Алтын көҙ – моңһоу ҙа, күркәм дә сыуаҡ көндәр... Ағастар төрлө төҫтәргә мансылған. Бүздәк районына юл тотабыҙ. Юлдарға асфальт һалынған, ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткән. Яңы кирбес өйҙәр ҡалҡып сыҡҡан, уларҙың ҡыйыҡтары ҡояшта көҙгөләй балҡый. Был матур төбәктә борон-борондан халҡыбыҙҙың ҡаңлы һәм ҡобау ырыуҙары мәҡәм тотҡан, йәғни көн күргән. Улар үҙҙәрен төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсе ысын башҡорттар тип иҫәпләй. Бары тик татар мулла-мөғәллимдәренең, мәғрифәтселәренең оҙайлы йоғонтоһо аҫтында халыҡтың үҙаңы кәмей төшкән. Әммә архивтарҙа һаҡланған документтарға, тәү сиратта ревизия яҙмаларына ҡарағанда, район биләмәләрендә икеөс быуат элек аҫабалар күпселекте тәшкил иткән. Ҡаңлы һәм ҡобау иле дан-абруйы тотош Башҡортостанға таралған сағыу шәхестәр тыуҙырған. Улар республикабыҙҙың һәм милләтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерҙе.
Белешмә өсөн. Районда 27 меңгә яҡын кеше йәшәй. Шуларҙың 10 проценты – башҡорттар. Уҙған уҡыу йылында район мәктәптәрендә 388 башҡорт милләтле баланың 95 проценты әсә телендә белем алған һәм уны фән булараҡ өйрәнгән.
Район мәҙәниәт йортонда башлыса башҡорт теле уҡытыусылары һәм китапханасылар йыйылғайны. Сараны «Ватандаш» журналының редколлегия ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев асты. Бүздәк еренең тарихҡа һәм тарихи шәхестәргә бай булыуын билдәләне ул. Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов – шулар иҫәбенән. Ул киң ҡарашлы, үҙ заманы өсөн бик алдынғы, көслө рухлы кеше була. Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының тәүге рәйесе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Муллайән Халиҡов 1937 йылда сәйәси золомға тарый...
Халыҡ үҙ улдарын онотмай. Район үҙәгендәге бер урам Муллайән Халиҡов исемен йөрөтә. Тиҙҙән Бүздәктә уның бюсы ҡуйыласаҡ. Йыл һайын Халиҡов уҡыуҙары ойошторола.
Әйткәндәй, районда ғүмерен милләтенә бағышлаған шәхестәрҙең байтағы – аҫаба халыҡ вәкилдәре. Бына, мәҫәлән, Шаһихәйҙәр Сыртлановты алайыҡ. Ул 1847 йылда тыуған, Рәсәй парламенты – Дәүләт Думаһының ике саҡырылышына депутат итеп һайланған. Хәленән килгәнсә, иҙелгән халыҡтарҙың, тәү сиратта, әлбиттә, милли аҙсылыҡтың хоҡуҡтарын яҡлаған, бик абруйлы һәм белемле кеше булған. Уның улы Ғәлиәскәр Сыртланов (1875–1912) – шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн ысын көрәшсе булараҡ таныла. Йәнә бер улы – Рауил Сыртланов (1877–1916), генерал-майор, Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк булғас, оло хөрмәт йөҙөнән уны тыуған төйәгенә алып ҡайтып ерләйҙәр...
Совет осоронда милли геройҙарыбыҙға иғтибар бирелмәне. Бөгөн иһә халыҡтың күңеленән, тарихи хәтеренән юйыла башлаған ил арҙаҡлыларының исеме тергеҙелә. Республика көнөндә Өфө ҡалаһында Муллайән Халиҡовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу бүздәктәрҙең генә түгел, бөтә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының күңелен күтәргән һәм дәртышаныс өҫтәгән ваҡиға булып торалыр.
