Все новости
Общие статьи
12 Сентября 2020, 22:20

Сөмбәлә

Июль баштары. Иртәнге һалҡында ыратырға тырышып, Сусаҡтауҙа берәү ең һыҙғанып бесән саба. Кем икән ул? Бәй, Уйылдан ҡарттың мулла улы Мөжәүир ҙәһә. Собханаллаһ, ҡайһылай күркәм егет булып киткән. Ул буй-һын, ул төҫ-баш, ул көс-ҡеүәт, һелтәгән һайын ҡалын бакуйҙы ҡайыра ла һала. Көн үҙәге етеп, ҡояш тәҡәтһеҙ ҡыҙҙыра башлағансы шулай баш ҡалҡытмай эшләне ул. Тағы бер ҡайырымдың осона сыҡты ла, салғыһын ҡуйып, ҡайынлыҡҡа атланы. Ундағы ҡыуыш эсендә томра үткәнсе ял итеп алмаҡ булды. Тамаҡ ялғап, айран эсеп алғас, егет шулай ҙа ҡыуыш эсендә оҙаҡ сыҙап ултыра алманы. Урғаҙа буйына төшөп, үгәй инә үләнен йыймаҡсы, туйғансы еләк ашап килмәксе булды.Быйыл еләк уңған. Суҡ-суҡ тәлгәштәре сапҡан һайын ҡайырым араһында түшәлеп ятып ҡала. Ни саҡлы күҙе ҡыҙһа ла, Мөжәүир уларҙы өҙөп ҡапмай. Күңеленән «эш ҡалдырғыстар» тип асыуһыҙ ғына шелтәләп ала ла, ҡолас ташлап сабыуын белә. Аллаһ бирһә, был бесән ике-өс көндән кибеп тә сығыр, унан күбәләй башларҙар. Байманлыҡҡа рәхәтләнеп, сәскә еҫе һеңгән һауаны күкрәк тултырып һулай-һулай, егет еләклеккә табан атланы.Сеү! Туҡта! Кем ул унда? Хур ҡыҙындай бер сибәркәй сүгәләп еләк йыйып йөрөй. Егет баҫҡан ерендә ҡатты ла ҡалды. Ниндәй ҡыҙ икән ул? Ҡайҙан? Ниңә быға саҡлы уны бер ҙә осратмаған? Ҡыҙҙан ҡараштарын айырып ала алмаған егет, ҡыбырларға ла ҡурҡып, һаман тора бирҙе, һоҡланһын өсөн Хоҙай яралтҡан затмы был, юғиһә? Яңы тыуған айҙай ҡыйылып киткән нескә ҡара ҡашы, ап-аҡ нәфис йөҙө, бешкән еләктәй бүлтәйеберәк торған ирендәре шундай һутлы, шундай килешле. Ҡыҙ үҙен күҙәтеүсе барын һиҙмәй ҙә, һаман еләк йыйыуын белә. Алдына төшөп ҡамасаулаған толомдарын нәзәкәтле хәрәкәт менән арҡаһына һалғанда сәс сулпылары серле сылтырай.

Сөмбәлә

Лира Яҡшыбаева

("Мөжәүир хәҙрәт" китабынан)

Ҡайһы ауыл ҡыҙы икән? Исеме нисек? Ғәленекеме, Йәнйегетме, әллә Фәйзулланыҡымы? Моғайын, Фәйзулла ҡыҙылыр. Сибәр ҡыҙҙар бары ошо ауылдан, ти бит өйләнергә мөҙҙәте еткән егеттәр. Эшкә лә уңған, холоҡҡа ла ирәбе тип, ошо ауыл ҡыҙҙарын күҙләйҙәр. Осҡонланып киткән күҙҙәрен һаман ала алмай торғанда, ниҙер һиҙенгәндәй, ҡыҙ тороп баҫты. Һай, буйғынаһының зифалығы! Әйтерһең, йәш ҡайынҡай. Мөжәүирҙең ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ затына шулай йотлоғоп бағыуы... Еңгәйҙәре димләп ҡараған ҡыҙҙарҙың береһен дә күңеле хушһынманы. Ә был ҡыҙ! Тиң­һенерме ул Мөжәүирҙе? Шундай матур. Әллә ер ҡыҙы түгелме? Әллә берәй... сихри затмы, юғиһә? Ен ҡыҙҙарын да күргәне бар уның. Тик уларҙың сибәрлеге күңелдә ытырғаныу хисе уята: еҙҙәй ерән сәстәрен ялбырлатып, сәгер күҙҙәрен бәзерәйтеп, әрһеҙ ҡыланып инеп баралар. Ә ер ҡыҙҙары иһә инсафлы. Уларҙың матурлығында илһамлылыҡ бар, гүйә, наҙ бөркөлә уларҙан.

