1953–1956 йылдарҙа, 5–7-се синыфта уҡып йөрөгәндә Хаммат Байғазин, Зиннәт Йәғәфәров, Динислам, олатайым Аптулла ауыҙынан Муса Мортазиндың ғаиләһе, ҡустылары менән Ғәлиәкбәр ауылына килеп, «ат уйнатып» ятыуҙары тураһында күп ишетергә тура килде. Уларҙың һөйләгәндәре тарихи яҙмаларға тура килә. Беҙҙең ғәскәр Ҡыҙыл армияның 20-се дивизияһы аша ҡыҙылдар яғына сыға. Дивизияның 3-сө бригадаһы сардары Зеленков илбаҫар әҙәм була. Ул Ҡыҙыл Мәсеттәге башҡорт ғәскәре командалығынан 1-се һәм 4-се полктарҙың ҡоралһыҙланып ҡыҙылдар яғына күсеүен талап итә. Башҡорттарҙың ике батальоны, бындай мәғәнәһеҙ фарманға буйһонмай, аҡтар яғына сыға. Был хәлде белеп, полк командиры Муса Мортазин, ҡорал һалыуҙан ҡәтғи баш тартып, һөйләшеп аңлашыр өсөн февраль аҙағында Пенза дивизия штабына килә, әммә уны тыңлап та тормай, кисекмәҫтән ҡорал һалырға бойоралар. Мортазин, бер кем менән дә уртаҡ тел таба алмай, полкын алып, Колчак яғына сығып китә.
Троцкий беҙҙең ғәскәрҙәге эске тәртипкә хайран ҡала торғайны. Ғәскәри частарҙа тәртип тәьмин итеүсе полк политкомиссары урынында беҙҙә элеккесә полк муллаһы барлығын да белде. Беҙ ҙә полктарға элеккесә поп тәғәйенләйекме әллә, тип шаяртып көлдө. Әммә ул, атеист булараҡ, уйындағын тормошҡа ашыра алмай, шул арҡала Ҡөрьән тәрбиәһенең иң юғары көскә эйә булыуын да белмәйенсә, Саранск ҡалаһында башҡорт кавалерия полкының һуғышҡа әҙерлеген тикшергәндән һуң ҡәнәғәт булды.
Муса Мортазин төптән уйлап эш итә торған командир. Һә тигәнсә, аҡтарға барып ҡушылып, һалдаттарының мәғәнәһеҙ ҡырылыуына юл ҡуйыуы мөмкин түгел. Әллә ҡайҙа ятҡан Учалы яҡтарындағы Көсөк ауылы урмандарына йәшеренеп, һалдаттарын ял иттереү ҙә мәғәнәһеҙлек булыр ине. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Мортазиндың кавалерия полкы 1919 йылдың февраль аҙағынан алып март, апрель айҙарында Ғәлиәкбәр ауылында һалдаттарын һуғыш алымдарына өйрәтеп ятҡан, тип ышаныслы әйтеп була. Был хаҡта Йыһат Солтановтың «Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше» китабындағы Сәйетгәрәй Мағазовтың сығышын уҡып та һығымта яһарға була. «Мин Башҡорт кавалерия полкының дошман яғына сығыу сәбәптәрен асыҡлау өсөн Ревком тарафынан бригада штабына ебәрелдем. 29 мартта Кананикольскийҙа булдым, ләкин бригада штабының Абзан–Петровск йүнәлешенә күсенеүе сәбәпле, уның артынан юлландым. Штабты мин гәрсә 31 мартта Яңы Мөсәт ауылында ҡыуып етә алһам да, ул унда туҡталманы, миңә иһә Ғәлиәкбәр ауылына юлланырға тура килде, һөйләшергә миңә иһә бик аҙ форсат тейҙе».
Ошондай факттар нигеҙендә, Муса Мортазин полкының штабы 1918–1919 йылдың ҡышында Ғәлиәкбәр ауылында урынлашҡан, тип һығымта яһай алабыҙ. Зәки Вәлиди яҙа: «Колчакка ла ҡушылмаған, ҡыҙылдарға ла баш эйеп килмәгән, тик башҡорт хөкүмәтенә генә тоғро булған бер төркөм Ҡатай урмандарында йәшеренгән икән. Улар төп ғәскәргә ҡушылырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәс, хөрмәтләп ҡабул итеү өсөн Ишәй ауылында бер нисә баш мал һуйҙырҙым.
Троцкий беҙҙең ғәскәрҙәге эске тәртипкә хайран ҡала торғайны. Ғәскәри частарҙа тәртип тәьмин итеүсе полк политкомиссары урынында беҙҙә элеккесә полк муллаһы барлығын да белде. Беҙ ҙә полктарға элеккесә поп тәғәйенләйекме әллә, тип шаяртып көлдө. Әммә ул, атеист булараҡ, уйындағын тормошҡа ашыра алмай, шул арҡала Ҡөрьән тәрбиәһенең иң юғары көскә эйә булыуын да белмәйенсә, Саранск ҡалаһында башҡорт кавалерия полкының һуғышҡа әҙерлеген тикшергәндән һуң ҡәнәғәт булды. Командирҙарҙы ҡайҙа уҡыттығыҙ, тип тә һораны. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ өлкән командирҙарҙы уҡытманыҡ, тинек. Батша армияһында әҙерләнгән тәжрибәле офицерҙарҙы, тейешле кимәлдә хеҙмәт хаҡы билдәләп, эшкә саҡырҙыҡ. Ғәскәрҙә төп тәртипте кесе командирҙар тотоп тора бит. Ошоғаса кесе командирҙар әҙерләй торған мәктәбебеҙ урманда, тауҙарҙа булды... Күптән түгел Стәрлетамаҡта хәрби идара барлыҡҡа килтереп, офицер мәктәбе астыҡ. Уның идараһына Ҡатай ырыуынан абруйлы офицерыбыҙ Ҡазый Низаметдиновты мөдир итеп тәғәйенләнем. Киләсәктә был мәктәп юғары хәрби уҡыу йортона әйләнер тигән уйҙамын».
Белеүебеҙсә, ниәттәрен тормошҡа ашырырға яҙмай уға. Ә шулай ҙа, һанай китһәң, өс йыл эсендә киләсәк өсөн ифрат әһимиәтле эштәр башҡарып өлгөрә З.Вәлиди. Ике мәртәбә мобилизация үткәреп, тиҙ арала хәрби әҙерлекле армия барлыҡҡа килтереүе арҡаһында Совет хөкүмәте етәкселәре бөйөк шәхесебеҙ менән иҫәнләшергә һәм иҫәпләшергә мәжбүр. Армияһы булғас, милли хөкүмәт төҙөргә лә рөхсәт ителә уға. Тарихи яҙмаларҙы байҡағанда Зәки Вәлидовтың революцияға тиклем үк «Төрөк һәм татар тарихы» әҫәрен яҙып, донъя кимәлендә абруй ҡаҙанған күренекле шәхес булһа ла, автономиялы республиканың рәйесе вазифаһына дәғүәләшмәүен шәйләйбеҙ. Алдан күрә белеүгә һәләтле, һәр нәмәне ентекләп уйлап башҡарыуға ғәҙәтләнгән шәхес булараҡ, Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы, йәғни хәрби һәм эске эштәр буйынса вазифа башҡарһа, халҡы мәнфәғәтенә күберәк файҙа килтерәсәген белеп, эшмәкәрлек алып барған, ахырыһы.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Мортазиндың кавалерия полкы 1919 йылдың февраль аҙағынан алып март, апрель айҙарында Ғәлиәкбәр ауылында һалдаттарын һуғыш алымдарына өйрәтеп ятҡан, тип ышаныслы әйтеп була.
Бөйөк аҡыл эйәһе ул. Йәшлегендә тыуған ауылы Көҙәндән алып Әбйәлил тарафтарына, Ҡатай урмандарына тиклем гиҙеп йөрөгәс, урынерҙе яҡшы белеүе арҡаһында ғәскәрен һаҡлап алып ҡалған. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәр ауылы шундай урындарҙың береһе. Дошман Ҡолғана, Ҡалғаһау ауылдары яғынан һөжүм итә икән, Исламбай, Асҡар, Әүжән, Алағуян башы, Собханғол, Темәс тарафтарына сигенеү мөмкинлеге бар. Әгәр ҙә һөжүм шул тарафтан була ҡалһа, ауылдың түбәнге осонан, бер саҡрымдай Нөгөш йылғаһы буйлап төшә биреп, Егәйен йылғаһы буйлап өҫкә табан бара биреп, Таҡыясусаҡ ҡаяһы артынан Уртайорт аша, килгән юлдарына сығып, уратып алырға була. Шундай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 27 мең кешелек милли ғәскәр төҙөп, хәрби яҡтан юғары әҙерлекле, Совет власын һаҡларлыҡ та, яҡларлыҡ та полктар, бригада-дивизия барлыҡҡа килтерә алыуҙарына һоҡланырһың. Л.Д.Троцкий бына нисек тасуирлап һөйләй Ленинға:
– Кисә мин башҡорт ғәскәренең Саранскиға килгән бер төркөмөнөң һуғыш күнекмәләре яһағанын ҡараным. Бына, исмаһам, ғәскәр! Дивизия урынына ошондай бер полк булһа, еңеү һис шикһеҙ яуланасаҡ!
Совет хөкүмәте етәкселәре бөйөк шәхесебеҙ менән иҫәнләшергә һәм иҫәпләшергә мәжбүр. Армияһы булғас, милли хөкүмәт төҙөргә лә рөхсәт ителә уға.
Һәм яңылышмай. Тарихи мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Совет хөкүмәтенең именлеген ҡурсалап, ҡайҙарҙа ғына һуғышмай башҡорт яугирҙары! Украина фронтына Деникинға ҡаршы ҡан ҡойошта улар үҙҙәрен һуғышсан ҡәүем булараҡ таныта. Харьков–Миргород йүнәлешендә тәртип урынлаштырғас, ике йәйәүле, ике һыбайлы полк Троцкийҙың әмере буйынса Петроградҡа, Юденич ғәскәренә ҡаршы ебәрелә. 11 меңлек башҡорт ғәскәренең хәрби әҙерлекле булыуҙарын таныта барып, Урал бөркөттәре Ямбургты яулай.
Башҡорт ғәскәре, федератив ҡоролошто яҡлап, Граждандар һуғышының бөтә фронттарында ла ҡатнашып, үҙен фәҡәт яҡшы яҡтан күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, бөгөн Башҡортостан республикаһы бар икән, беҙ бының өсөн ауыр һынылыш осоронда ғәскәр туплап, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен, киләсәген ҡайғыртҡан ата-бабаларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Башҡорт милли армияһының тарихы ошоғаса яҡшылап өйрәнелмәгән. Тарихи факттар күрһәтеүенсә, Зәки Вәлидиға, Муса Мортазинға Граждандар һуғышы барған осорҙа Башҡорт армияһы тылының ныҡлығын, урындағы халыҡтың берҙәм булыуын хәстәрләргә тура килә. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди яҙа: «Ҡыҙыл Мәсет, Маҡар тирәһендәге Көньяк Урал тауҙарының барса һуҡмағын бала сағымдан йөрөп белгәнлектән, стратегик яҡтан һәр мөмкинлекте файҙаландыҡ. Ауылыбыҙ бер нисә тапҡыр ҡулданҡулға күсһә лә, китаптарыма, әйберҙәремә теймәгәндәр, ата-әсәмде рәнйетмәгәндәр. Ҡыҙылдар киткәс, Мортазин бригадаһы һалдаттары уларҙы ҡурсалап торған». Бында инде үҙенең һәм арҡаҙашының тылды нығыта белеүе, данлы ла, шөһрәтле булыуҙары ҙур роль уйнай. Белеүебеҙсә, Совет яғына сыҡҡан саҡта килеп тыуған шарттар менән риза булмайынса, кавалерия полкының бер өлөшө Урал тауҙарында нейтраллек һаҡлай. Ҡайҙа? Минең уйлауымса, 1918 йылдың ҡыш айҙарының аҙағынан алып 1919 йылдың апрель урталарына тиклем Муса Мортазиндың мобилизация һәм яуға әҙерләү штабы Ғәлиәкбәрҙә урынлашҡан.
1918 йылдың декабрендә Байғужа ауылы эргәһендә башҡорт ғәскәренең бер өлөшө Ҡыҙыл армияның Петроград һәм Ивашин полктары тарафынан ҡамауға алына, һуғыша-һуғыша Маҡарға, Ҡолғанаға, артабан Ғәлиәкбәргә сигенеп, 2-се башҡорт дивизияһына буйһондорола. М.Ҡарамышев полк менән идара итеүҙән ситләтелә. Мортазин полк командиры итеп раҫланып, ҡыҙылдар яғына сығыуҙы әҙерләү буйынса эшмәкәрлек башлай...
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, минең фекер шуға ҡайтып ҡала. Башҡорт яугирҙарының ҡыҙылдар сафына баҫыуы республика биләмәһендә Граждандар һуғышының тамамланыуына килтерә һәм Ҡыҙыл армия көнөн билдәләүҙе яҡынайта. Бөгөн беҙ 23 февралде Ватанды һаҡлаусылар көнө тип байрам итәбеҙ икән, Башҡорт армияһын һәм уның алмаштырғыһыҙ етәкселәрен, һалдаттарын да хөрмәтләп иҫкә алырға тейешбеҙ.
1. Юлдашбаев Б.Х. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). – Уфа: Башкирское книжное издательство «Китап», 2002.
2. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I – Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994.