Форумдың икенсе өлөшөндә күтәрелгән тема ла бик мөһим ине – милли баҫмаларға яҙылыу. Журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева бөгөнгө заманда күптәрҙең интернеттағы ваҡ-төйәк яңылыҡтарға алданып, сифатлы матбуғат баҫмаларын алдырмауы һәм уҡымауы хаҡында һөйләне.
– Бәләкәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫкән кешенең донъяға ҡарашы ла, фекерләүе лә киңерәк һәм тәрәнерәк була, – тине ул. – Был йәһәттән һеҙ, милли интеллигенция вәкилдәре, өлгө күрһәтергә тейешһегеҙ. Күңел асыуға ҡоролған бер көнлөк баҫмаларҙан арынып, рухты байыта, зиһенде үҫтерә торған баҫмаларға иғтибар итергә ваҡыт.
Айырыуса был йәһәттән балалар өсөн гәзит-журналдарға иғтибар итергә кәрәк, – тип дауам итте Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. – Элегерәк заманда ата-әсә баланы мәктәпкә биргәндә уға кейем-һалым, портфель, уҡыу-кәрәк яраҡтары һатып алыу менән бергә пионер гәзите менән журналын яҙҙырыуҙы ла хәстәрләй торғайны. Йәғни матбуғат баҫмалары уҡыу кәрәк-яраҡтары менән бер рәттә торҙо. Ә хәҙер ата-әсәләр балалары менән уҙышып социаль селтәрҙә ултыра, лайыҡтар ҡуя. Ошондай саҡта тәрбиә тураһында һүҙ ҙә була алмай.
Артабан баш мөхәррир журналда баҫылған материалдарҙың ҡиммәте тураһында һөйләне, уларҙың, йылдар үткәс тә, әһәмиәтен юғалтмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Журнал тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреүҙе генә маҡсат итеп ҡуймай, уҡыусыны шәхес булараҡ күтәрә, уның рухын тәрбиәләй. «Ватандаш»ты алдырыусылар унда баҫылған материалдарҙы үҙенең эшендә, ижтимағи тормошта киң файҙалана ала.
Әйткәндәй, донъяла журналдарға, анализға ҡоролған материалдарға иғтибар артыуын да билдәләп үтте сығыш яһаусы. Сөнки кешеләр бер көнлөк хәбәрҙәрҙән арыны. Уларға хәл-ваҡиғаны ишетеү генә түгел, сәбәптәрен, эҙемтәләрен аңлау-асыҡлау кәрәк. Ошо йәһәттән «Ватандаш»тың һуңғы ярты йыллыҡта тиражы артыуы өмөт уята.
Осрашыуға килеүселәр менән йәнле фекер алышыу барышында бүздәктәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды, киләсәктә лә ошондай саралар үткәреп тороуҙы үтенде. Район зыялыларының иң әүҙем өлөшө булған китапханасылар һәм уҡытыусылар милли журналды алдырырҙар, унда нәшер ителгән мәҡәләләрҙе, бигерәк тә тарихи документтарҙы, дәрестә генә түгел, ә, бәлки, конкурстарҙа, нәҫел шәжәрәһен төҙөгәндә ҡулланырҙар, тип ышанғы килә.
Был сараның әһәмиәте бик ҙур, бигерәк тә Рәсәй кимәлендәге халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан. Һәр милләт үҙенең тамырҙарын, үткәнен белергә тейеш тигән фекерҙә Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Иҫке Боғаҙы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лариса Арыҫлан ҡыҙы Баймөхәмәтова:
– Йыл әйләнәһенә уҡытыусыларға һәм китапханасыларға таянып төрлө саралар үткәрәбеҙ. Башҡорт телен үҫтереүгә, һаҡлауға күп көс һалабыҙ. Мәҫәлән, «Айыҡ ауыл» республика акцияһы сиктәрендә Шланлыкүл ауылы дипломға лайыҡ булды. Быйыл муниципаль этапта ҡатнашыу өсөн 35 ауыл ғариза бирҙе. «Мәргән уҡсының 7 йондоҙлоғо» исемле проектта ҡатнашып, БР Башлығы грантына эйә булдыҡ. Ҡаңлы-Төркәй ауылында «Ҡаңлы» тип исемләнгән уҡсылар клубы эшләй башланы.
