

– Эльвира Ринат ҡыҙы, белеүебеҙсә, Башҡорт теле йылын уҙғарыуҙың төп маҡсаты – туған телебеҙҙе популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Ошо юҫыҡта башҡарылған эштәр менән ентекләберәк таныштырһағыҙ ине.
– Билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса методик күрһәтмәләр ғинуар айында әҙерләнде. Башҡорт теле йылының һәр бер айын айырым йүнәлешкә арнарға ҡарар иттек. Республикабыҙ район һәм ҡалаларында тематик дәрестәр, мастер-кластар, конкурстар үткәрелде. Был сараларҙы ойоштороуҙа төп шарт – үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәтте, билдәле хештегтар ҡулланып, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу ине.
Мәҫәлән, ғинуар айының йүнәлеше «Башҡорт теле – дәүләт теле» тип аталды (хештегы – #дәүләт). Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде, социаль селтәрҙә территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттары булдырылды, башҡорт телендәге алтаҡталарҙа, баннерҙар әҙерләүҙә, социаль рекламала хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү эше башланды. Бигерәк тә Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Яңауыл, Көйөргәҙе райондарында әүҙем эшләнеләр. Байтаҡ райондарҙа Башҡорт теле йылы башланыуҙы тантаналы байрам рәүешендә үткәрҙеләр, район башлыҡтары һәм урынбаҫарҙары төрлө сараларҙа башҡортса сығыш яһаны.
Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ағиҙел ҡалаларында, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ райондарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар ойошторолдо.
Февралгә «Башҡорт теле – заманса тел» атамаһы бирелде (хештегы – #интерактив). 21 февралдә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған диктант үткәрелде. Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә уҙғарылған диктантты башҡорт, татар, рус, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә теләгән бер кеше яҙа алды. Был сарала региондарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты. Барлығы 50 418 кеше яҙһа, шуның меңдән ашыуы сит төбәктәрҙән ине.
Март айының йүнәлеше «Башҡорт теле – ғаилә теле» булды (хештегы – #ғаилә). Был айҙа уҙғарылған иң сағыу ваҡиғалар иҫәбенә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған «Етегән» байрамын, 21 ғаилә ҡатнашлығында уҙған «Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре» фестивален (Октябрьский ҡалаһы) индерергә мөмкин.
10–17 мартта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы үтте, Ҡыйғы районынан Нәзилә Низамова еңеүсе тип танылды.
Февраль-март айҙарында Борай районында «Халҡым йолалары – күңел көҙгөһө» балалар фольклориадаһы һәм ауыл клубтары араһында фольклор фестивале ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Быйылғы фестиваль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Башҡорт теле йылына арналғайны, унда 21 фольклор коллективынан 500-гә яҡын үҙешмәкәр сәнғәт хеҙмәткәре ҡатнашты. Һәүәҫкәр артистар «Кис ултырыу», «Шәл бәйләү өмәһе», «Орсоҡ өмәһе», «Килен сәйе» йолаларын сәхнәләштерҙе. Йәш быуынға «Беҙ – һуғыш осоро балалары», «Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар» күренештәре күрһәтелде. Ошондай йола байрамдары аша туған телебеҙгә хөрмәт хисе тәрбиәләнә лә инде.
«Етегән» байрамының «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында Дилфәр һәм Светлана Тимерғәлиевтар ғаиләһе еңде
Апрелдең йүнәлеше «Башҡорт теле – әсә теле» булды (хештегы – #әсә). Был айға планлаштырылған күп саралар, эпидемиологик хәл ҡатмарлашыу сәбәпле, күсерелде йәки онлайн форматта үткәрелде.
25 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, интернет селтәре аша онлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалалары халҡы, Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант 305 600 кешене берләштерҙе! Әйткәндәй, былтыр үткәрелгән Халыҡ-ара диктантты 69 687 кеше яҙғайны. Сара уҙғандан һуң ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә үҙ тәьҫораттары, фотоһүрәттәре менән бүлеште. Быйылғы диктанттың үҙенсәлеге шунда – уны төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яҙырға мөмкин ине.
