Яугир әсәһе

Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуып үҫкән Артур Ғиләжев 2022 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Бер айҙан яралана һәм декабрҙә дауаланырға ялға ҡайта. Тиҙҙән кире алғы һыҙыҡҡа юллана. 2023 йылдың 3 октябрендә Донецк өлкәһендәге ҡаты алыштан һуң һалдат дошман ҡамауында ҡала. Әсирлеккә төшмәҫ өсөн Артур оло батырлыҡҡа бара – үҙе менән бергә дошманды шартлата. Ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Указы менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Яугир әсәһеЯугир әсәһе
Яугир әсәһе

МХО-ла батырҙарса һәләк булған Артур Ғиләжевтың
әсәһе Әлфиә Ғилметдин ҡыҙы Ғиләжеваға арнала.

 

Герой партаһы

Әсә йәше, йыһандағы Ер шары кеүек, керпек остарында әйләнеп-әйләнде лә ҡапыл аҫҡа уҡталды. Герой партаһына төшөп, әллә күпме хәсрәт, ҡара ҡайғы билдәһе булып, тирә-яҡҡа сәсрәне. «Тып!» итеп кенә ҡалды ул. Миңә, был бөртөк күҙ йәшен керпектәрҙә йыйылғандан алып күҙәткән кешегә, уның партаға төшөп сәсрәүе ҡояш шартлағандай тойолдо. Донъя ҡараңғылыҡҡа сумды. Хәҙер шул ҡараңғы донъяла яугир әсәһенә яҡтылыҡ эҙләргә, алға атлау өсөн һаран булһа ла ай яҡтыһы табырға кәрәк. «Йәшәү» тигән бушаҡ ҡына тотҡаға тотоноп ҡалыр өсөн...
Мәктәптән көс еткеһеҙ ҡапма-ҡаршылыҡлы, буталсыҡ уйҙар менән сыҡтым. Йәшәү дәрте аң­ҡып торған, ҡоштар һайраған, си­ңерткәләр сырылдаған, ҡырмыҫ­ҡалар йүгергеләгән яҙғы тау-ту­ғайҙарға текәлеп тупһала торам. Әллә йөрәктән урғылған «Герой партаһы» исемле өр-яңы шиғырҙы рифмаға һалырға, әллә алҡымға тығылған аңлайышһыҙ бөгөнгө төйөр-көндө йоторға тырышам. Ә ул йотолмай, ярһып-туҙынып бо­лоттарға ынтылған сая бөркөттәй, ҡан баҫымын күтәреп, йоҙроҡтарҙы төйҙөрөп килә лә сыға, килә лә сыға.

Һалҡын елдәр, буран түгел,
Яҙҙар килде Асҡарға.
Тик һаман да темеҫкенә
Һине алған ас ҡарға...

Ниһайәт, халыҡ бер-бер артлы мәктәптән сыға башланы. Ҙур ишек, шағыр-шоғор килеп, үҙенең ғәҙәти эшенә тотондо. Әллә яҙмышына зарланып шығырланы, әллә оҙаҡ йылдар ошонда тороуынан арығанлығын белдерергә теләп, көйәләнеп шартылданы. Ишек тауышынанмы, ауыр ботинка табандарынанмы ҡобараһы осҡан ҡуңыҙ бар көсөнә минең яҡҡа йүгерә. Аллаһ Тәғәлә үҙенә юғары тиҙлек бирмәгән. Шулай ҙа үҙе өсөн саң борҡотоп сабып килгәндәй тойолалыр. Һәр йән эйәһе йәшәргә ынтыла шул. «Намаҙыңды һуңғы көнөңдәй итеп уҡы, донъяңды мәңге йәшәрҙәй итеп көт», – был һүҙҙәрҙә хикмәт бар.
Тағы ла шарт итә ишек. Ҡара­шымды күтәреп, күҙ йәше тулған күҙҙәргә төбәләм. Ниндәйҙер көс мине алға этәрә. Йыуатыу һүҙҙәре әйтке килә. Ни булһа ла, икеле-микеле баҫҡан аҙымымдан апай үҙе туҡтап ҡалды.
– Хәлдәрегеҙ нисек? – Бар кешелеклелегемде, мөләйемлегемде һалып, ипле генә өндәшергә тырышам.
Борсолоулы, әле төҫ ташламаған ханымға һынсыл ҡараш атам. Ҡыйыу ҡатынға оҡшаған. Герой партаһына ҡуйылған фотоһүрәттәге яугир Әлфиә Ғилметдин ҡыҙының теүәл күсермәһе икән дә. Шул уҡ ҡырлас, төҙ танау, зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыу ҡараш...


