсөн өй эсендә беребеҙҙе ҡалдырмай клубҡа эйәртеп алып барҙы. Һәйбәт көй килеп сыҡҡан ысынлап та. Миңә бик ныҡ оҡшаны. Үҙе исемен дә әйтә ине әле. Нимә тиҙәр әле һүҙһеҙ көйҙәрҙе? Н...
Ғәзиз инструменталь жанрҙарҙың белгәндәрен теҙеп һораны:
– Соната? Увертюра? Рондо?..
– Юҡ.
– Фантазиялыр, бәлки? Прелюдия йәки этюдтыр?
– Юҡ, «Н» хәрефенә ул. Һағышлы ла, өмөтлө лә булырға тейеш, тип аңлата ине үҙе.
– Ноктюрн?
– Шулай шикелле. Эйе, иҫкә төштө. Шулай – ноктюрн. Тағы, минең китерҙе белгәс, һиңә тауҙай сәләм әйтергә ҡушты. Бойоҡмаһын, тине. Өс ҡул менән дә уйнап була, бик һәйбәт килеп сыға ул, ти. Осрашҡас, ошо көйҙө икәүләп өс ҡул менән уйнарбыҙ, тине. Онотма, әйт, тип ҡат-ҡат һорап ҡалды.
Ғәзиздең ҡапыл күңеле тула башланы. Шатлыҡтан илаған кешеләргә ул элек аптырай торғайны. Нисек инде – ҡыуан да, ила ла? Ике ҡапма-ҡаршы тойғо... Хәҙер инде ышанды: күҙҙән йәш сығыр хәлгә еткереп тә тула икән шул күңел. Әммә барыбер иламаны егет. Ҡолағы төбөндә Гүзәл яҙған ноктюрн яңғырап киткәндәй тойолдо. Ғәзиздең алдағы тормошо хаҡында ине был көй. Һағышлы ла, өмөтлө лә...