Тирә-яғын байҡап торган ҡыҙ үҙенә кемдеңдер төбәлеп ҡарауын тамам һиҙҙе, нәҡ егет торған яҡҡа боролоп ҡараны. Әҙерәк кенә ҡаушап торҙо ла, тиҙ генә күнәген беләгенә элә һалды һәм ашығып Фәйзулла ауылына бара торған һуҡмаҡҡа тартылды. Шул саҡ Мөжәүир телгә килде:

— Һылыу, ҡурҡма минән, — тине ипле генә итеп. — Мин Манһыр егете Мөжәүир, анауында бесән сабам.

Ҡыҙ, атлауынан туҡтап, ҡыҙыҡһынып эргәһенә яҡынлаш­ҡан егеткә ҡараны.

— Мөжәүир? Ысынлапмы? — Ҡыҙ егеткә һынсыл ҡараш ташлағайны, уның ҙур яҡты күҙҙәренең серлелегенән арбалып, ҡойолдо ла төштө.

Шулай ҙа һыр бирмәҫкә булды, бер ни булмағандай, алсаҡ ҡына һөйләшеп алып китте.

— Ике туған апайым Гөлзифа һеҙҙең ауылда кейәүҙә ләһә.

— Ирйегет ағайымдамы?

— Эйе.

— Улайһа, һин миңә ҡоҙаса булаһың.

— Әлләсе...

— Ҡоҙасаның исемен ҡоҙаһына белеү фарыздыр?

— Сөмбәлә булам.

— Сөмбәлә? — Егетте был ят, ғәҙәти булмаған аһәңле исемдең яңғырашы хайран итте.

— Йондоҙ исеме, буғай. Ниндәй матур.

— Өләсәйем ҡушҡан. Ул гел шулай ҡыҙҙарға йондоҙ исеме ҡушырға ярата.

— Танышайыҡ, Сөмбәлә, мин Мөжәүир ҡоҙаң булам.

— Ә мин һине беләм. Апайым һөйләгәне бар.

— Нимә ти? Буйҙаҡ егет, кәләш эҙләй, тимәйме?

Ҡыҙ, егеттең күҙҙәрен ялтыратып, мут йылмайыуын күреп, уның һуңғы һүҙҙәренә яуап биреп тә тормай, ҡапыл ашығырга кереште.

— Эй, Аллам, онотоп тик торам, өләсәйем мине юғалт­ҡандыр әле. Янына, ҡана, бара һалайым.

Ҡыҙ егет яғына өҙҙөрөп бер ҡарап алды ла түңәрәк аҡландың икенсе осона юрғаланы.

— Өләсәйем, моғайын, анау ҡушҡайын тәңгәлендәлер.

Ҡыҙ артынан бара биреп, егет ҡысҡырып ҡалды:

— Сөмбәлә, иртәгә лә бында еләккә кил! Киләһеңме? Мин көтөрмөн!

Бер күреүҙән бөтә ҡайнар йәшлек хисе менән ғашиҡ булган егет күҙҙән юғалғансы ҡыҙ артынан ҡарап ҡалды. Еләк өҙөп ҡабырға ла онотоп, ҡыуышына табан атланы.

— Ниндәй сибәр ҡыҙ! Күҙҙәре йондоҙҙай яҡты!

Мөжәүиргә, Хоҙай Тәғәлә бөтә гүзәл затҡа тәғәйенләнгән матурлыҡты бары тик ошо берәүгә, Сөмбәләгә, бүләк иткәндәй тойолдо. Сәсендәге сулпылар сыңлауын ишеткәндәй булып, йөрәге ярһыны. Ҡыҙҙың сымыры буй-һыны, тулған айҙай нурлы йөҙө күҙ алдынан китмәне.