* * *

Хәрби хеҙмәткә алманылар Артурҙы. Теләге, әлбиттә, көслө ине. Малай сағынан һалдат булыу хыялы менән йәшәһә лә, нисектер уңайы сыҡманы. Асҡар ун йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, өс йыл колледжда белем алды. Иртә өйләнде, бер-бер артлы тиерлек ике ҡыҙы донъға килде. Армияны егерме ете йәшенә тиклем кисектереп торҙолар. Һуңынан донъя баҫты, өсөнсөгә улдары тыуҙы.
Бөгөн нисектер елкенеп, аш­ҡынып йоҡонан уянды ул. Йыр-моңға әүәҫ бер ҡошсоҡ таңдан алғы баҡсалағы алмағаста дәртле көйҙәрен сутылданы ла сутылданы. Әллә хуш еҫле аҡ сәскәләрҙән иҫерҙе, әллә татлы тойғоларынан илерҙе. Күңелендәге ҡарарын, тауы­шын көсәйтә биреп, әйтеп ҡуйҙы Артур: «Мин ил һағына баҫырға тейеш!» Махсус хәрби операция иғлан ителеүгә бер нисә ай үтеп киткән. Һалдат булыу хыялын тормошҡа ашырыр мәл етте.
Хәрби комиссариатҡа ҡоштай елеп барҙы. Таңғы томанды ярып осҡан бөркөтмө ни! Әммә ниәтен кире ҡаҡтылар – ни тиһәң дә, өс бала атаһы бит. Комиссариатта бөтөнләй уйһыҙ, хисһеҙ кешеләр ултырмай. Бер аҙҙан йәнә барҙы, тағы кире борҙолар...
Өсөнсөгә ныҡышып килгәс – йәй үтеп, көҙ еткәс кенә – үҙенең маҡсатына ирешә ул...
– Батырҙар аллеяһы эшләү ниәте менән йөрөйөм әле. Ул-был ҡағыҙҙар йүнләйем. Аллеяға урын билдәләйбеҙ. Хужалар төрлө – ыңғайҙары бар, киреләнгәндәре лә етерлек. Ә мин танк һымаҡ алға барам, – әсә, үҙ-үҙе менән ғорурланғандай, йылмайып, осҡон сәскән ҡарашын миңә ташлап ала. – Барыһы ла уң булһа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға, бик ҙур булмаһа ла, һәйкәл ҡуйырға уй бар. – Был сая башҡорт ҡатыны, ысынлап та, көрәш юлына баҫҡан – хас та улы кеүек, һуңғы һулышына тиклем.
Әлфиә апай менән бер йыл эсендә тағы ла осрашасаҡбыҙ әле. Мин, Сибайға ҡайтҡас, «Артурға» исемле шиғыр яҙасаҡмын, бер дуҫымдан көйгә һалдырып, 23 февраль көнө Асҡар мәҙәниәт йортонда башҡарасаҡмын, бөтә зал аяҡ өҫтө бер минут тынлыҡта торасаҡ. Һәләк булған ягирҙарҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына, балаларына награда тапшырған ауыр минуттарҙы күтәрә алмай, сәхнә артындағы буш бүлмәгә инеп, ғәҙелһеҙ донъянан йәшенергә теләгәндәй, мең төрлө уйҙарымды йырып сығыр юл эҙләп ҡаңғырасаҡмын...
Яугир әсәһе менән хушлашып, ҡайтыр юлға сығам. Күңелдә – уға ҡарата һоҡланыу тойғоһо. Ниндәй сәм! Берҙән-бер улын юғалтып, әллә күпме хәсрәт, ҡайғыларға ҡалып та, бирешмәгән, һынмаған. Герой партаһына төшөп сәсрәгән күҙ йәше лә ҡоростан булғандыр.

Герой партаһына тамған йәштән
Ҡолаҡ тондо, донъя сайҡалды!
(Беҙҙең халыҡ ныҡ шул, сабыр инде),
Әсә – тора!
Донъя – саҡ ҡалды.


Тыуған йортҡа
ут ҡапҡас...