Күпселек райондар Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа ла дәррәү ҡушылды. Асҡын, Борай, Бәләбәй, Белорет, Ҡалтасы, Тәтешле районы, Сибай, Өфө ҡалаларының уҡыу йорттарында онлайн дәрестәр үтте.
– Белеүебеҙсә, һәр айҙың йүнәлеше теге йәки был ваҡиғаға бәйле. Шуға ла май айының Рәсәй халҡы өсөн иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналыуы тәбиғи. Ниндәй саралар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы?
– Эйе, май айы «Башҡорт теле – еңеүселәр теле» билдәһе менән үтте (хештегы – #9май). Онлайн форматта төрлө акциялар, конкурстар, флешмобтар ойошторҙоҡ. Асҡын, Бүздәк, Дәүләкән, Мәсетле, Ишембай, Баймаҡ, Яңауыл, Салауат райондары, Салауат, Сибай ҡалалары әүҙемлек күрһәтте.
Иҫтәлекле датаға арнап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитет ағзалары, аппарат хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын яттан һөйләне. Теләгән кеше видеояҙманы социаль селтәрҙәрҙә ҡарай ала.
21 майҙа яҙған Республика этнографик диктантында ҡырҡҡа яҡын Рәсәй төбәгенән, Канада, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Вьетнам, Әрмәнстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстандан, Молдова Республикаһынан барлығы 18 465 милләттәшебеҙ ҡатнашты. Ғөмүмән, мөһим датаны иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарырға, бигерәк тә йәш быуынды ошо сараларға йәлеп итергә тырыштыҡ.
Борайҙар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күренеште сәхнәләштерә
Июнь «Башҡорт теле – халыҡ теле» темаһына бағышланды (хештегы – #фольклор). Был айҙың бурыстары – урындағы фольклорҙы өйрәнеү, халыҡ уйындарын популярлаштырыу, шәжәрә төҙөү, спорттың этник төрҙәре буйынса ярыштар, тиҙәйткестәр уҡыу, йомаҡ ҡойоу буйынса флешмобтар үткәреү, китапханасылар өсөн семинарҙар, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар уҙғарыу. Ошоға бәйле башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ сара ойошторолдо. Мәҫәлән, Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған флешмобҡа Стәрлебаш, Ҡалтасы, Борай, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Балтасы, Салауат, Әлшәй райондары, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Межгорье, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары дәррәү ҡушылды.
Ҡалтасы районының Красный Холм 2-се һанлы урта мәктәбенең «Ынйылар» балалар фольклор түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр фольклор һәм йола байрамдарында бик әүҙем ҡатнаша. Ауылдың «Нефтселәр» мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапханаһында «Ватан» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындары ойоштора.
Йәй миҙгеленең икенсе айы – июль «Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле» (хештегы – #дуҫлыҡ) исеме менән үтте. Маҡсатыбыҙ – туған тел халыҡ тарафынан әүҙем ҡулланылһын өсөн мауыҡтырғыс даирә булдырыу ине.
Борай, Ҡалтасы, Мәсетле райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһында ҡатнаштылар, социаль селтәрҙәрҙә фото һәм видеояҙмалар ҡуйылған. «Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле» флешмобында шиғыр һөйләргә, йырларға һәм дуҫлыҡ тураһында мәҡәл белергә кәрәк ине. Бүздәк районында, мәҫәлән, балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙән алып «Ағинәйҙәр» клубы ағзаларына тиклем төрлө йәштәгеләр ҡатнашты, кескәйҙәр араһында «Башҡортостан – дуҫлыҡ иле» рәсемдәр конкурсы үтте. Борайҙа Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә арналған «Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә» флешмобы уҙҙы.