Белешмә өсөн. Былтыр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ 2388 уҡыусы өйрәнгән. Был иһә дөйөм балалар һанының 83 процентын тәшкил итә. Х.Ғиләжев исемендәге Ҡаңлы-Төркәй мәктәбенең башланғыс кластарында бер нисә предметты әсә телендә уҡытыу ойошторолған.
Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһен етәкләүсе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина балаларҙың әсә телен бик теләп өйрәнеүен билдәләп үтте:
– Бына 25 йыл инде башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, фән булараҡ та уҡытам. Бөгөн тулы ышаныс менән әйтергә була – туған телебеҙҙе өйрәнеүгә иғтибар бермә-бер артты. Район мәктәптәрендә юғары белемле 17 башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй. Республика кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларыбыҙ юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Даими рәүештә ойошторола килгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы ижади эшләгән педагогтарҙы асыҡларға ярҙам итә.
Зөһрә Наил ҡыҙы Хажиәхмәтова район мәғариф идаралығында туған телдәр буйынса методист булып эшләй. Уның фекеренсә, уҡыусыларҙы нәҡ бына ошо төбәктән сыҡҡан бөйөк шәхестәр миҫалында тәрбиәләргә кәрәк. Башҡорт теле дәрестәре һәм синыфтан тыш саралар ошо йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә:
– Төп мәсьәлә ерле һөйләштең рәсми рәүештә ҡабул ителгән башҡорт теленән айырылыуына бәйле. Ләкин беҙ – башҡорттар. Үҙебеҙҙе башҡорт итеп тоябыҙ һәм уҡыусыларҙы ла матур итеп һөйләшергә өйрәтәбеҙ. Төрлө конкурстар, мәҙәни һәм әҙәби саралар ойошторабыҙ. Бигерәк тә яҡташыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың тормош юлына һәм сәйәси эшмәкәрлегенә арналған конференция файҙалы булды. Киләсәктә башҡорт теле беҙҙең районда ла яңғырап торор тип уйлайым. Сөнки ул ата-бабалар теле һәм беҙ, башҡорттар, ерле һөйләште лә, әҙәби телде лә берҙәй яҡшы белергә, мотлаҡ һөйләшергә тейешбеҙ! Амин, шулай булһын! Ә бөгөн үткән осрашыу тураһында шуны ғына әйтә алам: йышыраҡ осрашайыҡ, туғандар!
Бына шундай матур теләктәр, уй-ниәттәр, өмөт-ышаныстар менән таралышты форумда ҡатнашыусылар. Был ҡунаҡсыл һәм уңған халыҡтың – ҡаңлы менән ҡобау ырыуҙары вариҫтарының данлы эштәре киләсәктә лә дауам итһен! Башҡорт теле, башҡорт йыры, башҡорт рухы был бәрәкәтле төбәктә һис ҡасан да һүнмәһен һүрелмәһен! Иң мөһиме, күптәнге хәҡиҡәтте онотмау зарур: үҙ тамырҙарынан айырылған ағас ҡороп, юҡҡа сығыуға дусар ителгән. Ә үҙ тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге томан менән ҡапланған... Милли үҙаңдары уянған, асылына ҡайта башлаған Бүздәк аҫабалары быны яҡшы белә. Белә, һәм ата-бабалар васыят итеп ҡалдырған милли рухты – башҡорт рухын байраҡтай юғары сөйөп, үҙенең киләсәгенә ҡарай ышаныслы атлай... Алда торған Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – милли һәм гражданлыҡ өлгөрөүгә оло һынау ул. Һайлауыбыҙ берҙәм булһын, берәгәйле булһын, иң мөһиме, дөрөҫ булһын ине, туғандар!