Артурға ун бер йәш тирәһе булғандыр. Ата-әсәһе эштә, өйҙә – береһенән-береһе бәләкәй ике һеңлеһе һәм ул. Хужалыҡ үҫмер
яуаплылығында. Көтмәгәндә соланда электр сымы тоҡанып китә. Кеҫә телефоны юҡ заман. Икеләнергә, оҙон уйларға ваҡыт тар. Шатыр-шотор янған ялҡын сым буйлап ҡыйыҡҡа үрмәләй. Һеңлеләрен ҡапҡа тышына алып сыҡҡас, бергәләп ҡасырға ла була ине. Әммә бындай мәлдәрҙә һыу ҡулланырға яраймы-юҡмы икәнлеген дә аңламаған малай тыуған йорт өсөн көрәшергә ҡарар итә. Солан эсендәге янған, төтәгән урындарға, эләгә-йығыла, көс еткеһеҙ биҙрәләр менән йүгереп йөрөп һыу һипкеләй ҙә, тиҙ арала ағас баҫҡыс табып килтереп, ҡыйыҡ башына менеп китә.
Күрше-тирә йыйылып ул-был итеүгә Әлфиә апай ҙа ҡайтып инә. Уны өҫ-башы һыуланып, ҡором­ланып бөткән, тыуған йортон, яҡындарын уттан һаҡлап алып ҡалған Артур улы ҡаршы ала.
Хәҙер инде тыуған йорто – Рәсәй. Бөгөн илебеҙ «соланына» ут төртөп маташалар. Бәләкәй генә осҡондоң да, ваҡытында һүндер­мәһәң, күҙ асып йомған арала ҡы­йыҡҡа үрмәләгәнен яҡшы аңлай Артур. Тыуған ил ҡыйығына...
Махсус хәрби операция башла­ныуға ярты йыл тигәндә, 2022 йыл­дың сентябрендә, өс бала атаһы Артур Ғиләжев Украина еренә аяҡ баҫа. Ҡырҡты үткән ҡарсығалай ҡыйыу ҡарашлы ир-егеткә хәрби кейем килешеп тора. Позывнойы – «Голландец». Был саҡырыу исемен һайлауы сер булып ҡалды. Әсәһе лә яуап бирә алманы һорауыма.
Әлфиә апай менән йыш ҡына телефондан аралашып, яҙышып торҙоҡ. Шулай ҙа күрешеп һөй­ләшкәнгә етмәй инде. «Иртәгә Бай­маҡ хакимиәтенә йомош менән барам», – тигән хәбәрен ишеткәс, мин дә йыйына башланым. Ҡулай булды. Ваҡытын килештек тә, барып та төштөм.
Яҡында ғына теҙелеп киткән эскәмйәләрҙең берәүһенән урын алабыҙ.
– Күп һөйләмәне шул Артур ундағы хәлдәр тураһында, бәлки, ярамағандыр. Мин бит уның хәрби операцияға йыйыныуын да белмәй ҡалдым. Магазинда эштә инем. Ишетмәнем дә, абайламаным да – башымды күтәрһәм, Артур йылма­йып тора. «Разведчик һымаҡ, ниш­ләп кеше ҡурҡытып йөрөйһөң?» – тигән булам. «Әсәй, миңә юлға тиҙҙән», – ти ул. Алыҫҡа төбәлгән ҡарашы моңһоу, шул уҡ ваҡытта серле лә, дыуамал да. Күңелдә секунд эсендә шомло уйҙар яралды. «Ҡайҙа юлланаһың? – Шунда уҡ үҙемә кәрәкле яуапты алырға теләгәндәй, өлгөрөп ҡалайым, ти­гәндәй, дауам итәм: – Тиҙҙән көн­дәр һыуыта, вахта һымаҡ нәмә әлегә кәрәкмәй һиңә». Юҡ шул. Мине бер ҡасан да ишетергә теләмәгән яуап көткән: «Әсәй, тегендә – Украинаға йыйындым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Киләсәктә минең менән ғорурланасаҡһың әле!»