Ата-бабаларыбыҙ ҡоролоҡ ваҡытында элек-электән ямғыр теләү йолаһын атҡарған. Ауыл халҡы тауға менеп, ваҡ таштар йыйған һәм уларҙы һыуға һалған, ҡорбан салып, аят уҡыған. Федоровка районы Юлдаш ауылы ағинәйҙәре ошо йоланы башҡарҙы. Бишбүләк районы Аҙнай ауылынан Фәүзиә Әхмәтова иһә ауылдаштарына милли ризыҡ әҙерләү серҙәрен өйрәтте. Оҫтабикә ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатып күрһәтте.
Сибай ҡалаһы «Әкиәт» балалар баҡсаһында «Һабантуй» уҙғарылды. «Йәшерәм яулыҡ», «Тирмә», «Тоҡ кейеп йүгереү», «Йомортҡа менән уҙыш», «Арҡан тартышыу» кеүек башҡорт халыҡ уйындары балалар күңеленә хуш килде.
Мишкә районы һәм Нефтекама ҡалаһы башҡорттары «Башҡорт ырыуҙары» флешмобына ҡушылды. Стәрлетамаҡ районында мәктәп музейҙары буйлап онлайн-экскурсия үтте. Был сара райондың 90 йыллығын билдәләү сиктәрендә уҙғарылды. Тыуған яҡҡа арналған ижади конкурс та иғлан ителде.
«Диктантты ғаиләбеҙ менән яҙҙыҡ!» – ти Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Ф.Юнысова
Августың йүнәлеше «Башҡорт теле – юлдаш теле» булды (хештегы – #юлдаш). Был айҙа туған телдә телетапшырыуҙар һәм фильмдар ҡарау, радиотапшырыуҙар, подкастар, аудиокитаптар менән танышыу, билдәле шәхестәр, ижади төркөмдәр ҡатнашлығында телекиноуҙыштар ойоштороу ҡаралғайны.
Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған саралар юғары кимәлдә уҙғарылды. Шағирҙың нәҫел төбәге, тыуған ере һәм һуңғы төйәге булған Мишкә, Дүртөйлө һәм Йылайыр райондары араһында шағир исемен мәңгеләштереүгә арналған сараларҙа хеҙмәттәшлек итергә килешелде.
– Башҡорт теле йылы сиктәрендә йәйге ял осоронда балалар өсөн ниндәй саралар ойошторолдо?
– Республиканың күп райондарында мәктәп эргәһендәге лагерҙар онлайн форматта үтте. Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе ҡарамағындағы «Йәйғор» йәйләү лагеры «Тыуған яҡ буйынса сәйәхәт» исеме аҫтында ойошторолдо. Балалар ял ваҡытында 21 туҡталышта булды: «Сәйәхәт башы», «Туған әҙәбиәт», «Туған телдәр көнө», «Туған моңдар», «Ғаилә бәхете», «Милли кейемдәр матурлығы», «Ғөрөф-ғәҙәттәр», «Милли бейеүҙәр» һ.б. Саралар мауыҡтырғыс һәм күңелле үтте.
Дүртөйлө районының Н.Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы базаһында ла бына инде дүрт йыл «Йәйләү» лагеры эшләп килә, ул Мәрйәм Бураҡаеваның программаһына нигеҙләнгән. Йәйләү – ул рухи ял итеү, һәләттәрҙе асыу, яңы һөнәргә өйрәнеү, бығаса белмәгән мәғлүмәттәрҙе туплап, зиһен яҡтыртыу, туған телде байытыу, аралашыу, дуҫтар табыу төйәге. Баланың тәбиғи һәләтен асыу маҡсатында туған тел мөхите булдырыу, һәр яҡлап үҫешенә шарттар тыуҙырыу, сәләмәтлеген нығытыу өсөн балалар уйындары, спорт ярыштары үткәреү, сәйәхәттәргә алып сығыу, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү, туған телдә йырҙар башҡарыу, ырыу тарихы аша үҙ халҡыңдың тарихын өйрәнеү кеүек эштәр башҡарылды.
Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Ш.Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған сарала
2020 йылдың 27 июленән 5 авгусына тиклем Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт гимназияһында башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» профилле онлайн-сменаһы үтте. Программа мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле ине: уйындар, виртуаль экскурсиялар, онлайн марафондар, интерактив квестар һәм челлендждар, ребустар һәм йомаҡтар, бейеүҙәр, йырҙар һ.б. 1 сентябрҙә әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар грамоталар һәм бүләктәр алды.
Өфө ҡалаһы Киров районының 23-сө, 144-се, 170-се балалар баҡсаларында «Башҡорт фольклоры һәм халыҡ уйындары көнө» тигән тематик саралар ойошторолдо. Балалар башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡумыҙ менән танышты, яратҡан башҡорт йырҙарын йырланы, әкиәттәр уҡыны. Сара бәләкәстәр күңелендә башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Көҙгө миҙгелгә билдәләнгән саралар ҙа үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте...
– Эйе, бай йөкмәткеле бихисап сара уҙғарҙыҡ был осорҙа. Сентябрь айының йүнәлешен «Башҡорт теле – ижад теле» тип билдәләнек, хештегы – #ижад. Методик күрһәтмәләргә ярашлы, һәүәҫкәр театрҙар (түңәрәктәр) булдырыу, йәкшәмбе мәктәптәре асыу, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, мәҙәни походтар ойоштороу, телде ижади түңәрәктәр аша өйрәнеү, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын тормошҡа ашырыу кеүек эштәр планлаштырылғайны.
Милли кейем байрамында республика халҡы ихлас ҡатнашты
Сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө сиктәрендә сағыу саралар уҙҙы. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә «БР халыҡтарының милли кейемдәре» тигән берҙәм дәрес, «Милли кейемдә уҡырға килдем», «Милли кейемдә эшләйем», «Милли мираҫ» флешмобтары үткәрелде. «Милли кейемдә – эшкә» флешмобына Миәкә, Ауырғазы, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Иглин, Мишкә, Нуриман, Мәсетле, Туймазы, Бишбүләк, Баҡалы, Учалы, Күгәрсен, Асҡын, Яңауыл, Ҡыйғы райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡушылды. Был тематика буйынса Стәрлебаш, Саҡмағош, Мишкә, Сәтрлетамаҡ, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Йәрмәкәй, Бүздәк райондары, Өфө, Күмертау, Ағиҙел ҡалаларында ла сағыу саралар уҙҙы.
Борай районында – «Таланттар территорияһы» йәрминкәһе һәм Милли кейем көнө, Межгорье ҡалаһында – Милли кейем парады, Ҡариҙел районында «Милли кейемдә – халыҡ мәҙәниәте» йәрминкә-күргәҙмәһе ойошторолдо. Салауат ҡалаһында тарих сәғәте, китап күргәҙмәһе, онлайн-викториналар, милли костюмдар дефилеһы, лекциялар, тематик дәрестәр уҙғарылды. Сибай ҡалаһы халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Яугүл» ҡумыҙсылар фольклор ансамбле коллективы, балалар һәм үҫмерҙәр приютына барып, йәш быуынды халыҡ уйын ҡоралдары, милли кейем өлгөләре менән таныштырҙы.
«Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа башҡорт теленән курстар эшләне. Краснокама, Баҡалы, Ҡариҙел, Шаран райондарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу аҙналары үтте.
Райондарҙа төрлө ижади кисәләр ойошторолдо. Борай ауылында – билдәле сатирик-яҙыусы Марсель Сәлимов менән «Ҡайтам әле Борайға» исемле осрашыу, Күмертау ҡалаһы үҙәк китапханаһында шағир Кинйәғәле Абдуллиндың хәтер кисәһе үтте. Межгорье ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайға арналған шиғри кисә уҙҙы. Октябрьский ҡалаһында Башҡорт теле йылына бағышланған «Борон-борон заманда» халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса дистанцион ҡала бәйгеһе булды. Салауат ҡала үҙәк китапханаһында Кәтибә Кинйәбулатованың 100 йыллығына арналған виртуаль күргәҙмә асылды.
Октябрь айы #тарих хештегы менән «Башҡорт теле – тарих теле» билдәһе аҫтында үтте. Был айҙа телде башҡорт халҡының тарихы аша өйрәнеү маҡсаты ҡуйылғайны.
Оло йылға инештән юл алған кеүек, ил тарихы ғаиләләр тарихынан башлана. 10 октябрҙә Асҡын ауылында Шәжәрә байрамы үткәрелде. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ырыуҙар парады, шәжәрәләр күргәҙмәһе, этнология мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл менән аралашып барҙы. Шулай уҡ Республика көнө, Асҡын районының 90 йыллығы уңайынан балалар һүрәттәре конкурсы, милли аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо, этнофольклор ихата, тирмәләрҙең исем туйы үтте.
Туймазы районының Ҡандракүл ауылында «Шәжәрәм минең – ҡәлғәм минең» байрамы уҙҙы. Мәҙәниәт йорто фойеһында һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды, ауылдың алты нәҫеле үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы.
Республика көнөндә мәктәптәрҙә берҙәм тематик дәрестәр уҙҙы, унда балалар республика гимнын башҡарҙы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты, һүрәт төшөрҙө, викториналарҙа ҡатнашты. Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡыйғы райондары, Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары – иң әүҙемдәр иҫәбендә.
Ағиҙел ҡала башҡорт гимназияһы Республика көнөндә уҡыу йортоноң рекреацион залында ҙур тирмә ҡорҙо. Уның эсендә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ҡул эштәрен сағылдырған әйберҙәр, милли кейем, һауыт-һаба кеүек хужалыҡ кәрәк-яраҡтары урын алды. Балтас уҡыусылары иһә был көндө, тантаналы шартта ант биреп, «Юнармия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылды.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре, Башҡорт теле йылы сиктәрендә Нефтекаманың балалар баҡсаларында ла күркәм саралар уҙҙы. Ата-әсәләр уларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты, балалары менән бергә башҡорт телендә шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде. Ошондай уҡ иртәлектәр Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Йәрмәкәй райондары, Ағиҙел, Сибай, Октябрьский, Өфө ҡалаларында уҙҙы.
Октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты hәм «Шәжәрә» йәмғиәте эксперттары Балтас, Яңауыл райондары, Октябрьский ҡалаһы халҡын төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына ҡағылған документаль материалдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн кәрәкле әсбаптар менән таныштырҙы.
16 октябрҙә Стәрлетамаҡта Муса Лут улы Мортазин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылында Граждандар һуғышында һәм Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Хәлим Насретдин улы Әмировҡа бюст асылды. Тантаналы сарала билдәле дәүләт эшмәкәре, скульптор, бюст авторы Рафаэль Зинуров, тарихсы Әхәт Сәлихов, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Яхин, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Быйыл белем биреү учреждениеһына Хәлим Әмиров исеме бирелде.
Башҡортостан дәүләтселеге башланғысында торған уҙамандар – Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев һәм Муллайән Дәүләтша улы Халиҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында БР Милли музейы бинаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө айҡанлы дистанцион форматта «Мостай уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе уҙҙы. Балтас, Дүртөйлө, Әлшәй, Бүздәк райондарында, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған тематик кисәләр үтте. Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары социаль селтәрҙәргә М.Кәрим шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар менән видеояҙмалар һалды. Ғөмүмән, Сибайҙа байтаҡ сара уҙҙы: 8-се мәктәп уҡытыусылары «Йөрәк һүҙе» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашты, «Рауил Бикбайҙы уҡыйбыҙ» акцияһы, Нәсибулла Һаҡмаровтың ижад кисәһе үтте.
Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультеты бинаһында күренекле башҡорт телсеһе, «Әлифба» китабының тәүге авторы, сәйәси золом ҡорбаны Ғәббәс Дәүләтшинға таҡтаташ асылды.
Онлайн форматта үткәрелгән саралар тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сәхифәләрендә даими хәбәр итеп торҙоҡ.
Ноябрь «Башҡорт теле – моңло тел» исеме аҫтында үткәрелде (хештегы – #музыка). Был айҙа райондарҙа балалар йырҙары интернет-конкурстары, «Йырсы ауыл» сиктәрендә конкурс, Композиторҙар союзы тарафынан «Үҙешмәкәр композитор» һәм башҡа саралар уҙғарылды.
– Башҡорт теле йылына арналған проектҡа республиканың һәр районы, ҡалаһы тиерлек йәлеп ителде. Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә эш нисек алып барылды?
– Телде, тарихты үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙан төбәктәр ҙә ситтә ҡалманы. Башҡортостан Башлығы Грантын алыусылар араһында башҡорт милли йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән район, төбәк ҡоролтайҙары булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә Грант нигеҙендә башҡорт этномәҙәни клубы ойошторолдо (етәксеһе – Салауат Йәмил улы Әхмәҙуллин), Свердловск өлкәһе (төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе – Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы Төмәнцева) башҡорт телен өйрәнеү буйынса факультативтар асты. Свердловск өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ шулай уҡ Кировоград ҡала округында онлайн форматта ойошторолған һабантуйҙа ҡатнашты.
Пермдә (ҡоролтай рәйесе – Рәсил Тимерғәзим улы Мөхәмәтйәнов) ғәйнә башҡорттарының теленә һәм тарихына арналған ҙур проект тормошҡа ашырыла. Республика көнө алдынан Барҙа районында Ғ.Туҡай исемендәге гимназияла башҡорт телен, ғәйнә башҡорттары тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбенең тәүге дәресе уҙҙы. Уны Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусылары үткәрҙе. Март айында бында башҡорт телендә дебаттар буйынса тәүге турнир үтте, йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов менән осрашыу ойошторолдо.
Пермь крайындағы Барҙа йәкшәмбе мәктәбендә
Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы (рәйесе – Ғәли Әхтәр улы Хәсәнов) студенттар һәм йәштәр менән милләт-ара татыулыҡ саралары уҙғарҙы.
Күпселек төбәктәр, айырыуса Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүселәр Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа әүҙем ҡушылды. Ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә сағыу, матур милли кейемдәрҙә төшкән фотоһүрәттәрен урынлаштырҙы.
Йәкшәмбе мәктәптәрендә һәм түңәрәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеү Сорғотта, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында яҡшы алып барыла.
Күрше төбәктәргә ҡағылышлы тағы бер мөһим проект – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен быйыл Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында уҙғарыуҙы планлаштырғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия сәбәпле осрашыуҙар кисектерелеп торҙо. Эпидемиологик хәл яҡшырыу менән беҙ ул сараларҙы ойошторҙоҡ.
Башҡорт теле йылына арналған проект сиктәрендә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙгә милли костюмдар (дүрт комплект), башҡорт милли музыка ҡоралдары (унар дана ҡурай, ҡумыҙ), моноблок, ноутбук тапшырылды. «Башҡорттар тарихи ватанынан ситтә: ярҙам механизмдары һәм хеҙмәттәшлек потенциалы» тигән темаға халыҡ-ара онлайн-брифинг үтте.
– 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә ниндәй саралар уҙғарылды?
– Был дата – туған телебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр белдерергә мөмкинлек биргән көн ул. Йылды йомғаҡлап, онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ саралар үткәрелде, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны.
«Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң Генераль директоры Ф.М.Йәғәфәров башҡортса баҫмаларға әүҙем яҙылыусыларҙы тәбрикләне
«Башҡортостан» концерт залында уҙғарылған тантанала урындағы хакимиәттәр һәм ҡоролтайҙар эшмәкәрлегенә баһа бирелде. Башҡорт теле йылы һөҙөмтәләре буйынса ҡалалар араһында беренсе урынды – Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы, икенсене – стәрлетамаҡтар, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһы яуланы. Башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән иң яҡшы райондар һәм унда эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары исемлегендә – дүрт район. Беренсе урында – Стәрлетамаҡ райо-ны хакимиәте һәм башҡорттары ҡоролтайы, миәкәләр – икенсе баҫҡыста, өсөнсө урында – Борай һәм Асҡын райондары хакимиәттәре һәм ҡоролтайҙары.
Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән йәмәғәт ойошмаларынан беренсе урын – Пермгә, икенсе – Мәскәүгә, өсөнсө урын Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайына бирелде.
Район һәм ҡалалар араһында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре лә барланды, сөнки туған телде һаҡлау һәм үҫтереү – милли матбуғат эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе. «Башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусы» номинацияһында еңеүселәр – Өфө, Ҡалтасы һәм Ғафури райондары.
Телде һаҡлау буйынса эшмәкәрлектәре өсөн «Ватандаш» журналы, БСТ-ның «Бәхетнамә» тапшырыуы редакцияһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналисы Гөлнур Ишбулатова, «Юлдаш» радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте, «Башинформ» агентлығы (хәбәрсе Л.Аралбаева), Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите (етәксеһе Гүзәл Сәлихова-Иҫәнгилдина), Силәбенең «Уралым» гәзите билдәләнде.
«Ватандаш» журналының баш мөхәррире Р.Р.Мәһәҙиева диплом алғандан һуң
БР Мәғариф һәм фән министрлығы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениелары араһында уҙғарылған олимпиада һәм конкурстар һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланды. Улар араһында – 10 ҡала һәм район мәктәптәре: Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты, Ишембай районының Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Өфө ҡалаһының М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы, Дүртөйлө ҡалаһының Н.Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы, Ғафури районының Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы, Әбйәлил районы Асҡар ауылының Т.Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһы, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы, Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының башҡорт гимназия-интернаты.
Тамашала башҡорт милли кейем өлгөләре күрһәтелде
Шулай уҡ был көндө I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Гран-приға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды. Конкурста Юлай Рәфҡәт улы «Башҡорт милләте – реконструкция» номинацияһында улус старшинаһы образын күрһәтте. Уға 300 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.
«Заманса авторлыҡ костюмы» номинацияһында беренсе урынға Роза Юлдашбаева лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында – Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли костюмы – реконструкция» номинацияһында – Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), «Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияһында – Гөлдәр Шабиева (Салауат районы). Еңеүселәргә 100 000 һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Эльвира Ринат ҡыҙы! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан алып барылған эш киләһе йылдарҙа ла дауам итһен, яңы кимәлгә күтәрелеп, халыҡ араһында ҙур хуплау тапһын, тигән теләктәбеҙ!
Әңгәмәне йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: 2020 йылдың Башҡорт теленә арналыуы оло әһәмиәткә эйә. Һәр айҙы туған телебеҙҙең ниндәйҙер айырым сифатын асыуға бағышлау башҡорт теленең заманса яңғырауын күрһәтте, уны көндәлек тормошта иркен ҡулланырлыҡ кимәлгә сығарырға ярҙам итте. Туған телебеҙҙе тормош ҡиммәттәренең алмашыныуына бирешмәҫлек итеү, ҡеүәтен үҫтереү, һүҙгә ихтирам тәрбиәләү иһә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙан тора.
Рәйлә ҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.