Фәйзулла ауылы ҡыҙы тиген, ә?! Анау тауҙы аша төшһәң, Фәйзулла инде. Уны икенселәй Шүрәле тигән исем менән дә атап йөрөтәләр.

Тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған Фәйзулла ауылын ҡалын урмандары заманында шүрәлеләр аҫрап ятҡан, тиҙәр. Мөжәүир, халыҡ араһында киң таралып, телдән телгә күсеп һөйләнелеп йөрөтөлгән Фәйзулла ауылына бәйле төрлө ғибрәтле хәлдәрҙе иҫләп алды.

...Борон заманда ауылда Фәйзулла тигән бай йәшәгән. Ялсылары уға: «Бай ағай, аттарға әллә ни булды, көндән-көн йонсой, кибә, иртәнсәк тороуға аҡ күбеккә сумып, ҡара тиргә батып ҡайтып инәләр», — тигәндәр. Хәйләкәр бай шунда уҡ уларҙы төндә кемдәрҙеңдер менеп йөрөүен һиҙә. Кистән бер нисә аттың арҡаһына ыҫмала ҡойҙортоп ҡырға ҡыуа. Иртән тороп ҡараһалар, ат һайын ҡара йөн баҫҡан шәп-шәрә шүрәле ҡыҙҙары, ти. Ҡайһылары шунда уҡ өҙгөләнеп-йолҡҡоланып, аттан төшөп урман шырлығына инеп ҡаса. Ә бер шүрәле бисәһе бигерәк ныҡ йәбешкән, һис төшөрлөк рәте юҡ, ти, байғоштоң. Көнө буйы ат өҫтөндә ултыра теге. Урамда сыр-сыу килеп уйнаған бала-сағаға ҡарап, берсә илай, берсә ҡыуанып көлә, ти үҙе.

— Ай, ике тешле Ҡайраным, — тип бер туҡтауһыҙ ҡабат­лай, ти. Үҙенең имсәгенән сорлап һөтө ағып ултыра икән. Ауыл бисәләре тегене йәлләп, ыҫмалаға уҡмашҡан йөнөн ҡырҡ­ҡылап, меҫкенде ысҡындыралар ҙа иреккә ебәрәләр.

Шүрәлеләр бынан һуң да аҡылға ултырмай, ти. Һаман да аттарға ла тейә, урманға барған егет-еләнде, ҡыҙ-ҡырҡынды баҫтыра. Оҙон бармаҡтарын һелкелдәтеп:

— Әйҙә, ҡытыҡлаш уйнайыҡ, — тиҙәр икән.

Ҡытыҡ - ҡытыҡ - ҡытыҡай,

Әйҙә уйнайыҡ, ҡыҙыҡай!

Ана шулай көйләп бер ҡыҙҙы тотоп алған, ти, шүрәле. Тегене ҡытыҡлай башлаған икән, меҫкен ҡыҙ, тәҡәт итә алмайынса, шарҡылдап көлә лә көлә, ти. Тамам көлөп хәле бөтөп килгәндә бәхетенә бер һунарсы егет килеп сыҡҡан. Ул шүрәлегә тоҫҡап атып та ебәргән, тегеһе, ҡыҙҙы ысҡындырып, күҙ алдынан юҡҡа сыҡҡан.

Шул уҡ көндө бер шүрәле егете байҙың ниндәйҙер байрамда ат сабышына тип әҙерләп торған бәйге айғырын әлһерәткәнсе менеп йөрөп, алып килеп ташлаған, ти.

Йәне көйгән Фәйзулла бай әйткән: «Тамам биҙрәтте ләһә был шүрәлеләр. Урманға үрт һалығыҙ. Шунда улар ҡурҡып ҡасып бөтөр». Ауыл халҡы «Урманым — йылы юрғаным», тип әллә ни күрһә лә, байҙы тыңлап риза булған, ти.