Тәүге осрашҡандағы кеүек, әсә керпектәренә йәнә күҙ йәше эленде. Ни әйтергә белмәй аҙапланам. Йыл ярымдан ашыу ғазапланған әсәне бер һүҙ ҙә йыуата алмаҫ. Ваҡыт ҡына дауа. Был ауыр тынлыҡтан ҡайҙандыр тура беҙгә табан осоп килгән аҡ күгәрсен ҡотҡарҙы. Беҙ ултырған эскәмйәнең теге башына барып ҡунаҡланы ла, икебеҙгә алмаш-тилмәш ҡарап, гөрөлдәргә тотондо. Әлфиә апай йылмайғандай итте, ашығып сумкаһынан телефонын сығарҙы. Кәйефе күтәрелгәндәй булды.
– Мин һиңә, Фәнис ҡустым, бер фотоһүрәт күрһәтергә тейешмен. Өфөнән скульптор ебәрҙе. Батырҙар аллеяһына ҡуйырға Артурҙың тулы һынын эшләтергә биргәйнем бит. Игорь былай тип һөйләне. Бер көн мастерскойына килеп инһә, һәйкәл башында күгәрсен ултыра икән. Тәҙрә форточкаһы турғай һыйырлыҡ ҡына. Тегегә сығыр юлын иркенерәк итеп, тағы бер тәҙрәне астым да, эштәрем менән булыша башланым, ти. Бер нисә минуттан, тыныс ҡына осоп сығып, ҡош алыҫ болоттарға китеп юғалған...
Телефондағы фотоны ҙурайты­быраҡ, усым менән яҡтылыҡты ҡаплабыраҡ күҙ һалам: ысынлап та, хәрби кейемдәге һалдат һынының иң башында, скульпторға тура ҡарап, күгәрсен ултыра. Төрлө уйҙарҙан тәндәр зымбырҙап китә. Әлфиә апай аша ынтылып эскәмйәләге ҡошто байҡайым: ҡайһы аралалыр шым ғына юҡҡа сыҡҡан...
– Яңыраҡ Украина менән сик­тәш Белгород өлкәһенең Шебекино ҡалаһына, улымдың һуғыш юлы үткән ерҙәрҙе күрергә, барып ҡайттым. Һуңғы кисерештәрен, уйҙарын белергә теләнем. Унан алда Тоцкийҙағы хәрби часында булдым. Осраҡлы ғына Артурҙың документтарынан белеп ҡалдым: 2022 йылдың ноябрендә Херсон йүнәлешендәге хәрби бәрелештәр­ҙә ҡатнашалар. Ҡамауға ҡалып, алты кеше генә кире сыға. Яҡын дуҫтарының береһе һәләк була. Урындағы халыҡ ярҙам итеп, тағы бер ҡаты яралы дуҫы менән нисектер ҡотолалар, әммә улымдың да үпкәһенән ярсыҡ үтә сыҡҡан була. Госпиталгә эләгәләр. Йүнәлеп, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, ҡыҫҡа ялға ҡайтҡайны. Часына барыуымдың сәбәбе шул ине: «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған булған, ә миҙал бер ерҙә лә юҡ. Үҙе менән бергә шартлағанмылыр, тигән уй ҙа килгеләне...
Батырлыҡ орденын тапшыралар ғаиләһенә, ә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тураһында өндәшеүсе юҡ.
– Мин барып ингәндә батальон командиры урынында ине. Йомошомдо әйттем. Комбат төпкө бүлмәнән тапшырылмаған миҙалды алып сыҡты. Нисек кенә инәлһәм дә, бирмәнеләр, тотоп ҡына ҡараным. Үҙегеҙҙең хәрби комиссариатҡа килер, тинеләр. Миҙал өсөн алты айға һуҙылған көрәш китте. Ниндәйҙер генералдың номерын табып, уға шылтыраттым. Эш урынынан ҡы­бырланы, әммә награда яңылыш ниндәйҙер танк дивизияһына барып юлыҡҡан. Бик күп борсолоуҙар, тө­ңөлә яҙыуҙар аша үткәс кенә Сибай хәрби комиссариатына килеп етте. Бер аҙҙан үҙебеҙҙең Асҡарҙан шылтыраттылар. Шунда уҡ елдереп барып та еттем. Миҙал әле үҙемдә, ҡәҙерләп һаҡлайым.
Был ҡатындың үҙенә, батырҙарса һәләк булған яугир әсәһенә, иң ҙур орденды тапшырырға кәрәктер...


Яҙмыштар өҙөлгәндә

«Бәйләнештә» селтәрендә Әлфиә апайҙың яҙмалары менән танышып сыҡтым. Яңыраҡ махсус хәрби операцияға ярҙам итеү теләге менән тегеү цехы асҡандар. Шундай һығымтаға киләм: алдына алған маҡсатына һәр ваҡыт тоғро, барыһын да еренә еткереп ҡуя.
Кискә мине Әлфиә апайҙан бик ауыр смс-хаттар көткән. Килгән видеоларҙың тәүгеһен асам. Камераны Артур үҙенә бора. Бер нәмә лә һөйләмәй. Артта ла, алда ла һалдаттар атлай. Туҙан уйнап тора. Йәнәшәләренән бер туҡтауһыҙ геүләп техника үтә. Уларҙы, әлбиттә, төшөрөргә ярамайҙыр. «Голландец»-Артурҙың күҙҙәре генә әсәһенә ниҙер һөйләйҙер һымаҡ.
Артур тәүге айҙарҙа уҡ ҡамау­ға ҡалып яралана. Дауахананан һуң ялға ҡайтып килгәс, уны Белгород өлкәһе Шебекино ҡалаһы янындағы часҡа яңы ғына хәрби хеҙмәткә килгән ун һигеҙ йәшлек малайҙарға отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Кесе сержант званиеһы бирәләр. Шул малайҙарға һуғыш алымдарын өйрәтә, уларға ағай ҙа, атай ҙа була. Әммә уңайы сыҡҡан һайын алғы һыҙыҡҡа, һөжүм итеү батальонына күсереүҙәрен һорап ныҡыша. Теләге ҡабул була. Күпмелер ваҡыт снайпер булып хеҙмәт итә. Һаулығы нығынғас, штурмовиктар рәтенә баҫа. Херсон, Запорожье, Луганск, Сватово йүнәлештәрендә дошманға ҡаршы көрәшә.
2023 йылдың сентябрь аҙағында Әлфиә апайға, бәлки, оҙаҡ элемтәгә сығып булмаҫ, тип әйтә ул. 3 октябрҙә ҡатынына шылтырата, һеңлеләренә яҙа.
Бына ул дошмандар төшөргән ҡәһәрле видео – Асҡар егете Артурҙың донъялыҡта һуңғы секундтары. Аудиоларҙы тыңлап, барыһын да бер епкә теҙеп маташам.
– Красногоровка яғы, Авдеевка йүнәлеше буламылыр... Шулайтып минең бала юғалды... 7 октябрь булып китте, түҙмәй башланым, – Әлфиә апайҙың күҙ йәштәре менән һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлап булмай. Эстән генә уйлап ҡуям: яраларҙы ҡуҙғытып, ниҙер яҙып маташыуым дөрөҫ эшме икән? Үҙемсә ошондай ҡарарға киләм: ҡабат һорауҙар бирмәҫкә...
– Унда-бында шылтырата башланым, йүнле яуап ала алмайым. 14 октябрь етте, хәбәр юҡ. Ун бише инеме, төшөмә керҙе. Өр-яңы кейемдә, миңә ҡарап торҙо ла юҡҡа сыҡты. Йәне килеп хушлашҡандыр инде... Бер һүҙ ҙә әйтмәне. Шул төндә ошо видео осраны интернетта. Рәсәй һалдаты, әсир төшмәҫ өсөн, автомат төбәп торған дошман менән үҙен бергә шартлатҡан. Ышанманым. Әллә ышанырға теләмәнем... Тауыш Артурҙыҡы ине. Ҡыҙҙарыма ебәрҙем. Юҡ, әсәй, ағайҙың тауышы түгел, тинеләр. Әсә үҙ балаһының ауазын танымай буламы инде? Шулайтып балам һәләк булды... Нисек сығарғандарын белмәйем. Беҙҙең бер волонтер бар, Ҡырым яғы­нан, шул табып бирҙе. Горловкаға тиклем йөҙ ҙә ун саҡырым алып килгәндәр, ташламағандар. Рәх­мәтлемен Хоҙайыма, кәүҙәһе ҡай­ҙалыр юғалып ятып ҡалманы...
Баяғы дошман камераһы тө­шөргән видеоға әйләнеп ҡайтам да, йәнә ҡарайым. Украина һалдаты автоматын әҙер генә тотоп, өҫтө ул-был менән ҡапланған махсус нығытмаға яҡынлай. Артынан ка­мералыһы атлай. «Сдавайся!» – тип ҡысҡыра. Эстән Артурҙың та­уышы ишетелә лә – көслө шартлау. Яҙма шул урында өҙөлә.
Яҙмыштар өҙөлә шул урында. Өс бала атайһыҙ ҡала. Йәш­тән ҡауышҡан ҡатыны ниҙәр ки­сергәндер?! Ҡурсалап, үҙе балалар баҡсаһына алып барып, ҡаршы алып, һаҡлап ҡына үҫтергән ике һеңлеһе... Хәҙер ике йылдан ашыу ут йотоп йәшәгән әсәһе...
Һис һүҙһеҙ, пленға төшмәҫ өсөн дошманыңды ла, үҙеңде лә үҙ ҡулдарың менән шартлатыу – ҙур батырлыҡ. Герой! Матросов та бит бер тапҡыр һәләк булған, ә Артурға, Герой исеме алыу өсөн, өс тапҡыр шартларға кәрәк инеме ни?.. Һуңғы уйҙары ниндәй булғанлығын беҙ белә алмайбыҙ, әммә шуны әйтә алабыҙ: Рәсәй һалдаты, башҡорт егете тигән исемдәргә ул тап төшөрмәне!
– Беҙҙе – яуҙа улдарын юғалтҡан әсәләрҙе, һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындарын – Өфөгә бер сараға саҡырҙылар. Артур һәләк булғанға күп ваҡыт үтмәгәйне, күңелдәге яралар ҙа уңалмаған. Барып еттем. Зал бик ҙур. Кешенең күплеге! Мине сәхнәгә саҡырып сығарҙылар, «Йыл әсәһе» миҙалы менән бүләкләнеләр. Бөтә зал аяғүрә баҫып алҡышланы! Ныҡ тулҡынландым! Күҙҙән йәштәр субырлап ағып тора. Әллә хәсрәт йәштәре, әллә ғорурлыҡ... Тынғы табалмай йөрөгән әсәгә күп кәрәк­ме инде, бер йылы һүҙҙән дә тамаҡ­ҡа төйөр тығылып, иларға ғына тораһың, – тип бәйән итте ул. – Шунда, тоноп барған күҙҙәрем аша ҡул сабыуҙан туҡтамаған халыҡҡа ҡарап торғанда, улым­дың исемен мәңгеләштереү тураһын­да тәүге уйҙар килде. Батырҙар аллеяһы булдырырға, хәрби ке­йемдәге һалдат һыны эшләтергә һәм Асҡарҙың иң матур урынына ҡуйырға! Ҡайтҡас та, оҙаҡҡа һуҙмай, Өфөнән Игорь Карлов тигән кеше менән бәйләнешкә индем. Осрашырға килештек. Артурҙың фотоларын алып, йәнә юлға сыҡтым. Ыңғай ғына булды йомошом. Булдырабыҙ, тине. Эшләгән эшен күрһәтеп, минең менән кәңәшләшеп торҙо.
Ауылда Батырҙар аллеяһы булдырыу өсөн күпме ишектәр ҡаҡҡан ул, тупһалар тапаған, байтаҡ юлдар үткән, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргән. Белеүемсә, аллея асыу өсөн Өфөгә генә түгел, Мәскәүгә барып еткән. Бер генә лә түгел, ике тапҡыр. Көслө ҡатын! Ысын әсә!
Күп ҡаршылыҡтарға осрай. Ниәтенә ҡаршы төшөүселәр ҙә табыла. Һуғыш бөтһөн дә, шунан уйларбыҙ, тигән фекер ҙә яңғырай. Әлегә ундай эшкә аҡса юҡлыҡҡа ла һылтаналар. Әлфиә апай әйтеүенсә, һәйкәлдең йөҙө улыныҡы булыу оҡшамай күптәргә. Билдәһеҙ һалдат ҡуйырға кәрәк, тип тә ҡарайҙар. Ундай һәйкәл дә кәрәк, әлбиттә, тик бында бит эштәр башҡасараҡ тора. Әсә үҙ теләге менән хөкүмәт бүлгән аҡсаға эшләткән уны. Күңелдәр тар булмаһа, ер етерлек бит! Ошо ер өсөн ауған түгелме һуң Артур?!
Өфө сәхнәһендә күҙ йәштәре аша биргән һүҙен Әлфиә апай 2025 йылдың авгусында тормошҡа ашыра. Артурҙың һыны тыуған ауылындағы Батырҙар аллеяһында лайыҡлы урын ала.


* * *

Шул уҡ йылдың сентябрендә тынғыһыҙ әсә тағы бер хыялын тормошҡа ашыра – улы өс-дүрт ай йәш һалдаттар менән һаҡлаған Шебекино ҡалаһына юллана. Автомобиль яллап, ике көн, ике төн ял итә-итә баралар. Рулдә – үҙе хәрби операцияла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта һалдатлыҡтан бушатылған ышаныслы ир-егет.
Интернет йүнләп эшләмәй, ке­шеләрҙән һораша-һораша баралар юлда. Яңы Оскол ҡалаһы янында һулаҡайға китер урында уңға боралар. Ике сәғәт самаһы йөрөгәс, ҡабат шул тирәгә килеп сығалар. Тағы ла юл белешәләр, хәҙер инде дөрөҫ йүнәлеш алалар, әммә, яңылышып, йәнә бер боролошто үтеп китәләр. Тураға ҡыуалай ҙа ҡыуалайҙар. Асфальт яҡшы тигәндә лә була, урыны менән йүнәтелгән. Ҡарайып, янған һымағыраҡ ерҙәре лә бар. Юлда бер машина ла осрамай. Ике сәғәт тигәндә, ниһайәт, Шебекино районындағы Нежеголь ауылына инәләр.
– Улыма һәм уның егеттәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, аҙаҡ Артурҙы эҙләшеүгә, һуңғы минуттарын асыҡлауға күп көс һалған, әле лә минең менән яҙышып торған ирекмән Татьянаның йортона килеп туҡтаныҡ. Әсәһе Елена килеп сыҡты ла ҡосаҡлап алды. Тәүге һорауы шул булды: «Ҡайһы юлдан килдегеҙ?» Мин һөйләп биргәс, һеҙ бит «үлем юлы»нан үткәнһегеҙ, ти. Аяҡтарым ҡалтырап китте... Йыш ҡына унда дрондар һөжүм итә икән. Улым үҙе фәрештә булып һаҡлағандыр. Уның йөрөгән ерҙәрен дә барып күрҙек, йәшәгән урындарын... – тип хәтерләй Әлфиә апай. – Ҡайтырға тынысыраҡ юлдан сыҡтыҡ. Аҙаҡтан яҙҙылар: беҙ аҙашып йөрөгән тирәлә өс машинаны шартлатҡандар икән. Әле тағы бер теләгем ҡалды – Сватовоға барырға!
Ошо урында оло йөрәкле ҡа­тындарҙың береһе, ирекмән Тать­янаның интернеттағы яҙмаһын, тулыһынса, тәржемәһеҙ көйө генә ҡуйып үткем килә:
«К нам в Шебекино, под обстрелами, дронами, сиренами, приехала мама нашего погибшего Героя, нашего «Голландца». Артур всегда останется в нашей памяти. Надеюсь, что в скором времени в нашем городе появится музей участникам СВО, куда я передам его портфолио, чтобы будущее поколение знало и чтило память Героя из далекой Башкирии, который защищал нас с вами в Шебекино. Спасибо большое Альфие Гильметдиновне, что приехала в гости, посмотрела своими глазами, как и где мы живем, где проходил службу ее сын. Также она привезла для ребят продукты питания: крупы, макароны, масло, чай, сладости, которые уже сегодня отправятся к нашим ребятам».
…Шундай матур көндәр тора быйыл! Ҡайын япраҡтары, ҡояш нурҙарына иркәләнеп, йылы елдә тирбәлеп, ни тураһындалыр туҡтауһыҙ шыбырлаша. Һиллек... Бәлки, һүҙҙәре йәнәшәләрендә ғорур баҫып торған Артур тура­һындалыр. Автомат тотҡан, хәрби кейемдәге уҙаман һынланған һәй­кәлдең уң яғына «Батырҙарыбыҙ – ил терәге!» тип яҙылған. Һулда – юғарыла осоп барған торналарға ҡулдарын һуҙған әсә һүрәте.
Юл ситенә автомобиль килеп туҡтаны. Эсенән һары сәскәләр тотҡан апай менән 11–12 йәштәр тирәһендәге малай төштө. Аллея яғына боролдолар. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир ҡаршыһында бер аҙ тын торғас, малай ололарса етдилек менән: «Ҡартәсәй, мин дә ҙурайғас атайым һымаҡ герой булам», – тине. Апай тыныс ҡына йылмайып, хуплағандай, ейәненең арҡаһынан һөйөп алды...

Яугир әсәһе
Яугир әсәһе
Яугир әсәһе
Яугир әсәһе
Автор:Фәнис СИРБАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы
Читайте нас