Ҡара урман өс йыл буйы янған. Ҡышын туҡтап тора ла йәйен тағы тоҡанып янып китә икән. Шулай итеп, Манһыр менән Фәйзулла араһындағы йырып сыҡҡыһыҙ ҡалын урман янып бөтә. Янып бөтөр алдынан ғына шүрәлеләр урмандан ҡасҡан, ти. Илай-илай һамаҡлап, Шүрәле йылғаһы буйында ултырғандарын күреүселәр ҙә булған, ти, имеш. Береһе:

— Мәғдәнебеҙ ҡала бит, ай. Кешеләр хужа була бит, вай, — тип илай икән.

Ысынлап та, Ғабдулла Сәиди хәҙрәт тә:

— Манһыр менән Фәйзулла араһы Шүрәле йылғаһының буйынан-буйына алтынлыҡ, — тигәйне. Тик ундағы алтын балсыҡ ҡом араһында түгел, ә ап-аҡ ташҡа уралып ята икән. Шулай итеп, Манһырҙан һигеҙ саҡрымда ғына ятҡан был ауыл сергә сорналған, легендаға әйләнгән урын булған. Ҡыҙҙарының да сихри серлелеге шунан киләлер, бәлки. Бер күреүҙән егеттәрҙе арбап, үҙҙәренә ғашиҡ итә ала бит, әйтәгүр.

Ҡыҙҙы бер минутҡа иҫенән сығара алмаған егет иртәгеһен уны көнө буйы көттө. Ҡыҙ иртәгенән һуң да, унан ары ла күренмәне. Көтөп сабырлығы бөткән егет бында ниндәйҙер ғиллә барлығын тойоп алды. Күңеле әшкәртте. Уны бер бай ир ҡарпырға тора икән. Егет, хискә бирелеп, бер сараһын күрмәй йөрөһә, ҡыҙҙан ҡолаҡ ҡағасағын аңлай ҙа, шунда уҡ Ирйегет ағаһына хәлде аңлатып, Гөлзифа еңгәһе менән Сөмбәләнең ауылына ебәрҙе. Барыусылар шул көндә үк барыһын да һорашып белә. Мерәҫ ауылы байы ҡыҙҙы икенсе бисәлеккә һората, ошо арала әйттерергә килергә тейештәр икән. Ата-әсәһенә баса тун, баса күлдәк, бер көтөү йылҡы малы, бер нисә һауын һыйыр бирергә вәғәҙә иткән. Гөлзифа Сөмбәләне күреп һөйләшкән икән, күнгән ҡыҙ:

— Атам-әсәм ҡушҡас, мин ни эшләй алам, — ти икән.

— Һинең менән беҙҙең Мөжәүир ҡыҙыҡһына, әле еҙнәң менән мине күреп һөйләшергә ебәрҙе, — тигәс, ҡыҙҙың күҙ йәштәре ялтырай.

— Тамам килешеп бөткәндәр. Беҙ тигәнсә булмаҫ шул, — тип апаһын ҡосаҡлап илаған.

Сөмбәләнең тын алышын һиҙгәс, Мөжәүир уны теге байға икенсе бисәлеккә бирҙермәҫкә булды. Үҙенең тылсым көсөн ҡулланып булһа ла, ҡыҙҙы һаҡларға тырышты.

Бына гираси холоҡло Мерәҫ байы йүнәтелеп, Фәйзуллаға килергә сыға. Әпек ауылын ғына үткәйне, ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһына биш-алты ажар бүре килеп сыға ла, арбалағы байға ынтылырға итә. Әммә ҡурҡҡан аттар үрәпсеп саба, йыртҡыстар ҙа ҡалышмай баҫтыра башлай. Атын кире бороп, саҡ ауылына ҡайтып йығыла «кейәү».

Теге бай икенсе тапҡыр юлға сығам тип торғанда, йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр ҡойоп яуа. Өсөнсөгә ынтылғанда егеп барам тигән күркле аты ҡасып китеп харап итә.

Байҙың күңеленә, ул ҡыҙҙы алып уңмам, ахыры, гел тиҫкәре килә лә тора, тигән уй төшә. Ул үҙен: «Һылыулығы менән һыу буйламам әле», — тип йыуата ла, шул ыңғайы ҡыҙ­ҙан төңөлә.

Мерәҫ байын көтөп тә, килмәй ҡалыуына ныҡ ғәрләнгән ата-әсә ҡыҙын һорап килгән Мөжәүиргә ҡуш ҡуллап риза булалар. Мерәҫ байы һымаҡ эре ҡыланмаһа ла, старатель булып эшләп, мәһәрлек йыйған була ул. Атаһы менән йәнәшә, бәләкәйерәк булһа ла, өй һалып керәләр.

Әйттереү, оҙатыу, ҡушыу йолаларын үтеп, Мөжәүирҙең ҡарағай еҫе аңҡып торган өйөндә икәү генә ҡалғас, Сөмбәлә һүҙ башлай:

— Һине хикмәтле, тылсым эйәһе тиҙәр. Шул ысынмы? Әллә теге Мерәҫ байын берәй нәмә эшләттеңме?

Мөжәүир көлә:

— Теләйһеңме, һиңә лә бер кирамәт күрһәтәм, — ти. Сөмбәләнең алдында бала имеҙеп ултырған тас үҙе һымаҡ ҡатын пәйҙә булды.

— Был һин, беҙҙең бәпесебеҙ менән, — ти. Ҡатынын ҡосаҡлап ала. — Ғүмеребеҙ, һаулығыбыҙ булһа, балаларыбыҙ күп булыр.

— Һин тылсымлы булғас, кирамәттәр күрһәтә алғас, беҙ бик бай йәшәрбеҙ, шулаймы, Мөжәүир? — Сөмбәлә иренә һо­раулы ҡарай ҙа, яуап көтә.

— Байлыҡ ни ул — бер айлыҡ, ярлылыҡ ҡына мәңгелек, — тип шаярта кирамәттәр күрһәтеүсе. — Тиҙҙән илгә байҙарҙы яратмай торган яңы хөкүмәт киләсәк. Байҙарға көн бөтәсәк.

— Манһыр менән Фәйзулла араһында алтын йыуҙырған бай хужалар өсөн дәме?

— Эйе, уларҙың яҙмышы үтә лә аяныслы киләсәктә. Приискыларын хөкүмәт тартып алыр. Үҙҙәрен илдән ҡыуыр­ҙар.

Мөжәүир кәләшенең аңлы булыуына ҡыуанды. Күңелендә күптән йөрөткән уй-фекерен әйтеп ҡарарға баҙнат итте.

— Мин үҙем иҫән саҡта Манһыр тирәһен болартып, тауҙарын аҡтарып, алтынын сүпләргә яй бирмәҫкә уйлап йөрөйөм. Ер аҫты байлығының кәмеүе кешеләрҙәге рухи байлыҡтың кәмеүенә килтерә, һынап йөрөйөм: ере байҙың милләте бай. Талантлы, һәр йәһәттән камил заттар алтын-көмөшлө ерҙә ярала.

— Тимәк, беҙ бер ваҡытта ла бай булмайбыҙ, эйеме? — Сөмбәлә беше кәүҙәле, һәр төрлө һәнәргә маһир, камил аҡыллы иренә ышанмай ҡараны.

— Минең иң ҙур байлығым — һин, Сөмбәлә! — тип ҡаты­нын ҡосаҡланы Мөжәүир, тағы өҫтәне: — Бик бай буласаҡ­быҙ, сибәрем. Зәңгәр күк, Ирәндек тауҙары, йылғалар, күл­дәр, еләк-емешле туғайҙар, ҡалын урмандар, Урғаҙа йылгаһы — бөтәһе лә беҙҙеке булыр, ин шәәъ Аллаһ.

— Һин ҡыҙыҡ кеше, Мөжәүир! — тине Сөмбәлә, иренә их­тирамы артып: — Минең дә иң ҙур байлығым һин булырһың.

Сөмбәлә ире тураһында әле бик аҙ белһә лә, үҙен донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп һиҙҙе. Уның тоғролоғона ышанды. Мөжәүир ҙә бәхетле икәнен йәшермәне:

— Әллә Хоҙай Тәғәлә һине мин ҡарап һоҡланһын өсөн шундай сибәр итеп яралттымы?!

Ул күҙҙәре һөйөү менән мөлдөрәмә тулы кәләшен ҡайнар ҡосағына алды.

Читайте нас: